Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...Башҡорт шәле байрамы республикабыҙҙа даими ойошторола. Мәҫәлән, тиҙҙән тағы ла сара көтөлә – Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында 26 ноябрҙә нәҡ Әсәйҙәр көнөнә тура килтереп, сираттағы фестиваль-конкурстың үтеүе осраҡлы түгел. Эшләгәндә ҡулдарына күҙ эйәрмәгән әсәй-инәйҙәр, ҡояш менән бергә тороусы өлгөр апай-еңгәйҙәр көн-төн тимәй күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән йомшаҡ та, йылы ла шәлдәрҙе донъяның бүтән бер ерендә лә осратырмын тимә!


Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, шәлдәрҙе төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыу, йәрминкәләргә сығарыу электән йолаға әүерелгән булған, күп осраҡта оҫталар унда ҙур еңеүҙәр яулаған. Парижда европаларҙың башҡорт шәлдәренә иҫтәре китеүе – шуға асыҡ миҫал. 1893 йылда Чикагола халыҡ-ара күргәҙмә асыла. Мәртәбәле сарала Ырымбур губернаһынан вәкилдәрҙе (шул уҡ башҡорт шәлдәре) ҡатнаштырыуҙы Петербургтың ҡатын-ҡыҙҙар комитеты үҙ өҫтөнә алған. Яҡташтарыбыҙ сит илдән ҡыуаныстары менән уртаҡлашыу өсөн ашҡынып ҡайтып төшкән. Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларҙа уңыш ҡаҙаныуҙы әйтеү артыҡ.
Шәл, ҡымыҙ, бал – халҡыбыҙҙың ғорурлығы һәм ҡаҙанышы. Башҡорт шәлен берәүҙәр “Ырымбур шәле” тип бутаусан. Дебет шәлдәренең тыуған яғы Башҡортостандың көньяғы, дөрөҫөрәге, Ейәнсура районы тиһәк, ысынбарлыҡҡа тап килә һәм быға тамсы ла шикләнергә ярамай. Ысынлап та, төбәк күпереп торған мамыҡ шәлдәре менән дан тота.
Байрамға республикабыҙҙың иң оҫталары саҡырылған. Ул көндө бик бай программа ҡаралған. Шәл йәрминкәһенең, оҫталыҡ дәрестәренең, ижади конкурстың, “Башҡорт шәле – кейемдең төп өлөшө” тигән дефиленың үтеүе күҙ уңында тотола.
Башҡорт шәле оҫталарының беренсе конкурсы бынан 20 йыл элек Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғайны. Аҙаҡтан эстафета Ейәнсура, Стәрлебаш райондарына, Күмертау ҡалаһына тапшырылды.
Маҡсат – традицион милли художество кәсептәре – башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, “башҡорт мамыҡ шәле” брендын булдырыу, оҫталарҙың профессиональ кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу.


Кәримә КАЙДАЛОВА,
Республика халыҡ ижады үҙәгенең
“Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире:

– Башҡорт шәле байрамын Республика халыҡ ижады үҙәге иң беренсе Өфөлә уҙғарғайны, аҙаҡтан ра­йондарҙа үткәреүҙе ҡулай тап­тыҡ. Шул уҡ ваҡытта әле фестивалде баш ҡалала ойоштороуға баҫым яһалды. Ҡалаға кешеләр райондарҙан килеп төпләнгән, уларға осрашыу-аралашыу мөмкинлеге ҙур, өлкән йәштәге шәл оҫталары иһә үҫеп килеүсе быуын менән осра­шасаҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡорт шәленең үҙенең бренд исемендә нығына барыуына бик шатбыҙ.
Әйткәндәй, ошо арауыҡта шәл конкурсының уртаһында ҡайнаған Стәрлебаш районының “Стәрлебаш биҙәктәре”, Йылайыр районының “Ҡәнифә юлы” һәм Хәйбулла районының “Вәзәм” коллективтары “халыҡ” исемен алыуы бүтәндәргә өлгө.


Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары) киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткән. Башҡорттарҙың шәл бәйләү оҫталығы тураһында урыҫ ғалимдары ла яҙып ҡалдырған. Шәл бәйләү кәсебе башҡорттар араһында боронғо булыуын билдәле этнограф, “Башҡорттар” монографияһы авторы С. И. Руденконың Көньяҡ Уралда сәйәхәте ваҡытында ҡулдан бәйләнгән, һуғылған дебет шәлдәрҙе һәм ҙур дебет шарфтарҙы табыуы дәлилләй. Бер нисәһен ул Петербургтағы Рус этнографик музей фондына тапшыра. С.И. Руденко, XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар дебет шәлдәре бәйләп кәсеп иткән, тип яҙа.


Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518