Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”
“Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”Инде ике йыл рәттән ошондай саҡырыуға таянып эшләй Башҡортостандың йәш депутаттар ассоциацияһы. Төбәктең йәш депутаттар советы бынан ике йыл элек урындағы үҙидараны үҫтереү һәм йәш депутаттарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, интеллектуаль һәм ойоштороу ресурстарын бергә туплау маҡсатында булдырыла. Әле Ассоциация 1300-ҙән ашыу йәш депутатты берләштерә, урындағы бүлексәләре һәр муниципаль берәмектә эшләй. Ойошма республикала иҡтисади, социаль һәм ижтимағи үҫеш процесының сифат кимәлен үҫтереү, дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм әүҙем йәштәрҙе тәрбиәләү кеүек өҫтөнлөклө маҡсаттар ҡуя.


Закондар сығарыуҙа ла әүҙемлек кәрәк

Әлбиттә, Ассоциация алдында ҙур бурыстар тора: халыҡты әүҙемләштереү, үҙидара институттары, дәүләт органдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән бергә программалар әҙерләү, тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ йәштәрҙә физик, рухи үҫешкә булышлыҡ итеү. Ғәмәлдә ойошманың бөтә проекттары ла “Биләмәне үҫтереү өсөн” тигән мәғәнәне күҙ уңында тота.
Беҙҙең йәмғиәттә йәштәргә әллә ни ышанып бармайҙар, хәҙерге йәш быуын эшләргә яратмай тип иҫәпләгәндәр ҙә бар, әммә был – хаталы ҡараш. Кеше ҙур һәм төп эштәрен тап ошо ваҡыттағы дәрте менән тормошҡа ашыра, сөнки был осорҙа уларҙы һаҡлыҡ саралары күреү, хаталаныу кеүек төшөнсәләр ҡурҡытмай, киреһенсә, тормошта барыһына ла өлгәшергә һәм үҫергә ынтыла. Былтыр республикала йәш депутаттарҙың халыҡ менән 5000-дән ашыу осрашыу һәм 3000-дән ашыу ҡабул итеү ойоштороуҙары ошо хаҡта һөйләй. Ассоциация ай һайын – һәр икенсе кесе йомала — республиканың бөтә район һәм ҡалаларында йәмәғәт ҡабул итеүҙәре ойоштора. Унда һәр кем һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала.
“Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”120-нән ашыу йәш депутат башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, тәжрибә уртаҡлашыу, өлкән коллегаларының – Күҙәтеү һәм Координация советтары ағзаларының теләк-тәҡдимдәрен ишетеү маҡсатында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортона йыйылды. Йәш депутаттар менән осрашыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы һәм “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы идаралығы етәксеһе Алексей Шмелев ҡатнашты.
Парламент етәксеһе, делегаттарҙы тәбрикләп, республикала Йәш депутаттар ассоциацияһын ойоштороуҙың заман талабы булыуын билдәләне. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан властың һайланған органдарында уларҙың күп булыуы буйынса алдынғы рәттәрҙә тора.
– Республикала 35 йәшкә тиклемге депутаттар 20 процент тәшкил итә. Советтарҙа, парламентта һәм йәмәғәт-ижтимағи процестарҙа уларҙың тотҡан урыны артыуы күҙәтелә. Был – тәбиғи күренеш, фәһемле практика. Артабан ошо ыңғай күренеш дауам итер тип күҙаллана, – тине Константин Толкачев.
Ассоциация ағзалары төрлө проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнаша, бының менән республика етәкселәренә лә ярҙам итә. Шул иҫәптән “Башҡортостандың кадрҙар активы”, “Депутат-Клаб” бәхәс майҙаны, “Йәмәғәт ҡабул итеүе”, “МИР: Йәштәр. Идеялар. Үҫеш” интернет-порталы, “Башҡортостан 2030” муниципаль район һәм ҡалаларҙың үҫеш стратегияһын әҙерләү буйынса проекттар. Ошо арала тағы ла бер нисә проект эшләй башлаясаҡ.
Йәш депутаттар ассоциацияһы урындарҙа ошо йүнәлештә эш башлағандар өсөн таяныр көс тә булып тора. Ойошма аша улар район һәм ҡалаларҙағы тормошҡа ла йоғонто яһай.
“Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”– Йәш депутаттар барлыҡ муниципалитеттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән норматив хоҡуҡ акттарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашһын ине. Халыҡтар араһында тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлеккә булышлыҡ иткән, социаль, милли һәм дини конфликттарҙы булдырмау кеүек устав документтарҙа ҡуйылған бурыстар ил һәм республика өсөн мөһим булып тора. Беҙ муниципалитеттарға төбәк ҡануниәте базаһын формалаштырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙек. Әммә был хоҡуҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “йоҡо” хәлендә тора. Был дөрөҫ түгел. Ҡала һәм райондар ошо хоҡуҡтан файҙаланырға тейеш. Йәш депутаттарға ла закондар әҙерләү процесында әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Әле һеҙ юл башында ғына тораһығыҙ, әммә күп нәмә үҙегеҙгә бәйле. Республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, илһөйәрлекте һәм рухи ҡиммәтте тәрбиәләү, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлау өсөн нигеҙ төҙөүгә битараф һәм вайымһыҙ кешеләр булмаған йәмғиәттә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин, – тине Константин Толкачев.
Күҙәтеү советы етәксеһе демография мәсьәләһен хәл итеү буйынса программалар әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлергә тәҡдим итте. Йәш депутаттар ойошмаһына Владимир Яковлев етәкселек итә. Ул быйыл башҡарылған эштәргә туҡталды. Ойошма йәш депутаттар эшмәкәрлеге буйынса көн һайын мониторинг алып бара, бөтә күрһәткестәр махсус рейтингта сағыла. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 15 ассоциация ағзаһына (Нефтекама, Сибай, Октябрьский ҡалаларынан, Баймаҡ, Мишкә, Учалы, Иглин, Борай, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко, Нуриман, Шаран, Туймазы райондарынан) рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сарала ҡатнашҡан Эльвира Айытҡолова йәштәргә электрон белемгә эйә булыуға иғтибарҙы арттырырға, федераль проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, контролдә тоторға ла саҡырҙы. Алексей Шмелев Йәш депутаттар ассоциацияһын креатив ойошма тип баһаланы һәм уның эшен даими ҡарап, күҙәтеп барыуын белдерҙе. Максим Михайлов иһә, ассоциацияның сәйәси түгел, ә йәмәғәт ойошмаһы булыуын билдәләп, дәүләт тарафынан ойошторолған төрлө программаларҙа, гранттар алыу эшмәкәрлеген юғары күтәрергә саҡырҙы һәм: “Ошо ике йыл эсендә Ассоциация үҙенең уңышлы, киләсәкле, кәрәкле һәм файҙалы булыуын иҫбатланы. Һеҙҙең алда тағы ла бик күп уңышлы проекттар һәм инициативалар булыр, тип ышанам. Йәмғиәтебеҙҙәге әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм төбәк депутаттар корпусы булараҡ көн дә эшләгән хеҙмәтегеҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт белдергем килә”, – тине.

Аныҡ тәҡдимдәр бар

Ассоциация ағзалары район, ҡала, муниципаль советтарҙа башҡарған эштәре, пландары менән уртаҡлашыу менән сикләнмәне, ә аныҡ проекттар ҙа тәҡдим итте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортондағы осрашыуға ла йәш депутаттар аныҡ тәҡдимдәр менән килгәйне. Ассоциация рәйесе Владимир Яковлев, “Башҡортостан 2030” проектына ярашлы, киләсәктә республика дүрт йүнәлештә үҫергә тейеш тип иҫәпләй: кеше капиталы, юғары тиҙлектәге муниципаль транспорт, туризм, ауыл хужалығы.
Йәштәр социаль селтәрҙәрҙе, яңы мәғлүмәт технологияларын оҫта файҙалана. Ассоциацияның матбуғат секретары Лиана Кирилова бөгөн Интернеттың социаль технологияларға әйләнә барыуы, был иһә йәш депутаттар алдында етди саҡырыу һәм был тармаҡта әүҙем ҡатнашыуҙы талап итеүен билдәләне. Ул, йәштәр ойошмаларын, берләшмәләрен һәм хәрәкәттәрен туплап, уларҙың көсөн проект һәм инициативаларҙы бойомға ашырыуҙы маҡсат итеп, “МИР” интернет майҙаны булдырған.
“Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”Йәш депутаттар ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Айнур Шәйхетдиновтың “Проект офисы” эшен булдырып, ҡатмарлы системалы һорауҙарҙы хәл итеү өсөн проект командалары хаҡындағы сығышы ла йәштәрҙең төплө фекер йөрөтөүе тураһында һөйләй. “Был төбәк — эксперт майҙаны, унда иң беренсе сиратта фән һәм студенттар, шулай уҡ депутат корпусы һәм йәмәғәтселек вәкилдәре инә. “Офис” эше түбәндәгесә була: мәҫәлән, ниндәйҙер районда депутаттар эксперт ҡарауы талап иткән мәсьәләгә осрай. Формалашҡан һорау Ассоциация аппаратына килә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр был мәсьәләнең көнүҙәк булыуын йәки системалылығын тикшерәсәк. Кәрәк тип табылһа, “Проект офисы” саҡырыла. Мәсьәлә тематикаһынан сығып, ғалимдар, студенттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән проект командаһы формалаша. Һорау өйрәнелеп, әҙер ҡарар бирелә”, – ти Айнур Шәйхетдинов.
Йәштәр экология темаһына ла битараф түгел. Быйыл башлаған эштәрен дауам итеп, 2018 йылда “ЭкоПоколение” проектын бойомға ашыра башлаясаҡтар. Ҡала советтары депутаттары координаторы Илмира Фәтҡуллина белдереүенсә, ул халыҡтың тирә-яҡ мөхиткә ҡарашын үҙгәртеү һәм экология мәҙәниәтен, гражданлыҡ позицияһын әүҙемләштереүҙе һәм яуаплылығын арттырыуҙы күҙ уңында тота. “ЭкоПоколение”ны тормошҡа ашырыу барышында экологияға йәмәғәт контроле һәм мониторинг үткәреү, халыҡты ҡалдыҡтарҙы йыйып, айырып һалырға өйрәтеү, экология өлкәһендәге спикерҙарҙы йәлеп итеп, йәштәр һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу күҙ уңында тотола.
“Бөтә муниципаль берәмектәрҙә һәм ауыл хакимиәттәрендә күп мәсьәләләр тәү сиратта урындағы бюджетта аҡса етмәүгә бәйле хәл ителмәүен беләбеҙ. Шуға ла беҙҙең алда республика, федераль бюджеттарҙан һәм башҡа сығанаҡтарҙан финанс йәлеп итеү өсөн төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашыу бурысы тора”, – тине Йәш депутаттар ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ахунов. Йәғни әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған “Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау”, “Башҡортостанда 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”, “Уңайлы ҡала мөхите” кеүек программаларҙа йәш депутаттарҙы әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
2017 йылға тиклем республикала ғаиләләрҙең күпләп тарҡалыуы күҙәтелде. Быйыл иһә хәл бер аҙға яҡшырған: Башҡортостандың Юстиция эштә­ре буйынса дәүләт комитеты белешмәләренә ҡарағанда, туғыҙ айҙа 22313 пар ғаилә ҡорған, йәғни былтырғыға ҡарағанда 2105-кә күберәк, ә 11539 ғаилә тарҡалған, 2016 йылдағынан 124-кә кәм. Тимәк, тынысланырға иртә әле, сөнки йыл һайын 11 меңгә яҡын ғаилә юҡҡа сыға. Йәштәр ҙә, хатта ололар ҙа, айырылышыу менән проблемалар юҡҡа сыға, тип уйлай. Ошо мәсьәләгә йәш депутаттарҙың да битараф ҡалмауы, ҡайһы бер оло кешеләргә ҡарағанда, уларҙың дөрөҫ, айыҡ фекер йөрөтөүен күрһәтә. Йәш депутаттар ассоциацияһы аппараты етәксеһе Гөлназ Байтимерованың кәңәшмәлә бөгөнгө замандың көнүҙәк темаһы – ғаилә институтының тарҡалыуы тураһындағы сығышы ассоциацияның күҙәтеү советы ағзаларында ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
– Рәсәй донъяла айырылышыуҙар һаны буйынса алдынғы урында тора. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ла ғаиләләрҙең ныҡлығын һаҡлау — был өлкәләге киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Башстаттың 2016 йылғы мәғлүмәттәре буйынса 1000 никахҡа 511 айырылышыу тура килгән. Бынан ике йыл элек һәр өсөнсө ғаилә тарҡалһа, әле иһә һәр икенсе пар айырылыша, — ти Гөлназ Биктимерова.
Ассоциация айырылышыуҙарҙы кәметеү маҡсатында закон проекты әҙерләй, уға ярашлы ир менән ҡатын бындай аҙымға барырҙан алда икәүләшеп ғаилә медиаторына барырға тейеш. Шулай уҡ, төрлө шарттарҙы иҫәпкә алып, ғаиләне тарҡатыу өсөн дәүләт пошлинаһы ла төрлөсә күләмдә билдәләнеүен тәҡдим итәләр. Әгәр ҙә ошо саралар күрелһә, айырылышыуҙар һаны 30 процентҡа тиклем кәмер, тип көтөлә.
Ойошманың Урал аръяғы буйынса бүлексәһе кураторы Иҙел Солтанов ошо арала “Йәш фермер мәктәбе” проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Ул, үҙаллы крәҫтиән(фермер) хужалыҡтарын булдырып, бәләкәй ауыл хужалығы производстволары системаһына йәштәрҙе йәлеп итеп, эшһеҙлек кенә түгел, ауылда хеҙмәт итергә теләгән йәштәрҙең мәсьәләләрен дә хәл итергә уйлай.
– “Йәш фермер мәктәбе”ндә йылдар дауамында республикала тупланған үҙенсәлекле белем һәм тәжрибә алыу мөмкин буласаҡ. Мәктәптең төп маҡсаты — крәҫтиән (фермер) хужалығы өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә төшөнөү, уңышлы эш башлау өсөн белем һәм оҫталыҡты арттырыу, бизнесты планлаштырыуҙы өйрәнеү һәм ауыл йәштәре араһында эшҡыуарлыҡты таратыу. Программаға ярашлы, буласаҡ фермер­ҙарҙы уңышлы эшләгән хужалыҡтарға алып барып, тәжрибәле кешеләр менән аралаштырыу ҙа ойоштороласаҡ, – ти Иҙел Солтанов.
Проект, йәштәрҙе йәлеп итеп, ауылда кадрҙар потенциалын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй автор. Был фекерҙе Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында хуплағандар. Башҡорт дәүләт аграр университеты менән дә хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөгәндәр. Университет үҙ яғынан аудитория һәм иң яҡшы уҡытыусыларын бирергә әҙер.

Осҡандың офоғо киңерәк

Кәңәшмәнән һуң йәштәр айырыуса ялҡынланып эшләй, район һәм ҡала, ауыл хакимиәттәренә етәксе итеп тәғәйенләнгән йәш быуын бер ҙә һынатмай, тигән фекер тыуҙы. Улар компьютер технологияларын яҡшы белеүе һәм оҫта файҙала­ныуы менән айырылып тора. Алдынғы ҡарашлы, тырыш үҫмерҙәр бер икеләнеүһеҙ Мәскәү, Санкт-Петербург, хатта сит ил вуздарында ла белем ала. Бына шундай алдынғы ҡарашлы, аҡыллы йәштәр ситкә китмәһен, ошонда төпләнһен, белем­дәре республика именлегенә, үҫешенә хеҙмәт итһен өсөн уларҙы күрә белергә, үҫтерергә, депутаттар итеп һайларға, етәксе урындарға ла тәғәйен­ләргә кәрәк. Мәктәптәр, дауахана һәм башҡа бюджет учреждениеларында, ауыл һәм район хакимиәттәренә ниңә йәштәрҙе эшкә алмаҫҡа, етәксе итеп тәғәйенләмәҫкә? Ә бит ул үҙ белемен, көсөн маҡсатлы файҙалана, һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алмағас, һәләтле быуын сит төбәктәргә, Себергә, хатта сит илдәргә китә. Бер ярҙамһыҙ, үҙ көстәре менән сит илдәрҙә лә бынамын итеп уңышлы эшләп йөрөгән, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән милләттәштәребеҙ үҙебеҙҙә эшләй алмаймы ни?! Әлбиттә, бынамын итеп эшләй ҙә, йәшәй ҙә алалар, тик уларға юл асырға кәрәк.
Йәш депутаттар эшләмәй, тип әйтеү хата булыр. Ҡайһы бер өлкән коллегаларына үрнәк итеп күрһәтерлек йәш депутаттарҙың ҡыҫҡа ваҡытта башҡарған эштәре бар. Мәҫәлән, быйыл февралдә Йәш депутаттар ассоциацияһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, насыбай һатҡан өсөн язаны ҡатылатырға, тигән тәҡдим индерә. Уға яуап рәүешендә иһә, федераль кимәлдә тормошҡа ашырылыуы мөмкин, тигән хат ала. Бынан һуң тәҡдим авторы, Нефтекама ҡала округы депутаты Владимир Белоглазов, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин менән осрашыу ваҡытында, ауыр социаль эҙемтәләргә килтергән мәсьәлә, тип билдә­ләй. Яңыраҡ Рафаэль Мәрҙәншин Дәүләт Дума­һында насыбай һатҡан өсөн штраф күләмен арттырыу тәҡдиме менән сығыш яһаған.
Алдарында ғаилә һәм балалар ҡарау, уҡытыу кеүек бурыстар торған бөгөнгө йәштәргә тормош көтөү еңел түгел. Иртәгәһе көнө билдәһеҙ булған кешенең өйләнеү, бала бағыу теләге бармы икән? Юҡ, әлбиттә. Әле демография тип баш ватабыҙ. Ныҡлап уйлағанда, был донъя ҡуптарып уйлай торған мәсьәлә лә түгел, эш урыны һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булһа, йәштәрҙә киләсәккә ышаныс тыуһа, ғаилә ҡороусылар ҙа артыр, балалар ҙа күп тыуыр, демографик хәл дә яҡшырыр. Шуға ла киләсәген ҡайғыртҡан дәүләт тәү сиратта йәштәрен ҡайғырта, сөнки улар бар яҡтан да төп етештереүсе көс булып тора. Власҡа, депутатлыҡҡа ла уларҙың килеүенән ҡурҡырға ярамай, киреһенсә, хупларға, ярҙам итергә кәрәк. Республикала Йәш депутаттар ассоциацияһы барлыҡҡа килеүе ижтимағи-сәйәси тормошобоҙға яңы һулыш өрҙө. Уларҙың төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүе, яңылыҡтар индерергә тырышыуҙары ҡыуаныслы. Күтәрәйек, хуплайыҡ, ҡулдарына бай­раҡ бирәйек. Осҡандың офоғо киң булыуын онотмайыҡ.

Һүҙҙән – эшкә!

Йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу өсөн бер аҙнала башҡарған эштәренә күҙ һалайыҡ.
=Шаран районында йәш депутаттар Рәмил Тимербулатов менән Владимир Шамшеев ярҙамында футбол ҡапҡаларын ремонтланған.
=Ишембай районының Ғүмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск асыу саралары үткән. Йәш депутаттар (Ольга Грудина-Морозова), “Бужа” ТОС-ы, ауыл биләмәһе хакимиәте тырыш­лығы менән биш мемориаль таҡтаташ асылған. Уны урынлаштырыу һәм тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре атҡарылған.
=Ошо уҡ райондың Петровский ауылында “Петровский балдағы” XVIII еңел атлетика буйынса уҙыш булған. Уны ойоштороуҙа депутат, Петровский ауылы хакимиәте башлығы Ольга Грудина-Морозова ҡатнашҡан.
=Нефтекаманың ижад үҙәгендә депутат Владимир Белоглазов балалар өсөн “Тыуған яғым Башҡортостан” конкурсын ойошторған.
=Мишкә районының Мишкә ауыл советы баш­лығы һәм депутаты Рөстәм Ишмәкәев “Шукын кумалтыш” (молебнище многих родов) капищеһын (мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы) төҙөкләндереү буйынса ойоштороу комитеты составында Мишкә ауылындағы сауҡалыҡты кәртәләүҙе ойоштороуҙа ҡатнашҡан.
=Ошо уҡ райондың Ленинский ауылында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы программаһы буйынса мәктәп ҡыйығына капиталь ремонт яһалған. Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Ишмәкәев ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырған.
=Хәйбулла районының Воздвиженка ауылында депутат Денис Лоскутов тәҡдиме менән шишмә төҙөкләндерелгән.
=Борай районының Дүсмәт ауылында йәш депутат Марат Ахунов зыяратты киңәйтеүҙе һәм кәртәләүҙе ойошторған.
=Хәйбулла районының йәш депутаттарына – Б. Илбәковҡа, С. Байсуринға, Д. Лоскутовҡа “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының Рәхмәт хаттары тапшырылған.
=Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауыл советы башлығы Илдус Хәмиев “Иң төҙөк тораҡ пункты” конкурсында беренсе урынды алған, уға диплом һәм 50 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған.
Әллә күпме ошондай ыңғай миҫал килтерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла йәштәрҙең файҙалы эштәр атҡарыуға ынтылыуы һәм ойоштороу һәләтенә эйә булыуы тураһында һөйләй. Совет заманында ла комсомолдар ойошмаһына тупланған йәш быуын ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына ирешеп, данлыҡлы төҙөлөштәрҙе үҙ иңенә алған. Йәштәр типһә, тимер өҙә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.

Кем ул йәш депутат?

Рәсәйҙә, ҡануниәткә ярашлы, 18 йәше тулған һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған граждандар депутат булыу хоҡуғына эйә. Беҙҙә 35 йәшкә тиклемге депутаттар йәштәр иҫәбенә индерелә.
Халыҡ ышаныс белдереп һайлаған йәш депутат­тарҙың 21,5 проценты – мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Икенсе урында – ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәр – 17,2 процент. Ауыл советтарына һәм муниципаль советтарға улар күберәк һайлана. Һуңғы ваҡытта бизнес менән шөғөлләнгәндәрҙең сәйәсәткә ынтылышы арта. Йәш депутаттар араһында өсөнсө баҫҡыста эшҡыуарҙар тороуы ла ошо хаҡта һөйләй – 15,5 процент.
Дүртенсе урында дәүләт һәм төбәк предприятиеларында, хакимиәттәрендә эшләгәндәр тора – 14,2 процент. Унан ҡала депутатлыҡҡа һайланған йәштәр араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренән – 4,7, студенттар, йорт хужаби­кәләре – 4,4, медицина өлкәһенән – 4, мәҙәниәттән – 2,9, спорт өлкәһенән – 1,8, нефть тармағынан – 1,5, финанс һәм иҡтисад өлкәһенән – 0,9, вахта ысулы менән эшләгәндәрҙән – 0,4 һәм башҡа тармаҡтарҙан 11 процент иҫәпләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511