Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » #UfaForum – йәштәр өсөн!
#UfaForum – йәштәр өсөн! Ниһайәт, ҡыштың тәүге көндәрендә – 1–3 декабрҙә – йәштәрҙең #UfaForum-2017 сараһы ойоштороласаҡ. Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл бинаһы майҙансыҡтарында үтәсәк ҙур күләмле был проектҡа әҙерлек тулы көс менән бара. Икенсе тапҡыр үткәрелгән әһәмиәтле сарала быйыл да яңы һәм ҡыҙыҡлы йүнәлештәр буласаҡ.
Нимә ул #UfaForum? Ябай ғына итеп әйткәндә, ул – республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән йәштәрҙең үҙенсәлекле аралашыу майҙансығы. Быйыл форум 700-ҙән артыҡ 18 – 35 йәшлек йәштәрҙе йыймаҡсы. Сарала ҡатнашыусылар бизнес, PR маркетинг, мәғариф, социаль медиа, финанс менән идара итеү, продюсерлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә белем туплаясаҡ. Форумда Рәсәйҙең билдәле эксперттары спикер булараҡ сығыш яһаясаҡ.
Йәштәргә генә түгел, тотош йәмғиәтебеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыр үҙенсәлекле форматтағы сара менән танышыу маҡсатында уны ойоштороу директоры Әлфир Илбахтин менән әңгәмәләштек.
Әйткәндәй, Әлфир үҙе күп кенә милләттәштәребеҙ йәшәгән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан. Бер нисә йыл Силәбе башҡорт йәштәре иттифағын етәкләгәндән һуң егет бөгөн Өфөлә төрлө әүҙем йәштәр ойошмалары менән берлектә #UfaForum йәштәрҙең белем алыу форумын ойоштороу менән мәшғүл.


– Тәүге аҙымдарҙан башлайыҡ. Форумды ойоштороу идеяһы нисек бар­лыҡҡа килде?
– #UfaForum-да практик белем һәм оҫталыҡ туплау маҡсатында үҫешергә те­ләгән, ижади һәм конструктив берләш­мәләр бергә ойошоп эш итә. Йәғни был сара төрлө йәмәғәт ойошмалары – Силәбе өл­кәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларын­дағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, Баш­ҡортостандың Йәш яҡ­таш­тар берлеге ассоциация­һы, “Баш­ҡорт проекттары” берләшмәһе кеүек йәш­тәр йәмәғәт ойошмаларының инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамында ойошторола.
Уны уҙғарыу идеяһы бынан бер нисә йыл элек башҡорт йәштәре берләшмә­лә­ренең Йәштәр йыйынында тыуҙы. Ошо сарала бөтә көстәрҙе бер­ләш­тереп, ҙур күләмле сара ойоштороу тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Йәштәр йыйынынан һуң ике ай үт­кәс, Башҡорт проекттары берләшмә­һе­нең тәҡдиме менән башҡорт интернетын үҫтереү буйынса беренсе башҡорт BashCon конференцияһы үтте. Был сара көс­тәрҙе берләштереп, уйлаған ниәте­беҙҙе тормошҡа ашырыуға этәргес булды. Оҙаҡҡа һуҙмай бергәләп форумдың концепцияһын эшләй башланыҡ, ойоштороу комитетын булдырҙыҡ, маҡсат, бурыстар, унда сағылыш табасаҡ йүнәлеш­тәр билдәләнде. Ниһайәт, 2016 йылда беренсе #UfaForum уңышлы ғына итеп ойошторолғас, уны йыл һайын үт­кәреү тәҡдиме яһалды. Һәм йыл башынан яңы форумға әҙерлек эштәрен башланыҡ.

– Ә сараның маҡсаттарына туҡтал­ғанда…
– Проекттың маҡсат һәм бурыстары бер нисәү. Иң тәүгеһе – ҡатнашыусылар өсөн ҙур аралашыу майҙаны булдырыу. Һәм ошоноң аша Өфөлә һәм илдең башҡа ҡалаларындағы, Башҡортостандың төрлө райондарындағы әүҙем, эшлекле йәштәрҙе һәм төрлө йәмәғәт берләшмәләрен туплау. Бынан тыш йәштәрҙе төрлө йүнәлештә – шәхси тормошта, бизнеста, бе­лем алыуҙа, карьера үҫешендә мотивациялау ҙа. Тағы бер бурыс – ул йәш бы­уындың дәүләт, бизнес һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән кү­решеп танышыуы, яңы үҫеш өсөн кә­ңәштәр алыу мөмкинлеге.

– Был проект үткәрелгән башҡа сараларҙан нимәһе менән айырыла һәм уның әһәмиәте нимәлә?
– Форумдың төп үҙенсәлектәренең береһе йәмәғәт инициативаһы менән булдырылған беренсе ҙур күләмле баш­ҡорт йәштәре берләшмәләренең тап ижади йүнәлештәге проекты булыуында. #UfaForum башҡа сараларҙан айырмалы рә­үештә ҙур майҙанда һәм төрлө йүнә­лештә күп йәштәрҙе йыйыуға мөмкинлек биреүе менән отошло.
Беҙҙең һәр беребеҙ, форумдың ойоштороу комитетында эшләгән һәр ойошма билдәле бер өлкәлә, ниндәйҙер бер йү­нә­лештә белемгә эйә. Мәҫәлән, Башҡорт проекттары берләшмәһе IT технология йү­нәлешендә махсуслашһа, Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциа­цияһы киң мәғәнәлә белем алыу йүнә­ле­шендә эшләй һәм йәштәрҙе ошо йүнәлеш­тә үҫтерә, Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы ошо төбәктә йәшәгән йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм идеяларын берләштерә, Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы төрлө райондан килгән йәштәрҙе бергә туплай, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итә, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы иһә йәштәрҙең буш ваҡыттарын файҙалы итеп ойоштороу менән шөғөл­ләнә. Көстәр­ҙе һәм тырышлыҡтарҙы ­бер­ләштереп, беҙ форумды күп яҡлы һәм киң даирәле, һәр ҡатнашыусы өсөн ҡыҙыҡлы итә алабыҙ.
Әгәр ҙә һан яғынан ҡараһаҡ, мәҫәлән, былтыр яҡынса 500 кеше был форумда үҙе өсөн көнүҙәк белемде үҙләштерә алды тип әйтергә була. Сифат яғынан ҡара­ған­да, форум ҡатнашыусыларға шәхси үҫешкә, белем алыуға этәргес биреүе менән әһәмиәтле.

– Быйыл үтәсәк форумда ниндәй яңы идеялар һәм йүнәлештәр буласаҡ?
– Былтырғы форумда теорияға акцент эшләнһә, быйыл иһә ул ғәмәли белем алыуға йүнәл­те­ләсәк. Билдәле булыуынса, йыйында ҡатнашыу­сы­лар оҫталыҡ дәрес­тәрендә, семинар, тренинг­тарҙа ҡатнашты, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, дискуссия майҙан­сыҡ­тарында фекер алышты, “мейе штурмы” менән шөғөлләнде, шулай уҡ төрлө тематик сек­цияларҙа сығыш яһаусыларҙы тыңлау мөмкинлеген алды. Быйыл да был система һаҡланасаҡ, шулай уҡ төрлө йүнәлеш­тәрҙә яңы, ҡыҙыҡлы сығыштар, фекер алышыуҙар буласаҡ. Форум программаһының мотивацион өлөшөндә юғары кимәлдәге иң яҡшы спикерҙар, эксперттар бизнес, белем алыу, шәхси үҫеш тура­һын­да сығыш яһа­ясаҡ. Ул ғына түгел, респуб­ли­каның төрлө йәмәғәт ҡатламдарынан вәкилдәр буласаҡ, ҡатнашыусылар уларға үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, төплө яуап аласаҡ. “Эшлекле уйын” форматы ла ҡаралған. Бөгөнгө йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләр ҙә темаларҙа сағылыш табасаҡ. Ҡыҫҡаһы, маҡсат – тәжрибә, оҫталыҡ туплау.

– Белеүебеҙсә, былтыр сараны #Umarta тип аталған ҡыҙыҡлы башлан­ғыс биҙәне. Уның дауамы нисек булды һәм быйыл ошо йүнәлеш ҡаралғанмы?
– Ысынлап та, #Umarta проекттар оҫтаханаһы форумда ҡатнашыусы креатив йәштәргә үҙҙәренең ниндәйҙер бер яңы проекты буйынса идеяларын тор­мошҡа ашырыу мөмкинлеге булды. Унда ҡатна­шыусылар сара барышында кура­торҙар һәм төрлө эксперттар ярҙамында нова­торлыҡ идеяларын эшкәртеп, һуңынан үҙ проекттарын презентацияланы. Мәҫә­лән, еңеүселәр араһында булған “КЕЙ” дизайнер проекты кейем тегеү йүнәлешендә үҙ концепцияһын булдырып, шунда уҡ үҙен­сәлекле бренд тәҡдим итте, кейем һыҙма­ларын күрһәтте. Йәғни йәштәр ниндәйҙер проект өҫтөндә эшләүҙәрен генә белдереп ҡалманы, ә ошо йүнәлештә яңы эштәренең тәүге өлөшөн күрһәтә алды. Шулай уҡ Денис Өмөт­баев атлы егеттең бейә һө­төнән балалар аҙығын етештереү идеяһы Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү проектына тиклем үҫте. Башҡа күп баш­ланғыстар ниндәйҙер консультатив йәки матди ярҙам алып, үҙаллы эшкә әйләнде. Яҡынса 30 идея тәҡдим ителеп, шуларҙың күптәре форумдан һуң шунда уҡ дәррәү тормошҡа ашырыла башланы.
Быйыл да #Umarta проекттар оҫтаха­наһы эшлә­йәсәк. Унда яҡынса 20 проект һайлап алынасаҡ. Әлбиттә, был йәһәттән IT йүнәлеше менән бәйле инновациялы технологияларға өҫтөнлөк бирелә, шулай уҡ социаль һәм бизнес проекттар ҙа хуп­лана.

#UfaForum – йәштәр өсөн!– Белеүебеҙсә, сарала Башҡорт­остандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да бик күп йәштәр ҡатна­ша. Ә уҡыу йорттары ме­нән хеҙмәт­тәшлек булдырылғанмы, һәм сара менән ҡыҙыҡһынған башҡа йәштәр һеҙгә нисек ҡушыла ала?
– Ысынлап та, беҙҙең ойоштороусылар араһында күрше өлкәләрҙән, Мәскәү, Силәбе, Өфө ҡалала­рынан, республи­ка­ның Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан әүҙем йәштәр бар. Быйыл Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек булды­рыл­ды. Аралашыу майҙансығын киңәй­теүгә килгәндә, киләһе йылдарҙа форум киңле­ген үҫтереү һәм башҡа ҡалаларҙан да әүҙем йәштәрҙе йәлеп итеү тураһында уйлаясаҡбыҙ.
Беҙ һәр конструктив ойошма менән бергәләп эшләү өсөн асыҡбыҙ. Ни тиклем күберәк эшлекле һәм ижади ойошмалар сарала ҡатнаша, форумдың эш һөҙөмтәһе лә шул тиклем тәьҫирле, файҙаһы ҙурыраҡ буласаҡ. #UfaForum-да ҡатнашырға телә­гән­дәргә иһә Интернет селтәрендә сара­ның сайтында теркәлергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512