Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Утыңды һүндермәйсә...
Донъяға бала тыуҙырып, уны бағыу, тәрбиәләү күберәк әсәйҙәр иңенә төшә. Әсә — изге, яғымлы исем. Ул сәңгелдәк бәүелтеп, күңел йырын көйләп, күкрәк һөтөн, күҙ нурын, йөрәк йылыһын биреп, йоҡоһоҙ төндәр үткәреп сабыйын тәрбиәләп үҫтерә.

Әсәйем — Камилә Нияз ҡыҙы Фәйзул­лина, атаһы золом ҡорбаны булғас, 13 йәштән дүрт һеңлеһе менән (иң кесеһе — бер йәшлек) өләсәйем ҡарамағында үҫә. Үҙенең моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, күптәрҙең күңелен арбай.
1941 йылда Темәс педучилищеһын тамамлап, 37 йыл ғүмерен Ейәнсура районы­ның Байыш ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем биреүгә арнаны. Ике апайым, ирҙәре йәшләй баҡыйлыҡ­ҡа күскәс, һигеҙәр бала тәрбиәләп үҫтерә, ә мин биш балалы ғаиләлә үҫтем.
Еңгәйҙәрем – Мәфтуха Йылҡыбаева, Мәр­фуға Ҡунысбаева – туғыҙар балаға ғү­мер бирә. Икеһенең дә балалары — юға­ры белемле белгестәр. Шуныһы ҡыҙғаныс: Мәрфуға еңгәй үкһеҙ етем, тома наҙан, уҡый ҙа, яҙа ла белмәй, әммә фекерен дө­рөҫ әйтә белгән, үтә лә баҫалҡы, аҡыллы ҡа­тын ине, балаларының үҫеп, ҡыуаныс-ҡаҙаныштарын күрә алмай, йәшләй генә яман шеш ауырыуынан вафат булды. Бәхеткә, балалары үҫеп, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, тормошта үҙ урындарын тапты.
Үҙҙәре етемлекте күреп, тормош ауыр­лығын да, һуғыш афәтен дә кисергән көслө рухлы, киң күңелле әсәйҙәр тураһында: “Бына ниндәй беҙҙең әсәйҙәр”, – тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Әсәйемә

Күңел йырың тыңлап,
йөрәк йылың тойоп,
Күмәк үҫтек, әсәй, һинең итәктә.
Нурлы йөҙөң, йомшаҡ ҡулың наҙы
Әле иҫтә, ситкә китһәк тә.
Һинең янда үҫеп, буй еткереп,
Таралыштыҡ төрлө яҡтарға.
“Әсәй, хәлең нисек?” тип
һағынып ҡайттыҡ,
Ҡайта алмаһаҡ, яҙҙыҡ хаттарҙы.
Ҡайтыр булһаҡ әгәр, һин талпынып,
Сыға инең ҡапҡа төбөнә.
Тыртыҡ ҡулдарыңды ҡаш өҫтөнә ҡуйып,
Әйтә инең: “Ҡайһы балам күренә?”
Утың һүндермәйсә, ҡаҙан тирәһендә
Өтәләнеп ашың бешерәһең.
Тәҙрәгә килеп, күҙең йәшләндереп,
Өҙөлөп, әсәй, беҙҙе көтәһең.
Тормош һабаҡтарын өйрәтеп беҙгә,
Һис бирмәнең яуыз уйҙарға.
Әйттең, үҙем күргән ҡайғы-бәләләрҙе
Яҙмаһын, тип, һеҙгә күрергә.
Бала сағың уҙған етемлектә,
“Халыҡ дошманы” тип мөһөр һуҡҡандар...
Иртә лә генә ҡырау төшкән сәскә,
Маңлайыңда тәрән һырҙар бар.
Тормош ауырлығын күп күтәрҙең,
Һуғыш афәтен дә кисерҙең.
Тыныс, оҙаҡ йәшә әле ерҙә, әсәй,
Тыуыр көнөң ҡыуаныс килтерһен!
Үҫтерҙең һин беҙҙе, төн йоҡламай,
Һәммәбеҙгә бүлеп ризыҡты.
Һинең алда баш эйәбеҙ, әсәй,
Ҡабул ит һин беҙҙең рәхмәтте!

Мәйсәрә АҠЙЕГЕТОВА.

Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518