Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төшөрөргә мөмкинме һеҙҙе, инспектор?
Төшөрөргә мөмкинме һеҙҙе, инспектор? Дәүләт автомобиль инспекцияһының бер ай самаһы элек кенә үҙ көсөнә ингән “Административ регламент”ы тураһында һуңғы арала күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Ни өсөн ул ҙур бәхәс тыуҙырҙы һәм беҙгә, автомобиль йөрөтөүселәргә, ниндәй үҙгәрештәр вәғәҙә итә?

Күптәр юлдың ваҡытлы тамғалар ҡуйылған өлөш­тә­рендә видеокамералар беркетеүҙе көтөлмәгән хәл тип күрһәтә. Элекке регламентта был тыйыла ине һәм юҡҡа ғына түгел: юлды йүнәткән урында, мәҫәлән, ав­томобилдә былай ҙа юғары тиҙлектә барыу мөмкин түгел. Шуға күрә шоферҙар ундай осраҡта ғәмәлдәге хәл­гә ҡарап эш итә ине: ремонтсылар һәм уларҙың тө­ҙөлөш материалдары янынан уҙғанда тиҙлекте ҡырҡа кәметәләр, иғтибарҙы арттыралар, ә эшләнеп бөткән юлда һаман эленеп торған һәм мәғәнәһен юғалтҡан ваҡытлыса тамғаларҙы күҙгә лә элмәйҙәр ине. Әммә яңы регламентта бындай тыйыу төшөп ҡалған. Тимәк, был тамғалар эленеп торғас һәм видеокамералар тиҙ­лекте кәметмәй барған машиналарҙы “эләктереүен” дауам иткәс, штраф йыйыуҙы ла туҡтатмаҫҡа мөмкин – ҡануниәт күҙлегенән бында бәйләнергә урын юҡ. Дө­рөҫ, әлеге мәлдә юлдың ундай урындарында видеокамералар юҡ. “Ләкин ҡаҙнаға штрафты күберәк йыйыу зарурлығы ла һаҡлана бит әле”, – тип раҫлай эксперттар.
Йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған тағы бер шарт: ошо уҡ регламентта автоинспектор үҙе туҡтатҡан машина хужаһы менән һөйләшеүҙе шоферҙың йәки уның эргәһендәге пассажирҙың видеокамераға төшө­рө­үен тыйырға хоҡуғы булмауы тураһындағы юлдар ҙа ни өсөндөр юҡҡа сығарылған. Дөрөҫ, ҡануниәт бел­гестәре яҙыуынса, “видеоға төшөрөргә ярамай” тип был документта туранан-тура әйтелмәгән – тимәк, хә­ҙер автоинспекторҙың да “төшөрөүҙе туҡтатығыҙ” тип әйтеүен һис кем тыя алмай бит. Тыйылмай икән – рөх­сәт ителгән. Автоинспекторҙың талабын үтәмәгән өсөн, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.03-сө статьяһында билдәләнгәнсә, 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеүҙәре лә ихтимал. Кем хаҡлы – тыйыламы, юҡмы?
Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһында ла ошо мәсьә­ләне күтәреп сыҡтылар. Депутат Ярослав Ниловтың баш­ланғысы менән был бәхәскә сик ҡуйылды: уның рәсми мөрәжәғәтенә яуап итеп, Рәсәй Эске эштәр ми­нистр­лығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш ида­ралығы түбәндәге аңлатманы бирҙе: “Полиция хеҙмәт­кәренең юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен күҙәтеү буйынса бурыстары Административ регламенттың 7.2-се һәм 45-се пункттарында нығытылған. Полиция хеҙмәткәренә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарҙың фото-, видео- һәм та­уыш яҙҙырыу ҡорамалын файҙаланыуын Рәсәй Фе­де­рацияһы ҡануниәтендә ҡаралған нигеҙҙәрҙән тыш ты­йырға мөмкинлек биргән ҡағиҙәләр был документта юҡ”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840