Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Коррупция... Унан ҡотола алырбыҙмы?
Коррупция... Унан ҡотола алырбыҙмы?Дәүләт, тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәре, табип йә башҡа һөнәр эйәләренең ришүәт алыуы тураһында ишеткән һайын шулай тип әйтке килә. Закон мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә бурыслы кешеләрҙең ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйыуын бер нисек тә аңлап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар беҙҙең республикала ла етерлек.


Быйыл Башҡортостан Прокуратураһы ришүәткә ҡаршы тороу тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһендә 3674 закон боҙоу осрағын асыҡлаған, нигеҙһеҙ ҡабул ителгән 1300 актты ғәмәлдән сығарған. Вазифалы урын биләгән 1298 хеҙмәткәр дисциплинар язаға тарттырылған, шул иҫәптән 29-ы ышанысты юғалтҡан өсөн эштән ҡыуылған, 128-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Коррупция һөҙөмтәһендә күрелгән 150 миллион һум күләмендә зыянды ҡаплатыу өсөн судҡа 67 дәғүә тапшырылған, прокурор тикше­реүенән һуң 63 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙға­тылған.
Күҙәтеү органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә дәүләт һәм үҙидара органдарында, учреждение һәм ойошмаларҙа вазифа биләгәндәрҙең үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы, сығымдары менән ки­лем­­дәренең тура килмәүе, ришүәткә ҡаршы тороу ҡануниәте боҙолоуы тураһындағы факттар асыҡланған. Ундай хоҡуҡ боҙоуҙар Эске эштәр, Һаулыҡ һаҡлау, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡ­тарында, Федераль һалым, Федераль суд пристав­тары, Яза башҡарыу, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттәрҙә, республика комитеттарында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында теркәлгән.
Килеменә сығымы тура килмәгән 20 хеҙмәткәрҙе тикшергәндәр, һөҙөмтәлә өс осраҡ буйынса эш судҡа тапшырылып, ҡаҙнаға 39 миллион һум аҡса ҡайтарылған, шул иҫәптән ҡиммәтле биш фатир, өс йорт һәм автомобиль. Әлеге ваҡытта 10 миллион һум аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнгән кеше­нең эше судта ҡарала.
Ришүәт тәҡдим иткән, вәғәҙә биргән йәки тап­шыр­ған өсөн 13 етәксе яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм уларға 10,1 миллион һум күләмендә штраф һалынған. Хеҙмәткәрҙе эшкә алыу тәртибен боҙған өсөн 116 етәксе һәм вазифалы хеҙмәткәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Прокуратура коррупцияға юл ҡуймау маҡса­тын­да күләмле эш алып бара. Йыл башынан дәү­ләт, үҙидаралыҡ органдары сығарған 26 мең акт һәм проектты тикшергәндәр. Һөҙөмтәлә уларҙың 2603-өндә ришүәтселеккә юл асҡан положениелар булыуы асыҡлана. Республиканың тәртип һаҡлау органдары иһә коррупцияға бәйле 877 енәйәтте теркәгән. Шулай уҡ ришүәт алыу буйынса – 65, биреүҙә – 22, аралашлыҡ итеүҙә – 21, ваҡ күләмдә аҡса алыуҙа 181 осраҡ асыҡланған. Уларҙы фашлау һөҙөмтәһендә 298 кешегә ҡарата 263 енәйәт эше судҡа тапшырылған.
– Быйыл коррупция өсөн 213 кеше хөкөмгә тарттырылһа, уларҙың 36-һын дәүләт һәм үҙидара органдарында вазифалы урын биләгәндәр тәшкил итә, 21-е – муниципаль берәмек башлыҡтары, 19-ы – тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре. Әле лә ҡайһы бер етәкселәргә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эштәре буйынса тикшереү бара, – тип белдерәләр Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһында.
Коррупция, вазифалы кешеләрҙе һатып алыу системаһы булараҡ, кешенең төп конституцион хоҡуҡтарын боҙа, йәғни бөтәһенең дә закон һәм суд алдында тигеҙ булыу принцибын, граждан­дар­ҙың иреклек һәм шәхси тейелгеһеҙлеген, шәхси тормошоноң, шәхси һәм ғаилә серҙәренең тейел­геһеҙ булыуын, намыҫты һәм яҡшы исемде яҡлау, йөрөү, барыу һәм йәшәү урынын һайлауҙа азат­лығын, шәхси милеккә хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлауға һәм медицина ярҙамына, белем алыуға хоҡуғын һәм башҡалар.
Әлеге ваҡытта коррупцияға ҡаршы тороу буйын­са бурыстарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән был өлкәлә бер нисә норматив-хоҡуҡи акт ҡабул ител­гән: “Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында”ғы 273-сө федераль закон, “Дәүләт вазифаһы һәм башҡа кешеләрҙең килемдәренә сығымдары тура килеүен контролдә тотоу тураһында”ғы 230-сы федераль закон, “Енәйәт юлы алынған килемде легалләш­те­реүгә (алыуға) һәм террорсылыҡты финанслауға ҡаршы тороу тураһында”ғы 115-се федераль закон, Административ тәртип боҙоуҙар тураһын­дағы кодексының “Ойошма исеменән закон­һыҙ бү­ләк­ләү” тураһындағы 19.28-се статьяһы.
Закондар эшләмәй, тип әйтеп булмай, төрлө кимәлдә урлашыусылар язаға тарттырыла, мөлкәт­тәре тартып алына, әммә әлегә был эш тулы ки­мәл­­дә алып барылмай.
“Трансперенси Интернешнл” коррупцияға ҡаршы көрәшеү һәм бөтә донъялағы коррупция кимәлен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара ойошма ошо өлкәләге хәл-торошто күҙәтеп тора. Ришүәтселекте үҙләш­тереү индексы буйынса Рәсәй 176 ил араһында 1996 йылда – 46-47-се (2,6 балл) урында булһа, 2015 йылда – 119 (29 балл), былтыр – 131 урында. Был һандарҙы Рәсәй Эске эштәр министрлығында асыҡланған, йыйылған һәм теркәлгән мәғлүмәт­тәр­ҙән сығып алғандар. Мәҫәлән, быйылғы өс квартал буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, илдә 18969 коррупция йүнәлешендәге енәйәт теркәлгән, уларҙың 5596-һы ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә, был иһә былтырғы менән сағыштырғанда 13,6 процентҡа күп. Шулай уҡ быйыл туғыҙ айҙа ришүәт­селеккә бәйле 5298 енәйәт (1287-еһе ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә) асыҡланған.
Рәсәйҙең Юғары Суды ҡарамағындағы Суд департаменты белешмәләренә ярашлы, 2015 йылда 50 мең һумға тиклемге аҡса “төрткән” өсөн 91,1 процент, 50 мең һумдан бер миллион һумға саҡлы ришүәт биргән йәки алған өсөн 7,6 процент енәйәт­се хөкүм ителгән, ә бер күләме миллион һум дәү­мә­ленән артҡан эштәр бары 1,3 процент ҡына бул­ған. Был иһә тәртип һаҡлау органдары эшенең төп хикмәтен сағылдыра – көнкүреш ришүәтселеге менән генә сикләнәләр. Әлбиттә, был күләм төп коррупция сығанағы түгел, сөнки миллиардлап аҡса урлаған енәйәтселәр илде бөлгөнлөккә төшө­рә. Был осраҡта улар көстәре килгәндәр менән генә эш итә, тигән фекер тыуа.
Генераль прокуратура мәғлүмәттәренә ярашлы, 2009 йылдан бөгөнгәсә ошо йүнәлештәге 89 849-ҙан ашыу енәйәт теркәлгән. Былтыр илдә корруп­цияға бәйле 21 359 енәйәт ҡылынған. Ришүәт алыу буйынса – 19,7 (3 884-тән 5 027-гә тиклем), биреү буйынса 4,4 процентҡа (4 000-дән 4 176-ға тиклем) күрһәткестәр артҡан. Быйыл туғыҙ айҙа 5570 ришүәт алыу осрағы теркәлгән. Был йәһәттән Мәскәү ҡалаһы алда бара: – 249 енәйәт, икенсе урында Краснодар крайы – 216, өсөнсөлә Байкал аръяғы крайы – 207. Ә, дөйөм алғанда, Мәскәү бөтә төр коррупция йүнәлешендә ҡылынған енәйәттәр буйынса алғы һыҙыҡта тора (8626), Краснодар крайы икенсе баҫҡысты биләй (3653), өсөнсө урында Мәскәү өлкәһе (3436).
“Таҙа ҡулдар” Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы йәмәғәт ҡабул итеүе үҙәгенән белдереүҙәренсә, 2015 йылдың 1 сентябренән 2016 йылдың 31 авгусына тиклем 9 125 мөрәжәғәт булған. Әле илдә бер кешегә уртаса ришүәт күләме 809 158 һум (12 500 доллар) тура килә, былтырғы отчет осорон­да ул 613 718 һум тәшкил иткән. Йәғни был һан уртаса 25 процентҡа артҡан. Шуға ла бөгөн коррупция илдең милли именлегенә хәүеф тыуҙыра, тип әйһәк тә хата булмаҫ. Унан ҡотола алыр­быҙ­мы?

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы сайтынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840