Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы ҡатын – донъя тотҡаһы
Ошондай матур әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына шик белдергән, бәхәсләшергә теләгән кеше лә юҡтыр бөгөн. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — йорт усағын, ғаилә именлеген һаҡлаусы ғына түгел, киләсәгебеҙҙе дауам итерҙәй сәләмәт быуын тәрбиәләүгә, тормош дилбегәһен дөрөҫ тотоп, заманға яраҡлашып йәшәй белеүгә ҙур өлөш индереүсе лә. Ҡатмарлы, шаулы заманда йәшәүебеҙ ҙә гүзәл зат иңенә етди яуаплылыҡ, өҫтәмә мәшәҡәттәр һала. Шулай ҙа улар бер ҡыйынлыҡһыҙ, зарһыҙ үтәй үҙ бурысын.


Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр уңған, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында. Уларҙың бар ергә лә өлгөр, егәрле булыуын үҙ­ҙәренең эштәре, ҡаҙаныштары, еңеүҙәре күрһәтһә, мал тотоп, баҡса үҫтереп, бынамын тигән балалар тәрбиәләүе иһә уңған хужабикә булыуҙары хаҡында һөйләй.
Беҙҙең иң мөһим һәм маҡтаулы бурысыбыҙ – әсә булыу. Ҡатынды яҡшы күрһәткән – алдындағы ба­лаһы, һыйырҙы яҡшы күрһәткән – артындағы та­наһы, тиҙәр халыҡта. Әсә иң беренсе сиратта үҙе­нең йөрәк йылыһын, һөйөүен балаларына, иренә бирә белергә тейеш. Өйөн таҙа, бөхтә итеп тотоп, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, ғаиләһен табынға йыя белһә, был — ҙур бәхет. Бөгөн ауылда өлгөлө, матур йәшәгән ғаиләләр бик күп, уларҙа маҡсатҡа ынтылыусан, сәләмәт һәм тәрбиәле балалар үҫә. Ә тәрбиәле бала – ул алтындан да ҡиммәт байлыҡ, уны донъялағы бер ниндәй зиннәткә лә алмаштырыу мөмкин түгел. Бына улар — “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙа­ры­быҙ — Йәмилә Усманова, Вәҙиға Мөхәмәтғәлина, Дил­бәр Әфләтунова, Нажиә Ғәлина, Зифа Насир­йәнова һәм башҡа бик күптәр.
Ошо данлы, маҡтаулы әсәйҙәрҙең юлын күп йәш әсәйҙәр дауам итә. Зөлхизә Ғәйнуллина, Резеда Әҙел­мырҙина, Гөл­нара Усманова ярҙамсыһыҙ ҡал­ған ту­ғандарының балаларын үҙ ҡанат­тарына алды.
Беҙ, әсәйҙәр, киләсәгебеҙҙе тәрбиә­ләй­беҙ. Быны, балалар – беҙҙең күрәсәк, тип тә аңларға кәрәк. Яман бала өйгә һыймаҫ, өйҙән сыҡһа, илгә һыймаҫ, тип иҫкәртә халыҡ аҡылы. Ауылда сәләмәт йәшәү рә­үешен аңлатыуҙа ағинәйҙәрҙең өлөшө бик ҙур. Уларҙың етәксеһе — хаҡ­лы ялдағы уҡытыусы, ил инәһе, тормошо һәр кемгә өлгө булырлыҡ Зәкиә Мө­ҙә­рис ҡыҙы Муллағолова. Ағинәйҙәр ауылда төрлө мәҙәни саралар, оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрә, ҡыҫҡаһы, йәштәребеҙгә тормош һа­баҡ­тары бирә. Уларҙың һәр береһенең йә­шәү рәүеше — яҡты өлгө. Мәктәптә бер нисә йыл рәттән ҡатын-ҡыҙҙар сове­тының әүҙем ағзаһы Гүзәл Боҫ­ҡонова етәкселегендә фитнес-клуб эшләп килә. Ул ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын нығытыуҙа ҙур ярҙам күр­һәтә. Матур булма, бәхетле бул, бәхет матур күрһә­тә, ти халыҡ. Бәхет­ле булайыҡ, кешеләргә зыян кил­термәйек. Татыу йәшәйек, йәмәғәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505