Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетле ҡартлыҡ кисерә
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәҠәһәрле һуғыш осоронда буй еткергән үҫмер малай һәм ҡыҙҙарға бала саҡ шатлыҡтары бөтөнләй тиерлек тәтемәй. Уларға бәләкәйҙән үк ололар менән дөйөм эштәргә егелергә тура килә. “Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә Еңеү өсөн!” тигән саҡырыу уларҙың күңелендә бик иртә урын ала. Ғүмер йылдарының туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Нәзирә Мөхәмәтғафый ҡыҙы Йәрмөхәмәтова – шул дәһшәтле дәүер балаларының береһе.

Ул Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған, ғаиләләрендә алты ҡыҙ үҫкәндәр.
– Башланғыс кластарҙа үҙебеҙҙә уҡыһаҡ, бишенсегә күрше Ҡотошҡа йөрөргә кәрәк ине. Дүртенселә ике йыл ултырғанымды яҡшы иҫләйем, сөнки күрше ауылға йөрөргә өҫ кейемем булманы, – тип хәтер йомғағын һүтә Нәзирә әбей.
Йәштәштәре менән бергәләп ун өс йәшенән колхозға эшкә сыҡҡан, яҙҙан башлап барлыҡ мәшәҡәт уртаһында булған: бесән сапҡан, ураҡта ла ҡатнашҡан, комбайндан һалам төшөрөп йөрөгән. Көҙгө миҙгелде яланда йә ырҙын табағында ҡаршылаған ул. Башынан үткән ауырлыҡтарға әллә ни зарланмай, тырышып эшләүҙәре, бик тә татыу йәшәүҙәре, ваҡытын табып, күңелле ял итеүҙәрен ғорурланып хәтерләй оло быуын вәкиле.
– Кесерткән, алабута, башҡа ашарға яраҡлы үләндәрҙе барыбыҙ ҙа белеп үҫтек, әсәйем уларҙан аш, төрлө ризыҡ бешерҙе. Киптерелеп, ҡул тирмәнендә тартылған ҡара борсаҡ бутҡаһы ифрат тәмле булыр ине. Көҙҙәрен йыйған муйылды көйәнтәләп Дыуанға алып барып һаттыҡ. Баҡсабыҙға көнбағыш ултырта инек, киптерелгәнен өс-биш тингә һата инек. Шундай дөйөм тырышлыҡ арҡа­һында ғына астан үлмәнек, – ти әңгәмәләшем.
Унынсы класты тамамлағас, Нәзирә Мөхәмәтғафый ҡыҙы күрше Силәбе өлкәһендәге Бажово ҡасабаһына юллана, унда мебель фабрикаһына йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Үҙе кеүек йәш һәм сибек ҡыҙҙар менән бергәләп йөк машиналарынан бүрәнә бушата. Бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫкәс, тырышып эшләй ул. Етәкселәр быны тиҙ күрә: үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Нәзирә апайҙы мебель цехына лаклаусы итеп күсерәләр.
Үҙенең мөхәббәтен дә ошо ҡасабала таба ул. 1960 йылда бындағы шахтала эшләгән Ҡотош ауылы егете Йыһанур Йәрмөхәмәтов менән сәстәрен сәскә бәйләй. Дәртләнеп яңы тормош баш­лаған йәштәргә тиҙҙән фатир бирәләр, унан инде тәүге улдары Йәмил шатландыра. Бәләкәсен әсәһе ҡарашҡас, Нәзирә апай йүгереп йөрөп тигәндәй һатыусылар курсын тамамлай ҙа яңы эшкә урынлаша. Икенсе улдары Марсель тыуғас, иң яҡшы алты шахтер иҫәбендә ғаилә башлығын Украиналағы Первомайский ҡалаһына ебәрәләр, унда фатир бирәләр.
Хеҙмәт алдынғыһы Йыһанур Йыһан­гир улы утыҙ алты йыл ғүмерен шахтаға арнай. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙһеҙ үтмәй: үпкә ауырыуынан иртә вафат була ағайыбыҙ. Уның эшен улы Марсель дауам итә. Ә Йәмил иһә табип һөнәрен һайлай, Өфөлә Башҡортостан дәүләт медицина институтын, ул саҡтағы Куйбышев ҡалаһында хәрби медицина академияһын тамамлай, хеҙмәт юлын Сорғот ҡалаһында башлай.
Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул... Нәзирә апайға яҙмышы тағы бер һынау килтерә: улы Марселде емерелгән шахта баҫып ҡуя. Яҡындарын юғалтҡас, инде хаҡлы ялға сыҡҡан Нәзирә Мөхәмәтғафый ҡыҙы алыҫ Украинанан тыуған төбәгенә юл ала, Мәсәғүт ауылындағы туғаны Рида янына ҡайтып төпләнә, тиҙҙән үҙенә фатир йүнләй.
Бөгөн Нәзирә апайға ике ейән-ейәнсәре һәм ике бүләһе шатлыҡ өҫтәй. Сорғот табиптары – улы менән килене – даими янына ҡайтып ярҙамлашып, телефон аша хәлен белешеп тора.
– Тыуған яҡта рәхәтләнеп йәшәйем, аралашырға туғандарым бар. Мәсеткә йөрөйөм, яҡындарымды юғалтҡас, дингә бирелдем. Тормош шундай матур, халыҡтың ашарына, кейеренә бар. Барыһы ла бәхетле, татыу, оҙон ғүмерле булһын. Ошо йәшемә еткәнемә сикһеҙ шатмын, – тип һәммәһенә лә тик яҡшылыҡ теләй Нәзирә апай.
Ысынлап та, күгебеҙ яҡты, донъябыҙ тыныс, рәхәтләнеп йәшәргә генә ҡала. Бер- беребеҙҙең ҡәҙерен белеү, татыу булыу фарыз.

Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518