Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостанда ҡыҙыл кавалерис­тар етештереү эше
Башҡортостанда ҡыҙыл кавалерис­тар етештереү эше“Социалистик Ватан!” – был һүҙ беҙҙең совет халҡы өсөн иң йылы һәм иң яҡын һүҙ. Был һүҙ үҙенең бик күп яҡлы эстәлеге менән бөтә донъяға ғорур яңғырай. Шуға күрә лә беҙҙең илебеҙҙең һәр бер патриоты үҙ Ватанының ҡаҡшамаҫлығы, уның ҡеүәтенең артабан да нығыуы, сәскә атып мәңге һүнмәҫ йондоҙ булып балҡып тороуы өсөн бөтә көс һәм энергияһын бирә, кәрәк булғанда тормошон да ҡыҙғанмай.

Беҙҙең илебеҙҙең капиталистик ҡамауҙа йәшәүе, һәм капиталистик илдәрҙең һәр бер уңайлы момент килгәндә СССР-ға ҡаршы һуғыш асырға әҙерләнеүҙәре тураһында иптәш Сталиндың иҫкәртеүен беҙ бер генә минутҡа ла онотмайбыҙ. Шуға күрә лә беҙҙең халҡыбыҙ илебеҙҙең оборона ҡеүәтен көндән-көн нығытыу яғында тора һәм уны нығыта.
Республикабыҙ буйынса “Ворошиловсы һыбайлылар” хәрәкәтенең массовый рәүештә йәйелеүе бының асыҡ миҫалы булып тора. Мәҫәлән, Красноусол районында үҙенең эсенә 192 кешене алған 39 түңәрәк, Иглин районында 104 кешене берләштергән 19 түңәрәк, Баҡалы районында 31 кешене эсенә алған (бында яңы ғына ойошторолдо) 3 түңәрәк башҡаларға өлгө булырлыҡ булып эшләйҙәр. Ворошиловсы һыбайлылар етештереү буйынса Осоавиахимдең Красноусол советы (председателе иптәш Хлосткина бик йәнле эштәр йәйелдерә. Ошо көндә Красноусол районында “Ворошиловсы һыбайлылар” түңәрәге аша 97 ҡыҙыл кавалерист сығарылған, шуларҙың 4-һе ҡыҙҙар. 1939 йыл эсендә генә бында ворошиловсы һыбайлыларҙың 4 тапҡыр ярыштары үткәрелде. Был ярышта 121 кеше ҡатнашлыҡ иткән. Ошондай уҡ ярыштар башҡа күп кенә райондарҙа ла ойошторолдолар.
Башҡортостанда бөтәһе 170 урында “Ворошиловсы һыбайлы­лар” түңәрәге эшләп килә. Был түңәрәктәрҙең 1290 актив члендары бар. Улар киләсәк һуғышта дошманды үҙ ерендә ҡыйратыр өсөн, үҙҙәрендә, бөтә донъяға даны таралған беренсе атлылар армияһы боецтарының традицияһын тәрбиә­ләйҙәр. Улар атты оҫта идара итә белергә һәм унда оҫта йөрөргә өйрәнәләр.
Ошо йылдың йәйендә Өфөлә үткәрелгән ворошиловсы һыбай­лыларҙың бөтә Башҡортостан ярышында иптәш Ишмөхәмәтов (Стәр­летамаҡ ҡалаһы) атта йөрөү, тал киҫеү, ҡаршылыҡтарҙы һикертеп сығыу, джигитовканан үҙенең бик оҫталығын күрһәтте һәм ярышта беренселекте алды. Ул бер юлы дүрт ҡылыс менән (икеһен ауыҙына тешләп) тал киҫеп бөтә тама­шасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Иптәш Ишмөхәмәтов яңғыҙ түгел, улар күптәр. Красноусол районынан Королева Анна, Рәхимов Фәйзи, Ипатов Михаил, Тельсова, Әлшәй районынан Әхмәдуллин, Иглин районынан Иванов, Замышкина, Баҡалы районынан Лейсин, Мишкә районынан Караваев һәм башҡа бик күп иптәштәр атлы-спортив эштең техникаһын тәрән үҙләштерәләр. Улар мал­дарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙә актив ҡатнашалар.
Ләкин ошо бик ҙур уңыштар менән бергә беҙҙең Осоавиахим ойошмаларыбыҙҙың етешһеҙлек­тәре лә ҙур әле. Яҡын киләсәктә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, илебеҙҙең тыныслығын һәм ныҡлығын һәр минутта һаҡларға әҙер булған достоин кавалеристар етештереүгә үҙәк иғтибар бирәйек.

М. САДЫҠОВ.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 18 ноябрь, 263-сө һан).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.


Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518