Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрмәләр бушай ҙа ул...
Төрмәләр бушай ҙа ул... Һуңғы йылдарҙа республика колонияларында тотҡондар һаны кәмей барыуы күҙәтелә. Ун йыл элек 20 мең самаһы кеше ултырһа (яҡынса шунсаһы шартлы рәүештә хөкөм ителгән), бөгөн иһә был һан шаҡтай кәмеп, 13,5 меңдән аҙыраҡ иҫәпләнә. Ә енәйәт башҡарыу инспекцияларында иркенән хөкөм ителмәгән 16 мең кеше иҫәптә тора.

Шул сәбәпле өс йыл элек шаҡтай үҙгә­рештәр булды. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын кәметкәндәр, берәүҙәрҙе вазифаларынан төшөргәндәр, бәғзеләр ҡыҫҡартыуға эләккән. Әйткәндәй, беҙҙең төрмәләрҙә үҙебеҙҙекеләр генә түгел, башҡа төбәктәрҙеке лә бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ колонияһында Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Сыуаш Рес­публикаһы енәйәтселәре лә үҙ язаһын ала. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанға ситтән 638 хөкөм ителеүсе килтерелһә, шул уҡ ваҡытта 224 кешене алып киткәндәр, сөнки беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар, иркенән ғүмер­леккә мәхрүм ителгәндәр өсөн яза урыны юҡ.
Күренеүенсә, һандар һуңғы йылдарҙа республикала енәйәтселек кәмей бара тигәнде ишаралаған кеүек. Әммә был ысынбарлыҡта һис улай түгел. Әленән-әле ҡылынып торған күңелһеҙ хәлдәр, бер гонаһһыҙ сабыйҙарҙың да енәйәтселәр ҡулынан вәхшиҙәрсә һәләк булыуы барыбыҙға һаҡ булырға ишаралай. Бынан ике йыл элек Өфөнөң ҡап уртаһында уҡыусы ҡыҙҙың һәләкәте бөтә илде шаңҡытты. Бынан һуң бихисап кеше сабыйын төрлө түңәрәктәргә йөрөтөүҙән туҡтатыуы ла мәғлүм. Ошо көндәрҙә Нефтекамала көпә-көндөҙ булған ваҡиға – ун йәшлек ҡыҙҙы урларға маташыуҙары йәнә уяу булырға саҡыра, енәйәтселәрҙең арабыҙҙа йөрөүен иҫбатлай.
Белгестәр, төрмәләрҙә тотҡондарҙың кә­меүе генә енәйәтселектең аҙая барыуы ха­ҡында аңлатмай, тип белдерә. Былтыр республикала 65 меңдән ашыу кеше енәйәт ҡыл­һа, шуның ни бары 39 меңе төрмәгә ул­тыр­ған. Ете мең тирәһе кеше шартлыса хөкөм ителһә, уларҙың 50 меңе – ара­быҙҙа. Мәғлүм булыуынса, хәҙер теге йәки был енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгәндәрҙе һаҡ аҫтына һирәгерәк алалар, йәшәгән урынынан сығыуҙы сикләү йышыраҡ ғәмәлгә индерелә. Хөкөм ителгәндәрҙең һиҙелерлек өлөшө амнистияға эләгә йәки иркенән хөкөм итеүҙе еңелсәрәк яза төрө менән алмаштырыуҙы хуп күрә. Мәҫәлән, быйыл республикала 658 кеше билдәләнгән яза ваҡытынан алда сыҡҡан, 413-ө еңелсә яза менән ҡотолған.
Шулай итеп, төрмә ишеге ябыла. Үкенескә ҡаршы, бер нисә йылын тимер рәшәткә артында ултырған кешенең артабанғы яҙмышы йәмғиәтте ҡыҙыҡһындырмай тиерлек. Кисәге енәйәтсе иреккә сығыуы хаҡында белешмә менән ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайта. Бынан ары нисек йәшәргә? Әлбиттә, артабан ҡабаттан үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндәр ҙә юҡ түгел. Әммә статистика мәғлүмәттәре төрмәлә бер тапҡыр булғандарҙың 60 проценты кире әйләнеп ҡайтыуын күрһәтә. Бер миҫал. Ауылдашым Кәримдең төрмәнән ваҡытынан алда сығыуына ҡыуанған кеше булдымы икән? Ата-әсәһе үлгән, ҡатыны ирен ябып ҡуйыу менән тыуған яғына ҡайтып китеп, икенсегә кейәүгә сыҡҡан. Үҫкән йортон һатҡандар. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәгән ирҙең: “Бында бер нәмә лә юҡ, барыбер кире тегендә китәм. Унда нимә ашайым, ҡайҙа барып баш терәйем тип баш ҡатыраһы түгел”, – тип тә әйткән.
Ысынлап та, Кәрим ҡайтыу менән халыҡтың мал-тыуары юғала башланы. Көндәрҙең береһендә ул олораҡ эшкә тотона – ҡустыһы менән берәүҙең атын урлап һуя. Билдәле: ирҙе ҡайтанан ябып ҡуйҙылар.
Белгестәр билдәләүенсә, хөкөмдән һуң кешене тәрбиәләгән төп урын – уның ғаиләһе булырға тейеш. Ә бит күптәрҙең барып һыйыныр мөйөшө юҡ, ҡатыны киткән, ата-әсәһе үлгән... Элекке кеүек дөйөм ятаҡтар бирелмәй, эш табыуы ла ай-һай. Бөтә урында тәртипле, аҡыллы эшселәр кәрәк.
Тотҡондо кире ғәҙәти хәлгә ҡайтарыу, тәрбиәләү, алама ғәҙәттәренән арындырыу алымының ике ныҡлы институты бар. Әммә әлегә береһе лә ныҡлап эшләмәй.
Мәҫәлән, яза ваҡытын үтәгән мәлдә тотҡонға кәрәкле белем, һөнәр алырға, үҙенең һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итергә, ә иреккә сыҡҡандан һуң эшкә урынлашырға, торлаҡ алыуҙа ярҙамлашырға кәрәк. Әммә былар ҡағыҙҙа ғына йәшәй. Йәнә бихисап сит илдәрҙә ресоциализация институттары бар – улар коммерцияға ҡарамаған ойошмалар. Төрлө сәнғәт, матурлыҡ аша енәйәтсегә тәрбиә биреү маҡсат итеп ҡуйыла. Ә Голландияла иһә хөкөм ителеүсе һуңғы йылын ошондай ойошмалар тарафынан ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәй. Уларҙы бер кем дә ҡарауылламай. Ошонда уҡ эшкә урынлашалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ бындай кимәлгә етмәгәнбеҙ.
Быйылғы йылдың тәүге яртыһында теркәлгән енәйәтселек буйынса мәғлүмәт­тәргә күҙ һалайыҡ. Тәүге урында – Мәскәү ҡалаһы, икенсе – Мәскәү өлкәһе. Өсөнсө баҫҡысты Краснодар крайы биләһә, дүртенсе һәм бишенсе урындарҙа – Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан. Төрмәләр бушаһа ла...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840