Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өфө һөйләй!”
“Өфө һөйләй!” Бынан 90 йыл элек – 1927 йылдың 7 ноябрендә – Башҡортостандың репродуктор урынлаштырылған төрлө майҙандарында, клубтарында, китапханаларында тәүге тапҡыр “Алло, алло! Өфө һөйләй!” тигән һүҙҙәр яңғырай. Ул заманда был ҙур ваҡиға була: халыҡ майҙандарға йыйылып тыңлай, фекере менән уртаҡлаша. Эйе, ул саҡта радио мөғжизә кеүек ҡабул ителә.

Шул мәлдән радио мөһим ваҡи­ғаларҙы халыҡҡа ишеттергән төп мәғлүмәт сараһы булып ҡала. Бөгөн дә тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.
– 70-се йылдарҙа республика район­дарында хәбәрселәр пункттары асыла башланы. Мин дә 1974 йылда Ғафури районында диктор булдым. 16 йыл ғүмеремде ошо мәғ­лүмәт сараһына бирҙем. Радио хеҙмәтен үткән журналист бөтә ерҙә лә эшләй ала. Телевидениеға ла күптәр ошо мәктәптән килә, – ти журналистика ветераны Шәүрә Ғилманова.
“Өфө һөйләй!”Халыҡ та радионы үҙ итә. Мәҫә­лән, Өфөнөң Чесноковка биҫтәһенән 70 йәшлек Валерия Васюк: “Радио кәрәк. Миңә, радиоңды сығарып ташла, тип әйтеүселәр ҙә бар. Нисек таш­лайһың инде? Киреһенсә, ул һәр йортта булырға тейеш. Ҡапыл берәй хәл була ҡалһа, нисек беләбеҙ?” – ти.
Кисә Башҡортостан радиоһы­ның 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостан дәүләт телерадиоком­па­нияһында тантаналы сара үтте. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәми­товтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ә Рәсәй ДТРК-һының Башҡортостан­дағы филиалы генераль директоры Азамат Сәлихов: “Башҡорт радиоһы инешендә торған бөтә хеҙмәткәр­ҙәрҙе лә, тарихын да иҫтә тотабыҙ. Был радионы булдырған барлыҡ кешеләр алдында баш эйәбеҙ. 90 йыл, әммә әле барыһы ла яңы башлана ғына. Киләсәктә лә Башҡортос­тан радиоһы үҫешһен”, – тине.
50 йыл радиола эшләгән рес­публиканың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдиноваға һәм Азамат Сәли­ховҡа телеүҙәк фасадында Башҡорт­остан радиоһының тәүге тапҡыр эфирға сыҡҡан көнөнә арналған таҡтаташты асыу хоҡуғы бирелде.
Артабан байрам сараһы телеүҙәк бинаһында дауам итте. Сентябрҙә ошо юбилейға арнап ойошторолған “Автомобиль бүләк итәбеҙ” конкурсына йомғаҡ яһалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840