Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кемгә – үҙенеке”
“Туфан һыуы ҡалҡҡандан өйрәккә ни ҡайғы!” – тип эш иткән кешеләр байтаҡ булып китте түгелме? Кемдер етеш йәшәү өсөн хәләл көсөн йәлләмәй тир түгә, ә бәғзе әҙәмдәр харам ҡылмыштарҙан бер ҙә тартынмай. Әйтәйек, йәшерен рәүештә хәмер, суррогат алкоголь менән сауҙа итеүсе бәндәләр. Бер ниндәй лицензия-рөхсәттәре юҡ, һалым түләмәйҙәр. Ә ни өсөн шуға ҡарамаҫтан “йырлап” тигәндәй мул-етеш йәшәйҙәр?


Тартынғандары ла һиҙелмәй. Был һорауҙы ауыл йыйындарында халыҡ даими рәүештә күтәрә, урындағы власть органдары ла проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләүҙән туҡтамай. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы кәңәшмәләрҙә йыш ҡына аяныс статистика килтерә: сифатһыҙ, күп осраҡта күрәләтә зарарлы алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу арҡаһында көн һайын тиерлек бер яҡташыбыҙ реанимацияға килтереп һалына. Ҡотҡарып ҡалған осраҡта ла, ашығыс һәм көслө медицина саралары комплексына аҡса ныҡ күп китә. Ошо арҡала ҡәҙимге, йәғни ауырыуҙарын үҙ теләге менән үҙҙәре һатып алмаған пациенттарға ваҡытында урын булмауы ла ихтимал бит әле!
Кеше ҡайғыһында һәм бәләһендә кеҫә ҡалынайтыусыларҙы оялта башлаһаң, “Һәр кемгә үҙенеке инде!” – тигән булалар, йәнәһе лә, эсергә теләгән кеше бары эсәсәк. Тик бына “Һәр кемгә – үҙенеке” тигән әйтем ике осло бит! Хәмер спекулянттарына мөнәсәбәт тә уларҙың ҡара ҡылмыштарына лайыҡ булырға тейештер.
Наурыҙ ауылы хакимиәте башлығы Закир Ғарипов үҙҙәренең ауыл Советы биләмәһендә ҡала һәм район имамдарының күсмә кәңәшмәһен үткәргәндә ошо фекерҙе күтәрҙе. Сер түгел, хатта коммунистар власы дәүерендә атеизм хөкөм һөргән дәүерҙә лә, ауылдарыбыҙҙа ислам йолалары онотолманы. Аяттар, ижәптәр уҡытылды, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда йыназалар яңғыраны. Һәм был һуңғы йылдарҙа киңерәк ҡолас ала бара. Ислам ҡанундарын үҙе лә тайпылышһыҙ үтәргә тырышҡан Ғарипов иптәш ошо ҡырҡыу алымды тәҡдим итте: хәмер менән сауҙа иткән әҙәмдәрҙең аят уҡырға саҡырыуҙарын муллалар инҡар итһен. Суд алдында иҫбатлау, хөкөмгә тарттырыу ҡатмарлы, ә былай ауылда кем хәмер менән шаярғаны барыһына ла бик яҡшы мәғлүм бит ул. Эйе, Ислам тәғлимәтендә хәмер иҫәбенә байыусыларға Хоҙайҙың ҡәһәре төшә тип асыҡтан-асыҡ әйтелә. Ошо талапты ғәмәлгә индерергә ваҡыттыр. Ундайҙарҙың әҙәпле-иманлы кеше булып ҡыланыуҙарына сик ҡуйылырға тейеш. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотоп маташмаһындар.
– Баҡыйлыҡҡа күскәндәрендә мулла доға уҡымаясағын, халыҡ “Яҡшы кеше ине!” тип раҫламаясағын алдан белһәләр, бәлки, күптәр тәүбәгә килер, хәшәрәт бизнестарынан баш тартыр, – тип самалай Закир Ғадинан улы.
Халыҡ был тәҡдимде нисек ҡабул итер, быныһын тормош күрһәтер, ә бына имамдар хупланы. Беҙҙең менән һөйләшкәндә Учалы ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров былай тине:
– Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың артабанғы именлеге тураһында һүҙ бара. Был тәңгәлдә бик күп бәләләребеҙ фәҡәт эскелек киң тарала барыу менән бәйле. Ошондай мәлдә дин әһелдәре ситтә тороп битараф күҙәтергә, әлбиттә, йыйынмай. Үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ. Ғөмүмән, бар яҡташтарҙы намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәргә саҡырам, тирә-йүндәгеләргә семтемдәй генә лә зыян килтермәҫкә тырышырға кәрәк. Был осраҡта ғына һеҙ әйткән “Һәр кемгә – үҙенеке” девизы күркәм мәғәнә аласаҡ: иманлы тормош, ҡылған сауаптар өсөн был.
Әйткәндәй, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына быйыл 29 июлдә үҙгәрештәр индерелде. Иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеү ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата мөнәсәбәт ҡырҡыу­ланды. Шул иҫәптән, 14.17.1-се статьяға ярашлы, алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе берәмләп һатҡан физик берәмектәргә (граждандарға) 30 – 50 мең һум күләмендә штраф һалына, алкоголь продукцияһы конфискациялана.
Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса өлкән инспекторы Люциә Ғәббәсованың әйтеүенсә, был үҙгәрешкә ярашлы бер кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған да инде.

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505