Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡланмау мөмкин түгел
Була шундай ҡатындар – уларға ҡарап һоҡланмау, ғорурланмау мөмкин түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас матур сифаттар — эшһөйәрлек, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, изгелек ифрат күп бирелгән уларға.


Уҙған быуаттың 90-сы йылдары... Ауыл магазиндарының кәш­тәләре буп-буш. Шул ваҡытта күрше ауылдан килен булып төшкән дүрт бала әсәһе, йәшләй һауынсы булып эшләп, “Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булған Әнисә Ғәли ҡыҙы, үҙенең өйө­нөң соланында магазин асып ебәреп, ябай ғына аҙыҡ-түлек ме­нән һатыу итә башлай. Тап ошо дәүер өсөн был аҙым бик кә­­рәк икәнен аңлап, шул заманға яраҡлаша белгәне өсөн Әнисә Ғәли ҡыҙы бөгөн дә ике магазин тотоп, уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Баҙар иҡтисадына яраҡлашып үҙ эшен асҡан Гөлнара Фитрат ҡыҙы Шәмиғоло­ва­ны ла маҡтап телгә алырға кәрәк. Ул да заманында ҙур сумка тотоп, кейем-һа­лым алып ҡайтып һатып, халыҡтан ал­ған заказдарҙы үтәп, кешеләрҙе ҡыуан­дыр­ҙы. Бөгөн тырыш Гөлнара апай, магазин асып, уңышлы ғына эшләй.
Ауылда йәшәүҙең үҙенсәлектәре бар. Күптәр ишле мал кө­төп, мал-тыуарҙан, ҡош-ҡорттан килем ала, ғаилә ҡаҙнаһын ны­­ғыта. Ошо урында Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауы­лынан Резеда Әҙел­мырҙина-Ҡаһарма­нова тураһында әйтеп китеү фарыз. Тормош иптәше менән бергәләп ситтән күпләп тоҡомло һарыҡ һатып алып, уны үрсетеүгә ирештеләр.
Ауылымдың милли кейем, биҙәүестәр эшләү оҫталары ту­ра­һында ла һөйләгем килә. Улар – “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле ағинәйҙәре, туған телде, мәҙәниәт­те, традицияларҙы тер­геҙгән өләсәйҙәр. Үҙҙәрен милли кейем тегеү, милли биҙә­үес­тәр етештереү оҫталары итеп таныттылар. Ауылымдың уң­ған килендәре Зифа Вәлиева һәм Сәкинә Ғәлина милли кейем тегә, Зәкиә Муллағолова, Венера Ҡарамы­шева, Миңзәлә Фәт­ҡуллина өләсәйҙәр зауыҡлы биҙәүестәр, селтәрҙәр эшләй, Хә­си­бә Ибәтуллина апай ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй. Барыһы ла үҙ эштәренән килем ала.
Уйлап ҡараһаң, ауылда йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙҙы “бизнесвумен” тип атап була, сөнки был һүҙбәйләнеш “үҙ эше булған ҡатын-ҡыҙ” тигәнде аңлата. Бар ауыл ҡа­тын-ҡыҙҙары, эшем юҡ, тип зарланмай. Улар хәленән килгәнсә баҡса бағып, ғаи­лә­һенә етерлек картуф, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, малдан килгән аҡты ла эш­кәртеп, мул ризыҡ етештерә. Шуларҙың араһынан Илиза Насированы билдәләмә­һәк, яҙыҡ булыр. Илиза Риф ҡыҙы ҡар иреп бөтмәҫ борон йәшелсә, сәскә үҫен­те­ләре үҫтерә башлай, беҙҙең ауылдың яртыһын тиерлек яҙ һайын үҫентеләр менән ҡыуандырып тора һәм үҙенең ишле ғаиләһенең ҡаҙнаһын нығыта.
Беҙҙең тирә-яҡтың бай тәбиғәте биргән байлыҡты ла фай­ҙаланып ҡалырға өйрә­неп алдылар хәҙер. Еләк-емеш йыйып, уны һатыуға ла сығаралар. Улар араһын­да ауылымдың күп балалы әсәләре, шул уҡ ваҡытта килендәштәр Вәсимә менән Рәзилә Усмановаларҙы маҡтап киткем килә. Нажиә Ғәлина ла, йәш булыуына ҡа­ра­маҫтан, Гөлфиә Усманова ла бик тырыш.
Эйе, был ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — йорт усағын, ғаилә именлеген һаҡлаусы ғына түгел, киләсәгебеҙҙе дауам итерҙәй быуын тәр­биәләүгә ҙур өлөш индереүсе лә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518