Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Клубтар күңелдәрҙе йылытһын
Клубтар күңелдәрҙе йылытһын Яңыраҡ районыбыҙҙың өс ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорттары асылды.

Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Был эш “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса, шулай уҡ муниципаль район ҡаҙнаһы иҫәбенә баш­ҡарылды. Клуб эсе яҡтырып, йәмләнеп киткән. Ингән урынынан башлап эске яҡ тулыһынса яңы төҫ алған. Сәхнә, түшәм, иҙәндәр яңынан эшләнгән.
Яр-бишҡаҙаҡтарҙы Халыҡтар берҙәм­леге көнө һәм клуб асылыу ваҡиғаһы менән ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да килгәйне. Үҙенең сығышында ул “Реаль эштәр” проекты, “Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау” һәм башҡа программалар нигеҙендә районда байтаҡ объект ремонтланыуын билдәләне. Ҡалала алып барылған “Ҡала мөхите” проектының да уңышлы эшләүен иғтибарға алды.
– Клуб бер ҡасан да буш тормаһын. Бында матур итеп эшләргә, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы ял саралары ойошторолһон, –тигән теләктәрен дә белдерҙе район хакимиәте башлығы.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы хаки­миәте башлығы Әмир Сафиуллин да, төҙөкләндереүгә тиклем бинаның ниндәй хәлдә булыуын хәтергә төшөрөп, ремонттың көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләне, мәҙәни усаҡҡа халыҡ күпләп йөрөһөн, тигән теләктәрен юлланы.
Был төбәктә йырға ла маһирҙар, бейеүгә лә оҫталар күп. Клуб асылғас, байрам уңайынан бик матур концерт та ойошторолдо. Халыҡ яңыртылған клубта рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.
Яңы Әптек ауылында 12 милләт халҡы йәшәй. Уларҙың татыу, дуҫ йәшәүе, һәр халыҡтың милли мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереү мөмкинлеге барлығы тантанала сығыш яһарға әҙерләнгән ауылдаштар менән әңгәмәләшкәндә лә тойолдо.
– Бөтә сараларҙы ла күмәкләп йыйылып, бер ғаилә кеүек үткәрәбеҙ, – ти башҡорт, рус, татар һәм сыуаш фольклор коллективтары вәкилдәре. – Ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто ремонтланасағын белгәс, бик шатландыҡ. Мәҙәниәт усағы беҙҙе ошолай бергә йыйыусы уртаҡ йорт бит. Республика, район етәкселеге тырыш­лығы арҡаһында хәҙер бында йылы, яҡты.
Ике йыл рәттән, “Урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үткәреүгә һәм урындағы ҡаҙна сараларына бина япмаһын алмаштырыуға бөтәһе 2 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Хәҙер балалар һәм өлкәндәр мәҙәниәт усағындағы уңайлы шарттарҙа туғыҙ түңәрәктә шөғөлләнә ала. Костюм, грим бүлмәләре, ошонда уҡ музей, “Ағиҙел” үҫмерҙәр клубы урынлашҡан, китапхана эшләй, ә оҙаҡламай күнекмә залы ла асыласаҡ. Элекке сәхнәне иһә танырлыҡ та түгел. Йөҙ кешегә иҫәпләнгән тамаша залы был көн шығырым тулы ине.
– Элек социаль объекттарҙа ремонт эштәре күләмен аҡса етмәү арҡаһында сикләргә тура килә торғайны. Ә хәҙер “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау” программаһы кеүек федераль һәм республика проекттары бик күп объекттарҙы – мәҙәниәт йорттарын, мәктәп, мәктәпкәсә төркөмдәр өсөн биналарҙы капиталь ремонтларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин. – Һуңғы бер нисә йылда ғына райондың алты ауылында мәктәпкәсә төркөм асылды, мәҙәниәт учреждениелары, һыу менән тәьмин итеү системалары капиталь ремонтлана, урамдар яҡтыртыла. Ил һәм республика етәкселеге, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ярҙамында был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк.
Иҫәкәй ауылы халҡы ла уҙған йома шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – капиталь ремонттан һуң яңырып, яҡтырып киткән мәҙәниәт йорто асылды.
Был ҙур эш нигеҙендә лә “Реаль эштәр” программаһы торҙо. Ауылды әллә ҡайҙан танытып, йәмләп торған мәҙәниәт усағы асылыуын иҫәкәйҙәр дәрт, өмөт менән көтөп алды. Кәртәләнеп, яңы күтәрмә, заманса тәҙрәләр менән ҡаршылаған бина эсе лә кәйефтәрҙе бермә-бер күтәрҙе. Иҙән, түбәһе, стеналары яңыртылған, сәхнә киңәйтелгән. Хәҙер эске биҙәлеше, күркәмлеге яғынан ҙур ауылдарҙыҡынан да ҡалышмаған мәҙәниәт йорто бар иҫәкәйҙәрҙең. Ошонда уҡ ыҡсым ғына китапхана урынлашҡан. Тантана ҡыуанысын ауылдаштар менән район етәкселеге лә уртаҡлашты. Хакимиәт башлығы Марат Ғайсин бөгөн ошондай шатлыҡлы ваҡиғаны райондың тағы бер нисә ауыл халҡы кисереүен әйтте. Халыҡ районда, ҡалала алып барылған эштәрҙе үҙе лә күрә, баһалай. Маҡар ауыл советы биләмәһендә генә ошо осорҙа төрлө йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылды: Иҫәкәйгә тиклем асфальт түшәү өсөн юл тигеҙләнде, Маҡарҙа мәҙәниәт йорто ҡыйығы капиталь ремонтланды, әле Йылға урамына һыу селтәрен үткәреү эштәре бара.
– Демография хәлен, йәштәргә ауылда төпләнеүгә нигеҙ булдырыу маҡсатында ла социаль объекттарға ҙур иғтибар бирелә. Ихлас күңелдән барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлап, ауылда имен, матур донъя көтөүегеҙҙе теләйем. Ә мәҙәниәт йорто тормош дәртен арттырып тороусы усаҡ булырға тейеш. Бынан халыҡ өҙөлмәҫ, файҙаһын күрерһегеҙ, – тигән ышаныс белдерҙе Марат Хөсәйен улы.
Нурлы, яҡты мәҙәниәт йортонда ошолай зал тултырып йыйыла алыуҙан күңелдәр тулып, ихлас рәхмәтен еткерергә теләүселәр булды. Клубҡа беҙҙең урамдан бүләк, тип оло йәштәге Маһинур апай Сөләймәнова бер ҡыуандырһа, Маҡар ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары мәҙәниәт йорто мөдире Мәҙинә Алтынбаеваға, артабан да дәртләнеп эшләүен теләп, сәй сервизы тапшырҙы. Сараларҙы юғары кимәлдә үткәреү мөмкинлеген биргән ҙур бүләк тә булды – тыуған ауылы Иҫәкәй менән бәйләнеште өҙмәгән генерал-майор, Өфө юридик институты етәксеһе Фәһим Мөхәмәтшин мәҙәниәт йортона музыкаль үҙәк килтергән. Быйыл алтынсы йыйынтығын баҫтырған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың илһамланып әйткән һүҙҙәре лә йөрәктәргә үтте. Шағирҙар, артистар, ҙур дәүләт эшмәкәрҙәре сыҡҡан Иҫәкәй халҡын сәхнәлә сығыштар менән ғәжәпләндереп булмаһа ла, мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт иң матур тойғолар ҡалдырҙы. Ә ошо ауылда тыуып үҫкән Ғаяз Әминевтең ҡурайҙа уйнауы, Хәнә Мырҙағолованың моңло йыры ырыҫлы йәнтөйәгебеҙгә рәхмәт булып яңғыраны.
Эйе, халыҡ берҙәм, егәрле, дәртле булған ерҙә эштәр ҙә алға барыр, мәҙәниәт усаҡтары ла гөрләп торор.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА,
Наил РӘЖӘПОВ.


Әлиә Зәйнетдинова (Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы):

– Клубыбыҙҙа ошондай ремонт эшләнеүенән ифрат ҡәнәғәтбеҙ. Мәҙәниәт йорто нурланып, күркәмләнеп китте. Бындай бинала эшкә лә дәрт арта. Яр-Бишҡаҙаҡ халҡы концерттарға йөрөргә ярата. Хәҙер матур клубҡа артистарҙы ла йышыраҡ саҡырырбыҙ, тип уйлайым. Халыҡтың мәҙәни сараларға тағы ла әүҙемерәк йөрөрөнә шигем юҡ.
Рәмилә ХӘКИМОВА (Иҫәкәй ауылы):
– 280 йыллыҡ тарихы булған ауылыбыҙҙың киләсәген матур, өмөтлө итеп күрәм. Ошондай күркәм эштәр менән бергә халыҡта дәрт арта. Ҡырға киткән ауылдаштарыбыҙ, йәштәр тыуған яҡҡа йөҙ менән боролһон, ошонда төпләнһен ине. Йәйен ауыл балалар менән тулғанда нисек күңелле! Фельдшер пунктыбыҙ ҙа бар, юлдар рәтләнә, эсәр һыуыбыҙ, тәбиғәтебеҙ таҙа. Элек-электән художество үҙешмәкәрлек беҙҙә көслө булды. Балҡып торған мәҙәниәт йортоноң рәхәтен күрербеҙ, артистарҙан өҙөлмәҫбеҙ, үҙебеҙ ҙә һынатмаҫбыҙ, тип ышанам.
Вараҡа Ғәләүетдинова (Яңы Әптек ауылы):
– Төрлө милләт халыҡтарын бергә туплаған, мәҙәни сараларға йыйған урын ул беҙҙең клуб. Олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй унан. Клуб хеҙмәткәрҙәре өлкәндәр өсөн дә төрлө саралар уҙғара, йәштәр өсөн дә дискотекалар ойоштора. Ремонттан һуң клубыбыҙ күркәмләнде. Бигерәк тә сәхнә иҫ китмәле матур. Пластик тәҙрәләр ҡуйылды, түбәһе яңынан алмаштырылды. Түңәрәктәр алып барыу өсөн бүлмәләр булдырылды. Ауылыбыҙҙа ололар араһында ла йыр-моңға оҫталар күп. Шуға ла беҙҙең клуб хәҙер тағы ла йәнлерәк эшләйәсәк, ябыҡ тормаясаҡ, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509