Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡтағы бәхет иң ҙурыһы
Ҡартлыҡтағы бәхет иң ҙурыһы“Ҡартлығыңда бирһен бәхетте!” тигән теләктең ни тиклем хаҡлы икәнлеген Гөлсирә һәм Вәлиулла Рәхмәтовтар менән яҡындан танышҡас аңланым. Ысынлап та, 70 йылға яҡын бергә ғүмер кисергән ғаиләлә бер-береһенә ҡарата шул тиклем иғтибарлы һәм ихтирамлылар. Туҡһан йәшендә лә “тимер ат”ты йүгәнләгән, егеттәрсә төҙ кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле Вәлиулла Әхмәҙулла улы әле лә ауыл тормошо өсөн янып-көйөп йәшәй. Улар йәшәгән Иләс ауылына барыуыбыҙҙың да төп сәбәбе — олатай бер нисә тапҡыр бошоноп шылтыратты. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалын әруахтарҙың мәңгелек йортон йылдан-йыл Турат йылғаһының йыуыуы борсой.


– Ауылда бөгөнгө көнгә тиклем бөтәһе дүрт зыярат булды. Һуңғыһы ана тегендә, бер аҙ үрҙәрәк, ултыра, – тип башланы һүҙен Иләс аҡһа­ҡалы. – Мине иң ныҡ бошондорғаны – Турат йылғаһының яҙын ажарланып ярһыуы сәбәпле, тулҡындары ярға һуғып, ерҙең уйылып, һөҙәкләнә барыуы. Хәҙер өсөнсө зыяраттың бер өлөшө һыу аҫтында ҡалды, тиһәң дә була. Иң әрнеткәне – ата-бабаларыбыҙҙың һөйәктәре – аяҡ аҫтында. Ярай уны йыл һайын ауыл муллаһы тоҡҡа йыйып, алып барып күмә-күмеүен, әммә былайтып эште ҡалдырыу әруахтар алдында гонаһтыр, тип уйлайым. Бөгөн техника көслө, яйын тапҡанда, бетон плитәләрҙе яр буйына ҡуйып, урынлаштырырға булалыр бит...
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек бында күпер һалына. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан Турат йылғаһы аша аҫылмалы күперҙең оҙонлоғо — 60 метр, киңлеге 5 метр тәшкил итә. Уны өс ай эсендә Өфө ҡалаһы­ның “Аҫмалы күпер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре төҙөгән, төҙөлөш эштәре өсөн республика һәм район ҡаҙнаһынан 11 миллион һум аҡса тотонолған. Йәйҙәрен тыныс, ә яҙын ажғырып ағыусы Турат йылғаһы аша элек ағас баҫма ғына була. Уны йыл һайын яҙғы ташҡын ағыҙып китеп, ауыл халҡы өсөн байтаҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, яңыһы иһә алты тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәреүгә иҫәпләнгән. Бәлки, ошо күперҙе сафҡа индерер алдынан етәкселәргә зыяраттың торошон иҫәпкә алып, бер юлы ниндәйҙер эштәр башҡарғанда, был күренешкә нөктә ҡуйылыр ҙа ине. Әммә мәйеттәр һөйәге өҫтөнән йөрөгән ауыл халҡының, бигерәк тә балаларҙың ҡыҙыҡһынып кеше һөйәктәрен табып алыуы, йәки белмәй тапап, ашаҡлап йөрөүҙәре ҡыҙғаныс.
Гөлсирә Ғәле ҡыҙы ла хәләл ефете һыҙланыуҙарын үҙ күңеле аша үткәрә, уға нисек тә ярҙам итергә, рухи терәк булырға тырыша. “Ҡайһы саҡта ауылдың киләсәге һиңә генә кәрәкме, уға яуаплы кешеләр бар. Улар уйлаһын, хәл итһен!” — тип әйтеп алам да, тик уның үҙе өсөн түгел, ә халыҡ, ауыл өсөн яныуын белгәс, үҙемсә тынысландырырға тырышам”, — ти йорт хужабикәһе.
85 йәшен ваҡлаған инәйҙең дә хәтере шәп, зиһене салт. Икәү генә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, донъялары балҡып тора. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ихаталарына ингәс тә хужаларҙың уңғанлығы күҙгә ташлана. Һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек.
Ғүмере буйы тыуған ауылын ташламай, ошонда төйәк иткән Вәлиулла Рәхмәтов — хеҙмәттә сыныҡҡан оло уҙаман. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, VII класты тамамлағас та “Яңы юл” колхозында эш башлай. Тимерсе лә, игенсе лә, слесарь ҙа була, водокачкала эшләй. “Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнем”, — ти үҙе лә. Фиҙакәр хеҙмәте бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Гөлсирә инәй ҙә өйҙә тик ултырмай: колхоздың төрлө эшендә тырышып тир түгә. Бәхетле пар биш балаға ғүмер бирә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары бик иртә вафат була. Бөгөн улар – 10 ейән-ейән­сәргә һәм 12 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй. Йәй етһә, уларҙың йорто балаларҙың шат тауышына күмелә, һәр ерҙән уларға ҡунаҡҡа килеүселәр күбәйә. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫ­тан, Рәхмәтовтар тик ултырмай. Һәүкәш­тәрен көтмәүҙәренә ни бары ике йыл булһа, әле ҡош-ҡорттан айырыла алмайҙар. “Уларҙы ашатыу ҙа беҙгә бер ҡыуаныс”, – ти ғаилә башлығы.
Әйткәндәй, Вәлиулла олатай, туҡһанда булыуына ҡарамаҫтан, иң ҡәҙерле дуҫтары – нәҙекәйбил­дәрен әле лә ташламаған. Үҙҙәре өсөн генә булһа ла умарта тота. Йәш булыу серен дә ул өҫтәленән һәр саҡ балдың өҙөлмәүенән һәм йылҡы итенә өҫтөнлөк биреүенән тип иҫәпләй. Ә бына “Татыу һәм оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә?” тигән һорауыма хөрмәтле ветерандар икеһе лә бер тауыштан: “Хоҙайҙан бирелгән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә, бер-береңә ихтирамлы булырға, эш һөйөргә кәрәк”, — тип яуапланы.
Аҙаҡ шаян олатай, мут йылмайып: “Урындыҡты ташламаным, ғүмер буйы шунда йоҡлайбыҙ, аяғымды һоноп, рәхәтләнеп ултырып гәзит-журналдар уҡыйым, әбейем янымда төрлө эш менән булыша”, — тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Хәйер, йортҡа биҙәк һәм йәм өҫтәгән урындыҡҡа өйгә ингәс тә иғтибар иткәйнем. Бына бит уның да үҙ хикмәте бар икән.
Халыҡтың “Ҡартлығыңда бирһен бәхетте!” тигән әйтеме Рәхмәтовтар өсөн Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килгәндер. Ысынлап та, геройҙарым балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, бәхетле ғүмер кисерә.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 906

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 870

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 039

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 173

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 997

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 962

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 979

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 247

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 161

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 278

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 269

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 231