Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡара генерал” эҙҙәренән...
“Ҡара генерал” эҙҙәренән...Ниһайәт, ҡаһарман Даян Мурзин эҙҙәре буйлап сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек тыуҙы. Билдәле, сәфәр байтаҡ сығым талап итә. Бының өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк, ләкин уның бер ыңғай яғы бар: һәр береһе матур осрашыуҙар, тәьҫораттар бүләк итә. Иң мөһиме – Тыуған илемдән ситтә йәшәһәм дә, халҡыма яҡташыбыҙ эҙҙәрен һаҡлаған элекке Чехословакия иле һәм ундағы кешеләр хаҡында һөйләй алам. Был – үҙе ҙур бәхет, минеңсә.


2017 йыл Европа тарихында ҡоролоҡ осоро булараҡ хәтерҙә ҡалды, сөнки апрелдән алып сентябрь урталарына тиклем ямғыр яуманы. Йәй буйына тропик эҫелек торҙо, шул сәбәпле көҙгә бар нәмәгә хаҡтар артты. Сентябрҙең 15-тәрендә, киреһенсә, туҡтауһыҙ ямғырҙар ҡоя башланы, шуға халыҡ әбейҙәр сыуағы булмаҫ инде тип өмөтһөҙлөккә бирелде. Иллә-мәгәр октябрҙең икенсе ун көнлөгө иҫ киткес йылы һәм матур торҙо – быны синоптиктар ҙа әбейҙәр сыуағы башланды тип нарыҡлағас, халыҡ бәшмәккә сыҡты. Көндәрҙән бер көндө хәләлем Владимир менән кәңәшләштек тә Бескид тауҙарына сығып киттек.
Бескид тауҙары Брнонан ике йөҙ километр самаһы алыҫлыҡта. Тотош Европалағы кеүек Чехияла ла дәүләтте бүлеп идара итәләр – Бескид тауҙары илдең Оломоуц крайына ҡарай – шуға Простеов аша туп-тура Оломоуц ҡалаһына йүнәлдек.
Куновице, Валашске-Мезиржичи, Кечи, Баник Острава, Всетин, Злин, Велке Карловице, Челадна, Пшеров, Кромержиж, Банска-Быстрица, Быстрица, Дольни Бечва, Чертов Млин, Дольни Пасека исемле ауыл-ҡалаларын уҙабыҙ – уларҙың барыһын да Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гитлерҙың яратҡан генералы Шернер үҙенең бер меңлек ғәскәре менән дер ҡалтыратып тотҡан. Ошо ауыл-ҡалаларҙың барыһының да Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһына бәйләнеше бар. Тик уларҙың барыһын да йөрөп сығыу өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк булыр ине.
...1944 йыл 23 йәшлек тәжрибәле яугир Даян Мурзин өсөн айырыуса иҫтәлекле була: ошо йылдың көҙөндә уны словак егете Ян Ушиякты һәм улар менән бергә әҙерлек үткән, башлыса словактарҙан торған 200 кешелек отрядты Словакияға ташлайҙар. Маҡсат бер – улар Чехия менән Моравияға үтеп инергә һәм партизандар хәрәкәтен ойошторорға тейеш. Ә был ваҡытта фашистар Чехия менән Мораваны (Морава – Чехия һәм Словакиялағы иң ҙур йылға, шуға күрә ошо тирәләге ерҙәрҙе Морава ере йәки Моравия тип атайҙар) һәм уның сиктәрен бик ныҡ һаҡлай һәм үҙҙәренең ере тип иҫәпләй. Әлбиттә, бөтөнләй икенсе географик пояста ятҡан Көнбайыш иленә аяҡ баҫҡан Даян Баян улы һәм уның иптәштәрен әҙәм аяғы баҫмаған һаҙлыҡтар, ҡуйы урманлы тауҙар, һөттәй аҡ томандар һәм көҙгө еүеш һауалы тәбиғәт ҡаршы алған. Һәр партизанда – миналар, боеприпас, аҙыҡ-түлек һалынған артмаҡлы тоҡсайҙар, автомат, бысаҡ һәм шәхси әйберҙәре булыу өҫтөнә, алмашлап пулеметтар менән рацияны ла үҙҙәре үк ташыған. Улар төшкәндә өҙлөкһөҙ көҙгө ямғырҙар яуған. Ә Чехияла көҙгө ямғыр бер яуа башланымы, туҡтатырмын тимә. Тирә-яҡты ауыр һоро болоттар ҡаплап ала ла ҡоя ла ҡоя ғына. Партизандар, еүешләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, хатта усаҡ яғып йылына, кибенә лә алмаған. Урманда ҡысҡырып һөйләшеү, көлөшөү рөхсәт ителмәгән, сөнки тирә-яҡты немецтар уратып алған – әленән-әле автомат тауыштары, пулеметтар таҡылдауы ишетелгән. Тик етенсе тәүлектә генә партизандар төндә Вах (Ваһ) йылғаһына барып етә һәм, хәлдәре бөтөүгә ҡарамаҫтан, ҙур ауырлыҡтар менән киң йылғаны йөҙөп сығып, Банска-Штьявница ауылына барып етә. Ара-тирә эшелондар үтеп торған күперҙе немецтар ныҡ һаҡлаған – шуға күпер аша сығыу бөтөнләй мөмкин булмай.
Яҡташыбыҙ үҙенең партизанлыҡ эшмәкәрлеген Дольни Пасека тигән бәләкәй генә ауылда башлай. Уларҙы беҙҙә утар тип атайҙар. Тауҙарҙа йә тегендә, йә бында ике-өс, тағы ла арыраҡ бер нисә өйҙән генә торған ауылдар осрауы мөмкин. Тауҙарҙа ҙур ауылдар бөтөнләй булмай, шуға бындағы ике-өс кенә өйҙән торған урынды ла ауыл тип атайҙар. Дольни Пасека, мәҫәлән, ошондай ябай ғына бер ауыл. Әйткәндәй, тауҙарҙа ҙур ҡалалар төҙөүе лә еңел түгел. Шунлыҡтан Чехияла һәм Словакияла ҡалалар ҙа ҙур түгел. Ауылдарҙың тағы ла бер үҙенсәлеге – уларҙың бер төрлө исемле булыуында. Беҙҙәге Түбәнге Әрмет, Әрмет-Рәхим тигән ауылдар төҫлө, уларҙа ла Дольни Бычва (Түбәнге), Нижни Бычва (Аҫҡы), Стжедни Бычва (Урта) тигәндәре бар. Башта был хәл партизандарға ла ауырлыҡтар тыуҙырған. Ә һуғыштан һуң бер төрлө исемле ауылдарҙы уларҙың ниндәй окресҡа (районға) ҡарауына ҡарап билдәләй башлайҙар. Балтика буйында ла ауылдар бәләкәй генә, хатта тигеҙ ерҙә йәшәһәләр ҙә.
Егеткә Бескид тауҙарында йүнәлеш алыу өсөн башта бик ауыр булған, етмәһә, сит телде яҡшы белеү кәрәк булған. Отряд башлыса чехтар, словактар, совет һалдат­тарынан торған. Көнбайыш Европала Рәсәй­ҙән сыҡҡан барлыҡ кешеләрҙе лә рустар тип йөрөтәләр, шуның кеүек һуғыш ваҡы­тында бөтә һалдаттарҙы ла урындағы халыҡ рустар тип атаған. Мин партизандар хаҡын­да байтаҡ китап, мәҡәләләр уҡыным. Унда күптәр Даян Мурзинды рус булған тип яҙа.
Бындағы тауҙар сиркәү көмбәҙенә оҡшаш булып, береһе тамамланһа, икенсеһе башлана һәм шулай бер-береһенә тоташа барып, байтаҡ ҙур территорияны биләйҙәр. Шул арҡала Бескид тауҙары Чехия, Словакия, Польша еренә лә, хатта бер осо Украинаға барып тоташа. Иң бейек түбәһе – Лысая гора, йәғни “Яланғас тау” – диңгеҙ кимәленән 1 323 метр бейеклектә ята. Тау ҡуйы ҡарағай урманы менән ҡапланған, ни өсөн шулай аталғандыр, аңлатыусы табылманы. Чех телендә был һүҙ “Лиси һора” тип әйтелә, йәнә лә чехтарҙа “г” хәрефе урынына украиндарҙағы кеүек “һ” ҡулланыла.
Беҙҙәге кеүек, чех ерендә лә һәр тауға бәйле легендалар бар. Мәҫәлән, Радгошт тауының башында ҡасандыр ҡояш, һуғыш һәм Еңеү аллаһы йәшәгән тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә илгә һуғыш, бәлә килә икән, ошо тау аҫтында йәшәгән ҡояш яугирҙәре сығасаҡ та, илде бәләнән ҡотҡарасаҡ, ти. Радгошт тауын борон-борондан изгеләштергәндәр, шуға тау башына костел (сиркәү) төҙөп ултыртҡандар, ә тауҙың бейеклеге – 1129 метр!
Әйткәндәй, Радгошт тауына ла, башҡаларына ла Устевен ауылынан башланған ғәйәт ҙур һәм төрлө-төрлө маршруттар буйынса тауҙарҙан-тауҙарға һуҙылған аҫылмалы арҡандар буйлап һауала сәйәхәт итергә мөмкин. Минең йәштә, әлбиттә, уның буйлап һауала сәйәхәт итеү өсөн тәүәккәллек кәрәк, шуға иптәшем дә, үҙем дә тәпәйҙәребеҙ иҫән булһын, тип көлөштөк тә, йәйәү йөрөүҙе хуп күргәнгә күрә, тәҡдимдән баш тарттыҡ. Княгиняға (1276 метр) менеп етә алһаҡ та ярай әле, хәл етер­ме-юҡмы, уныһын белгән юҡ. Әгәр иртән­ге 7-лә тороп юлда килеүебеҙ, арыу ҡамасауламаһа, маҡсатҡа өлгәшелер ҙә, бәлки.
Княгиня тауына күтәрелеү Торатау башына менеү түгел икән шул: башта машина менән тау итәгендә урынлашҡан һуңғы ауыл – Устевенға мендек, ары юл юҡ. Ауыл ҙур түгел, утыҙынсы йылдарҙа уҡ төҙөлгән юлаусылар йорто, хәҙер ресторан-отель, әллә ҡайҙан балҡып ҡаршы ала. Тик өс ҡатлы ағас йорт янып юҡҡа сыҡҡас, уны Чехияла билдәле архитектор Д. Юркович элек нисек булған, шулай яңыртып төҙөп ултыртҡан. Бынан тыш ул – Лугачовице ҡалаһының да авторы. Устевен халҡы туризмдан килгән аҡсаға йәшәй. Ауылға илткән юл бик тар, әгәр ҡаршыға берәй машина килә икән, бер-береһенә юл бирәләр. Аҫҡа ҡараһаң, ҡот осорлоҡ! Юлдың ике яғы ла ҡуйы төҙ ҡарағайҙар менән ҡапланған упҡын – башҡа бер ниндәй ҙә юл юҡ. Упҡында кем урман ҡырҡһын? Ҡайҙа ҡарама – урман да урман, бер генә тау башы ла беҙҙәге кеүек яланғас түгел.
Туристар ифрат күп, хатта урман араһында ла аҙым һайын осрап торалар. Тауға барыһы ла йәйәү үрләй, машина түгел, ат егеп тә үтерлек түгел. Устевен кемпында иһә машина ҡуйыр урындар бөткәйне. Шулай ҙа кире боролманыҡ, кемп хужаһына “партизандар эҙенән йөрөйбөҙ, Рәсәй журналисымын” тип аңлатҡас, ҡуйы ағаслыҡ төбөнә ҡуйырға рөхсәт итте. Аҙыраҡ ҡына ҡурҡытһа ла, ҡуйҙыҡ, башҡаса сара юҡ. Ни өсөн ҡурҡыта тим, бында йыл әйләнәһенә талпандар әүҙем – климат йылы булғас, улар ҙа яраҡлашҡан. Минус 10-15 градус һыуыҡ булмай тороп тынысланмайҙар. Кемп хужаһы, берәй машина китһә, урынына ултырығыҙ, тигәйне. Ысынлап та, ике сәғәттән бер “Мерседес” ҡуҙғалғас, беҙҙең бәхет сәғәте ҡалҡты, ниһайәт, беҙ ҙә урынлы булдыҡ.
Княгиня тауына тик Устевен аша ғына менеп була икән, башҡа юлдар юҡ. Юл буйында урманда һеләүһен барлығын белдергән ағас һәйкәлде күргәс, шөрләнек, әлбиттә. Етмәһә, кисә генә радионан Германия сигенән Чехияға алты бүре сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Йән табанға төшкәндәй булһа ла, партизандар эҙенән йөрөгәс, ҡыҙыҡһыныу ҡурҡыуҙы еңде кеүек. Тауҙарҙа юл түтә түгел. Устевен ресторанында словактарҙың һалушки тигән сырынан һәм туҡмастан әҙерләнгән милли ризыҡтарын, фргал тигән бәлештәренән ауыҙ иткәс, юлға сыҡтыҡ. Владимир – кофе, мин ҡара сәй эскәс, бермә-бер күңел күтәрелде. Шулай ҙа тауға менер алдынан урындағы берәй кеше менән кәңәшләшеп алыуҙы кәрәк табып, ресторан янында утын ярған ир менән һөйләшеп киттек. Бындағы йола буйынса ҡул биреп күрештек. Исемен Ян Адамек тип таныштырған әңгәмәсебеҙ асыҡ күңелле булып сыҡты. Ғүмер буйы ошонда йәшәй, ошо ресторан хужалығында эшләй икән. Маҡсатыбыҙҙы еткергәс, йөҙөндә яҡты нур балҡыны.
– Бәй, беләбеҙ, уны минең олатайым ҡотҡарған бит! – тине.
– Ысынлапмы, Ян? Олатайыңдың исеме кем?
– Сватополк Купшивый. Хәҙер күптән гүр эйәһе инде. Олатайым үлгәнгә ҡәҙәр Даян Мурзинды теленән төшөрмәне. Социализм заманында осрашыуҙарға йөрөй, партизандар тураһында һөйләй торғайны. Даян Баян улы үҙе лә килгән уның янына. Ул бит беҙҙең илдең Халыҡ Геройы, уны нисек онотаһың?
– Бында шул тиклем халыҡ күп. Һәр ваҡыт шулай буламы?
– Эйе, йыл әйләнәһенә шулай. Күп аҡса түгеп әллә ҡайҙарҙан киләләр. Барыһы ла Княгиня тауына күтәрелә, партизандар эҙе буйлап йөрөүселәр ҙә күп, йыл һайын ҡы­ҙыҡ­һынған кешеләр меңәрләп килә. Уларҙы партизандарҙың немецтарҙан йәшеренеп төҙөгән бункерҙары ҡыҙыҡһындыра.
– Өлкән быуын туғандарығыҙҙан тағы ла кемдәр иҫән?
– Княгиняға күтәрелеп, партизандар бункерҙарын ҡарағас, аҫҡараҡ төшһәгеҙ, ике километрҙай артабан атлайһығыҙ, шунда бер нисә өйҙән торған бәләкәй генә Микулов тигән ауыл осрар. Инегеҙ, унда олатайымдың һеңлеһе йәшәй. Йәше өлкән, әлбиттә, тик хәтере яҡшы. Һорашығыҙ, һөйләр.
– Һеҙҙең менән иркенләп һөйләшергә ине...
– Проминте (ғәфү итегеҙ), эш ваҡытын­дамын, әле ваҡытым тар, бүленергә ярамай. Юғиһә һуңынан барыбер үҙемә эшләргә кәрәк, тағы килегеҙ.
– Улайһа һеҙҙе фотоға төшөрөргә рөхсәт итегеҙ!
– Рәхим итегеҙ. Тик бер генә кадр эшләгеҙ, фотоға төшөргә яратмайым.
Ян менән хушлашып, рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, үҙ юлыбыҙҙан киттек, йәғни Устевендан ары Княгиня тауына илтә торған юлға төштөк. “Ә бит мин яҡташым Даян Мурзин йөрөгән юлдарҙан китеп барам, ниндәй һағышлы бәхет”, тип уйлайым. Башта ярты километр самаһы юлды ҙур ауырлыҡ менән уҙҙыҡ, сөнки юл бик тайғаҡ һәм батҡаҡлы ине. Бындай батҡаҡлы юлдарҙы күптән күргән юҡ ине, хатта тыуған яҡтарыма ҡайтҡандай булдым. Тауҙарҙа ямғыр яуһа, мәтеле ер тайғаҡҡа әйләнә, етмәһә, ташлы ла булғас, аяҡ аҫтына ҡарап ҡына баҫырға кәрәк. Юл тиһәң дә, исеме есеменә тап килмәҫ – тик таш та ҡарағай тамырҙары өҫтөнән атлайһың – бындағы ташлы ергә йәбешеп үҫкән ҡарағайҙар йығылмаҫ өсөн тамырын бына шулай тирә-яҡҡа йәйеп, хатта таштарҙы урап алып үҫә икән. Аяҡ аҫтында ятҡан ағас тамырҙарына яңылыш баҫһаң, тәгәрәп китеүең дә бар. Аяғыңды ташҡа бәрһәң, бында һиңә ярҙам булмаясаҡ, шуға бик һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, монгол татарҙары Европаға һөжүм иткәндә Словакияға тиклем барып еткән, ләкин ары үтә алмаған, сөнки тигеҙ яланда һуғышып өйрәнгән яугирҙәрҙең юлын урман-тауҙар кәртәләгән. Шул ваҡытта монгол татарҙарынан бик ныҡ ҡурҡҡан Европа халыҡтары уларҙы “барбарҙар” (вәхшиҙәр) тип атаған.
Шулай килә торғас, өс юл айырсаһына ҡуйылған күрһәткестәргә ҡарап, Княгиня тауына илтә торған бәләкәй генә тар һуҡмаҡтан киттек. Был юлдан һыбай үтеүе лә ауырҙыр – ике яҡта ла упҡын. Партизандар был юлдарҙан нисек күтәрелде йәки аҫҡа төштө икән? Йәлләүҙән күҙгә йәш төйөлә, ултырып хәл йыябыҙ, шул арала һәләк булғандар рухына арнап аяттар уҡыйым. Килә торғас, Владимир ҙа арыны. Шулай, бер-беребеҙгә таяныс булып, ары үрмәләйбеҙ. Йәштәр беҙгә ҡарағанда шәберәк үтә, хатта бәләкәй балалары менән менгәндәр ҙә бар. Йәнә лә тауҙарҙа бары­һы­ның да һаулыҡ ҡушыуына шатландыҡ, барыһы ла “Аһой!” тип уҙа. Беҙҙеңсә сәләм һаумыһығыҙ тигәнде аңлата инде. Шунда ике балалы бер йәш ғаиләнән Мурзин бун­керҙары, партизандар хаҡында һораштыҡ. Улар үҙҙәрен ошо яҡта йәшәгән кешеләр тип аңлатты, партизандарҙы ла, Даян Мурзинды ла беләләр икән. Ғаилә башлығының исеме Антонин, ҡатыны Тереза. Минең чех ҡатыны түгеллегем йөҙөмә яҙылғанға күрә, әллә Рәсәйҙәнме, тип һоранылар. “Эйе, Рәсәй составындағы Башҡортостан тигән илдән” тигәс, бик аптыранылар.
Владимир ял иткән арала, ҡыҙыҡһы­ныуымды еңә алмайынса, юлдың ике яғын да ныҡлап ҡарамаҡ булып килеп баҫһам, иҫем китте! Һуҡмаҡтан ситкә тайпылып ҡара – ике яҡтан да упҡын! Ә мылтыҡлы, пушкалар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тулты­рылған тоҡсайҙарын аҫҡан партизандар немецтарға ҡаршы нисек һуғышты икән был юлдарҙа? Ошо уҡ юлдан һатлыҡйәндәр ҙә, фашист карателдәре лә уҙған бит, улар менән партизандар араһында бәрелештәр ҙә булған, карателдәр партизандарҙы аҫып киткән.
Өс юл айырсаһының урталағыһын уҙғас, бәләкәй генә яланға килеп сыҡтыҡ. Унда аҡлан уртаһында бер бейек бағана тора, ә тирә-яғында бәләкәй генә таштарҙан өйөлгән бағаналар. Алда әйткәнемсә, был бағаналар тауға менеүселәр тотоп килгән таштарҙан барлыҡҡа килгән – чехтар, словактар, ғөмүмән, Карпат тауҙарында йәшәүсе халыҡтар, боронғо башҡорттар кеүек үк, ташҡа табынған. Артабан, ике юл китә, шуның һулдағыһы партизандар эҙен һаҡлай – беҙ шул юлдан атланыҡ. Юл ифрат тар һәм ташлы-соҡорло. Артабан, хәл етһә, Чертов Млынь тигән ергә барып етергә тейешбеҙ, унан инде Княгиня тауының түбәһенә артылаһың, унан төшкәс, Ян Адамек өйрәткән Микулов ауылына барып етеү уйы алға әйҙәй.
Ошо яландан артабан киткәс, юл буйҙарында үҫкән ҡара бөрлөгәндәрҙе күреп, тағы аптыраным. Һуң 16 октябрҙә ҡара бөрлөгән ултырғанын кем күргәне бар? Беҙ ҙә ауыҙ иттек. Әйткәндәй, быйыл Европала тропик эҫелек булыу сәбәпле, еләк-емеш уңманы. Ҡара бөрлөгән генә түгел, бар емеш-еләк һыуһыҙлыҡтан бөрөштө, алмалар ағасынан өҙөлөп төштө. Тик ҡарағай төптәренә һыйынып үҫкән ҡара бөрлөгән ҡыуаҡлыҡтарында ғына емеш булды, шуларҙы йыйып ҡайнатма яһаным, тик октябрҙә ашағаным юҡ ине әле. Шунда тауҙарҙағы партизандар ҙа бөрлөгән ашағандыр, моғайын. Даян ағай ҙа ауыҙ иткәндер. Партизандар бригадаһының ҡыр сусҡаһы, ҡоралайҙар атып ашағанын уҡырға тура килгәйне миңә чех әҙәбиәтендә. Шулай төрлө уйҙарға сорналып, үҙебеҙ менән алған феләктән һыу эсеп, тау үренә табан байтаҡ юл үттек, ҡаршы төшөүселәр “тағы ла ярты километр уҙһағыҙ, маҡсатығыҙға етәһегеҙ” тип күңелде күтәрһә лә, Володяның барыбер хәле етмәне – аптырағас, кире боролдоҡ. Был изге эште яҙға ҡалдырырға булдыҡ. Һаулыҡ кәрәк, һуғыш сыҡмаһын, барыһы ла булыр, тип күңелде тынысландырҙыҡ.
“Ленд Ровер” автомобиленең арбаһында йоҡлап, ҡоштар тауышына уяндыҡ. Иртәнге сәғәт ете. Ҡарағайҙар араһынан төшкән йылы ҡояш нурҙары тәҙрә аша беҙҙең бүлмәне яҡтырта. Тиҙ генә йыйынып, кемп хужаһы Лукаш Сухи менән хушлашҡас, ары юлландыҡ. Бөгөн партизандар юлы үткән Френштадт, Фридланд, Рожнов, Велке Карловице ҡалаларына юл тотмаҡсыбыҙ. Был ауыл-ҡалаларҙың барыһының да үҙ йөҙө бар, бер-береһен ҡабатламайҙар. Әйтәйек, Троубы ауылы бик төҙөк, Френштадта асыҡ һауалағы боронғо ауыл музейын ҡараныҡ, Фридландта партизандар музейы бар – тик был хаҡта һуңғараҡ әйтелер. Бына беҙгә лә, башҡорттарға, асыҡ һауалағы башҡорт ауылы музейын булдыраһы ине! Юғиһә боронғо башҡорт ауылдары тарих китаптарында ғына ҡалып бара түгелме? Әйткәндәй, ошо ҡалала элекке Чехословакияның саңғы спорты буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Иржи Рашка тыуған. Бында ла беҙгә тауҙар араһында йөрөй торған һауа юлы буйлап сәйәхәт итергә тәҡдим иттеләр – тик беҙ баш тарттыҡ. Был хәл минең менән Ҡырымда булғайны инде, йөрәгем табаныма төшөп китә яҙғанын яҡшы хәтерләйем, менгәнемә лә ҡат-ҡат үкенгәйнем. Френштадт бөгөн Чехияла иң ҡиммәтле төбәк иҫәпләнә, бында өйҙәр, отелдәр бик ҡиммәт, урындағы халыҡ туризм менән йәшәй, унан ҙур килем ала. Велке Карловице ҡалаһы Челаднанан алыҫ түгел. Унда яралы партизандар дауаланған, тик гестапоға хеҙмәт иткән һатлыҡ­йәндәр арҡаһында күбеһе язалап үлтерелгән.
Троубы (торба тигән мәғәнәне анлата) ауылы тураһында ла телгә алайыҡ – был ауыл 2004 йылда Морава йылғаһы ярҙарынан сығыу арҡаһында яртылаш юҡҡа сыға, һыу ҡайтҡандан һуң ауылдан күптәр күсеп киткән. Ләкин барыбер яңынан ҡалҡҡан. Бөгөнгө ауыл матур өйҙәре, зауыҡлы, гөл-сәскәгә төрөнгән баҡсалары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ғөмүмән, Чехия ауыл-ҡасабаларының ҡайһыһын ғына алма – барыһы ла гөл-сәскәгә күмелеп ултыра.
Чех Республикаһының көнсығышында урынлашҡан Челаднала беҙ туп-тура ауыл хакимиәтенә индек, йомошобоҙҙо әйттек. Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, ауыл китапханаһына мөрәжәғәт итеүебеҙҙе үтенделәр. Унда иһә беҙҙе Карла исемле бик мөләйем ханым ҡабул итте. Партизандарға бәйле буклеттар бүләк иттеләр, шуға өҫтәп магниттар, Челадна карталарын, визиткалар һатып алдыҡ. Мин үҙем ҡайҙа барһам да, туристар, сәйәхәтселәр өсөн ни һаталар, нимә тәҡдим итәләр, гел ҡыҙыҡһынып йөрөйөм, яҙып алам, фотоға төшөрәм. Был юлы ла ауыл картаһы төшөрөлгән яулыҡты тотоп ҡарағас, араҡы шешәһе бөкөһөнә майлы буяу менән төшөрөлгән Челадна эмблемаһы, түңәрәк ағасҡа буяу менән төшөрөлгән ауыл картаһын күргәс, телһеҙ ҡалдым.
Ауылға бәйле байтаҡ әҙәбиәт бар икән, улар Ян Ушияктың туғандары Анна Струханова, Франтишек Ушияк, Владислав Пинис, Онджей Брендиар, Ондрей Мелек; Франтишек Моло, Ян Мацура, Франтишка Павлискова, Олджих Фриедел, Ян Кженовский, Анежка Ткачова – барыһы ла һәләк булған партизандарҙың яҡын туғандары. Быларҙан тыш “Ян Жижка исемендәге беренсе партизандар отряды” исемле Йозеф Пшикрыл авторлығындағы 1944 йылғы партизандар һуғышын тасуирлаған китап та бар ине, ул Чехия – Польша сигендә урынлашҡан Острава ҡалаһында 1976 йылда нәшер ителгән. Әгәр Челадна менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, рәхим итегеҙ: ic.čсeladnа.cz – ошо электрон почтаға мөрәжәғәт итеп аралашырға мөмкин.
Челаднала йөрөү өсөн беҙгә күп ваҡыт кәрәк булды, сөнки ауыл ике километрҙан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Тауҙарҙа ҡайҙа өй һалырлыҡ урын бар, шунда йәшәйҙәр, хатта ер тигеҙ булмаған хәлдә лә. Челадна ла тауҙар араһына һыйынып ҡына тигеҙ рәт булып һуҙылып ултыра. Ауылдан сығып, ике саҡрым самаһы барғас, Мали Осада (беҙҙеңсә “Бәләкәй утар”) тигән бәләкәй генә ауылға барып төртөләһең, шунда Даян Мурзин үҙенең тәүге партизанлыҡ эшмәкәрлеген башлаған, тик ул “төйөрлө” булған. Ә хәл былай булған.
...Тимер сыбыҡтар менән сырмалған ил сиген үткәндән һуң Мурзин Княгиня тауы итәгендәге ҡаялы битләүҙә рация менән радистканы йәшереүгә, көн кискә ауышҡан һәм туп-тура үҙҙәренә ҡарай килгән овчаркалы эсэсовсыларҙы күреп ҡалған. Улар сикте яңы уҙған партизандарҙың эҙенә төшә – сик буйына ҡуйылған миллионлы армия һалдаттары бөтә ерҙе тикшереп кенә тора, шунда партизандар менән эсэсовсылар араһында ҙур алыш була. Башта партизан­дарға ҡаршы автоматлы һалдаттар ебәрелә, уларҙың артынан “Тигр”ҙар килә. Үҙенең өҫтөнә менеп килгән “Тигр”ға ҡаршы Мурзин да гранаталар бәйләме ташлай, сөнки башҡа сараһы ҡалмай. Тик шартлау ялҡыны уның үҙен ситкә алып ташлай. Был алышта 480 кешенән 83 партизан ғына тере ҡала. Мурзиндың үҙен иҫән ҡалған иптәштәре ҡотҡара, ләкин ялан ҡыймылдаған, ярҙам һорап ыңғырашҡан яралылар барыһы ла тороп ҡала. Иҫән ҡалған партизандар уларҙы һөйрәп сығара алмай, сөнки отряд бөтөнләй һәләк булыр ине.
Партизандар Банска-Штявница ҡалаһына етәрәк туҡтай. Шунда улар радио тыңлай. Прага радиоһы немецтарҙың “террорсыларҙың” (партизандарҙың) бик ҙур отрядын ҡыйратыуы хаҡында маҡтап һөйләй, Протекторат министры (1938 йылда Гитлер Чехословакияны Германияның айырылғыһыҙ бер өлөшө йәки Протектораты тип иғлан итә) бойороғо буйынса һуғыш яланында мәйеттәрҙе ерләү тыйыла. Кем быны эшләй, атыуға хөкөм ителә. Быны ишеткән халыҡ Мурзин отрядына ағыла башлай, улар араһында студенттар, эшселәр, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа була, күптәр тотош ғаиләләре менән ҡушыла. Шулай итеп, аҙна эсендә Мурзин отряды 500 кешегә тиклем барып етә. Әйткәндәй, Ушияк һәләк булғандан һуң отрядҡа етәкселек итеү Мурзинға йөкмәтелә.
...Моравияға үтеп инеүҙәренә теүәл бер ай үткәс, Киевта урынлашҡан Партизандар хәрәкәтенең Үҙәк штабынан радиограмма алына, унда партизандарға самолеттан радиоминалар, рацияға батарейкалар, танктарға ҡаршы ҡорал, йылы кейем, медикаменттар, аҙыҡ-түлек ташланасағы хаҡында әйтелә. Был ваҡытта отрядтың етәксеһе утыҙ йәшлек словак егете Ян Ушияк була, Мурзин уның урынбаҫары. Улар барыһын да үҙ-ара кәңәшләшеп эшләй. Ушияк менән Мурзин Киевта партизандар мәктәбендә лә бергә уҡый, бер-береһен яҡшы белә, дуҫ булалар. Уларҙы Словакияға бергә ташлайҙар. Ушияк отрядҡа килгән ян Дворжак исемле партизанға бик ышана һәм уның ошо бер ҡатлылығы ғүмерен ҡыя ла инде. Дворжак бер ниндәй ҙә партизан булмаған, Ушияк менән Мурзиндың башына вәғәҙә ителгән тере килеш – өс, үле килеш ике мең рейх маркаһына һатылған бер әҙәм булған. Ул гестапоға икеһен дә тереләй тотоп килтерергә вәғәҙә биргән. Тик был турала Мурзин да, Ушияк та белмәгән.
Үҙәктән ярҙам ташланаһы көндә болоттар булмаһа ла, самолеттар ике-өс урай ҙа аптырап кире китә, сөнки Княгиня тауы башында дүртмөйөшлө усаҡ урынына өсмөйөшлөһө яндырыла. Был ни хәл? Был бит арала һатлыҡйән барлығын аңлата. Тик кем? Сос Мурзиндың ышанмаған берҙән-бер шикле кешеһе – Дворжак усаҡты дүртмөйөшлө итеп яндырыуҙы разведка төркөмө начальнигы Ян Мелик, командир Ян Ушияк, Мурзин һәм Дворжак ҡына ишетте бит. Быға тиклем Дворжак элемтә тотоу сәбәбе менән Прагала була, тик ике сәғәткә һуңлап ҡайта. Был хәл дә Мурзинды уйландырмай ҡалмай, әлбиттә, ә бына хәйләһеҙ Ушияк уға ышаныуын дауам итә. Һөҙөмтәлә отряд тағы ла ҡыйратыла, был юлы һатлыҡйән отрядты тулыһынса ҡыйратыуға өлгәшә.
Ә хәл былай була. Остраванан әйләнеп ҡайтҡас, Дворжак “һеҙҙе Прага подпольеһы вәкилдәре көтә” тигән хәбәр әйтә, осрашыу Чертов Млынь аҡланында буласаҡ. Быға Мурзин ышанмай, Ушияк иһә йыйына башлай. Тик унда уларҙы гестаповсылар көткән икән – улар шунда уҡ Мурзиндың да, Ушияктың да аяғына аталар – маҡсаттары икеһен дә тереләй эләктереү. Атыш барышында Дворжак һәм өс подполье “вәкиле” (һатлыҡйәндәр) тау аҫтына тәгәрәп ҡаса, ә Мурзин менән Ушияк көҙгө һалҡын һыуға һикерә, сөнки башҡа сара булмай. Немецтар партизандар йәшәгән бункерҙарҙы бар яҡлап уратып ала. Даян Мурзин һикергән йүгерек тау йылғаһының исеме Бычва тип атала – ошо йылға ярында тәһәрәтләнеп яҡташыбыҙ рухына аят уҡыным, йылғаның тауышын, тирә-яғын видеоға яҙҙырып, фотоға төшөрөп алдыҡ. Ушияк нисек тә булһа яр буйындағы ағастарға йәбешеп тере ҡала, ә Даян йырағыраҡ ағып китә, уны артынан немецса һүгенеү һүҙҙәре, атыу һәм көлөү тауыштары оҙатып ҡала. Һыу һалҡынлығы һәм оятһыҙҙарса алданыуҙан рәнйеү, бәхетһеҙлек, өмөтһөҙлөк, шомлолоҡ кеүек күңелһеҙ уй-тойғолар уны бер минутҡа ла ташламай. Ул ҡорошҡан ҡулдары менән һыуҙан үҙен үҙе тартып сығарып, шыуышып тау үрендәге бункерҙың хәлен күҙәтә. Бинокле, компасы үҙе менән була, Мурзин көсләнгән яланғас радистканың һәм башҡа партизандарҙың үле кәүҙәләрен күргәс, “Форвертс!” тигән команда, овчаркалар сәңкелдәгән тауыштар ишетә һәм ҡабаттан ипләп кенә йылғаға төшөп йөҙөп китә. Әгәр немецтар берәйһе артынан ҡыуа төшә икән, ҡыуып етмәйенсә туҡтай белмәй. Немецтарҙан бер аҙ йыраҡҡа киткәс, Мурзин ҡан тулы итектәрен сисеп, шыр яланғас ҡалып, кейемен, күн курткаһын һығып кейә, парабеллумын тикшереп биленә таға һәм алда бер йырғанаҡ аша һалынған күпер аҫтына төшөп ята ла аңын юғалта... Ысынында иһә, немецтарҙы әүрәтергә тырышҡан урмансы ҡарт Ян Ткач эсэсовсыларҙы тап ошо ерҙән ситкә әүрәткән була һәм һуңынан килеп, уны күтәреп, үҙенең урмандағы өйөнә алып ҡайта. Әйткәндәй, был кеше алда телгә алынған 70 йәшлек Ян Адамектың олатаһы була.
Төндә Ян Ткач Крижановский исемле урмансы менән урманда бункер ҡаҙып, уның төбөнә һарыҡ тиреһе түшәп, Мурзинға сало менән икмәк биреп, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырып китә. Унда Даян шешкән аяғындағы яраны компас быялаһы менән ярып эренен ағыҙа, уға сусҡа майы һөртөп, эске күлдәге менән бәйләп ҡуя. Яңғыҙы төндә үкергән, дулаған урманда ул “Ян, ҡотҡар мине!” тип ҡысҡырып илай. Тик Ян Ткач уның янына бер аҙнанан һуң ғына килә. Немецтар, ғәҙәттә, урмансыларҙы полиция күҙәтеүендә тотоуҙы үҙҙәренең партизандарға ҡаршы һуғышыуҙағы төп эше һанай, сөнки тауҙарҙа ҡуйы урман араһында аҙашмайынса йөрөй белгән кешеләр тик улар ғына. Был юлы ла Ян Ткач аҙна буйы һаҡ аҫтында ултыра, улар киткәс, яңынан Мурзин янына килеп, уға сусҡа майы, икмәк ҡалдырып китә. Был хәлдән һуң да Ткач тағы ла һаҡ аҫтына алына, сөнки Мурзин тотолмаған. Немецтарҙы был бик асыуландыра. Ул килмәгән көндәрҙә Мурзин һалҡын бункерҙа үлер хәлгә етә: өн менән төш араһында йәшәй башлағас ҡына, ул үҙенең үлергә яҡынлашҡанын аңлай һәм, үҙенә-үҙе команда биреп, бункерҙан шыуышып сыға. Ун бер саҡрымдағы урмансы өйөнә лә ул шыуышып барып етә. Һуңынан Ткач уның 21 көн аслы-туҡлы бункерҙа ятып иҫән ҡалыуына бик аптырай, Даянды йыуындырып, ашатып, яраларын бәйләп, урамында төндә бункер ҡаҙып шунда урынлаштыра. Бына шундай немецтарҙы күрә алмаған, партизандарға теләктәшлек белдергән ярҙамсыл чех урмансыһы Ян Ткач арҡаһында яҡташыбыҙ тере ҡала, үлем уны был юлы ла урап үтә.
Ә хәҙер Ушиякка әйләнеп ҡайтайыҡ. Уның хаҡындағы хәбәрҙе отрядтың разведка начальнигы Ян Мелик Мурзинға былай тип еткерә: “Һеҙҙең икегеҙ ҙә һыуға һикергән көндә Ушияк ҡасып ҡотола, һәм уны бик һәйбәт бер ғаилә йәшереп тора, тик әлеге Дворжак ҡайҙалығын белеп ҡалғас, уны эҙләп килә. Һатлыҡйән хужаларға ялған партбилетын сығарып күрһәткәс, уға ышаналар һәм Ушияктың үҙҙәрендә икәнлеген әйтәләр. Дворжак шунда уҡ эсэсовсыларҙы эйәртеп килтерә һәм Ушиякты улар ҡамап ала, бирелеүен талап итә. Ушияк быға ҡаршы Дворжакка ата, тик тейҙерә алмай, иң һуңғы пуляны ул үҙенә ебәрә. Бына шулай фажиғәле тамамлана Ушияктың яҙмышы. Был ваҡытта уға ни бары 30 йәш була – быны мин Челадналағы туғандар ҡәберлегендә уҡып белдем.
Челадна зыяраты юл буйында ғына. Тәү ҡарашҡа зыярат тип уйламаҫһың да. Европала зыяраттар ауыл уртаһында урынлашҡан. Ғәҙәттә, костелдар ҙа йә зыярат эсендә була, йә зыярат ҡаршыһында. Челаднала икеһе бергә ине. Унда ингәс тә, Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһында немецтарға ҡаршы батырҙарса һуғышып һәләк булған чех, словак, рус партизандарының фамилиялары яҙылған стела ҡаршылай. Башта мин уны фотоға төшөрөп алдым, шунан партизандар күмелгән зыярат эсенә индем. Бында һәр ҡәбер тәртиптә тотола, бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Партизандар күмелгән ҡәберҙәр ҙә ҡараулы һәм таҙа. Иҫәндәр мәрхүм туғандарының ҡәберен ҡарап, сәскәләрен яңыртып, шәм ҡабыҙып китәләр, төндәрен улар янып емелдәшеп ултыра. Католиктарҙың үлгәндәр рухына шәм яндырыу йолаһы уларҙа борондан, мәжүси саҡтарынан килә. Янып һүнгән шәм уларҙа һүнгән ғүмергә тиңләнә. Ушияктың ҡәберен табыу ауыр булманы. Зыяратҡа ингәс тә, “бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, тәүге осраған кешенән: “Омлоувам се, просим вас, як се найду моһилу Ян Ушияка?” – тиеүем булды, “Пани, пойдте к велкему смрку, буде там”, – тип яуапланы. “Декуйи вам (рәхмәт)!” – тип китеп барҙым. Иң бейек ҡарағай ағасы янына барығыҙ, шунда булыр”, – тине. Бына ул ҡәбер.
– Йә, тыныс ҡына ятаһыңмы, Ян Ушияк? Һиңә яҡташым Даян ағай Мурзиндан, Башҡортостандан сәләмдәр алып килдем, – тинем дә, күңелем тулып йәлләүҙән илап алдым. “Аятел Көрси”ҙе, “Фатиха” сүрәләрен уҡып доға ҡылдым. Яҙыуҙарынса, Ян Ушияк, Даян Мурзин менән партизан мәктәбендә уҡыған саҡта Башҡортостанда Кушнаренкола ла булып киткән, шуға шәхсән Ушиякты яҡташым тип иҫәпләйем.
Ушияктың ҡәберенән тыш бында исемдәре билдәһеҙ йөҙәрләгән партизан күмелгән. Күбеһе – словактар һәм чехтар, ә рустарҙы, украиндарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен, исемдәре билдәле булмағас, туғандар ҡәберлегендә ерләгәндәр. Ә бит уларҙы өйҙәрендә әсәләре, ҡатындары, балалары һәм туғандары өҙөлөп көткәндер. Аяуһыҙ һуғыш арҡаһында уҫал яҙмыш миллионлаған совет яугирен бына шулай Тыуған иленән алыҫҡа ташлаған. Бөгөн элекке Чехословакияны азат итеп баш һалған совет яугирҙәренең исемдәрен асыҡлау буйынса бында ҙур эштәр атҡарыла һәм бының менән Брно хәрби үҙәге шөғөлләнә.
Һуғыш тамамланыуға яҡынлашҡанда, Даян Мурзин етәкселегендә һуғышҡан партизандар Чехияның байтаҡ ауыл-ҡалаларын азат итә. Атаҡлы “Батя” аяҡ кейемдәре заводын немецтар шартлатып өлгөрмәһен өсөн, Злин ҡалаһына улар төндә һөжүм итә. Уның иң оҙон урамына 12 майҙа Даян Мурзин исеме бирелә, уға Злин ҡалаһының почетлы гражданы тигән исем дә өҫтәлә, тағы ла ике көндән “Чехословакияның азатлығы өсөн” алтын миҙалы бирелә, тик социализм тарҡалғандан һуң урам исеме “Длоуһа улице” тип үҙгәртелә. Мурзин, был шатлыҡлы көнгә барып етә алмаған меңәрләгән партизанды иҫенә төшөрөп, Еңеү көнөндә иламай булдыра алмай, ә бит уның ҡотҡарыусыһы Ян Ткачты ла немецтар язалап үлтерә.
Еңеү көнөндә яҡташыбыҙҙы “һуғыштан һуң артабан нисек йәшәрбеҙ, беҙҙең арала һуғыштан иҫән ҡалғандар араһында туғанлыҡ, дуҫлыҡ һаҡланырмы, партизан булған саҡтағы төҫлө бер-беребеҙгә терәк булып, йәшәүҙең ҡәҙерен белербеҙме, был Еңеү емеше нисә йылдарға етер?” тигән уйҙар борсой.
Чехтар, словактар үҙҙәрен кем ҡотҡарғанын онотмай, улар, бәхеткә күрә, рәхмәтле халыҡ. Чех Республикаһының президенты Милош Земан, мәҫәлән, Рәсәй менән дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлы, ләкин бар илдәр ҙә улай түгел. Әлбиттә, социализмдың да байтаҡ хаталары бар – тик беҙгә ул хаталарҙы ҡабатламау, уларҙан фәһем алыу һәм халыҡҡа аңлатыу кәрәк.

Чех Республикаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840