Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ30 октябрь – Золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 1937 йылдың октябрендә Башҡортостан Өлкә комитетының ВКП(б) III пленум ҡарары менән илебеҙҙең партия һәм совет етәкселеге ҡулға алына һәм атыла. Тап ошо йылдар Башҡортостанда башланған золом ваҡиғаларының иң бейек нөктәһе тип билдәләнелә.


Өҫтән ебәрелгән күрһәтмә буйынса, төрлө сәбәптәр менән хөкөм ителгәндәргә “халыҡ дошманы” тигән исем тағыла. 1926 йылдан алып 1953 йылдар арауығында илебеҙҙә дәүләт, йәмәғәт, дин эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, фән, сәнәғәт, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алына һәм бик күптәренең яҙмышы фажиғәле тамамлана.
Яңыраҡ республиканың Милли архивында золом йылдарында хөкөм ителгәндәрҙең иҫтәлегенә “Оноторға хаҡыбыҙ юҡ” тип аталған күргәҙмә асылды.
– Билдәле булыуынса, 1929 – 1953 йылдарҙа беҙҙең республиканан ғына илле мең самаһы кеше хөкөм ителә. Ә бөтә ил буйынса ғәйепһеҙҙәр һаны миллиондар иҫәбендә. Был йылдарҙы сағылдырған документтарҙың күпсе­лек өлөшө Милли архивта һаҡлана. Фажиғәле йылдарҙа хөкөм ителгән­дәргә бағышланған китапта туған-таныштарығыҙҙың исемдәрен дә күрә алаһығыҙ. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөгөнгө күргәҙмә тарихсылар, уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар өсөн дә фәһемле булыр тип уйлайым, – тине Милли архивтың директор урынбаҫары Нияз Сәлимов.
Сара барышында ауыр йылдарҙың ҡурҡыныс эҙемтәләрен сағылдырған видеофильм күрһәтелде.
Күргәҙмәлә Башҡорт АССР-ы партия органдары архив фондтарынан алынған документтар – 1937 – 1938-се ҡанлы йылдарҙа хөкөм ителгән ватандаш­тарыбыҙҙың шәхси эштәре, сәйәси золом ваҡиғаларын сағылдырған башҡа төрлө архив документтар, тарихсыларҙың һәм архив хеҙмәт­кәрҙәренең мәҡәләләре, китаптар урын алған. Материалдар тоталитар режим сәйәсәте ваҡиғаларын, репрессия йылдарының төп йүнәлештәрен, сит илдәр менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аяныслы яҙмыштарын күҙ алдына баҫтыра.
Күргәҙмә 25 декабргә тиклем эшләйәсәк. Материалдар менән Архив эштәре буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында ла танышырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840