Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!”
Бергә ғүмер кисергән ҡорҙаш, ҡәләмдәштәремде осратҡан һайын көлөп әйтелә торған был лаҡаптың “авторы” Рәшит Солтангәрәев булыр. 1967 йылда Белореттан килеп “Совет Башҡортостаны”ның мәғлүмәт бүлегенә урынлашҡанда редакцияла ижади яҡтан көслө коллектив эшләй ине: Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр, Динис Бүләков, Мәхмүт Уразаев, Әмир Гәрәев, Ярулла Вәлиев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов...


Мин эшләгән мәғлүмәт бүлегенә әҙәбиәт бүлеге бүлмәһе аша үтеп йөрөй инек. Рәми ағай киткәс, Шәкүр эргәһенә ауыл хужалығы бүлегенән Рәшит Солтангәрәев күсте. Улар миңә — ҡорҙаш. Йәш тә бер, студент йылдары ла бергә үтте. Шуҡ-шаянлыҡ та үтескә алынмағандыр инде. Солтангәрәев күңеле көр саҡта рәхәтләнеп һөйләп ала торғайны:
— Иртәнсәк гәзит ҡарап ултырғанда Тайфур беҙҙең яҡҡа сыға ла үҙенең әйбере баҫылһа (ошо урында минең ҡиәфәткә инеп, тауышымды ла оҡшатып): “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” — ти. Ә инде мәҡәләһе булмаһа: “Бөгөн гәзиттә б...ҡ та юҡ!” — тип бүлмәһенә инеп китә...
Әлбиттә, Рәшиттең бөтә шаянлығы мин булып ҡыланыуында, шуға ла егерме йылдан ашыу ул күҙ алдымда ла, үҙ артымда ла һөйләп кешеләрҙе көлдөрә, хәҙер күнегеп тә бөткәнбеҙ.
— Әләкләгәнгә үпкәләмәйһеңме? — тип һораны бер мәл.
— Юҡ, мине популяр итәһең бит! — тинем.
Сәменә тейҙе шикелле, бер килке онотоп йөрөнө. Тик эш үткәйне шул — башҡалар эләктереп алды. Тимер Йосопов, мәҫәлән, нисәмә йыл инде, иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан йә тәүгеһен, йә икенсеһен әйтә һала...
Бына шул гонаһһыҙ лаҡап тотош бер быуын гәзитселәренең тормошон иҫкә төшөрөп ебәрҙе. Һәр быуындың йәшлеге үҙенсә үтәлер инде. Беҙҙеке лә юғалтыу-табыштарға тулы булды, һәр беребеҙ гәзиткә мөкиббән бирелеп, онотолоп, ижад тип янып-көйөп йәшәнек тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеген Рәшит Шәкүр етәкләгән саҡта гәзит биттәре ниндәй бай йөкмәткеле, тематик яҡтан төрлө ине, ә бының өсөн йәш мөдир көнө-төнө яна, көйә, күпме даулаша-дауайлаша торғайны. “Совет Башҡортостаны” алдындағы ҙур яуаплылыҡ тойғоһо беҙҙе әҙәби ижад майҙанына алып сыҡҡандыр... Үткәндәргә бағып, ауыҙ тултырып шуны әйтә алабыҙ: беребеҙ ҙә әҙәбиәткә “артҡы ишектән” йәки кемгәлер арҡаланып килмәне, һәр беребеҙ үҙенең һәләтен, әҙәби булмышын гәзиттә асыҡлағас ҡына әҙәбиәттә төплө урын алды!
Ҡыҙыҡ шул — хәҙер әҙәбиәттең бөтә хәстәрен үҙ иңдәренә йөкмәп атлаусылар сафында барған Рәшит Шәкүрҙең ыҡсымдан да ыҡсым никах кисәһен, минең тәүге фатирымды иҙәнгә гәзит түшәп байрам итеү, Динис Бүләков менән икебеҙ ҙә буйҙаҡ саҡта мөхәррир кабинетында гәзит төпләнмәләрен түшәп, юрған урынына Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены беркетелгән ҡыҙыл әләмде ябынып йоҡлауыбыҙ ысынында булдымы икән?! Хәҙер былар төш һымаҡ ҡына...
Иптәштәр алдында: “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” — тип маҡтаныр өсөн беҙ ал-ял белмәй эшләй ҙә торғайныҡ шул. Хәҙер аптырайым: “Баш ҡала ҡунаҡтары” рубрикаһы минең “Михаил Девятаев” тигән мәғлүмәтемдән башланды, һуңынан Мәскәүҙән килгән өс генералдан, атаҡлы артист Игорь Ильинскийҙан, спорт комментаторы Николай Озеровтан, татар композиторы Александр Ключаревтан башҡа гәзитселәрҙән алда иң беренсе булып интервью алыр өсөн фотохәбәрсе Анатолий Михайлович Виноградов менән төнгө сәғәт икегә тиклем “Ағиҙел” йәки “Башҡортостан” ҡунаҡханаларында көтөп (поездар ул саҡта ла һуңлап йөрөй торғайны), осрашып ҡайтҡас та, номерға өлгөртөр өсөн төн йоҡламай яҙышып ултырыуҙар...
Бер отпускыла Кавказда йөрөгәндә сәғәт ярымға ғына Нальчик ҡалаһында туҡтаған арала “һә” тигәнсә Ҡайсын Кулиевтың фатирын, икенсе отпускыла Ленинградҡа барып, “Башҡорттар” китабының авторы, атаҡлы ғалим Сергей Иванович Руденконы эҙләп табып, гәзиткә очерктар яҙыу, һуңынан Ленинградта 1925 йылда уҡ нәшер ителеп, блокадала, һуғыш фажиғәһе йылдарында ла ғәжәп теүәллек менән һаҡланған “Башҡорттар” китабының 800 данаһын Өфөгә алдыртып һатыуҙы ойоштороу, өсөнсө отпускыла Таһир Кусимов менән Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышып үткән юлдар буйлап сәйәхәткә сығыу — быларҙың бөтәһен дә мин башҡарҙыммы икән?!
Тағы нисек яҙмайһың инде — гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған көндә дежурҙа инем, орден төшөрөлгән иң тәүге — ҡыҙылға буялған — номерҙы ла мин сығарҙым.
Әйткәндәй, ул саҡта дежурҙар өсөн махсус журнал булдырылған да мин эшкә килгәнсе ике-өс йыл буйы уға әҙәм ҡулы теймәгәйне. Бер бушаған арала шул журналды астым да төрлө юмор, уйын-көлкө яҙып ҡуйҙым. Аҙна-ун көн үтеп, икенсе мәртәбә дежурға килһәм, теге журналға минән һуң әлеге шул Рәшит Солтангәрәев, Мәхмүт Уразаев, тағы бер нисә кеше юмористик күҙәтеүҙәрен яҙа ла һалған... Йәнләнде бит журнал, һәр кем берәй һүҙ өҫтәргә тырыша, инде буш биттәре лә әҙәйә башланы. Тик, ҡыҙғаныс, “Журналистар фольклоры” менән тула яҙған журналды кемдер сәлдерҙе бит! Хәҙер музейға ҡайһылай шәп экспонат булыр ине, кемдәрҙең генә яҙыуы юҡ ине унда!
Ана шулай, уйынлы-ысынлы дүрт йыл үтте лә китте. Гәзит һәр беребеҙҙе ижади эҙләнергә өйрәтте, яңы геройҙар менән осраштырҙы. Ләкин бөтәһе лә ал да гөл барманы, әлбиттә. Гәзит — талант менән ҡыутомшоҡлоҡ үҙ-ара осрашҡан, даулашҡан, бәрелешкән майҙан бит ул. Нимәһенә ҡыҙығыптыр инде, ике һөйләм төҙөй белгән кеше лә гәзиткә килергә әҙер ине. Хатта һөйләм төҙөй белмәгәндәр ҙә бар ине арабыҙҙа! Сибайға үҙ хәбәрсе итеп, мәҫәлән, урманда әрҙәнә ҡырҡып йөрөгән бер эшсене алып барып ҡуйҙылар, йәнәһе лә, эшсе хәбәрсенән профессиональ журналист яһайҙар!.. Ә редакция аппаратында һөйләмде һәйбәт төҙөй белһә лә, һәр яңылыҡҡа аяҡ салып, ижад кешеләрен эҙәрлекләп, һәр аҙымын түрәләргә еткереп торған әҙәмдәр ҙә юҡ түгел ине. Улар, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләгән кеүек, һәр мәҡәләнән ниндәйҙер кәмселек табып, дау күтәрә торҙо. Ҡайсын Кулиев, Жәлил Кейекба­ев тураһындағы очерктарымды ғалимдар әле һаман, йәғни егерме йыл буйы иҫкә алып һөйләй, ә теге саҡта редакция планеркаһында ғүмер буйы сөңкөлдәп, ҡамғаҡ кеүек бер редакциянан икенсеһенә күсеп йөрөгән кешенең уларҙы ғәйепләп һөйләгәне әле лә иҫемдә.
Ҡыҫҡаһы, дүрт йыл эшләгәндән һуң, мин, ҡара “фатиха” алып, икенсе редакцияға күстем... Рәшит Шәкүр — аспирантураға, Рәшит Солтангәрәев нефтселәргә китте.
Хәҙер килеп уйлайым: барыбер йәш саҡта ярһыу эшләгәнбеҙ, гәзит уҡыусыға ярарға тырышҡанбыҙ. Хәҙерге редакция аппаратында яңы быуын журналистары эшләй, уларға теләгем шул: эҙләнеү ҡеүәһенән мәхрүм йәшәмәгеҙ! Һәр берегеҙҙең көн һайын иртән шаярыу ҡатыш ғорурлыҡ менән әйтергә хаҡы булһын:
— Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840