Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлдә Хоҙайым араланы...
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ырымбур өлкәһендәге Желтый педучилищеһында уҡып йөрөйөм. Октябрь байрамы осоронда ауылға ҡайтып килергә булдым. Курс етәксеһе Ғәлиә апайҙан рөхсәт һораным да дәрес бөтөү менән юлға сыҡтым. Көн болотло, ел, оҙаҡламай ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Тоҡсайымды артмаҡлап, шәп-шәп атлап Этбайға килеп етеп, ҡартәсәйемдәрҙә сәй эстем дә юлымды дауам иттем.

Ауыл зыяратын, Көрмөйә тауын, Рәмил ҡабағын үтеп, совхоз үҙәге Әрсүн ауылы яғындағы ҡыуаҡлыҡтарға табан һыҙыра атлап киләм. Көн алама булһа ла, кәйефем һәйбәт: йыр уҡытыусыһы Иван Степанович өйрәткән урыҫ, украин йырҙарын атлаған ыңғайға көйләп тә ебәрәм. Шулай килә торғас, нишләптер уң ҡулдағы һөҙәк тау битләүе яғына ҡарай ҡуйҙым һәм ҡапыл ниндәйҙер өс-дүрт шикле нөктә күҙемә салынғандай булды. Ныҡлабыраҡ ҡараһам... бүреләр! Тәнем ҡапыл эҫеле-һыуыҡлы булып китте... Нишләргә? Кирегә әйләнеп, йүгереп ҡасырға ярамай, хәҙер арттан килеп елкәңдән аласаҡтар. Үс иткәндәй, юлға яҡын бер ағас та күренмәй менеп китергә. Тегеләр ҙә мине шәйләп ҡалды, буғай, шәберәк хәрәкәтләнгәндәй тойолдолар.
Ни булһа ла булыр тип, артым менән килгән яғыма кире сигеп китә башланым, ике күҙемде теге йыртҡыстарҙан ала алмайым, улар ҙа бит хәҙер юлға төшөп, минең “кире эҙҙәрем” буйлап буласаҡ ҡорбандарын “ҡарауыллап” килә. Төп­кәрәк, аулаҡҡараҡ ҡыуып индереп, “иҫәп-хисап” яһамаҡсылар, ахыры, минең менән. Шуғалыр, моғайын, әлегә бик яҡын­ламайҙар. Мәгәр ошо мәл миңә бик оҙаҡ тойолдо, ирекһеҙҙән ошоғаса йәшәгән бөтөн ғүмерем, атам-әсәм, барлыҡ бер туғандарым “һә” тигәнсә күҙ алдыма килеп, шунда уҡ юҡ булдылар... Ысынында күпме ваҡыт үткәндер, әйтә алмайым, бына бер саҡ бүреләр яғынан паровоз гудогына оҡшап бик хәүефле көслө тауыш ишетелде. Был ни хәл, мәйтәм, бүре бындай тауыш сығармай шикелле, улар бит ҡотоң бот буйына китерлек итеп бик яман, зәһәр зыйылдап олой.
Күп тә үтмәне, оҙон муйындарын һуҙып, Әрсүн яғынан дөйәләр егелгән биш-алты ылау миңә яҡынланы. Саналарынан төшөп, бүреләр яғына төртөп, ҡысҡырыша, һөрәнләй башланылар.
– Ой, бала, ана бит ҡасҡырҙар (ҡаҙаҡса бүреләр), алай яңғыҙ йөрөмә, – тип алда килгәне мине санаһына ултыртып алды. Ә бүреләр, ас ҡорһаҡтарын ҡандыра алмағанға ризаһыҙлыҡтарын белдергән кеүек, яйлап ҡына таллыҡ араһына инеп юғалды. Этбай яғына бер аҙ килгәс, яҡшы ат егелгән санала килеүсе ике кеше мине Әрсүнгә хәтлем алып килде. Шулай итеп, ошо мажараларҙан һуң кисләтеп кенә Әрсүндә йәшәүсе Фазулла ағайым­дарға килеп индем. Хәлде һөйләнем дә юлымды хәҙер үк Аҡбулат яғына дауам итәсәгемде әйттем. Ағайым да, еңгәйем дә бер ауыҙҙан: “Төнгә ҡаршы бер ҡайҙа ла сыҡмайһың, ул яҡта ла төнө буйы бүре олоно”, – тигәс, уларҙа йоҡлап, иртә менән сәй эсеп, тағы юлға сығып киттем. Кисәге хәлдәрҙе күҙ алдына килтереп, бер сәғәттәй атлағас, Мундаҡ һыртына күтәрелдем (Аҡбулатҡа өс саҡрымдай ҡала). Һәм ни күрәм: юл, уның тирәһендәге ҙур ғына майҙан “ырҙын табағы”на әйлән­гән, йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Бүреләр күренмәй. Улай-былай ҡаран­ғансы, ошо урында мине кошевкаға яҡшы ат еккән бер кеше ҡыуып етте. “Ай, сынок, зачем один ходишь, видишь, какую свадьбу сыграли тут ночью волки. Айда, садись”, – тип ултыртып алды һәм Байышҡа өйөбөҙгә тиклем алып барҙы...
Бына шулай, бүреләр осранылар ҙа юҡ булдылар. Ә бына “ике аяҡлы бүреләр” ғүмер буйы йонсотто, улар бигерәк ҡурҡыныс, яуыз. Аллаһы Тәғәләмә мең рәхмәт, һәр саҡ ҡурсаланы, араланы, мәкерҙән һаҡланы. Бынан һуң да һаҡлар, яҡлар тигән ныҡлы ышаныстамын. Амин!

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514