Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыра етештереүселәрҙе яңылыҡ көтә
Һыра етештереүселәрҙе яңылыҡ көтәБашҡортостанда һыра етештергән предприятиеларҙың йоғонтоло булмаған һалымдарын юҡҡа сығарасаҡтар. Шул маҡсатта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күптән түгелге пленар ултырышта “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡабул итте.
– Был документ республика һәм муниципаль ҡаҙналарға килгән һалым күләмен өйрәнгән комиссия ҡарар­ҙары нигеҙендә әҙерләнде, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Һалым ҡануниәтен камиллаш­тырыуға йүнәлтелгән был башланғыс байтаҡ ҡына үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, дәүләт милкендә булған һәм телевидение йәки радио тапшырыуҙары өсөн тәғәйенләнгән объекттарға, шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыу, тоҡом аттарын үрсетеү өсөн файҙаланылған мөлкәткә ҡарата ҡулланылған һалым ташламалары бар. Ләкин уларҙы алыуға өлгәшеү өсөн закон проекты өҫтәмә талап­тарға яуап биреүҙе шарт итеп ҡуя.
– Был талаптар ошо ташла­маларҙы быға ысынлап та лайыҡ булған һәм ниндәй ҙә булһа социаль бурыстарҙы үтәгән ойошмалар алһын өсөн ҡуйыла, – тип аңлата парламент етәксеһе. – Закон проекты шулай уҡ баланста төп мөлкәт булып иҫәплән­мәгән торлаҡ йорттарға һалымды уларҙың кадастр хаҡына ҡарап билдәләргә тәҡдим итә. Һүҙ йылдар буйы һатып булмаған йорттар тураһында бара. Был иһә күсемһеҙ мөлкәт баҙарын йәнләндерергә һәм республикала торлаҡтың квадрат метрына хаҡтың төшөүен дәртләнде­рергә ярҙам итер ине.
Закон проекты һыра һәм һыра нигеҙендәге эсемлектәр етештергән ойошмаларҙың мөлкәткә һалымы буйынса элек булдырылған ташламаны юҡҡа сығара. Был ташламаны республика парламенты депутаттары былтыр ғинуарҙа һыра етештергән ҙур предприятиеларҙы бөлгөнлөктән ҡотҡарыу маҡсатында айырым закон менән нығытҡайны. Ләкин ул байтаҡ эш урындарын кәметеүгә һәм республика ҡаҙнаһына күсерелгән һалымды аҙайтыуға алып килде. Хәҙерге мәлдә ошо предприятие­ларҙың иҡтисади хәле яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Тимәк, был ташлама үҙенең ролен үтәне һәм, артабан уның иҡтисади йоғонтоһо булмаясағын күреп, депутаттар был ҡанунды юҡҡа сығарыуҙы маҡсатҡа ярашлыраҡ тип тапты.
Константин Толкачев билдә­ләүенсә, иҡтисади яҡтан йоғонтоһо аҙ булған ошондай һалым ташла­маһын юҡҡа сығарыу һәм кадастр хаҡына нигеҙләнгән һалымдарҙы арттырыу һөҙөмтәһендә 2018 – 2020 йылдарҙа республика ҡаҙнаһына йыл һайын 300 миллион һум самаһы өҫтәмә килем индереү күҙаллана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518