Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күләгә”лә күңелле
“Күләгә”лә күңеллеКүптәр ауылда күңел асыу, йәмәғәт туҡланыу урындарын булдырыуҙың әһәмиәтен аңлап етмәй, был хаҡта уйлап та бирмәй. Йүнселдәр заманында һәр кем үҙ йүнен таба, күңеленә оҡшаған эшен аса. Йылайыр районының Матрай ауылында “Күләгә” тип аталған кафе үҙ ишектәрен асҡас, күптәр уның хужаһының тәүәккәллегенә хайран ҡалды. Кемдер “Ауылда уның файҙаһы булырмы?” тип баш ватһа, икенселәре “ҡайһылай уңайлы, иркенләп барып ултырырға, дуҫ-иш менән аралашырға мөмкинлек тыуҙы” тип шатланды. Ысынында, исеме есеменә тура килгәндәй, ауылдың бер матур урынында, аулағыраҡ ерҙә, күләгәлә заман талаптарына яуап биргән бынамын тигән урын ул.

Уның хужаһы Юлдаш Ғәлә­үет­динов әйтеүенсә, кафе тулы ҡеүәттә эшләй, көнөнә 30-ҙан ашыу клиентты хеҙмәтләндерә. Ял көндәрендә был һандың артыуы мөмкин. “Ни өсөн “Күлә­гә”?” тигән һорауға, Юлдаш Ғәли улы мут ҡына йылмайып: “Ҡаҙаҡ дуҫымдың кафеһы тап шулай атала”, — тип яуапланы.
Әйткәндәй, эшҡыуар байтаҡ йылдар алыҫ Себер тарафтарында йәшәй. Тыуған яғына ҡайтып төпләнергә ҡарар иткәс, үҙ эшен башлау теләге тыуа. Тәүҙә ниндәй йүнәлештә, ҡайҙа асырға тигән уй ҡайнай. Интернет ярҙамында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ юлдарын өйрәнә, төрлө бизнес-пландар менән яҡындан таныша. Көн­дәрҙең береһендә йәнә ҡаҙаҡ дуҫынан шылтыратыу ала. Ул күптән түгел кафе асыуы, “Күлә­гә” тип атауы хаҡында, яңы йүнәлештәге эштең нескәлек­тәрен тәфсирләп һөйләй.
Шул саҡта геройымдың башынан, ни өсөн туҡланыу урыны булдырып ҡарамаҫҡа, тигән уй йүгерә. Ғаиләһе, туғандары уның теләген хуплағас, бизнес-план төҙөп, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, яңы эш башлау­сыға “Бәләкәй һәм урта эш­ҡыуар­лыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы” программаһы ниге­ҙендә 300 мең һумлыҡ субсидия бирелә.
Элекке “Башҡортостан” сов­хозының ташландыҡ бинаһын һатып алып, тиҙ арала туған­дары ярҙамында Себерҙә тир түгеп йыйған аҡсаһына бинаны ҡайтанан күтәреп, заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөп тә ултырта. Район хаки­миәте тарафынан бүленгән аҡсалата ярҙам тулыһынса тиерлек кухня өсөн кәрәкле ҡора­малдар һатып алыуға тотонола. Әле биш кешегә эш урыны булдырылған.
— Банкет залы 30 кешелек, киләсәктә кафены киңәйтеү буйынса эш башларға торам, — ти Юлдаш Ғәли улы. — Күпселек халыҡ юбилей, тыуған көн байрамдары, Ҡорбан ашы үткәреү, аяттар уҡытыу буйынса беҙгә мөрәжәғәт итә. Шәмбе көндәрендә йәштәрҙең теләге буйынса дискотекалар үткәрә­беҙ. Шулай ҙа беҙҙең төп клиент­тарыбыҙ — “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте эшселәре.
Күрше ауыл янында урын­лашҡан “Юбилей” ятҡылығында эшләгән кешеләр Матрай ауы­лындағы дөйөм ятаҡта йәшәй. Кафеның асылыуы улар өсөн бигерәк тә ҡулай. Сменалап хеҙмәт иткән эшселәр теләгән ваҡытта бында туҡланырға килә. Тәүҙәрәк кафе менюһында күпселек милли аштар өҫтөнлөк итһә, әле клиенттарҙың теләге­нә ҡарап төҙөлә. Эшселәр ара­һын­да төрлө милләт вәкил­дәре булғас, һәр кем үҙенең күңеленә оҡшаған аш-һыуҙы һайлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кафела әҙерләнгән бөтә ризыҡ экологик яҡтан таҙа, сифатлы. Ит, һөт, йәшелсәнең барыһы ла урындағы шәхси хужалыҡ­тарҙан ҡабул ителә. Киләсәктә уларҙы үҙе сәсергә, малсылыҡ йүнәлешендә эш башларға хыяллана эшҡыуар.
Пландарға килгәндә, Юлдаш Ғәлә­үетдиновтың ниәтләгән эше ифрат күп. Балалар өсөн айырым зал булдырыу, ошонда уларҙың тыуған көндәрен, иртә­лектәр үткәреү, йәйге миҙгелдә күләгәлә, сатырҙар аҫтына түңә­рәк өҫтәлдәр ҡуйып, шашлыҡ бешереү, бер-ике урынлыҡ булһа ла ял бүлмәһе, юлсылар өсөн айырым йоҡо урыны булдырыу мотлаҡ, тип иҫәпләй эшҡыуар.
Бармен Алина Искәндәрова, ашнаҡсы Зөлфиә Мөхәмәтшина һәр клиент менән шәхси аралаша, уларға тәмле аш-һыу­ҙа­рын тәҡдим итә. Бер аҙ ятыраҡ күренгән кафе бизнесы менән шөғөлләнеү еңелдән булмаһа ла (бигерәк тә ауыл ерендә), Юлдаш Ғәли улы өлгәшел­гән­дәр менән ҡәнәғәтләнергә уйламай. Кафеға кеше тамаҡ туй­ҙырырға ғына түгел, ә мәҙәни ял итергә, дуҫ-ише менән ара­лашырға, ниндәйҙер мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә килеүен иҫәпкә алғанда, ул һәр саҡ юғары талаптарға яуап бирергә тейеш. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, кафеның ихатаһынан алып эсенә тиклем таҙалыҡ, йыһаздарҙың урынлашыуы, музыка ағылыуы, иң мөһиме — яғым­лы мөнәсәбәттән күп нәмә тороуын хеҙмәткәрҙәр яҡшы аңлай.
Бар яҡлап эшҡыуарға терәк булған һәм уның һәр башлан­ғысын хуплаған тормош иптәше Римма Рауил ҡыҙына, туғанда­рына, Лена һәм Светлана ҡыҙ­ҙарына рәхмәте ҙур Юлдаш Ғәли улының. Матрай тарафтарына юлығыҙ төшһә, “Күләгә”гә кермәйенсә үтмәгеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506