Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Серле донъяКеше үҙен ниндәй генә көслө аҡыл эйәһе итеп тоймаһын, ул тик матди донъяны ғына күрә һәм ҡабул итә ала. Элегерәк параллель донъя тураһында һөйләүселәрҙә паранойя билдәләре күреп, психиатрик дауаханаға һалып та ҡуйырҙар ине. Шулай ҙа ғалимдар, кеше беҙҙе уратып алған донъяның бер процентын генә күрергә һәләтле, тигәнде таный хәҙер. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Дини китаптарҙа ла беҙгә күренмәгән донъя, унда йәшәүселәр хаҡында мәғлүмәт бирелеп, уларҙан һаҡ булырға өйрәткән иҫкәрмәләр бар бит.

Сәләмәт кешеләрҙең һис уйламаған­да аҡылы зәғифләнеүе, йән, тән ауы­рыу­ҙары барлыҡҡа килеүенә кеше күҙе­нә күренмәгән донъя ағзалары ла сә­бәп­се. Әсәйем миңә эргәбеҙҙә параллель донъя барлығын иң беренсе­ләрҙән булып аңлатты һәм унан бер ҡасан да ҡурҡ­маҫҡа ҡушты. Таңғы сә­ғәт 6-ла мәк­тәптең мейесенә ут яғырға йөрөгәндә мине, 4-5 йәшлек баланы, үҙе менән ала ине. Мәктәп элекке мә­сет бинаһында урынлашҡан. Күҙ алдына килтерегеҙ, әсәй мейескә утын һала, ут тоҡандыра, ошо саҡта кемдәр­ҙер парталарҙы түң­кәрә йәки кире ултырта! Әсәйем эргәлә булғанғамы икән, шундай ығы-зығынан мин ҡурҡмайым, әммә уның борсолоуы әле лә хәтерем­дә. Тик нимә ҡылһын, йән аҫрар өсөн эшләргә кәрәк. Ул һәр саҡ таң менән уятып, мине үҙе менән эшкә йөрөттө, нисә барһаҡ та, мәктәптә ниндәйҙер тауыш булыр ине.
Үҫә төшкәс, әсәй менән бергә сайыр йыя башланыҡ. Ҡайһы саҡта ауылдан бик алыҫҡа китеп эшләр инек. Бер саҡ Ярыу тигән ерҙә йөрөнөк тә, сайырсылар өйөндә ҡуна ҡалырға булдыҡ. Ашаған­дан һуң йоҡлап киткәнмен. Төн урта­һын­да әсәй бышылдап ҡына мине уята: “Тегеләр күсенә башланы!” Уның ҡурҡыу­ҙан ҙур булып киткән күҙҙәренә ҡарап: “Ҡурҡма, әсәй, ана ишеккә ҙур типке ҡу­йылған. Үтер ҙә китерҙәр, беҙ юл эсен­дә үк түгел бит”, – тинем шым ғына. Йорт эргәһенән генә уҙған юлда балалар илашыуы, ат, мал ҡыуыусы­лар­ҙың һө­рән­ләүе, ҡыңғырау зыңы, көлөшкән тауыштар 15 минут самаһы ише­телеп тор­ҙо. “Альпинист” тигән ра­диоалғы­сыбыҙ була торғайны, шуның тауышын асып, йоҡ­лап киткәнмен. Иртән мотоциклды кистән ҡуйған урынында түгел, бөтөнләй икенсе яҡтан табып алдым. Баҡтиһәң, элек-электән фермалар көҙөн ауылға күсенеп ҡайтыу менән, уларҙың йәйлә­үе­нә ен-пәрейҙәр күсенер булған.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Иҫке Собханғол менән Янһары ауы­лы араһында Саҡмағош шишмәһе­нең сыҡ­ҡан урыны бар. Был ерҙе ололар “ен оя­һы” тип йөрөтөр ине. Йәш саҡ­та өс тәгәрмәсле мотоциклға ҡа­ты­нымды ултыртып, шул тау битенә килдек. Ул ва­ҡыт­та өйләнешмәгәйнек әле. Сентябрь айы, ай яҡтыһында юл күренеп ята, ҡар­шыбыҙҙа ялан аша ғына Саҡмағош буйы. Мин төнгө урманда баян уйнай баш­ланым. Бер аҙҙан уйнауҙан туҡта­ғайным, ҡаршы яҡтағы һыу буйында тауыш ҡупты. Тауыштан, аттар ҡыңғырауы зыңынан быларҙың арбаға тейәлешеп, ашығып беҙгә ҡарай юлланғанын аңлап ҡалдым.
“Ана,уйнауҙан туҡтаны, ҡабаланы­ғыҙ”, – тине ирҙәр тауышы. Юлда саң ҡупты, ә үҙҙәре күренмәй, һауа тып-тын, ел юҡ. Айлы аяҙ тыныс төндә был хәл мине ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әйберҙәрҙе мотоциклға ырғытып, ул урындан тайыу яғын ҡараныҡ. Шунда улар килеп етеп өлгөрһә, минән таң атҡансы баян уйнатыр ине, нисек ҡо­толор инек үҙҙәренән, белмәйем. Баян тауышы менән тыныс йәшәп ятҡан параллель донъяның тыныслығын юғалттыҡ шулай.
Өсөнсө ваҡиға шундайыраҡ булды. Бер егет менән военкоматта комиссия үттек тә, төнгә ҡарай 40 километр алыҫ­лыҡта ятҡан ауылыбыҙға ҡайтыр­ға сыҡтыҡ. Ай яҡтыһында Берлек ауылын үттек. Ҡар йырып Баҙал тауына ме­неп төшөүебеҙгә хәл бөттө, аяҡ ат­ла­маҫ булды. Ике көн буйы ас йөрө­гән­лектән, аслыҡ ашҡаҙанды бөрөп алып бара. Элек кеше юлаусыны йоҡ­латырға бик индереп бармай тор­ғайны. Шулай бул­маһа, беҙ алыҫ юлға ын­тыл­маҫ та инек. Тауҙы аша төшкәс, Әлеш фермаһына етәһең, унда ала­сыҡ­тар тора. Шунда инеп, сыуалға ут яғып ебәрҙек.
Иптәшем: “Ял итеп кенә сығабыҙ, һеҙ беҙгә теймәгеҙ, беҙҙең һеҙгә зыя­ныбыҙ теймәҫ”, – тип әйтеп өлгөрөүе булды, өйҙө ян-яҡлап кемдер туҡмай башланы. Бәләкәй генә йорт һелкенеп ултыра. Иптәшем бер аяғын сисеп өл­гөргәйне, сылғауы менән итеген тотоп ялан аяҡ сығып йүгерҙе, мин уның артынан. Арығансы йүгереп, таң алдынан ауылға килеп индек. Ошонан һуң кеше йәшә­мә­гән өйгә, ағас ҡыуышлыҡ­та­ры­на, мә­мерйәләргә инмәҫ булдым, сөнки кеше, техника, хайуандар борсомаған тыныс урындарҙа беҙҙең күҙгә күрен­мәгән йән эйәләре йәшәй.
Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Сабын­лыҡта трактор арбаһына бесән тейә­нем дә урман араһынан аҡрын ғына сыға баш­ланым. Тәгәрмәс юлынан этем йү­гереп килә. Бер аҙҙан ул сыйнап илай башланы. Боролоп ҡараһам, этем­де күҙгә күренмәгән кемдер алға үткәрмәй. Теге сәбәләнә, улай-былай йүгереп ҡарай, быялаға төкөлгәндәй башы менән бәрелә лә ултырып шың­шый. Мин арбамды артҡа табан йөрөтә башланым, ошо саҡ этем муйынын­дағы ҡайышынан бер метр тирәһе бе­йеклеккә күтәрелде, арбамды кире алға ебәргәс, кире төшө­рөлдө. Был күҙгә күренмәгән көскә ҡаршы көрәшеү­ҙең файҙаһыҙ булыуын тойоп, ҡайтып киттем, эт бер сәғәттән һуң ҡыуып етте.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Ҡустылар, кейәүҙәр, үҙемдең улдарым менән Нөгөш буйына балыҡҡа китеп барабыҙ. Иң алдан – ҡустылар, ике ке­йәү, улар артынан томбойоҡ, ҡа­мыштар араһынан – мин, минең арттан этебеҙ Байкал килә. Яр буйынан шулай эйәр­тенеп бара инек, артта этебеҙ сыйнай башланы. Әйләнеп ҡараһам, уны ниҙер үткәрмәй. Эт минән 10 метрҙар самаһы ғына алыҫлыҡта, һуҡмаҡта бер ни юҡ. Йүгереп килеп нимәгәлер бәрелә лә ҡолап шыңшый. Әйтерһең, быялаға килеп төртөлә.
Яҡын бара башлағайным, этемде ҡайышынан ниҙер күтәреп алды, ул һы­ғыла башланы. Артҡа сиктем. Этте тө­шөрҙөләр. Бындай ваҡиға таныш булғас, ҡалдырып киттем. Ярты сәғәт­тән һуң ғына ул беҙҙе ҡыуып етте.
Шундайыраҡ ваҡиғаны район баш­лы­ғын йөрөткән водитель һөйләп тор­ғай­ны. Улар Өфөгә иртәнге кәңәшмәгә өлгөрөр өсөн төнөн юлға сыға. Элек Сермән аша юл юҡ ине. Маҡарға етеп килгәндә, машина нимәгәлер төкөлөп, туҡтап ҡалдыҡ, ти. “Сығып ҡарайбыҙ – бер нәмә юҡ, ҡуҙғалабыҙ тиһәк, китә алмайбыҙ. Артҡараҡ сигеп, термостағы сәйҙе эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, машинабыҙҙы ебәрҙеләр”, – тине ул. Тимәк, кешелек донъяһы менән кем­дәрҙер йә тәжрибә үткәрә, йә шаяра, күрәһең. Шуныһы мәғлүм, ҡалаларҙа, машиналар мыжғып йөрөгән урындар­ҙа улар бик осрамай, йәшәр өсөн тыныс урын эҙләйҙәрҙер, сөнки кешене, этте, беҙ ҡулланған ҡорамалдарҙы яратып бөтмәйҙәр. Ҡайһы бер ауыл­дар­ҙа урманға эшкә китеп, аҡылға зәғифләнеп ҡайтҡан ағай-эне тураһын­да ла йыш ишетелә торҙо элек.
Тағы бер ваҡиға тураһында һөйлә­мәк­­семен. Геология экспедицияһында эшләй инем. Бер ваҡыт вахтала яңғы­ҙым дежурҙа ҡалдым. Мылтыҡ, патронташтар бар. Ике овчарканы эйәр­теп, Күжә буйына һунарға киттем. Аҙаш­тым. Йөрөй торғас, бер тау башы­на килеп мендем. Ҡараһам, ҡара­ғайҙар араһында бер нәмә һикереп йөрөй. Атып ебәрҙем, ике көбәк тә ҡоролған булып, мине мылтыҡ тибеп ебәрҙе, ҡо­лап киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мылтыҡ аяҡҡа төштө. Ә теге мин атҡан йән эйәһе ҡанаты бер тап­ҡыр атылған, бер аяғы һынып йөрө­гән һуйыр булып сыҡты.
Ауыртҡан яурынымды тотоп, ҡош ят­ҡан ергә барҙым. Ысынлап та, был һу­йыр­ҙы атыу миңә сауап ҡына булған­дыр. Үҙ ғүмеремдә шул сиккә етеп яра­ланған, ҡанаттары һынған, бер аяғы өҙөк, төпсөгө күгәргән, бетләп бөткән һу­йырҙы күргәнем юҡ ине. Үҙем аҙаш­ҡанмын, етмәһә, эттәр әллә ҡайҙа булды. Был зәғиф һуйырҙы ни эшлә­тер­гә тип уйланып торҙом да, “ҡыл тү­бәләр” ашар әле тип, үҙем менән алдым.
Мылтыҡты ике көбәккә ҡороп, һаҡ­лағыс­тан алып уҡ ҡуйҙым. Йөрөй тор­ғас, бер яҙыу күреп, ҡурсаулыҡ биләмә­һендә аҙашып йөрөгәнемде белеп ҡыуанып киттем. Йәтеш кенә урын табып, ашап алырға булдым. Икенсе йо­мортҡаны әрсеп бөтөп кенә бара инем, миңә ҡарай ике овчаркам сабып килә, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй. Сыйнай-сыйнай сабып кил­деләр ҙә икеһе лә миңә арҡаһын ҡу­йып ултырҙы, йөрәк­тәре сыға яҙып һуға, хатта ишетелеп тора.
Быларҙың артынан дүрт метр бейек­леккә япраҡтарҙы күтәреп өйөрөп ҡойон һымағыраҡ нәмә килеп сыҡты ла беҙҙе түңәрәтеп йөрөй башланы. Унан минең алда ятҡан мылтыҡ үҙенән-үҙе атылып китте, ҡолаҡ тондо. Ҡойон кире китеп бар­ҙы. Эттәр шул тиклем ҡурҡҡан булып сыҡты: оҙаҡ ҡына икәүләшеп аяҡ ара­һына уралып, йүнләп атларға ирек бир­мәй барҙылар.
Шулай көскә ҡайтып еттек. Урманда ҡурҡмаған кеше булһам да, баракка ҡай­тып ингәс, бер аҙ ишекте бикләп ул­тыр­ҙым. Был хәлде шулай аңланым: параллель донъяла мылтыҡ, эт, техника менән йөрөгән кешене яратмай­ҙар. Мин урманда үҙ мылтығынан үлеп ҡалған кешеләр тураһында күп ишет­кәнем булды. Йомортҡа әрсеп ултырған кеше нисек итеп ситтә ятҡан мылтыҡ­тың ике тәтеһенән сирттерһен? Ошонан һуң еләккә, бәшмәккә барһам да, башҡа йомоштарым менән керһәм дә, урман хужаһына ниәтемде әйтеп, рөхсәт һорар, эт эйәртмәҫ булдым. Ә теге һуйырҙан икенсе көндө килеп еткән “ҡыл түбәләр” аш бешерҙе, мин ашын ашаным, ә ите каучук һымаҡ ҡаты булып сыҡты.
Ауыл араһында ла күрергә тура килде параллель донъяға бәйле хәл­дәрҙе. Беҙ үҙәк урамдың урамдар ки­ҫеш­кән өлө­шөндә йәшәнек. Тауыҡта­рыбыҙ һәм һаҙ ҡондоҙо (нутрия) тигән йәнлектәребеҙ бар ине. Уларға ашарға биргән саҡта, нимәнәндер ҡурҡып, өйө­лөшөп торған­дарын күрә торғайным. Был гел киске сәғәт биш менән алты араһында була, шул саҡта мине лә аңлатып булмаған ҡурҡыу солғап ала, етмәһә, кемдер күҙәткән һымаҡ тойола ине.
Бер мәл өй алдына бәләкәй йорт һа­лырға булдым. Ике-өс рәт бүрәнәне һал­ғас, бәйле этебеҙ йорттоң нигеҙенә ҡарап өрә башланы. Нисә тапҡыр сы­ғып һуҡранһам да, ул киске биш менән алты араһында бураға ҡарап өрөүенән туҡта­маны. Эш бөттө. Бер саҡ бура эсендә торһам, стенаны тырнай-тырнай тыш яҡлап нимәлер менеп, түшәм аша икенсе яҡҡа төшөп китте. Сапсып менеүенә ҡа­рағанда, уның бесәйҙән күпкә ҙур, ауы­рыраҡ икәне һиҙелде. Бер үк ваҡыт­та, бер үк маршруттан тайпылмаҫ нимә булыр был? Ҡыйыҡ, фронтон, кәрниз эшләгәндә турғай ҙа һыйырлыҡ тишек ҡалдырманым.
Йорттоң эсен сутлап йөрөп, киске сә­ғәт биш етте, мин көтөп тора башланым. Бер саҡ стенаны тырнап килеп мен­де лә был, һыҙғырған тауыш сыға­рып, ҡыйыҡ эсенә керҙе, һыҙғырған тауыш сығарып, икенсе стенанан килеп төштө. Таҡта ярығынан һыйып үтергә һәләтле ниндәй йәнлек һуң был? Был турала ауыл муллаһына һөйләгәйнем: “Һин уның юлына “Аятел көрси” доғаһын йәбештереп, бысаҡ йә салғы һынығын ҡатып ҡуй”, – тине. Мин шулай эшләнем, һәм был маршрутын үҙгәртте, беҙҙең мунса ҡыйығы аша йөрөй башланы. Бер нисә тапҡыр йыуынырға тип барған кешеләр ҡурҡып ҡайтып кергәндән һуң, беҙгә был мунсаны ташларға тура килде.
Бының кеүек хәлдәрҙе ишеткән, бел­гән, кисергән кешеләр күп. Гәзит уҡыу­сыларҙың да әйтер һүҙҙәре барҙыр. Ислам динендә ошондай һәр осраҡҡа аң­латма бар. Беҙ был донъяла яңғыҙ тү­гел­беҙ, параллель донъя ағзаларын күр­мәҫкә тейешбеҙ икән, тимәк, улар менән юлдарыбыҙ киҫешергә, йоҡлаған кара­уаттарыбыҙ, ашаған урындарыбыҙ юлдарында булырға тейеш түгел.
Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр – улар үҙҙәренсә, кешеләр үҙҙәренсә һәм шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аңлашып йәшәргә тейешбеҙҙер, күрәһең. Яңы өйгә күскән­дә тәүҙә бесәйҙе алып инәләр ҙә уның ҡылығын күҙәтәләр. Ул ҡайһы бер ос­раҡ­та арҡа йөнөн тырпайтып, нимәгәлер текләп, ҡурҡып сигенә башлай йә ҡатып ҡала. Бындай саҡта сара күрергә кәрәк. Ислам динендә һәр иҫкәртеү яҙылған, һәр һаҡланыу сараһы ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518