Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инсафлыҡ билдәһе
Инсафлыҡ билдәһеЗаманы шулай тибеҙ... Беҙҙең йәмғиәттә нығынған ошо фекер тормош рәүешебеҙгә, әхлаҡ һәм йәшәү ҡиммәттәребеҙгә йоғонто яһамайынса ҡалмай. Гүзәл заттарҙың кейенеү өлгөһө лә заман билдәһе тип ҡабул ителә. Бәлки, ҙур яңылыҡ та түгелдер, ҡатын-ҡыҙҙың ярым-асыҡ йөрөүҙәре тураһында күп һөйләйбеҙ. Бигерәк тә йәй етһә бындай күренештәр ҡала һәм ауыл урамдарында берҙәй күҙгә ташлана. Бөтәһе лә түгел, әммә матурлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ өлгөһө булыр йәш һәм оло ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың саманан тыш асыҡ йәки ипһеҙ кейенеп йөрөүе уйландырмай ҡалмай. Кемдер быға ғәҙәти күренеш итеп ҡарай, кемдәрҙер өсөн был бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ күренеш.


Нисек кенә булмаһын, быларҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәҙәнилек, тәрбиәүи кеүек сифаттарын асыҡ күрһәтә түгелме? Кейем бөгөн ҡапланыу өсөн түгел, ә тулыһынса шәрә түгелмен бит тигәнде күр­һәтергә теләгән бер туҡыма киҫә­ге генә кеүек. Гонаһ шомлоғо, тиер ине өләсә­йем, ярым-шәрә актри­са­ларҙы атайымдар алып ҡайтҡан тәүге “Рекорд” телевизорынан күреп. “Кейеме бит бының кейенеү өсөн түгел, ә сисенеү өсөн” тигән мәрәкә һүҙе лә иҫтә ҡалған уның.
Әммә ҡасандыр ҡыҙыҡ булып тойолһа ла, бөгөн был күренештең мәҙәнилектән, әхлаҡтан тайпылыу икәнен һәр кем яҡшы аңлай. Шулай ҙа ара­быҙҙа әле һаман “кейемһеҙ”ҙәрҙең сафын тулы­ландырғандар бихисап. Заманы шулай... Ә ошо за­ман­дың һәм ундағы әхлаҡһыҙ­лыҡтың башы ҡайҙа икән? Һәм ошо замандың, ундағы инсафлыҡтың башы ҡайҙан? “Тәрбиәнән!” тиер күптәр... Шулаймы?
Ошо урында үҙ ҡиммәттәребеҙ итеп билдәләгән һайлауыбыҙҙың, ҡыҙҙарыбыҙға, һеңлеләребеҙгә, әхирәттәребеҙгә өлгө күрһәтеп, үҙебеҙ кейгән кейем­дәребеҙҙең бер генә булһа ла маҡсатын асыҡлайыҡ әле.
Кейем – ул беҙҙең һүҙебеҙ, ҡарашыбыҙ, әйтер фекеребеҙ. Асыҡ кейем иһә – әйләнә-тирәгә һәм үҙе­беҙгә ташланған саҡырыу. Был өндәү башҡа гүзәл заттарҙың матурлыҡ кимәлен билдәләһә, көслө заттарҙың һәр береһенә тыйылған өндәүҙе күрһәтә. Кәрәкме ул беҙгә, кәрәк түгелме? Кейем­дең ҡатын-ҡыҙҙың йәнен һәм тәнен һаҡлаған япма түгел, ә тый­наҡ­һыҙлыҡҡа илткән сәбәп булыуы дөрөҫөрәкме?
Тирә-йүнгә күҙ һалайыҡ әле. Йәш ҡыҙҙар янбаштарын һығып торған салбар кейеп, ул-был ерҙәрен асып йөрөргә тартынмай. Модамы был, ғәҙәтме? Аңламаҫһың... Әммә, тәбиғәттән бирел­гән матур буй-һынын күрһәтергә теләп, асыҡ ке­йе­неүҙең маҡ­саты бер – ул ир-егеттәрҙең иғти­барын йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала кеүек. Ә ниндәй ул иғтибар? Һәм кәрәк­ме? Йәғни ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен ир-егеттәр алдында ялтыр һәм матур уйынсыҡ итеп тойорға теләйме? Әллә, киреһенсә, уларҙан ихтирам һәм мөхәббәт хистәрен көтә­ләрме?
Ошо хаҡта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете һәм һәләкәте” тип аталған яҙмаларҙы уҡығанда уйланғайным. Ә яуап бер, сөнки беҙ йәки күптәребеҙ башҡаса йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмай. Әйтерһең дә, кемдер “һеҙҙе бө­тә­һе лә яратҡан хәлдә генә бәхетле була алаһығыҙ” тигән хаталы фекерҙе аңыбыҙға кереткән. “Ә ниңә, һығылма билеңде, ҡалҡыу күк­рәктәреңде күрһәтеп, янбашыңды уйнатып, иғти­барҙы йәлеп итер кейемдә урамдан үткән саҡта бар ир-егеттәрҙең теләһә-теләмәһә лә хайран ҡа­лып тап һиңә иғтибар итеүе бәхет түгелме ни?! Күңел торошо күренмәһә лә, тән өлөштәрен күр­һә­теп, урамда атлап йөрөргә мөмкин. Бының өсөн артыҡ аҡыл да кәрәкмәй. Ә кемгә оҡшамай – ҡара­маһын”. Яҙылғандар интернет селтәрендә ҡуйылған ярым-шәрә кейенгән бер ҡатын-ҡыҙҙың фекере.
Ә бит уйлап ҡараһаң, борон-борондан әҙәм балалары өсөн кейем күҙ күрке генә түгел. Ул – беҙ­ҙең мәҙәниәтебеҙ ҙә, инсафлығыбыҙ ҙа, таҙалығыбыҙ ҙа.
Заман менән юғаламы инсафлыҡ? Шул бер за­ман­ға ғына ҡайтып ҡалдырыуыбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ­ҙа­рыбыҙ күптән бары тик нәфислек өлгөһө, матурлыҡ алиһәһе булыуҙан ситтә ҡала бара. Ҡәҙер итеүҙән, яҡлауҙан, хөрмәтләүҙән үҙҙәре баш тарта. Һәм тотонола торған әйбер булыуҙа­рына ла бер генә аҙым. Ябай ғына бер миҫал: төрлө рекламаларҙа инсафлыҡ өлгөһө булыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярым-шәрә кәүҙәләре сағылыш тапҡан. Уларға ҡарап һоҡ­ланалар, өлгө итеп күрә­ләр. Әйтерһең дә, гүзәл заттың ошо тәне – аҡсаға бәйле заман талаптарын ҡәнәғәтләндергән һәм ошо рәүешле үҙ баһаһын, матур­лығын юҡҡа сығарырға, сарыф итергә тейешле материал. Буй-һын һәм асыҡ кейемдең тауар, тап ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын, баһаһын көйләгән бер әйбер булыуы уйландыра.
Ә барыһы ла беҙҙең ҡиммәттәргә, ҡараштары­быҙ­ға, аңыбыҙға бәйле. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, үҙебеҙҙе үҙебеҙ һанламайбыҙ, тәбиғәтебеҙҙе аңламайбыҙ түгелме? Ә бит үҙебеҙгә бирелгән баһа ла, күрһә­телгән хөрмәт, ихтирам да ул шәхесебеҙгә ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙҙән, инсафлы кейемебеҙҙән башлана. Ихтирамды һәм ысын матурлыҡты бит ҡыҫҡа итәк, асыҡ муйын, ярым-яланғас түштәр менән генә яулап булмай. Бәлки, беҙ, киреһенсә, үҙебеҙҙең матурлыҡты тойоп, ошо байлыҡты нә­зә­кәт­ле кейем аҫтында, юҡ, тоҡ кеүек япмалар менән түгел, ә инсафлыҡ билдәһе булыр әҙәпле күлдәктәр, тубыҡтан түбән итәктәр, ҡаплаулы яурындар ярҙа­мында һаҡларға тырышабыҙҙыр. Ә бит бындай юл – тәрбиә, мәҙәнилек, әҙәплелек билдәһе.
Шуға ла, инсафлыҡ – кейемебеҙҙә, тип әйтер инем мин. Матур кейемдәге ҡатын-ҡыҙ ысын мәғә­нәһендә эске матурлыҡ көсө менән балҡый. Ундай гүзәл зат янында булыу – ир-егеттәребеҙ өсөн дә оло бер хөрмәт. Инсафлығыбыҙ – яҡты эштәребеҙ­ҙең башы ла.


Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518