Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урман ҡырҡыусылар” эше
“Урман ҡырҡыусылар” эшеҠулына ашамлыҡтар тейәлгән сумкаһын, һәнәген эләктергән өләсәйем ҡабаланып атлай. Сапҡан ғына бесәнен көн ҡорола йыйып, кәбәнгә һалып ҡалырға кәрәк. Минән ике йәшкә олораҡ ағайым менән
шулай уҡ ике йәшкә кесерәк ҡустым, һәнәктәрен ат итеп атланып, байтаҡ ара
алдан елдерә. Мин, быйыл көҙгә беренсе класҡа уҡырға барырға дәртләнеп йөрөгән тиктормаҫ ҡыҙыҡай, оҙон етен сәстәремде ялбыратып, өләсәйем тегеп кейҙергән балитәкле күлдәгемдең итәгенә эләгә-урала бесәнселәргә сәй ҡайнатырға, еләк,
муйыл йыйырға тип, оло “эшем эйәһе”
булып, унан ҡалышмайынса Бүреле туғайынан йүгерә-атлай китеп барам.



– Өләсәй, һин баҫҡан урында үләндәр ҙә иҙелмәй, кире баш ҡалҡытып ҡала. Нисек шулай матур ғына урындарҙы табып атлайһың ул? – тип балаларса ихлас аптырайым. Уның йәтеш кенә аяҡтарына эләктергән калушы сәскә-үләндәрҙе аяп ҡына баҫа. – Мин дә һинең эҙҙәреңә генә баҫып барайым әле, йәме, өләсәй?
Өләсәйем, ғәжәпләнеп, артҡа әйләнә. Үҙе баҫҡан эҙҙәрҙән матурлыҡты күрә алған ейәнсәренә текәлеп, аптырап ҡала.
– Ҡуй, балам, атлама минең юлдан, ҡабатлай күрмә минең яҙмышты. Был тормошта һинең үҙ эҙең ҡалһын, бәхетле генә бул, ҡыҙыҡайым!
Өләсәйемдең был һүҙҙәренең мәғәнәһенә, әлбиттә, ул ваҡытта иғтибар ҙа бирмәгәнмендер. Сиңерткә кеүек, һикерә-атлай юлымды дауам иткәнмендер. Йылдар үтеп, үҙем әсәй, өләсәй булғас ҡына, тормошта үҙ эҙҙәремде һалған һайын өләсәйемдең мине ҡурсаларға теләп әйтелгән алтынға биргеһеҙ һүҙҙәре, кәңәштәре күңелем төпкөлөнән терелеп, мине күп ауырлыҡтарҙан, бәләләрҙән йолоп алып ҡала алыуына әллә нисә тапҡыр инандым.
1992 йыл. Баймаҡ районының “Октябрь байрағы” гәзите биттәрендә 1930 йылдарҙа “халыҡ дошмандары” булып ҡулға алынған, тиҫтәләрсә йылға хөкөм ителеп, ғүмерен тимер сыбыҡлы концентрацион лагерҙарҙа уҙғарырға мәжбүр булған, атылған, хәҙер инде исемдәре аҡланған райондаштарыбыҙҙың исемлеге баҫылды. Улар араһында Өмөтбай ауылы кешеләре, беҙҙең яҡындарыбыҙ – өләсәйебеҙ Хәбибъямал Әхмәт ҡыҙы Юнысова (Насирова), олатайҙарыбыҙ – Исрафил Йәнтүрә улы Юнысов (өләсәйемдең ире) һәм Сәлимгәрәй Әхмәт улы Насиров та (өләсәйемдең бер туған ағаһы) бар ине...
Беҙ, өләсәйҙең ейәндәре (уның вафатына өс йыл үткәйне), исемлекте ҡабат-ҡабат ҡарап, ғәжәпләнеүебеҙҙе йәшермәнек. Әсәйем Ғәйшә Хаким ҡыҙы ғына, таптығыҙ аптырар нәмә тигәндәй, өндәшмәне.
– Эйе, өләсәйегеҙ нахаҡҡа ун өс йылға хөкөм ителеп, шуның туғыҙ йылын тотҡонлоҡта уҙғарҙы. Һеҙ һорамағыҙ, мин белмәйем, белергә лә, белгәнемде һөйләргә лә теләмәйем. Бәлки, минең тормошомда булған бөтә бәхетһеҙлегем дә ошонан киләлер. Ғүмер буйы бармаҡ төртөп, “дошман балаһы!” тип кәмһеттеләр, йәшлегемдә юлым һәр саҡ ябыҡ булды. Хатта атайығыҙ ҙа минең менән йәшәргә теләмәне, кеше һүҙенә биреште, – тип өнһөҙ генә күҙ йәштәрен һөрттө...
Үҙебеҙ ҙә, утыҙҙы уҙып, тормоштоң асылына апаруҡ төшөнә барған йәштә булараҡ, уның күңел яраларын ҡабат ҡуҙғатыуҙы хуп күрмәнек. Янып торған ҙур зәңгәр күҙле, ҡырлас танаулы, төҫкә-башҡа күркәм әсәйем бик ғорур, баш эймәҫ ҡатын ине. Үҙе иҫән сағында архив хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеүҙе, репрессияға дусар булыусыларға бирелгән ташламаларҙы, мөлкәткә компенсация юллауҙы ла кәрәк тип тапманы. “Ғүмер буйы хәләл көсөм менән йәшәнем, хөкүмәттән бер ярҙам да һораманым. Кәрәкмәй!” – тип ҡырт киҫте.
Был яңылыҡтан һуң күңелемдә төйнәлгән төйөр йылдарҙы артмаҡлаған һайын ҙурайғандан-ҙурая ғына барҙы. Заман үҙгәреү менән сәйәси золом ҡорбандарының яҙмышы тураһында мәғлүмәт алыу еңелләште. Тәүәккәлләнем. Гөлтләп янған мейестән һоҫоп алған тере ҡуҙҙар ише, 1930 йылда – 123, аҙаҡ, 1937 йылда, ошо кешеләрҙең меңдәрсә яҡындарының башын ашаған “Урман ҡырҡыусылар” эше ҡулдарымды түгел, йөрәгемде өттө. Томдар булып өйөлгән ҡатырға папкаларҙағы яҙыуҙар өҫтөнә тып-тып тамған ҡайнар күҙ йәштәрем дә күңелемде баҫа алманы, киреһенсә, был ҡуҙҙарға ҡайнарлыҡ ҡына өҫтәне...
Исрафил Йәнтүрә улы Юнысов 1901 йылда тыуған, ауыл мәҙрәсәһендә ғәрәпсә уҡый-яҙырға өйрәнгән. Милли хәрәкәт етәксеһе Зәки Вәлиди Темәс ауылын Башҡортостандың баш ҡалаһы итеп һайлағас, Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙан бында күсерелә. Граждандар һуғышының иң ҡыҙыу нөктәһе лә ошо тирәлә була. Өмөтбай ауылының күп ир-егеттәре йәш Башҡорт республикаһын яҡлау маҡсатында Муса Мортазин ғәскәренә яҙыла. Тәүҙә Советтарға ҡаршы, аҙаҡ Ҡыҙыл Армия составындағы яуҙарҙа Исрафил Юнысов үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. М. Мортазин етәкселегендәге ғәскәрҙә Польшаға ҡаршы һуғышта, унан һуң илдә тәртип урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашып, 1924 йылда ҡыҙыл командир тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1925 – 1929 йылдарҙа ВКП(б) ағзаһы була. Хәрби хеҙмәттә ул кириллицаны үҙләштерә, рус телендә яҙа белә. 1928 йылда колхозлашыу хәрәкәтен етәкләй, ауылдаштарын колхозға өгөтләп, “Еңеү” колхозына нигеҙ һалыуға күп көс түгә. Аҙмы-күпме грамоталы, русса аңлаған, бер аҙ һупалаған кеше булараҡ, райондан (ул осорҙа Өмөтбай ауылы Әбйәлил районына ҡараған), ситтән килгән уполномоченныйҙарҙы, ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөүҙе уның ҡарамағына тапшыралар. Колхоз идаралығы һәм ауыл Советы ағзаһы булған Исрафил ауылда яңы тормош төҙөү эшенә башкөллө сума.
Эш өсөн янып-көйгән иренең өйгә ҡайтыуын йәш кәләше Хәбибъямал яңы тыуған улы Ғаяз менән көтөп ала алмай зар-интизар була. 1929 йыл йәш ғаилә өсөн ауыр килә. Исрафилды большевиктар партияһынан сығаралар. Сәбәбе – граждандар һуғышы ваҡытында Советтарға ҡаршы көрәшкән. Уның баш өҫтөндә ҡара болоттар көндән-көн нығыраҡ ҡабара. 1929 йылдың көҙөндә кемдәрҙер Темәс милицияһына һөжүм итеп, биш винтовканы ҡулға төшөрәләр. (Бәлки, был хәл бөтөнләй булмағандыр, булһа ла, ғәйепһеҙҙәрҙән ғәйеп эҙләрлек инсценировка түгелме икән?) “Бандиттар”ҙы Өмөтбай ауылы ирҙәре араһынан эҙләй башлағас, Исрафил Юнысов һәм Абдулла Ғүмәров Урал төпкөлөнә ҡасып, айҙан артыҡ йәшеренеп ята. (“Һеҙҙе ОГПУ органдары эҙләй” тигән хәбәр уларҙы ҡурҡыта).
1930 йылдың 18 апрелендә Исрафил Юнысов ҡулға алына... һәм шунда уҡ ҡорал урлаусы “уғры”лар асыҡлана: Өмөтбай ауылы ирҙәре – Низаметдин Юнысов, Фәйезйән Юнысов, Хәмзә Ғүмәров был енәйәтте Исрафил Юнысов етәкселегендә эшләгән! “Ирәндек бандаһы төркөмө” етәксеһенә башҡа ғәйепләүҙәр ҙә тағыла: 1926 йылда Әбйәлил районы биләмәһендә барлыҡҡа килгән, элекке мортазинсыларҙан торған контрреволюцион ойошмаларға кешеләр йәлеп итеү, Советтарға ҡаршы эш алып барған Зөбәйеров һәм Симонов төркөмдәре менән тығыҙ бәйләнештә булыу, Совет власын түңкәреү маҡсатында ҡораллы восстание әҙерләүҙә ҡатнашыу.
1929 йылда Әүжән заводынан ике кеше – Хәбибулла Зөбәйеров (Стәрлетамаҡтан) менән Александр Симонов Ағиҙел йылғаһынан һал ағыҙыу, таҡтанан ҡыуыштар, кәмәләр эшләү өсөн урман ҡырҡыусылар йыйыу маҡсатында Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарының урман зонаһында ятҡан ауылдарына килә. Өмөтбай, Баймырҙа ауылдарында уларҙы Исрафил Юнысов оҙатып йөрөй. Яңы төҙөлгән колхозда эштәр ырамлы түгел, күмәк хужалыҡ алып барыуҙы хупламаған булдыҡлы хужалар колхоздан сыға башлай. Аҡса эшләп, бер аҙ донъяһын бөтәйтергә мөмкинлек сыҡҡанына ҡыуанған ир-егеттәр урман ҡырҡыу, һал ағыҙыу эшенә дәррәү яҙыла. Өмөтбай ауылынан – 25, Баймырҙанан ете кеше балта эшенә яллана. Колхозға инеү һәм сығыу ирекле булыуын иҫәпкә алып (В.И. Ленин яҙып ҡалдырыуынса), халыҡты бары “таяҡ”ҡа (трудодень) эшләтеүҙең мөмкин түгеллеген күреп, Исрафил, колхоз идаралығы ағзаһы булһа ла, ауылдаштарының теләгенә ҡаршы тора алмай (44 хужалыҡтан торған колхозда 11-е генә ҡала). Бер йылдан һуң ҡулға алынғас, уны колхозды тарҡатыуҙа ғәйепләйҙәр. Шаһиттарҙың һөйләүе буйынса (ошо уҡ ауыл кешеләре), И. Юнысов: “Колхозсы булыуға ҡарағанда, һеҙгә эшсе булыу күпкә файҙалыраҡ. Ышаныслы иптәштәр табылһа, колхоздарҙы тарҡатыр, бөтә ергә “Бөтһөн Компартия!”, “Йәшәһен ирек!”, “Йәшәһен ирекле һатыу итеү!” тигән лозунгтарҙы элеп сығыр инем”, – тигән, имеш.
Ирҙәр һәр заманда ла йыйылышып, кәйеф-сафа ҡороп ултырырға, телдәрен асыусы зәхмәт һыуын тәмләгәс, бер-береһенән уҙҙырып “белдекле” хәбәрҙәрен, шәплектәрен һөйләргә әүәҫтер. Был ҡылыҡтан Өмөтбай ауылы ирҙәре лә азат булмаған. 1929 йылдың 30 апрелендә ирҙәр Ғәҙелгәрәй Ғүмәровтың өйөндә йыйыла. Бишбармаҡҡа ҡушып ике “шкальник”тың башына етәләр, аҙаҡ сират мейес башындағы әсе балға етә. Кемеһелер аш ашағандан һуң өйҙәренә ҡайтып китә, ҡайһыһы иҫереп йығылып йоҡлай, һуғыштарҙа ҡатнашып, донъя күргәндәре башынан үткәндәрен бәйән итә. Халҡыбыҙға хас ихласлыҡ, үтә ябайлыҡ, ыша­ныусанлыҡ арҡаһында ирҙәрҙең теле асылғанда һөйләнгән-һөйләнмәгән хәбәрҙәре бер йыл да уҙмай күптәре өсөн һәләкәткә әйләнә.
Зәки Вәлиди, Муса Мортазинды күреп-белгән, күңелдәрендә азатлыҡ рухын йөрөткән башҡорт ирҙәре, бәлки, яңы власҡа ҡарата ҡараштарын да белдереп ҡуйғандыр. “Төркөмгә йыйылып, Совет власына ҡаршы пропаганда алып барғандары, ҡораллы восстаниеға әҙерләнгәндәре өсөн” Исрафил Юнысов, Фәйезйән Алтынғужин, Әҙелмырҙа Юнысов, Ғәҙелгәрәй Ғүмәров, Солтангәрәй Ғүмәров, Ишбулды Иҫәнғолов, Мархәм Юнысов ҡулға алына. Был “Советтарға ҡаршы йыйылышта” Хәбибулла Зөбәйеров менән Александр Симонов, Темәстән килгән Зәйнетдин Аҡназаров та ҡатнашҡан булып сыға. Имеш, Исрафил Юнысов, тәмәке тартыу һылтауы менән тышҡа сығып, улар менән осрашып, “кәрәкле указание”лар алып инә. “Зөбәйеров һәм Симонов ҡорал әҙерләргә ҡуша. Әүжән заводында ҡорал туплай башлағандар. Ғәскәр туплап Мәләүезгә, унан Стәрлегә, Өфөгә етеп Совет власын бөтөрөргә йыйынабыҙ”, – тип әйткәндәр икән.
Исрафил Юнысовтан һорау алыуҙар туғыҙ айға яҡын дауам итә. Ҡат-ҡат һорау алыуҙарҙа ауылдаштарҙы күҙмә-күҙ осраштырып, бер-береһенә ғәйеп ташлау ысулын ҡулланалар. Һәр төрлө язалауҙарға түҙә алмайынса күптәр “ғәйебен” таный. 19 сентябрҙән уны контрреволюцион ойошманың етәксеһе булыуҙа ғәйепләп, “эше” ныҡлы күҙәтеү талап иткәнлектән”, айырым изоляторҙа тоталар. 1931 йылдың 5 ғинуарына тиклем олатайыбыҙ ниндәй тамуҡтар аша үткәндер, тик Хоҙай ғына белә. Тәүге һорау алыуҙа һөйләгән һүҙҙәрен – Советтарға ҡаршы эш алып бармауын, ирҙәрҙең йыйылышы тик эскелеккә ҡоролоуын, Зөбәйеров һәм Симоновтарҙың завод эше менән йөрөүен, Темәс милицияһын талауҙа ҡатнашмауын башҡаларында ла ҡабатлай, уға тағылған ғәйепләүҙәрҙең береһен дә танымай. Ҡыштың һалҡын иртәһендә тәне онталып та, рухы һынмаған олатайыбыҙ Тройка суды ҡарары менән атылып, кәүҙәһе ауылдаштары, атаһының бер туғаны – Әҙеһәм ағаһының улдары – Әҙелмырҙа Юнысов, Фәйезйән Юнысов кәүҙәләре менән бергә Өфө ҡалаһындағы Сергиев зыяратында дөйөм соҡорға күмелә.
“Урман ҡырҡыусылар”ҙың тағы бер “Советтарға ҡаршы ҡораллы восстание әҙерләүсеһе” – Өмөтбай ауылының булдыҡлы ир-егеттәренең береһе – Сәлимгәрәй Әхмәт улы Насиров (1893 йылғы) булып сыға. Ғаиләләге ете ҡыҙ араһындағы берҙән-бер ул булғанға күрә, Әхмәт ҡарт Сәлимгәрәйен күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. 1915 – 1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, генерал Брусиловтың бөйөк һөжүмендә Галицияға тиклем барып етә. Ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуға граждандар һуғышы башлана. Өмөтбай ауылы бер “аҡ”тар, бер “ҡыҙыл”дар ҡулына күсә. Әхмәт ҡарт улын болала ҡатнаштырмаҫ өсөн барыһын да эшләй: килгән һалдаттарға һуңғы малын һуйып ашата, ғәскәрҙәрҙе ылау, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ярҙамлаша. Сәлимгәрәй оло йәштәге ата-әсәһенең, ете апай-һеңлеләренең, оло таянысы була. Революцияға тиклем үк йүнсел егет оло ирҙәргә эйәреп Боҙаяз, Өфө, Троицк йәрминкә­ләренә йөрөй, һатыу, алыш-биреш итеп, апай-һеңлеләрен күлдәклек ситса, яулыҡ, сәй-шәкәр, хатта был яҡтарға танһыҡ булған сәтләүектәр алып ҡайтып шатландыра.
1931 йылда Сәлимгәрәй Насиров “М. Мортазин армияһында хеҙмәт иткәне өсөн” ҡулға алына һәм өс йылға концентрацион лагерға оҙатыла. (Ҡайҙа икәне миңә билдәле түгел, шулай ҙа үҙе иҫән са­ғында һеңлеһе Хәбибъямалға хәл-әхүәл беле­шергә килгәндә Беломорканал тураһында шым ғы­на һөйләшкәндәре хәтерҙә). 1937 йылдың 25 октябрендә уны тағы ҡулға алалар, район үҙәге Асҡарҙағы изоляторға ултырталар. Был юлы “элекке мортазинсы”ны Х. Зөбәйеровтың Советтарға ҡаршы баш күтәрергә әҙерләнгән ойошмаһында тороуҙа, өйөндә хәрби винтовка һаҡлап, восстаниеның башланыуын көтөүҙә, колхозға ҡаршы зыянлы эштәр башҡарыуҙа ғәйепләйҙәр. (Ямғырлы көҙҙә колхоздың 35 гектар һолоһо сереүендә төп ғәйеп Сәлимгәрәй Насировта икән!) 20 июндә, имеш, уның өйөндә ойошма ағзалары йыйылышып, Совет власына ҡаршы һүҙҙәр һөйләгән. Тентеүҙәр ваҡытында уның өйөндә винтовка ла, властарға ҡаршы эш алып барыуҙы дәлилләгән бер генә ҡағыҙ ҙа табылмай. Сәлим­гәрәйҙе яҡлау маҡсатында ауыл Советы рәйесе Ишбулды Иҫәнғолов уның ярлы крәҫтиән ғаиләһенән булыуы, колхозда балта оҫтаһы булып эшләүе, хатта 1935 – 1936 йылдарҙа эше өсөн бүләкләнеүе, Совет власына ҡаршы бер ҡасан да ҡаршы һөйләмәүе тураһында белешмә яҙып бирә. Ауылдаштары Хәлфетдин Ғүмәров менән Хәлим Ҡолмөхәмәтов Сәлимгәрәйҙең хәрби винтовканы 1921 йылда уҡ властарға тапшырыуы тураһындағы шаһитлығын белдерә.
Һорау алыуҙарҙа Сәлимгәрәй үҙенең ғәйепһеҙ булыуын белдерә. Ҡабат-ҡабат уҙғарылған һорау алыуҙарҙа уға ҡарата көс ҡулланыла: ирендәрен папирос менән өтәләр, яланғас көйө һыуыҡҡа сығарып тоталар... 1937 йылдың 9 декабрендә ул, “контрреволюцион ойошма”ла торған бер кешенең дә исем-шәрифен атамай, бар “ғәйепте” үҙенә алырға мәжбүр була. Ун (!) йылға иркенән мәхрүм ителгән С. Насиров тәүҙә Белорет төрмәһенә, аҙаҡ Колымаға – Мәғҙән вольфрам һәм алтын ҡаҙыу рудниктарына ҡоллоҡ хеҙмәтенә оҙатыла.
Был рудниктарҙа тотҡондар ниндәй шарттарҙа эшләгәне һәм йәшәгәне хәҙер киң йәмәғәтселеккә сер түгел. Сәлимгәрәй вольфрам табыу шах­таһында баш күтәрмәй тир түгә. Ҡырыҡ градустан артҡан һыуыҡтарҙа ла эшкә сығармай ҡалмайҙар. Өҫкө ҡатламы алынған ерҙән бер туҡтауһыҙ һыу ағып, тотҡондарҙың кейемен һығып алмаҫлыҡҡа әйләндерә. Шахта ишелеп төшә ҡалһа, кешеләр ер менән ҡуша туңа, тереләрен кәйлә ярҙамында аҡтарып алып, барактарға индереп иретәләр.
Рудаһы алынған урындарҙа тәрән шурфтар һыу менән тула, унда йығылып төшкән тотҡондар инде кире сыға алмай. “Холодный” (атамаһы уҡ уның ниндәй булыуын әйтеп тора) алтын ҡаҙыу шахтаһында ла тырышып эшләй. Ҡәбергә тиң тар өңдәрҙә ҡараңғы, тотҡондар руда тейәлгән арбаларҙы дүрт аяҡлап тартып йөрөтә. Ер өҫтөнә сығарылған ташлы руданы шарлы тирмәндә әйләндерәләр. Таштарҙың саңы махсус таҫмаға йыйыла, уны йыуып, алтынын алалар. Һәр смена планды 120-130 процентҡа үтәп, 30-ар килограмм алтын табыуға ирешә.
1952 йылдың 22 сентябрендә, ун йылға иркенән мәхрүм ителгән олатайыбыҙ ун биш йыл ғүмерен (!) тотҡонлоҡта уҙғарғас ҡына, Мәғҙән төрмәһенән Өфөгә: “Сәлимгәрәй Насировтың контрреволюцион ойошма ағзаһы булыуы шик тыуҙыра, ул турала белдергән шаһиттарҙың да һөйләгәндәре дөрөҫлөккә тап килмәй”, – тигән яҙыу килә. Йәштән йүнсел, хәләл көсө менән мал табырға күнеккән, яҡындарының яҙмышына яуаплы ҡараған Сәлимгәрәй ғаиләһенә буш ҡул менән ҡайтырға баҙнат итмәй – бер аҙ аҡса эшләү ниәтендә ирекле эшсе сифатында ике йыл рудниктарҙа эшләүен дауам итә. 1954 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан Сәлимгәрәйҙе шатлыҡлы хәлдәр көтмәй: атайҙарын ҡулға алғанда ун өс, туғыҙ йәштә ҡалған ҡыҙҙары Йәмиғә менән Аҫылбикә һуғыш ваҡытында аслыҡтан үлә, Яңылбикә ҡыҙы быума сиренән яфалана. Үҙ ауылында артабан донъя көтөүҙе күҙ алдына килтермәгән олатайыбыҙ күрше Комсомол (Күгиҙел) ауылына күсенә һәм ғүмеренең аҙағынаса (1977 йыл) ошонда йәшәй.
Сәйәси золом ҡорбандарының араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да булыуы үтә аяныслы. “Совет власына ҡаршы ҡораллы восстание әҙерләүсе контрреволюцион ойошманың командиры” Исрафил Юны­совтың ҡатыны – Хәбибъямал Юнысова 1937 йылдың 21 сентябрендә ҡулға алына. Имсәк балаһын – Ғаязын юғалтҡан ҡатын, ирен ҡулға алғанда, икенсегә йөклө була. Миңһылыу ҡыҙы донъяға килгәс, ҡайғыһын берҙән-бер сабыйына баҫа. Күк Ирәндек буйындағы Түбә руднигының Баҡыр-Үҙәк шахтаһына алтын сығарыу эшенә сортҡа айырыусы булып урынлашҡас, күңеле тынысланып, дәртләнеп эшләй, стахановсылар рәтендә була.
Ҡыҙын ҡарарға тип тома һуҡыр әсәһе – Сәхипъямалды ла ауылынан күсереп алып килә. Революцияға тиклем оҫтабикәнән ғәрәп графикаһы дәрестәрен алған, Ҡөрьәндән башҡа китапты уҡый белмәгән 31 йәшлек ҡатынды ҡораллы восстание әҙерләүсе контрреволюцион ойошманың әүҙем ағзаһы булыуында, Темәс милицияһынан таланған ҡоралды йәшереп һаҡлауҙа ғәйепләйҙәр. Һорау алыуҙарҙа Хәбибъямал ире Исрафилдың бар “ғәйептәр”ен дә таный (ире әйләнеп ҡайтмағас, уның был донъяла юҡлығын аңлай, шуға күрә дәүләт машинаһына ҡаршы тороуҙы кәрәк тип тапмай, күрәһең. Ҡаршылаша ҡалһа, бындай урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙы нимә көткәне лә билдәле). 1937 йылдың 9 декабрендә “ғәйебен “ тулыһынса таныған Хәбибъямал Насирова, иркенән һигеҙ йылға мәхрүм ителеп, Асҡарҙан Белорет төрмәһенә оҙатыла.
Яҙмыш елдәре артабан уны Коми АССР-ына илтә. Печора ҡалаһынан 52 километр алыҫлыҡта, Нарьян-Мар йылғаһы буйында урынлашҡан меңдәрсә ГУЛАГ-тарҙың береһендә – Кедровый Шорҙа туғыҙ йылға яҡын ғүмерен уҙғарырға тура килә уға. 1932 йылда миллиондарҙың ҡоллоҡ хеҙмәтен башҡарыуға яраҡлаштырылған Кедровый Шор лагерында ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә. Хабибъямалды фермаға һауынсы итеп тәғәйенләйҙәр. Холмогор тоҡомло һыйырҙар һөттө мул бирә, һауынсы бында ла тырышып эшләй.
Тотҡондар төрлө яҡтарҙан килтерелгән, ҡайҙа ла планды арттырып үтәү мөһим. Мал ҡараусы Хәким (ишетеүем буйынса, кемдер уны Ҡырым татары, кемдер Пермь өлкәһенең Барҙа районынан, ти) менән танышып, бер-береһенә ярҙамлашып эшләйҙәр. Ире Исрафил “ғәйебе” менән ошо көнгә төшкән ҡатындың күңеле, бәлки, уға ҡарата асыу, үпкәләү хистәрен дә йөрөткәндер. Йәш ҡатын Хәкимде яҡын күрә. Улар өйләнешеп, лагерь барагында бергә йәшәй башлай.
Ғаиләле тотҡондар күп була, уларҙан тыуған сабыйҙар өсөн лагерҙа балалар баҡсаһы ла асыла. 1940 йылда ҡыҙы Ғәйшә тыуа. Ләкин тыуған яғын, һуҡыр әсәһе ҡулында ҡалған ҡыҙын – Миңһылыуын һағыныуын бер нәмә лә баҫа алмай. Хәбибъямал иреккә сығыу көндәрен зарығып көтә. Иренең: “Һине унда нимә көтә, үҙеңдең һәм баланың киләсәген аҙыраҡ уйла”, – тип ҡатынын ҡалырға өгөтләп ҡарай. Иреккә сыҡҡандарға ҡасабала йәшәргә рөхсәт ителә, айырым өй ҙә бирелә. “Минең бер ғәйебем дә юҡ, ауылдаштарым быны белә, ҡыҙым Миңһылыуҙы алам да кире килермен”, – ти үҙ һүҙле ҡатын, 1946 йылдың майында Ғәйшәне эйәртеп, тыуған яҡтарына юллана.
Ауылда уны ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Һуғыштан һуңғы аслыҡ, яланғаслыҡ. Колхозда эшләгәндәргә үләндән бешерелгән өйрәнең өҫтөнә һиберлек кенә он бирәләр. Халыҡ ҡуян тубырсығы, һарына ҡаҙып, тамаҡ туйҙыра. Ике, өс туған апай-һеңлеләре ҡулына ҡалған, инде ун биш йәшен тултырған Миңһылыу ҙа уны күптән онотҡан, әсәһенә яҡын да бармай, ситләшә. Элек донъя көткән өйгөнәһен дә башҡа ғаиләгә биргәндәр. Хәбибъямал кескәй ҡыҙы менән өйҙән-өйгә йөрөй, кире китергә йыйына. Быны ишеткән Миңһылыу ҡыҙы, саҡ үҙ итеп килгән яҡындарынан айырылырға теләмәгәндер инде, әсәһенә Коми АССР-ынан бирелгән бөтә документтарҙы утҡа тыға. “Халыҡ дошманы”на ул ваҡытта кем генә яңынан документ юллап бирһен? Хәбибъямал ауылында ҡалырға мәжбүр була.
Кеше өҫтөндә артыҡ тамаҡ булып күпме йәшәйһең, быны аңлай өләсәйебеҙ. Колхоз етәкселәре йәшәргә бер мөйөш биреү тураһында ишетергә лә теләмәй. Иркен ерҙәр эҙләп, Туймазы яҡтарынан Өмөтбай ауылына килеп, Һаҡмар һәм Бүреле йылғалары араһына төпләнгәндәр йәнәшәһенән ер бүләләр. Өләсәйебеҙ ҡул бысҡыһы, балта менән киҫкән ағастарын күтәреп, һөйрәп ташып, бәләкәй генә землянка яһап инә, шунда ҡыҙҙары менән донъя көтә башлай.
Мин өләсәйемде көслө рухлы, ныҡ кеше итеп беләм. Ниндәй генә хәлдәргә осраһа ла, бер ҡасан да зарланманы, барына риза булып, шөкөр итә ине. Биш намаҙын ҡалдырманы, Ҡөрьәндән айырылманы. Тура һүҙле, ғәҙел булды, юҡ-бар, ләстит һөйләүселәрҙе үҙенә яҡын ебәрмәне. Ҡулдары алтын ине өләсәйемдең: кейем-һалым текһенме, балаҫ, тирүгә һуҡһынмы – ҡойоп ҡуя торғайны. Етмештән уҙғансы бесәнен дә сапты, кәбәнен һалды, ат егеп, утынын хәстәрләне, көрәк-һәнәк, балтаһын да үҙе һапланы. Һауынсы булып эшләгән ҡыҙы Ғәйшәнең (әсәйем) балаларын – өс ейәнен үҫтереп, кеше итеүгә бар көсөн һалды. Бәләкәйҙән уның әкиәттәрен тыңлап, ул эшләп биргән ағас уйынсыҡтар, пластилин һындар менән уйнап, донъяны танырға өйрәндек. Ейәндәренең уҡы­мышлы, белемле кешеләр булыуын теләне, бының өсөн барыһын да эшләне. Өйөбөҙҙән китап, ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар өҙөлмәне. Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләрҙе, китаптарҙы беҙҙән уҡытып, уйланып ултырыр, үҙенең фекерен белдерер ине.
Йылдар уҙған һайын мин өләсәйемдең урыҡ-һурыҡ һөйләгән һүҙҙәрен йыш иҫкә алам, уйланам. Өйҙә үҙе генә ҡалғанда йә төндә йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә үҙ алдына һөйләнә, уфтана торғайны. Уның эргәһендә урындыҡта йоҡлағанға һалышҡан мин, “һаҡ ҡолаҡ” ҡыҙыҡай, шым ғына тыңлап ятам. Николай батша ваҡытында йәйләүҙәргә сығып, иркен йәшәүҙәре, яңы власта күн итекте сабатаға алыштырыуҙары, “тегендә” (миңә билдәле түгел) ниҙәр күреүҙәре, Юнысовтар нәҫеленең ҡы­рылыуына (“Исрафилымдың да бер ғәйебе лә булмағандыр, ҡыҙыл командир ине бит, үҙе бигерәк бер ҡатлы булды шул, кешеләргә ышанды, бәләкәй ҡустылары Хәким генә ҡалды бит”) әсенер ине. Ғүмеренең аҙағынаса Юнысовтарҙы яҡын күрҙе, Хәким олатайҙың ҡатыны Нурия инәй менән серҙәш булды.
Сәлимгәрәй ағаһы һеңлеһенә йыш килә, улар шым ғына оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Ағаһын өләсәйем ныҡ хөрмәт итте, уны ҡунаҡ күргәндәй ҡаршы алды, мөһим эштәргә тотонғанда уның рөхсәтен көттө. Сәлимгәрәй олатай аҙ һүҙле, сабыр кеше булды. Азербайжан Республикаһында йәшәгән бер туған Рабиға һеңлеләренең улдары менән танышып, улар менән азербайжан телендә хат алышты, үҙе лә унда барып ҡайтты. Рабиға инәйҙең улы Вәғиф ҡунаҡҡа килгәс, бындағы бөтә туғандарға йөрөтөп таныштырҙы. Сәлимгәрәй олатай, төрки телдәрҙән тыш, латыш, немец телдәрен дә белә ине. (Өләсәйем әйтмешләй, “тегендә” өйрәнгән). Ағаһы менән күрешкәндән һуң өләсәйем оҙаҡ уйланып йөрөр, йыш ҡына: “Их, ағайым, ағайым, ниҙәр генә күрмәгән башҡайың! Үҙебеҙҙә лә фашистар күп булды шул, ҡороғорҙар”, – тип сеңләп алыр ине.
Өләсәйем Хәбибъямал Әхмәт ҡыҙы, уның ағаһы Сәлимгәрәй Әхмәт улы бер ҡасан да башын эйеп, меҫкен булып йәшәмәне. “Дошман!” тип бармаҡ төрткәндәргә лә (бер-ике уҡытыусы хатта миңә лә ошолай өндәште) бирешмәй, әйтер һүҙҙәрен кешеләрҙең күҙенә ҡарап әйтте. Үҙҙәрен тотошо, донъя көтөүе менән дә улар башҡаларға өлгө булды. Өләсәйем Коми АССР-ынан ҡайтҡанына һис тә үкенмәне. Утын-бесән әҙерләргә барғанда ла ауыҙ эсенән ниндәйҙер көйҙәр көйләй-көйләй тәбиғәткә мәҙхиә йырлап, мөнәжәттәрен әйтеп йөрөр ине. Тыуған-үҫкән еренә, ауылдаштарына ҡарата һөйөү-хөрмәтте ул ваҡсыллыҡ, үпкәләү, үсләшеү кеүек яман ғәҙәттәрҙән өҫтөн ҡуйҙы. Хоҙай өләсәйемә һәм уның ағаһы Сәлимгәрәй олатайға оҙон ғүмер насип итте: өләсәйем – 82, Сәлимгәрәй олатай 85 йәшкә етеп, яҡты донъянан китеп барҙы.
Һүҙемде һикрәндәк кескәй ҡыҙҙың өләсәһенең эҙҙәренән матурлыҡты күреүенән башлағайным. Эйе, ниндәй генә нужа, ир-егеттәр күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар күрһә лә, кеше булып ҡала алыуы, ейәндәрен белемле, рухлы, тәүфиҡлы итеп тәрбиәләп, ныҡлы аяҡҡа баҫтырыуы, нахаҡҡа ғәйепләнеп тә, күңелеңдә бер кемгә лә асыу һаҡламай ысын ағинәйҙәрсә тормош юлынан үтеүе менән үҙ артынан матур эҙҙәр ҡалдырҙы өләсәйем.
“Урман ҡырҡыусылар” эшенә бәйле нахаҡҡа хөкөм ителеп, тыуған төйәгенә ҡабат әйләнеп ҡайта алмаған башҡа ауылдаштарымды – Ибраһим Мөхитдин улы Баһауетдиновты (1900 й.), Әмин Садиҡ улы Юнысовты (1907 й.), Сәмиғулла Әйүп улы Хөбөтдиновты (1900 й.), Тайып Хөбөтдин улы Исмәғилевте (1864 й.), Нурисафа Харис ҡыҙы Исмәғилеваны (1887 й.), Фәйезйән Динислам улы Алтынғужинды (1892 й.), Мирза Шәйхислам улы Кәримовты (1909 й.), Нурғәле Әбүзәр улы Байдәүләтовты (1913 й.) – яҡташтарым хөрмәтләп иҫкә алып, улар рухына Ҡөрьән аяттарын бағышлаһа ине.

Клара ҒӘЙФУЛЛИНА (ХӘЛИТОВА),
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.


Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840