Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Себеш һанар мәл
Себеш һанар мәл Быйыл көндәр йылы тороу сәбәпле, ауыл ерендә ҡаҙ өмәләре бер аҙ һуңлабыраҡ үтә. Шулай ҙа күп хужалар ҡар ятыуын көтмәй, ҡош-ҡортон һуйып, туңдырыуҙы хуп күрә. Ҡаҙ-өйрәк аҫраусылар, туғандарын, дуҫтарын һәм күршеләрен бергә йыйып, күңелле өмәләр үткәрә. Муллыҡ байрамы күптән түгел Күсем ауылы уңғандары тарафынан да ойошторолдо. Себеште көҙ һанайҙар, тигәндәй, һәр йортта тиерлек ҡаҙ өмәләре ауылға йәм һәм ҡот өҫтәй.


Ҡаҙ өмәһе — халҡыбыҙҙың матур милли йолаларының береһе. Бында кешеләр яҡындан аралаша, күңел аса. Күсем ауылының иң егәрле ғаиләләренең береһе Сәбилә менән Азамат Зәйнуллиндар ҡаҙ өмәһенә күршеләрен генә түгел, хатта ауылда йәшәгән иң етеҙ, таһыллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырған, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ирҙәр ҡаҙҙарҙы һуйып, йолҡорға әҙерләһә, хужабикәләр “һә” тигәнсе уларҙы таҙартып та ҡуйҙы. Эш менән йыр-көлкө аралашып барҙы, байрамдың төп йыры “Ҡаҙ ҡанаты” бер нисә тапҡыр яңғыраны.
Сәбилә менән Азамат Зәйнуллиндар — ауылда күркәм ғаиләләрҙең береһе. Күпләп мал тотҡан, ҡош-ҡорт аҫраған ғаилә уңғандар иҫәбендә. Күптән түгел 35 бройлерын һуйып, таҙалап алһалар, әле ҡаҙҙарын йолҡторалар. “Бройлерҙар өсөн бер нисә өмә яһаныҡ, һимеҙ булдылар, күбеһе дүрт килограмдан артыҡ тартты. Балалар, туған-тыумаса, дуҫ-иш менән ашарға ла, артығын һатырға ла етә”, — тип ҡыуана Зәйнуллиндар. Йәш бала менән ултырыуға ҡарамаҫтан, йорт хужабикәһе бар эште теүәл башҡара. Кескәй Дамир ҙа әсәһенең уңғанлығына күнегеп бөткән, ахыры, уның иларға ла ваҡыты юҡ. Үҙенсә, өмәселәргә булышырға тырышып, ауыҙ эсенән нимәлер көйләп йөрөй. Әйткәндәй, уңған ҡатындар Ҡаҙ өмәһенең бар нескәлектәрен тулыһынса үтәргә тырыша. Мәҫәлән, ҡаҙҙы йолҡоп бөткәс, мамығын йыймай, хужабикәләр аяҡ-ҡулын шунда тығып һамаҡлай. Ололар әйтеүе буйынса, шулай иткәндә, аяҡ-ҡул һыҙлауһыҙ була икән.
Артабан гармунсы Зөлфәр Ҡунаҡҡоловтың дәртле моңо оҙатыуында көйәнтәләргә эленгән ҡаҙ түшкәләрен яурындарына һалып, йәшерәктәр һыу буйына ыңғайланы. Ҡалғандары гармунға ҡушылып йыр һуҙҙы. Егәрле килендәр иһә, ҡаҙ түшкәләрен йылғала сайҡап, төрлө теләктәр теләне: “Киләһе йыл да был йортҡа ҡаҙ үрсетергә насип булһын!”
Көн һыуығы өмәселәрҙең бит алмаларын бер аҙ семеткелеп алһа ла, кәйефтәр күтәренке. Сыр-сыу килеп өйгә ҡайтҡас, уларҙы тағы ла яуаплыраҡ, ҡатмарлыраҡ эш көтә ине. Ҡаҙ түшкәләренең эсен ярып, таҙартыу барыһынан да сослоҡ һәм иғтибарлыҡ талап итә. Был юлы бигерәк тә Дильмира Ҡунаҡҡолова, Әғниә Бикмырҙина, Әлимә Ғабдуллина һәм Диләфрүз Ғәҙелшиналарға етеүсе табылманы. Уларҙың ҡулына күҙ эйәрмәй, “һә”тигәнсе барыһын да эшкәртеп тә ҡуйҙылар.
Эш теүәлләнеп, ҡаҙҙар эленеп, өмәселәр тәмле сәй эсеп, бер аҙ ял иткәндән һуң, ҡаҙ мамығы һыҙырҙы. Кис ашҡа йыйып, ҡунаҡ һыйлаған йорт хужалары Сәбилә менән Азамат Зәйнуллиндар өмәселәргә ихлас рәхмәттәрен әйтеп, ҡаҙ итен өлөшләп таратты. Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — бот, хужаға — баш, ҡатынға — түш, ҡунаҡтарға оса майы эләккән, тип ит бүлде йорт хужаһы. Ул, һамаҡлап, һәр кемгә өлөшөн таратып сыҡты, барыһы ла хужаға киләһе йылда ла мул итеп ҡаҙ үрсетеүен теләне.
Тәү ҡарашҡа ябай һәм ғәҙәти кеүек күренгән “Ҡаҙ өмәһе” боронғо халыҡ йолаларын ҡайтанан тергеҙеү, уны пропагандалау булһа, икенсенән, бергәләшеп, уйын-көлкө, мәрәкәләшеп, хужалар өсөн оло бер эште атҡарыу сараһы ул. Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана, милли йолаларыбыҙ юғалмай, быуындан быуынға күсеп, йәшәй әле.

Әбйәлил районы.

Өмәселәрҙән ҡаҙ итенән аш әҙерләү өлгөһө

Ҡаҙ ите менән тары бутҡаһы бешереү өсөн түшкәне эшкәртеп, йыуып, 40-50 г ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүләләр ҙә, һыуыҡ һыуға һалып, ҡайнатып сығаралар. Тоҙ, борос һибеп, яртылаш әҙер булғансы һүрән утта бешерәләр. Тарыны таҙартып, бер нисә ҡат йыуғандан һуң, ҡайнар һыу менән бешекләйҙәр. Һурпаға һалып, майҙа ҡыҙҙырылған һуған өҫтәйҙәр. Һурпа кимәле ярманыҡынан 3-4 сантиметрға юғарыраҡ булырға тейеш. Бутҡаны һүрән утта бешерәләр. Унан һуң 10-15 минут ултыртып торалар. Ҡаҙ ите ҡушылған бутҡаны ҙур тәрилкәгә һалып бирәләр. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны ҡарабойҙай, дөгө, һоло ярмаһынан да бешерәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508