Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил-йорт имен булһын!
Ил-йорт имен булһын!Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ысынлап та, үҙ мәле етмәйенсә хатта ағас та япраҡ ярмай, һыу ҙа туңмай, ҡоштар ҙа йылы яҡтан әйләнеп ҡайтмай. Үҙ ваҡыты етмәһә, тән яраһы ла бөтәшмәй, һүҙ яраһы ла төҙәлмәй.
Ниңә ваҡыт төшөнсәһенән башланым? Аяуһыҙ, ҡырыҫ заманда йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, татлы телле, иғтибарлы булайыҡ. Әҙәм балалары йә аҡтан, йә ҡаранан ғына әүәләнмәгән, бер-беребеҙҙең хаталарын ғәфү итәйек!


Кеше – планеталағы иң көслө, иң бөйөк зат, ул барыһын да эшләй ала. Кәрәкһә, торған еребеҙҙе гөл итә, теләһә, киреһенсә үҙгәртә ала. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәйне, һәм был турала матбуғатта бик күп фәһемле мәҡәләләр баҫылды.
Эйе, был донъяла бер нәмә лә буштан барлыҡҡа килмәгән: һәр ағастың, тауҙың, сәскә-гөлдөң, ағас-йылғаның, ҡырағай кейектәрҙең үҙ урыны, үҙ ризығы бар. Ағастар ҙа бер-береһенә оҡшамаған, һәр береһенең үҙенә генә килешле япрағы бар, бер таш та икенсеһен ҡабатламай. Уларҙың барыһы ла күрә, ишетә, һиҙә. Ә беҙ, аҡыллы кешеләр, шул хаҡта уйланабыҙмы? Уларҙы күрә, ишетә, һиҙә, аңлай, йәлләй беләбеҙме? Экология йылы буштан-бушҡа иғлан ителмәне бит, уны сираттағы шау-шыу тип ҡабул итергә ярамай. Беҙгә, тере, белемле, көслө кешеләргә, тәбиғәтте күҙ ҡараһылай һаҡларға һәм киләсәк быуынға ҡалдырырға кәрәк! Әгәр һаҡсыл ҡараш булдырһаҡ, тәбиғәт тә беҙҙе һаҡлар. Тәбиғәт-әсәне рәнйетмәйек, уға мәрхәмәтле булайыҡ!
Чехияла етенсе йыл йәшәйем, ләкин бер ҡасан да үҙемде Тыуған илемдән айырылған төҫлө хис итмәнем. Иң һағынған, иң яратҡан бишегем-сәңгелдәгем, йырым-моңом, минең өсөн иң ҡәҙерле, алтынға алмаштырғыһыҙ тыуған ерем – Башҡортостаным бар. Һәм уға булған мөхәббәтем сикһеҙ. “Башҡортостан” гәзитенең электрон вариантын уҡып, ил-йорт, донъя хәлдәрен белеп торам, үҙем дә яҙышам һәм яҙмаларым баҫылған “Башҡортостан”, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” гәзит-журналдарына ихлас рәхмәтемде еткерәм, журналистарға Яңы йылда һаулыҡ, ижади үрҙәр, ҙур бәхеттәр, ғаилә һәм ил-йорт именлеге теләйем! Быныһы – өсөнсө теләгем.
Рәсәйҙә ҡышҡы каникул оҙаҡҡа һуҙылды, ә Европала иһә 1 ғинуарҙа уҡ эшкә сыҡтылар. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә уңған хужабикәләр ғаиләһенә, балаларына төрлө тәм-том бешереп ҡыуандырһын өсөн, үҙем яратҡан чех милли ризыҡтарының береһе – еләк-емеш ҡушып әҙерләнгән кнедлик бешереү өлгөһөн тәҡдим итәм.
Уны әҙерләү өсөн 20 грамм әсетке (дрожжи), дүрт стакан һөт, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, 300 грамм он (кеше һанына ҡарап арттыра алаһығыҙ), эслек өсөн бер ҡап эремсек, повидло, слива, төшө алынған сейә тәҡдим ителә.
Башта табала аҡ майҙы иретәбеҙ, һөттө йылытабыҙ, шунан әсеткене бергә ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ, бер балғалаҡ тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, ике йомортҡа һалып, тағы ла барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Артабан он өҫтәйбеҙ, төйөрҙәре бөткәнсе ағас ҡалаҡ менән барыһын да бергә яҡшылап туғыйбыҙ һәм, өҫтөн ҡаплап, йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡаты ла, артыҡ йомшаҡ та булмаһын. Ҡабарған ҡамырҙы өс тапҡыр баҫҡылап алабыҙ.
Ҡамыр әҙер булғас, уны утыҙ-ҡырҡар грамлыҡ бәләкәй киҫәктәргә бүләбеҙ. Һәр береһенең эсенә алдан әҙерләнгән эремсек, слива йәки повидлоны һалабыҙ ҙа түңәрәкләп бөрөп ябабыҙ. Шунан тирә-яғын тигеҙләп, унан инде сама менән онда әүәләгәс, он һибелгән яҫы таҡтаға теҙеп һалабыҙ. Кнедликтар унда ун-ун биш минут самаһы күтәрелергә тейеш.
Кәстрүлгә һыу алдан әҙерләп ҡуйыла, ул һауыттың яртыһынан күберәк булырға тейеш. Кнедликтарҙың бер өлөшөн ҡайнап торған һыуға һалабыҙ һәм ун-ун биш минут самаһы бешерәбеҙ. Был ваҡытта кәстрүл асыҡ була. Биш минут тирәһе бешкәс, ризыҡтың икенсе яғын әйләндереп, тағы ла биш минут тотабыҙ. Ун минуттан һуң береһен алып, эсен асып ҡарайбыҙ. Ҡамыры бешһә, әҙер тигән һүҙ.
Әҙер кнедликтарҙы һыуҙан тиҙ-тиҙ генә һоҫоп алырға кәрәк, улар бер-береһенә йәбешмәһен өсөн өҫтөн еңелсә майлайбыҙ, һауаһы сыҡһын өсөн энә менән тишкеләйбеҙ. Ризыҡ табынға йылы килеш бирелә. Тәрилкәгә һалғас, өҫтөнә эремсек һалабыҙ. Әгәр ҡаты эремсек булһа, һибәбеҙ, ҡәҙимге эремсек булһа, һалабыҙ ҙа, шәкәр онтағы һипкәс, самалап иретелгән аҡ май ҡоябыҙ. Кем теләй, какао онтағы һибеп ашаһын.
Яңы йыл бәхет килтерһен, дуҫтар! Ашығыҙ тәмле, ризығығыҙ киң булһын, милләттәштәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518