Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – татыу ғаилә!
Беҙ – татыу ғаилә!Мәктәп... Һәр ҡайһыбыҙҙың тормош юлы белем усағынан башлана. Уҡыған йылдар хәтирәләре күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Уҡыуҙан, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгәндән һуң, бер ғаилә балаларылай булып, тиҫтерҙәр менән ҡалған ваҡытты ла бергә уҙғарған, йәғни интернатта йәшәгән йылдар айырыуса онотолмай.


Үткәндәргә күҙ һалһаҡ...
Беҙҙең уҡыу йорто уҙған быуаттың 57-се йылында үҙ тарихына нигеҙ һала. Заманында Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарары менән 120 урынға иҫәпләнгән ике мәктәп-интернат асыла. Береһе Туймазы эшселәр ҡасабаһында булһа, икенсеһе – Бәләбәй ҡалаһында. Уҡытыу­сылар, йыһаз һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тулы­һынса тәьмин ителгән мәктәп-интернатҡа етәкселек итеүҙе ҙур эш тәжрибәһенә эйә Зыя Нагаевҡа ышанып тапшыралар. А.И. Кудряшова уҡытыу эштәре урынбаҫары вазифаһын ҡабул итә. Ә инде М.А. Юлдашев, Л.Ф. Бусакова, Г.М. Новак, А.В. Лихачева, Н.В. Сяплин, И.М. Сәлихов, З.М. Солтанова, Ш.С. Шафиҡов кеүек тәрбиәселәр бар йөрәк йылыһын балаларға биреп, арыу-талыу белмәй эш башлай...
60 йыл ваҡыт уҙған. Күпме уҡытыусы һәм тәр­биәсе ошо йылдарҙа ун меңдән ашыу баланың күңеленә ҡанат үҫтереп, үҙ-үҙҙәренә ышаныс өҫ­тәп оло тормош юлына сығарған. Әлбиттә, эштә­ренә мөкиббән уҡытыусыларҙы һанап бөткөһөҙ. Е.М. Дашкина, В.Д. Белоусова, Л.И. Жданова, Н.И. Благочинов, О.М. Надысев, Л.А. Исакова, Р.Т. Хәбибуллина, Л.П. Ғәлиева, В.Я. Савельева, Л.П. Воронова һәм башҡалар балаларға ғаилә усағынан ала алмаған йылыны мәктәптә өләшеп, интернат тарихында яҡты эҙ ҡалдырған. Уларҙы әле булһа уҡыусылары ихтирам менән иҫкә ала. Коллегалары һәм уҡыусылары алдында ҙур абруй ҡаҙанған, интернатҡа 20 йыл етәкселек иткән Константин Голубковты ла иҫкә алмай китеү мөмкин түгел.

Бөгөнгөбөҙ ышаныслы
Эшмәкәрлеге ябай булмаған мәктәп иҫке традицияларҙы юғалтмай, яңылыҡтарҙан артта ҡалмай йәшәүен дауам итә. Беренсе урында төплө белем биреү булһа, интернаттың икенсе бурысы – тәрбиәләнеүселәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү, характерҙарын “сүкеү”, йәғни сыныҡтырыу, ҡулай­лашырға, ярҙамсыл һәм изгелекле булырға өйрәтеү.
Әхлаҡи тәрбиә-уҡытыу йүнәлешенә ҡоролған концепция буйынса эшләгән был мәктәп хәҙерге заман педагогик, мәғлүмәти коммуникация технологияларын ҡулланып, уңышлы ғына эшләп килә. Бөгөн мәктәп-интернатҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рима Сәлихова етәкселек итә. Коллективта етмештән ашыу уҡытыусы һәм тәрбиәсенең һәр ҡайһыһы – ихлас күңелле, бала яратҡан кешеләр. Башҡаса мөмкин дә түгел – яҙмыш елдәре ҡыйырһытҡан, бәләкәстән оло тормош һынауҙарына дусар ителгән малай-ҡыҙҙарҙың күңеленә асҡыс табыу, уларҙы кеше итеү өсөн көсөңдө йәлләмәй, ваҡытың менән иҫәпләшмәй эшләү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Әйткәндәй, мәктәп-интернатта IX класты тамам­лаған бер генә уҡыусының да артабан һөнәр алыу өсөн уҡырға инә алмаған осрағы юҡ. Был күп нәмә тураһында һөйләй. Тәү нәүбәттә эшкә һәләтле, тырыш, маҡсатлы коллектив тупланыуын раҫлай. Беҙҙә юғары белемле, тейешле квалификация категорияһына эйә педагогтар махсус ҡулай­лаш­тырылған программалар буйынса уңышлы, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеп, сәмләнеп эшләй.
Әле Бәләбәй ҡалаһы һәм районынан, күрше Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы һәм башҡа район­дарҙан 434 бала белем ала. 187 уҡыусы дөйөм белем биреү класында һәм 247-һе һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, терәк-хәрәкәт, ишетеү һәм телмәр аппараттары боҙолған балалар өсөн махсус коррекция класында ҡулайлашты­рыл­ған программалар буйынса уҡый. Бындай кластарҙа Л.Н. Картышова, А.М. Ғилманова, А.Н. Мозговая, Н.В. Скороходова, Т.В. Скворцова һәм башҡа уҡытыусылар һәр баланың йөрәгенә һөйөү орлоҡтары һала. Логопедтар, дефектологтар, психологтар үҙ йүнәлештәре буйынса ҙур эш алып бара. Дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле уҡытыла, шулай уҡ татар, немец, инглиз телдәре лә үҙләш­терелә. Бишенсе йыл инде мәктәптә инклюзив кластар уңышлы эшләп килә. Унда 27 инвалид бала белем ала. Улар менән уҡытыусылар С.В. Платонова, Р.В. Кузнецова, О.А. Лапина махсус шөғөлләнә. Был остаздарҙың эшмәкәрлеге һәр баланың шәхси һәм программаны үҙләштереү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Шулай уҡ сәләмәтлек торошо буйынса өйҙә уҡытылған балалар ҙа бар. Ә коррекция кластарында эшмә­кәрлекте Л.П. Ғәлиева менән Р.К. Сәлихова башлап ебәрҙе.
Мәктәп-интернатты күп балалар икенсе тыуған йорто урынына күрһә, бында эшләгән тәрбиәсе­ләрҙе әсәйҙәре, апайҙары кеүек ҡабул итә, сөнки улар һәр балаға үҙҙәренең күңел йылыһын һала.

Беҙҙә күңелле
Интернатта төрлө йүнәлештә 20 түңәрәк эшләп килә. Бынан тыш, уҡыусылар Экология-биология үҙәгенә, Тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Үҙәк балалар китапханаһына экскурсияларға, түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй. Үҙебеҙҙәге “Чемпион”, “Тиҫ­тер” клубтары менән дә килешеү төҙөлгән. Ҡа­лаға килгән Ҡурсаҡ театрына, төрлө спектакл­дәргә, цирктарға интернат балалары, һис шикһеҙ, йөрөтөлә.
Бик күп саралар, һәр төрлө байрамдар, конкурс­тар йәнле, сағыу уҙғарыла. Уларҙа малай-ҡыҙ­ҙар ҙур теләк менән ҡатнаша. Белем көнө, Уҡытыу­сылар көнө, Көҙгө уңыш, Яңы йыл байрамдары, хәрби-спорт саралары, Әсә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, Еңеү байрамына арналған байрам концерттары, “Һуңғы ҡыңғырау”, “Мәктәп һабантуйы” ише саралар балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм коллективты тағы ла нығыраҡ туплай.
Хәҙер инде яратҡан уҡытыусыларыбыҙ, һөйөклө тәрбиәселәребеҙ менән бергә түҙемһеҙләнеп мәктәптең 60 йыллыҡ юбилей тантанаһын ҙурлап ойошторҙоҡ. Йыл буйы әҙерләнеп, ярыш сәмендә ҡайнап, 60 “бишле” алдыҡ, 60-тан ашыу китап уҡыныҡ, бик күп макулатура йыйҙыҡ, изге эштәр ҡылдыҡ. Яңы йыл алдынан бынан да матур уңыштарҙың булыуы мөмкинме!? Интернат ишеген асып ингән һәммәһенә бик шатбыҙ, бөтәһен дә асыҡ йөҙ, ҙур ихтирам менән ҡаршы алабыҙ.
Бына шулай күңелле беҙҙә! Бер ғаилә булып татыу йәшәйбеҙ!

Лилиә ЮШКОВА.

Бәләбәй ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840