Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниҙәр күрмәне ғәзиз баштары...
Ҡәһәрле 1937 йылдың аҙаҡтары, 1938 йылдың баштары... Ейәнсура районының бәләкәй генә Ҡарабәрҙе ауылынан “Берлек” колхозының механизаторы Мөхәмәтдин Ғиззәтуллинды, уның ағаһы колхоз рәйесе Хөснөлхаҡ Дәминевте, атайым Ғәлиулла Ҡужахмәт улын ҡулға алалар.

Миңә ул ваҡытта алты ғына йәш ине, был ваҡиға ғүмерлеккә күңелемдә уйылып ҡалған. Яҡын кешем тулҡынланыуын белдермәҫ өсөнмө, бер ҡулын кеҫәһенән алмай ваҡ аҡсаларҙы шылтыратҡаны ишетелә. Сығып киткәндә ул: “Минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ, борсолмағыҙ, тиҙҙән ҡайтырмын”, – тине. Ләкин ул тиҙ генә түгел, ә бөтөнләй әйләнеп ҡайта алманы, мәңгелеккә ҡайҙалыр ятып ҡалды.
Хөкөм ҡарарынан һуң атайыбыҙ өс йылға яҡын Стәрлетамаҡ төрмәһендә тотола. Унда ваҡытында һирәк кенә булһа ла хаттары килеп торҙо, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бәйләнеш тулыһынса өҙөлдө...
Ул йылдарҙа һәм унан һуң күп ваҡыт буйына беҙҙең район халҡы баш ҡалабыҙ Өфөгә Һарыҡташ, Ырымбур, Куйбышев өлкәһенең (хәҙерге Һамар) Кинель станциялары аша тимер юл буйлап йөрөр ине. 1942 йылдың баштарында Яңы Себенле ауылынан Исхаҡ Хәсәнов Кинель станцияһы янында атайыбыҙ менән осраша. Ғәзиз кешем, һуғыш башланғас, Стәрлетамаҡтан күсерелеүен һәм бында хәрби аэродром төҙөүҙә ҡатнашыуын, хат яҙырға рөхсәт итмәүҙәрен әйтә һәм ғаилә­һенә сәләм күндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылдарҙа атайыбыҙ тураһында мәғлү­мәт килеп етмәне, Исхаҡ ағай Бөйөк Ватан һуғышының аҙағына тиклем ҡатнашып, күп йылдар үткәс, бер осрашҡанда ғына атайыбыҙҙың сәләмен еткерҙе.
“Ул осрашыу тураһында өйгә бер хатымда яҙғайным, һеҙгә мәғлүм булмаған икән”, – тип үкенесен белдерҙе ауылда­шыбыҙ. Атайыбыҙҙан хат өҙөлгәндән һуң артабанғы яҙмышы тураһында һораштыҡ, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығынан 1997 йылда саҡ яуап алдыҡ. Беҙгә мәғлүм булыуынса, һуғыш йылдарында хәрби объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан хөкөм ителеүселәр, унда эш тамамланғас, юҡ ителә барған. Атайым да, хәрби аэродром төҙөлөп бөткәс тә, унда эшләгән тотҡондар менән бергә үлемгә дусар ителгән. Тик 1990 йылдарҙа ғына атайыбыҙҙың ғәйебе булмауын, нахаҡҡа хөкөм ителеүен һәм Рәсәй Юғары суды ҡарары менән тулыһынса аҡланыуын белдек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәбәрҙе әсәйебеҙ генә ишетеп өлгөрмәне, һуңғы көндәренәсә “атайығыҙ әйләнеп ҡайтыр” тигән ышаныс менән йәшәне. Ул биш бала менән тороп ҡалды һәм ирен ҡулға алған мәлдән уның “ҡара” көндәре башланды. Балаларын тәрбиәләп үҫтереү, белем биреү әсәйем өҫтөнә төштө. Кеше араһында үҙеңде кәм итеп тойоу, урамға уйнарға сыҡһаң, әсе телле тиңдәштәрҙең “һин — халыҡ дошманының балаһы” тип кәмһетеүҙәре ныҡ үҙәккә үтә ине.
Әйтергә кәрәк, оҙаҡ йылдар беҙҙең ғаилә әсәйемдең бер туған ағаһы Хажеғәле һәм атайыбыҙҙың бер туған ағаһы Әхмәтғәзиз олатайҙарҙың ярҙамын тойоп йәшәне. Шул уҡ ваҡытта ҡара мөһөр тағылған ғаиләнән ситләшеүселәр ҙә, нахаҡ һүҙҙәр тағыусылар ҙа аҙ булманы. Әммә әсәйебеҙ барыһына ла түҙҙе. Үҙебеҙҙең өйҙә “Зингер” маркалы теген машинаһы булды, әсәйем оҫта ҡуллы ине – кейем тегеп, аҙ-маҙ кәсеп тә итте. Эшләмәгән эше ҡалманы, бер минут та буш ултырманы. Беҙҙе аҡтан айырмаҫҡа, берҙән-бер һыйырҙан ҡалмаҫҡа тырышты. Балаларының ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға ла әҙер ине.
Әсәйем был йылдарҙа Аллаһ Тәғәләгә нығыраҡ һыйынды: намаҙын ҡалдырманы, ураҙа тотто. Был йылдар әсә йөрәген ярып үткән заман һынауҙары ла булғандыр.
Һуғыш алдынан тормош бер ни тиклем арыулана төштө. Әсәйебеҙ колхозда эшләп, кешеләр менән аралашыу осорон кисерҙе, күңеле лә бер аҙ күтәрелгәндәй тойолдо. Икенсе икмәк картуфты ла күп итеп ултырттыҡ, хатта бер нисә тапҡыр Ырымбур баҙарына ла алып барып һатҡаны хәтерҙә. Колхоз хеҙмәт көнөнә ашлыҡ бирә башлағас, аслыҡ артта ҡалғандай булды.
Ләкин тыныс тормош оҙаҡҡа барманы – Гитлерҙың беҙҙең илгә һуғыш башла­ғанын ишеттек. Урамдан өйгә ҡайтып инһәк, урындыҡта әсәйебеҙ илап ултыра. “Тағы ниҙәр күрербеҙ икән, балаларым, Хоҙай һеҙгә бәхет бирмәҫме икән ни?!” Ул үҙен түгел, ә беҙҙе ҡайғыртып илай ине.
Тағы ла ҡара көндәр башланды... Ҡайғы-хәсрәт ауылдың бер ғаиләһен дә урап үтмәне: ауылыбыҙҙан һуғышҡа алынған 40 ир-аттың 26-һы геройҙарса һәләк булды, шул иҫәптән беҙҙең бер туған ағайыбыҙ Фәрит тә һуғыш яланында ятып ҡалды. Әсәйебеҙгә тағы ла бөтмәҫ-төкәнмәҫ оло ҡайғы өҫтәлде.
Беҙҙең ауылда аҡбалсыҡ сыға ине, уны тирә-яҡ ауылдарҙан килеп алырҙар ине. Эштән арып ҡайтҡас, бисәләр ауыл осондағы ярҙан аҡбалсыҡ әҙерләп йә ҡаршылағы урманға барып мунса япрағы бәйләп кәсеп итте. Малдарын көтөүгә ҡыуғас та, күрше алты-һигеҙ саҡрымдағы Ырымбур өлкәһенең Троицк, Ивановка ауылдарына йәйәүләп барып, уны картуфҡа йәки башҡа ашамлыҡҡа алмаштырып ҡайтты.
Һуғыш йылдарында үлән ашалды, башаҡ йыйып, уны бөртөкләп тип әйтерлек һаҡлап, грамлап тиерлек һаҡлап, аш ителә ине. Әсәйебеҙ көҙ йыйылған ашлыҡты һәр айға запасҡа ҡалдырыу өсөн төрлө урындар билдәләне: мөгәрәп эсендә һәр мөйөшкә айырым-айырым һауытҡа ҡуя, утъяҡҡыстың мейесе, усағы эсенә йәшереп, һәр береһенең өҫтөн балсыҡ менән һылап ҡуйыр ине. Ул йәшерелгән ашлыҡ тейелмәҫлек иҫәпләнде. Ҡул эсендәге ашлыҡ бөтһә, шул һаҡлыҡты тотоноп, беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалды. Бер уйлаһаң, ябай ғына күренеш кеүек. Ә ысынында, был аҙым әсәй кешенең балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булыуын күрһәтә.
Һуғыш йылдары артта ҡалды. Әсәйебеҙ оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Ике улын, ике ҡыҙын башлы-күҙле итте. Уларҙың туйҙарында мәжлестең түрендә ултырҙы, ҡыуаны­сының сиге булманы. Әсәйебеҙ йырларға оҫта ине. Ғүмере ҡайғы-һағыш менән үткәс, йыр-моң менән ҡайғыларын баҫа торған булғандыр инде. Яратҡан йыр­ҙарының береһе “Уйыл” ине.
“Киләсәге юҡ” мөһөрө баҫылып, үткән быуаттың 70-се йылдарында юҡҡа сыҡҡан ауылыбыҙҙа һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалған һәм иҫән-һау ҡайтып мәрхүм яугирҙәргә, золом ҡорбандары иҫтәлегенә Ҡарабәрҙеләге Олотауҙың итәгендә һәйкәл ҡуйылды. Ата-бабаларыбыҙҙың һуңғы төйәге – зыяратыбыҙ яҡшы итеп, бетон бағаналар, тимер ҡоймалар менән уратып алынды. Беҙ, ауылдаштар, ошо изге урын­дарыбыҙға йыл да ашҡынып ҡайтабыҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, Шәжәрә байрамдары ойоштороп, быуын ептәребеҙҙе барлайбыҙ.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519