Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем ул Рифҡәт Алғошаев?
Кем ул Рифҡәт Алғошаев?Рәми Ғариповтың көндәлектәрен айырыла алмай уҡып ултырғанда шағирҙың йыш ҡына Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫкә алыуына иғтибар иттем. Ниңәлер исеме лә, фамилияһы ла миңә яҡын, улай ғына ла түгел, таныш кеүек тойолдо. Кем икән ул Рифҡәт Алғошаев? Беҙҙең яҡ кешеһе түгелме? Хәҙер ҡайҙа икән ул ағай? Иҫән булһа, ни өсөн бер кем дә белмәй? Рәми кеүек шағир менән дуҫ булған кеше эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа? Ошо һорауҙар миңә айҙар, йылдар буйы тынғы бирмәне.


Шулай бер тураһын килтереп, Аҡъярҙа йәшәгән ағайым (әсәйемдең ҡустыһы) Факил ағай Хәкимовтан:
– Ағай, һин Рәми Ғарипов менән параллель класта уҡығанһың, 9-сы мәктәп-интернатты бер йылда тамамлағанһығыҙ. Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫләмәйһеңме? Ҡайҙан ине ул? – тип һораным.
– Аһ, Рифҡәтте белмәй ни! Матрай малайы ла баһа. Бала саҡтан беләм. Беҙ уның менән Темәс педагогия училищеһына ингән ерҙән Һаҡмар буйлап ҡасып ҡайттыҡ. Интернатҡа ла бергә барҙыҡ, бер класта уҡыныҡ. Рәми менән бик дуҫ булды ул. Хәҙер ҙә иҫән-һау, Өфө ауылында (Хәйбулла районы) йәшәп ята, мин уның менән телефон аша аралашып торам, – тине.
Был һөйләшеүгә лә тиҫтәләгән йыл үтеп киткәндер инде. Шунан алып мин Рифҡәт ағайҙы бер тапҡыр ғына булһа ла барып күреү теләге менән янып йәшәнем. Рафиҡ ауылы кейәүе булғас, Өфө аша үткеләгәнем дә булды, ниңәлер ишектәрен шаҡып инергә батырлығым етмәне. Рифҡәт ағай ҙа ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Хыялым, үкенес булып, йөрәгемде өйкәп тик йөрөй.
Яңыраҡ “Ағиҙел” журналында (2015 йыл, 1-се һан) Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың “Ҡуйын дәф­тәре-ижад хәстәре” исемле иҫтәлектәре баҫылып сыҡты. Шунда мин көтмәгәндә Рифҡәт ағай тураһында иҫ киткес йылы иҫтәлеккә тап булдым.
“Яҙыусылар союзында иҫәптә яҙыу­сы­лар ғына тормай. Унда башлап яҙыу­сылар исемлеге лә бар. Әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҙон ул. Тик шуныһы ҡыҙ­ғаныс, йылдар үтеү менән уларҙың күптәре төшөп ҡала. Таланттары самалы булғандары тип әйтмәйем, ысын таланттар ҙа юғалып ҡала, – тип яҙа халыҡ шағиры. – Илленсе йылдарҙа ла башлап яҙыусылар байтаҡ ине. Бигерәк тә пединститут студенттары ара­һында. Пединститут тигәнем хәҙерге университет инде. Араларында Рифҡәт Алғошаев менән Хәниф Сәфәров үткер ҡәләмле булыуҙары менән айырылып тора ине. Ҡәләмдәре генә түгел, үҙҙәре лә үткер ине. Шуға бер миҫал.
Филолог студенттарҙың иң яратҡан уҡытыусылары яҙыусы Әмир Чаныш ине. Уның лекцияларын тыңларға башҡа факультет студенттары ла килә тор­ғайны. Бына шул абруйлы уҡытыусыны көндәрҙән бер көн алыштырғандармы ни! Лекция тәгәрмәсе элеккесә шыма ғына әйләнмәй. Лекторыбыҙ һыу эсергә өҫтәлдәге графинға үрелеп ҡарай. Тик графин буш. Рифҡәттең тәжрибәһе бар: кистән артыҡ “һалыусының” иртә менән башы ауыртыусан, тамағы кибеүсән. Уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Шул саҡ ул түшәмгә етерлек итеп ҡул күтәрә. Әмир Чаныш күтәрелгән ҡулды күреп ҡала.
– Ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?
– Ағай, һыу алып инәйемме?
– Бар, тиҙ йөрө, – тип Әмир Чаныш уға буш графинды тоттора.
Ул йылдарҙа пединститут алдында киоск бар ине. Рифҡәт киосктан бер ярты алып графинға бушата ла уны өҫтәлгә килтереп ҡуя. Әмир Чаныш шул “һыуҙы” стаканға тултырғансы ҡойоп эсә башлай... һәм бер аҙға туҡтап ҡала. Унан студентына рәхмәтле ҡараш һала ла стаканды бөтөнләй бушатып ҡуя. Рифҡәт йәнә ҡул күтәрә.
– Тағы ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?
– Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!
Ни тип яуап бирһен инде Әмир Чаныш?
– Ярар, эс, тик күп түгел, – тип рөхсәт бирергә мәжбүр була.
Рифҡәт Алғошаев менән бер өҫтәл артында ултырған дуҫы Хәниф Сәфәров графинда ниндәй һыу булғанын нисек белмәһен инде. Ул да ҡул күтәрә.
– Ни әйтергә теләйһең, Сәфәров?
– Ағай, миңә лә һыу эсергә рөхсәт итегеҙ әле?!
Был егеттәр саманан сыға башланы түгелме?
– Тик кенә ултыр, – тип ҡырт киҫә остаздары. – Тәнәфестә эсерһең.
Рифҡәт Алғошаев, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан икенсерәк юл һайланы. Күпмелер йылдар үткәндән һуң, бәләкәй ҡыҙын эйәртеп, минең өйгә лә килеп сыҡты. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлеге тарихты ла иҫкә төшөрҙөк. Хәтирәләребеҙ Рәми тураһында ла булды. Улар яҡын дуҫтар ине, тиһәм дә хата булмаҫ. “Ҡыҙыңдың исеме кем?” тип һорағас, Хөббөниса тине. Мин быны шаяртыу тип ҡабул иттем. Юғиһә ул йылдарҙа балаларға “заманса” исемдәр ҡушалар ине. Ә, бәлки, дөрөҫө шулай булғандыр.
Шағир елгә ҡаршы төкөрөргә ярата ине. Бер нисә йыл элек ул Хәйбуллаға ҡайтып килгән Ҡәҙим Аралбаев аша миңә үҙнәшер менән сығарған китабын ебәрҙе. Унда элекке шиғырҙары менән бергә яңылары ла бар ине. Арбанан бер төшөп ҡалғас, уны ҡыуып етеүе ҡыйындыр шул тип уйлап ҡуйҙым. Ә, бәлки, ҡыуып етеп тә булмайҙыр.
Ә Рәми Ғарипов менән нисек дуҫлашып китеүе хаҡында Рифҡәт ағай “Талант эйәһе” тигән мәҡәләһендә (“Интернатым – пар ҡанатым”, Өфө, 2005 йыл, 49-сы бит) бына нимәләр яҙа: “Мин – Алғошаев Рифҡәт. 1947/48 уҡыу йылында тәүге көндәрҙән башлап Рәми Ғарипов менән дуҫлашып киттек. Быға, моғайын, минең дә Рәми кеүек көндәлектәр яҙыуым, әҙәбиәт яратыуым, рәсем төшөрөүем сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым.
Рәми әҫәрҙәренең 2-се томының 63-сө битендә шундай юлдар бар: “1947 йылдан бирле мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарҙым. Уны үҙем яҙам, әҙерләйем. Эпиграммалар, төрлө фельетондар яҙам. Башҡаларҙың да шиғырҙарын эшләйем. Етмәһә, әҙәби түңәрәктең “Туған тел” гәзитен дә сығарам. Мөхәрририәт ағзалары Сәғит менән Рифҡәттән бик йыш ҡына ҡәнәғәт булмайым. Бәрелештәр булғылап ала. Рифҡәт менән бергә эшләй торғас, дуҫлаштыҡ, ауылдашым Сәғит менән иһә алыҫлаштыҡ”.
1949 йылдың 29 ноябрендәге көндә­легемдән бер өҙөк килтерәм: “Киске сәғәт 8-ҙә мәктәптә әҙәби түңәрәктең йыйылышы булып үтте. Унда Лебедин­скийҙың “Башҡорт халҡының оҙон көй­ҙәре” тигән мәҡәләһен өйрәндек. Һуңы­нан Рәми минең шиғырҙарға ҡыҫҡаса анализ яһаны. Ул “Зоя”, “Ысын кешегә”, “Уҡытыусыма” исемле шиғырҙарыма ыңғай баһа бирҙе, ә “Гөлбикә” исемле шиғырға бик ныҡ тәнҡит һүҙҙәре әйтте.
Ғариповта мин бик ҙур талант эйәһен күрәм. Ул, һис шикһеҙ, башҡорт әҙәбиә­тенең гигант фигураһы булып әүере­ләсәк. Ҡайнап торған дәрт, энергия бар унда. Уның шул тиклем дә эшһөйәрлегенә көнләшәм дә хатта...
Рәми тураһында шулай яҙыуыма, күрәҙәләүемә аптырап та ҡуям”.
Рифҡәт ағай тураһында ишеткәнем-белгәнем шуның менән тамам да булыр ине. Ике-өс йыл элек Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәрендә оҙаҡ йылдар эшләгән яҡташым Әхмәт ағай Юланов Рифҡәт ағайҙың үҙенә төбәп яҙған яуап хатын күрһәтте. Ошо хатында ул үҙе хаҡында әҙерәк әйтеп үтә. Мәҡәләм тулыраҡ булһын өсөн, унан да өҙөк килтермәй булдыра алмайым.
“Миңә яҙмышыма зарланаһы түгел. Атай-әсәйҙең яңғыҙ малайы булдым. Бик теремек, шаян, спорт яраттым, һунар­сы, балыҡсы булдым. Мәктәптә ­дә­рестәрҙе лә еңел үҙләштерә инем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡы­тыусы апай, рәсем дәресендә мине таҡта янына сығарып, аҡбур менән төрлө хайуан, ҡош, йорт, машина-трактор һүрәттәрен эшләтеп, уҡыусыларға күсерергә ҡуша торғайны. Ҙурайғас та был һөнәремдең файҙаһын күп күрҙем. Етенсе класты 1944 йылда тамамлағас та, бер айлыҡ курсҡа ебәреп, башланғыс класс балаларын уҡытырға ҡушып ҡуйҙылар. Артабан, бәхетемә, респуб­лика­быҙҙың 9-сы мәктәп-интернатында уҡырға яҙҙы. Минең өсөн интернатым “пар ҡанатым” булды. Ошо осор, ҡәләм тирбәтеп, шиғыр-миғыр әүәләнем. Институтҡа уҡырға ингәс, ижад менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Институттан һуң Зәйнәб Биишева апай кәңәше буйынса нәшриәттең дәрес­лектәр бүлегендә мөхәррир вазифаһында хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем.
Миңә үҙ ғүмеремдә иҫ киткес шәхестәр менән осрашырға, дуҫлашырға насип булды. Уларҙың изгелеген ғүмерҙә лә онота алмам. Халыҡ шағирҙары Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙар менән табындаштар, ҡәләмдәштәрем Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафиндарҙың туйҙарында төп ҡоҙа, почетлы ҡунаҡ вазифаһында ҡатнашыуҙар ҡәҙерле хәтирәләр булып ҡаласаҡ. Шул да мәғлүм булһын, мин “Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, өс юбилей миҙалы менән бүләкләнгәнмен.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләп, ағайың.
2009 йыл, 14 сентябрь”.
Саф күңелле, намыҫсан кеше булараҡ, Рәми ағай Ғарипов дуҫлыҡта ла бик талапсан, талымлы булған тиҙәр. Шунлыҡтан яҡын дуҫтары ла аҙ булған уның. Иң ауыр ваҡыттарында хәлен аңлаған, йөгөнә керә белгән кешеләр араһында яҡташыбыҙҙың да булыуы беҙҙең өсөн дә ғорурлыҡ түгелме ни!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519