Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынамышта хаҡлыҡ бар
Һынамышта хаҡлыҡ бар – Бөтә йәшелсә-емеште лә ай календарына ҡарап сәсәм. Ай тулғанда өҫкә ҡарай үҫкән, емештәре булғандарын ултыртам. Мәҫәлән, ҡыяр, помидор, ҡабаҡ, сәскәләр, емеш ағастары… 14-енән һуң ай кәмей башлай, унда инде ер эсендә үҫә торған йәшелсә ултыртыу мәле етә, йәғни картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ сәсәм.


– Баҡса эштәрен үҙегеҙ башҡараһы­ғыҙмы?
– Ә минең өсөн кем эшләһен? – тип ғәжәпләнә Тәскирә апай Ғилуанова.
Өлкән йәштәге инәйҙән былай тип һорауыбыҙҙың да сере юҡ түгел, сөнки ул ошо көндәрҙә генә үҙенең 85 йәшен билдәләгән. Беҙҙең аптырауға иҫе китмәй өҫтәп ҡуя:
– Мин нәмә, ана 96-сы йәше менән барған Мөзәинә Әминева апай ҙа баҡсаһын бына тигән итеп ҡарай.
Ысынлап та, ҡайһы бер йәштәрҙең йорт ихаталарында кеше буйынан оҙон сүп үләне үҫкәндә, ошондай оло быуын вәкилдәренән өлгө алырлыҡ.
Тәскирә апай менән Өлфәт ағайҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 60 йыл булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йыл элек бабайы яҡты донъяны ҡалдырып киткән. Матур йәшәгәндәр. Дүрт балаға – Тамара, Динара, Илдар, Иринаға ғүмер биргәндәр. Һағынып һөйләрлек иҫтәлектәре күп. Шөкөр, балалары тәрбиәле булған. Ата-әсәләренең ҡәҙерҙәрен белеп, йыл да берәй сит илгә барып, донъя күрһәтеп алып ҡайтҡандар йәки шифаханаларға юлламалар хәстәрләп, һаулыҡтарын нығытҡандар. Бына әле лә әсәйҙәрен юбилейы менән ҡотлап юллама бүләк иткәндәр.
Өлфәт ағай ҡәҙерле ҡатынының 80 йә­шенә һиртмәле ҡоҙоҡ бүләк иткән. Ул йәшлек йылдарының иҫтәлеге булып урамға йәм биреп ултыра. Тәскирә апай ҙа яуапһыҙ ҡалмаған. Урам яҡ баҡсаһына фонтанлы күл эшләткән. Унда аҡҡоштар, өйрәктәр йөҙә, томбойоҡтар тирбәлә.
Ихатаға килеп инеү менән бында 85 йәш­лек инәй хужалыҡ итеүенә ышанмай ҙа тораһың. Үҙе бик зауыҡлы кейенгән.
– Был тиклем матур беретты әллә үҙегеҙ бәйләнегеҙме? – тип һорайбыҙ.
– Юҡ, Чехияның Карловы Вары ҡалаһы­нан алып ҡайттыҡ. Күлдәгемдең туҡымаһы Һиндостандыҡы, Тамара ҡыҙым Өфөлә тектереп бирҙе. Беләҙегем – Ғәрәп Әмирлек­тәренән… Таиландта, Чехияла, Египетта, Ғәрәп Әмирлектәрендә –­ ике, Төркиәлә өс тапҡыр булдыҡ.
Кейгән кейемдәре импорт булһа ла, инәй бер ҙә ситтән килгән йәшелсә, еләк-емеш менән туҡланмай, барыһын да үҙе үҫтерә. Картуфының иң ҙурын үлсәп ҡарағайныҡ, 600 грамм тартты. Һуғандарын матур итеп боронғоса үреп ҡуйған.
– Үргән һуған һәйбәт һаҡлана, серемәй, – ти ул, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп. – Һуғандың һабағын бер ваҡытта ла өҙмәйем. Шул килеш ятып кибә. Күбеһенсә мунса түбәһенә һалып ҡуям. Үргән саҡта ҡыяҡ­тарҙың оҙон булыуы һәйбәт. Артығын ҡырҡып ташларға мөмкин.
Тәскирә апай ике метр самаһы шпагат алды ла шуны сөйгә элеп, остарын бәйләп ҡуйҙы. Инде һуғанды алып ошо ике бау аша сиратлап йәһәт кенә үткәреп сыҡты ла, аҙаҡ һуған һабағын ныҡ торһон өсөн, аҫҡа табан тартып ҡуйҙы. Янына берәм-берәм башҡаларын теҙҙе. Аҫҡа ауырҙарын, ҙурҙарын бәйләне.
Өйгә инә торған тупһаға тиклем сәскәләр үҫкән йорттоң эсе үҙе бер музей кеүек. Бында төрлө илдәрҙән ҡайтҡан ғәжәйеп сувенирҙар килгән һәр кешене һоҡландыра.
Өй янындағы баҡсаһында нимә генә үҫмәй. Картуфын балалары менән ҡаҙып алып ҡуйғандар. Беҙ барғанда кишер, сөгөлдөр, шалҡан, ташҡабаҡ һаман үҫеүҙәрен дауам итә ине.
– Баҡса тәрбиәләүҙең үҙегеҙ генә белгән серҙәре лә барҙыр, моғайын, – тип ҡыҙыҡһынабыҙ инәйҙән.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, туғыҙ йыл “Башсортсемовощ”та орлоҡ һатыусы булып эшләнем. Шуға һәйбәт сорттарҙы беләм. Мәҫәлән, һуғандың ниндәй шәп икәнлеген күрҙегеҙ инде, ул “Стригуновский” тигән сорт. Ҡыярҙың “Либелло” тигәнен сәсәм. Ә кишерҙең “Нантский” тигәненә еткәне юҡ.
Тәскирә инәй тағы ла бер сере менән уртаҡлашты: ул йәшелсәне, еләк-емеште ай календары буйынса ғына түгел, ә йондоҙнамәгә ҡарап та ултырта икән.
– Балыҡ, Үлсәү йондоҙлоҡтарында сәсһәң, мул уңыш алып ҡыуанырһығыҙ, Ҡыҙҙа уртаса уңышҡа өмөт итергә мөмкин, ә Игеҙәктәрҙә бер нәмәгеҙҙең дә үҫмәүе йәки насар булыуы ихтимал.
Тәскирә инәйҙең серҙәре күп булып сыҡты. Ул быға тиклем беҙ белмәгән мәғлүмәтте еткерҙе:
– Аҙнаның көндәре ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бүленә. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә ултыртһаң, барыһы ла гөрләп үҫәсәк һәм емеше лә күп буласаҡ.
– Ә ни өсөн шулай?
– Бәй, ирҙәр үрсемәй бит…
– Ҡатын-ҡыҙ көндәре ниндәй була инде?
– Шаршамбы, йома, шәмбе…
– Тимәк, дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома, йәкшәмбе ирҙәр көнө булып сыға, һәм был көндәрҙә сәсеү менән булашырға ярамаймы?
– Баҡсала ер эше бөтәме? Был көндәрҙә башҡа мәшәҡәт менән шөғөлләнергә мөмкин. Ерҙе ҡаҙып әҙерләргә лә, ашлама индерергә лә, яҙын сүп-сарҙан таҙартырға ла кәрәк бит.
Әлеге һынамыштар ысынмылыр, тап киләмелер, беҙ быға тулыһынса ышандыра алмайбыҙ, әммә Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында йәшәгән Тәскирә инәй Ғилуанова йылдар буйы үҙенең һынауҙа­рынан сығып, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Уңыштарының мул булыуына ҡарағанда был һынамыштарҙа хаҡлыҡ юҡ түгелдер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509