Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөрәжәғәтнамә: буш вәғәҙәләр юҡ
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға “Кешеләр өсөн эшләргә” тигән Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙ уны нисек ҡабул иттегеҙ?
Ғимран ҒӘЛИМОВ, хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Рөстәм Хәмитовтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең аныҡлығы менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Дөйөм һүҙҙәр, яңғырауыҡлы буш вәғәҙәләр юҡ. Мөрәжәғәтнамәне республикаға артабан үҫеү өсөн аныҡ бер бизнес-план тип ҡабул итергә була.
Рәфҡәт ҒАРИФУЛЛИН, Ишембай районының Этҡол ауылы хакимиәте башлығы:
— Мөрәжәғәтнамәлә тәүге тапҡыр урындағы үҙидара органдарына ярҙам итеү мәсьәләһе күтәрелде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең эш бик күп, ә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса етмәй. Президенттың беҙгә финанс ярҙамы күрһәтәсәге, бының бик мөһимлеген иғтибар үҙәгенә алыуы ҡыуандыра.
Сәриә ИБРАҠОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, Ауырғазы районы:
— Президент Мөрәжәғәтнамәһендә республикаға инвесторҙар йәлеп итеү, иҡтисадты үҫтереүгә арналған мәсьәләләргә күп урын бүленгән. Рөстәм Хәмитов шуның аша ғына халыҡтың социаль хәлен, тормош кимәлен яҡшыртыуға өлгәшеп булыуҙы аңлай һәм был йүнәлештә эшләй. Яңы предприятиелар төҙөп эш урындары булдырыу буйынса ҡуйылған бурыстар хуплауға лайыҡ.
Мансур ҒӘФҮРОВ, эшҡыуар, Белорет ҡалаһы:
— Һәр кем Мөрәжәғәтнамәлә үҙе өсөн файҙалы яҡты тотоп алырға тырышалыр. Мин дә, яңыраҡ ҡына үҙ эшемде башлап торған кеше булараҡ, эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында әйткәнен йотлоғоп тыңланым. Рөстәм Зәки улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Йүнселдәргә ярҙам итһәләр, республика бюджетына ла ҙур файҙа буласаҡ бит.
Гүзәл һәм Илдар КӘРИМОВТАР, йәш белгестәр, Өфө ҡалаһы:
— Беҙ — йәш ғаилә, кеше фатирында йәшәйбеҙ. Шуға күрә Президенттың Мөрәжәғәтнамәһенән йәштәргә ҡағылышлы һәм торлаҡҡа бәйле проблеманы хәл итеү өсөн һүҙ булмаҫмы тип көткәйнек. Рөстәм Зәки улының да ошоларға өҫтөнлөк биреүе ҡыуандырҙы. Эконом класлы торлаҡ алыу өсөн кредитты арзанайтырға тейешле ипотека программаһы барлығын белдек. Киләһе йылда шуның менән файҙаланып торлаҡлы булырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518