Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарағайҙар кеүек көслө улар...
Ҡарағайҙар кеүек көслө улар... Ҡайһы бер кешеләр ҡарағайҙар кеүек. Уларҙы ыжғыр ел дә, дауыл да алмай. Хатта ҡая-таш та мөһим түгел. Тыуған еренә һутлы тамырҙарын батырып ирәйеп, ғорур тора.

Күгәрсен районының Исем ауылында йәшәп, быйыл инде үҙҙәренең 50 йыллыҡ алтын туйҙарын үткәргән Мәрзиә менән Фәнил Хәмзиндар тап шул ҡарағайҙар булып күҙ алдыма баҫа.
Һуғыш балалары улар. Ул йылдарҙың шаңы, хәсрәттәре, михнәттәре, аслыҡтары, ҡайғылары менән тәрбиәләнгәнгәлер инде, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһалар ҙа, кәүҙәләре тура, баштары эйелмәгән, аяҡтарында ныҡлы баҫып торалар. Хәйер, ә ниндәй генә тормош күрмәне һуң үҙҙәре?
Фәнил бабай аяуһыҙ 1943 йылдың ҡыҙыу бесән өҫтөндә Сирбай ауылында донъяға килә. Бесән өҫтөндә генә түгел, тап ҡыҙыу кәбән ҡойған ваҡытта кәбән башында табырға тура килә уны әсәһенә. Өс айында әсә һөтөнән айырылған ир балаға ул йылдарҙың барлыҡ ауырлығы төшә. Әсәһе, балаларын аслыҡтан һаҡлап ҡалыр өсөн, бер нисә айлыҡ ҡына кескәй Фәнилде күрше әбейгә ҡалдырып, ауыл осонда йәшәгән ҡаҙаҡ ғаиләләре менән Ырымбур яҡтарына ашарға эҙләп сығып китә. Был ылау, үҙҙәре алып барған әйберҙәрҙе әҙ генә булһа ла ризыҡҡа алмаштырып, бер нисә аҙнанан ғына әйләнеп ҡайтыр булған.
Шулай көн күреп ауылдың ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Мораҡҡа барып, училищела тракторсы-комбайнерға уҡый ул. Уҡып бөткәс, “откормочная база”ға тракторсы булып ҡайта йәш Фәнил. Әле 50-се йылдарҙа уҡ ата-әсәһе, төрлө ауылдарҙан, кешеләрҙән, колхоздарҙан йыйылған малды ҡабул итеү өсөн төҙөлгән “һимертеү базаһы”на күсеп килгән була. Бәләкәй ваҡытынан шунда мал көтөп үҫкән Фәнил, хәҙер инде тырышып уҡып, унда тракторсы булып ҡайта, сөнки малай ғына сағынан алып 150-ләп баш һыйыр малын йәйен дә, ҡышын да көтөү бик ауырға төшә уға. Ул малдарҙы йәйәүләп Мәләүез йә Орск яҡтарына ла ҡыуырға тура килә.
Үҫмер сағын шулай үткәргәс, 21 йәшендә өйләнә ул. Һөйгәне Мәрзиә — күрше Ҡасҡын ауылы ҡыҙы. Әле ун ете йәшлек кенә һылыу менән ауыл клубында ҡуйылған кинола осрашалар. Ул саҡтарҙы хәҙер, алғы рәттәрәк ултырған егет киноны экранға түгел, ә артта ултырған сөм-ҡара йөҙлө һылыуға әйләнеп ултырып ҡараны, тип көлөп иҫкә алалар. Мәрзиә Миҙхәт ҡыҙы, атаһы һуғыштан ҡайтҡас, 1947 йылда тыуа. Һуғыштың касафаты менәндерме инде, беренсе класҡа уҡырға төшкәс атайыбыҙ беҙҙе ташлап сығып китте, тип әсенеп хәтерләй инәй бала сағын.
Ҡарлы-ямғырлы миҙгелдәр булһа ла, дүрт саҡрымлыҡ күрше Санъяп ауылына йөрөп белем алғандар. Ныҡ һыуыҡ булғанда, дөйөм ятаҡта ятҡандар. Бәләкәйҙән колхоз эшенә йөрөп, бәләкәй класта уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, мәктәптәренә ҡыш сығырлыҡ утынды ла үҙҙәре әҙерләгән. Бер йөгө — уҡытыусыларға, аҙаҡ инде мәктәпкә тигәнде үҙҙәре балта менән ботап, ҡул бысҡыһы менән бысып, ботаҡтарын яндырып эшкәрткәндәр...
Ә инде бала сағы ауыр эштә үтеп, йәшлеге килгәндә инде, атаһы ла әсәһенә кире ҡайта һәм йәш Мәрзиә кейәүгә лә сыға. Атаһы әсәһен Үзбәкстанға алып йәшәргә киткәстәре, яңы өйләнешкән Фәнил менән Мәрзиә лә арттарынан ҡуҙғала. Бабайға комсомол юлламаһы биргәндәр. Ас далаға, Үзбәкстандың Карши тигән ҡалаһына. Карши далаларының сиҙәмен үҙләштерергә. Башта ул дүрт ай ярым шоферҙар курсында уҡый. Шунан ике йылға 150 саҡрымлыҡ канал төҙөлөшөнә ебәрелә. Ғөмүмән, улар Урта Азияла йәшәгән 28 йыл эсендә Фәнил бабай, шофер булып эшләп, каналдан тыш 83 совхоз, Талимарджан ГРЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша. Ташкентта автокран курсында уҡығандан һуң, автокрансы булараҡ, 15 йыл ғүмерен Үзбәкстандың төҙөлөштәренә бағышлай.
Ә инде Үзбәкстанға барғанында уҡ йөклө булған Мәрзиә инәй башта эшләмәй торһа ла, аҙаҡ балалар баҡсаһында ашнаҡсы булырға тура килә. Сит ерҙә яҡшы ҡаршы алалар уларҙы, шунда уҡ йәшәргә өй ҙә бирелә. Өйҙөң хужаларының икенсе класта уҡыған ейәненә Мәрзиә инәй дәрес әҙерләшеп тиҙ арала үзбәксә һөйләшергә лә өйрәнеп китә. Өс балалары ла унда тыуа. Тырышып эшләгән инәй менән бабай тиҙҙән өй һатып алырға ла мөмкинлек таба. Хеҙмәттән йәм тапҡан ялҡынлы йөрәкле был ике хеҙмәт батыры йыр-моңға ла оҫта була. Фәнил бабай гармунда уйнаһа, Мәрзиә инәй йырлап һәр ваҡыт ҡунаҡтан ҡунаҡҡа саҡырылыр булған.
Шулай итеп, йәш ғүмерҙәрен сит илгә бағышлаған ғаилә 1992 йылда БДБ илдәрендә үҙгәртеп ҡороу башланғас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Бында, әлбиттә, уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар, туған-тыумаса ҡайтыуҙарына шат булһа ла, илдәге дөйөм тәртипһеҙлек касафатынан тормош ярлы булып күренә хеҙмәт батырҙарына. Әйткәндәй, Үзбәкстанда эшләгән осоронда уҡ әле Фәнил бабайға тырыш хеҙмәте өсөн көмөш миҙал һәм тора-бара “Хеҙмәт ветераны” тигән исем бирелә. Шулай ҙа өс бала үҫеп килгән ғаиләһенең артабанғы яҙмышы үҙ ҡулдарында булған атай кеше совхозға эшкә урынлаша, автокран машинаһына ултыртыла. Өс йылдан инде бензовоз машинаһына күсерелә.
2003 йылға тиклем совхоз эшенә егелә бабай, әммә, бөгөнгө көндә ҡыҙыҡ булып тойолһа ла, ун ике йыл буйы эш хаҡы алмай эшләй. Сөнки колхоз-совхоздарҙың тарҡала башлаған ваҡытында эшселәрҙе тәьмин итеү тик әйберләтә түләүҙән уҙмай. Шулай ҙа тырышып йәшәгән Фәнил бабай менән Мәрзиә инәйҙең донъя малы йыйырға хәлдәренән килә. Өсәр һыйыр, егерме бишәр һарыҡ, хисапһыҙ күп ҡош-ҡорт аҫрай башлайҙар. Бабай пенсияға сыҡҡас, өй ҙә һалып инәләр. Бөгөн инде әйләнеп сыҡҡыһыҙ ҙур, йылы өйҙә, емертеп баҡса үҫтереп, мал тотоп бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә улар.
Хәйер, ҡартлыҡ тигән һүҙ уларға хас түгел дә һымаҡ. Йыл әйләнәһенә хәрәкәттә. Йәйен бесән әҙерләп, һыу инеп, велосипедта йөрөп үткәрһәләр, ҡыш етеү менән икеһе лә саңғыға баҫа. Һуңғы бер йылда ғына күҙенә операция яһатыу сәбәпле, инәй саңғыға баҫа алмаған икән. Һәр ваҡыт бер-береһенә юл ҡуйып, бер-береһен хуплап, бергәләшеп торған инәйгә был бик ауыр тәьҫир иткән. Олоғайҙыҡ та, хәҙер ул хәтлем күп тә кәрәкмәй, тип мал-тыуарҙарын да берәр башҡа ғына ҡалдырып, ҡош-ҡортто ғына күпләп тоталар. Үҙҙәренең бәхетле һәм мул тормошта йәшәүҙәренең серен бер-береһенә ҡарата хөрмәттән һәм һөйөүҙән тип аңлата улар. Икеһе лә: “Бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек, хуплап ҡына торҙоҡ, балаларыбыҙ ҙа йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне”, – тине. Бөгөнгө көндә өс балаһының бәхетле йәшәүҙәрен күреп ҡыуанған, ейән-ейәнсәрҙәренең инде туйҙарын үткәрешеп гөр килеп йәшәгән Хәмзиндар ауылдаштары араһында ғына түгел, тотош район халҡына ла өлгө булып тора.
Бына инде илле йыл иңгә-иң терәп матур тормош юлдары үткән Мәрзиә инәй менән Фәнил бабай Хәмзиндарҙы ауыл, район хакимиәттәре һәм республика Башлығы хөрмәтләп ҡотлау, рәхмәт хаттары һәм “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләгән. Үҙҙәре ауыр һуғыш йылдарында тыуып, яҡты донъяның бар бәхетһеҙлеген кисергән быуын булһалар ҙа, бөтә хыялдарын, маҡсаттарын мөхәббәткә тоғролоҡҡа таянып ҡора улар. Бер-береһенең алдарында намыҫтары таҙа, уйҙары пак булғанға ла, өлкән йәшкә етһәләр ҙә, күңелдәре менән йәш булып, мөхәббәтле йәшәй улар. Ә инде үҙҙәренең яҙмышы тарихы аҙағында ошо йәшәүҙәрен ожмахҡа тиңләүҙәре менән шөкөр иткән инәй менән бабай:
– Башҡортобоҙ күтәрелде, донъяларыбыҙ матурайҙы. Эй, ярлы инек бит, Хоҙайым. Бер нәмә юҡ ине, магазинда сауҙа кәштәләре буш, хәҙер һығылып тора. Ошондай көндәрҙе лә күрергә яҙған беҙгә. Инде Хоҙайым балаларға, үҙебеҙгә һаулыҡ бирһен. Иртә торған һайын, илебеҙгә тыныслыҡ бир, тип теләйбеҙ. Ризыҡты ил менән бир, үҙебеҙ генә туяйыҡ тимәйбеҙ, ил туҡ булһа, беҙ ҙә асыҡмаҫбыҙ...
Хәҙер инде торба менән йылытылған, газ, һыу үткән йылы өйҙә йәшәйбеҙ. Ай һайын пенсияны ҡулға килтереп кенә тотторалар. Берәй ҡайҙа барырға теләһәк, ишек алдында ике машинабыҙ тора, ауырыу-һыҙланыуға баш бирмәй, ошондай бәхетле тормошта йәшәргә лә йәшәргә хәҙер беҙгә. Башҡортостандың күтәрелгәненә, халҡыбыҙҙың тырышҡанына мең шөкөр! – тип һүҙҙәрен тамамланы.
Ысынлап та, тормош ни тиклем генә ҡатмарланмаһын, бер-береңә иң терәй белеү, мөхәббәтле һәм намыҫлы йәшәү — шул бөтә кешелектең ҡағиҙәһе лә. Ә инде сит илдәрҙән ҡайтып, үҙ ерҙәренә тамырҙарын ныҡлап батырған Мәрзиә менән Фәнил Хәмзиндарҙы көслө ҡарағайға тиңләйем һәм уларҙың ел-дауылға бирешмәй, халҡыбыҙҙың күрке булып оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840