Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүе
Милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүе Башҡорт милли матбуғатының барлыҡҡа килеү тарихы 1917–1919 йылдарҙағы автономия өсөн көрәш менән туранан-тура бәйле. 1917 йылдың йәйендә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ойошоу менән, уның тәүге матбуғат баҫмаһы ла барлыҡҡа килә. Беренсе башҡорт гәзите “Башҡорт иттихаҡи бюроһының мөхбире” тип атала. Уның ойоштороусыһы,
милли хәрәкәт етәкселәренең береһе Сәғит Мерәҫов була.


1-се Башҡорт ҡоролтайына әҙерлек барған осорҙа, 1917 йылдың 14 июнендә, “Башҡорт иттифаҡи бюроһы мөхбире”нең тәүге һәм берҙән-бер һаны донъя күрә. Унда милли хәрәкәт лидеры Зәки Вәлиди­ҙең “Башҡорттарҙың алдында торған эштәре” мәҡәләһе баҫыла.
Милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүе1917 йылдың 20 – 27 июлендә 1-се Башҡорт ҡоролтайы үткәндән һуң, гәзит “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Мөхәррире итеп шағир Хәбибулла Ғәбитов тәғәйенләнә. “Башҡорт” Ырымбур ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр сығарыла. 1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас, нәшерләү бер аҙға туҡтап ҡала. Артабан 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙ эшен яңынан башлағас, “Башҡорт” гәзите лә ҡайтанан сығарыла башлай. Силәбелә матбуғат эше менән Вәлидиҙең көрәштәше Фәтхелҡадир Сөләймәнов (беҙ уны күберәк Абдулҡадир Инан булараҡ беләбеҙ) шөғөлләнә.
1918 йылдың июлендә Сәғит Мерәҫов Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора. Ошо бүлек янында Хәбибулла Ғәбитов “Башҡорт тауышы” тип исемләнгән яңы гәзит сығарыуҙы юлға һала. Гәзит башҡорт һәм рус телдәрендә Ырымбурҙың “Яңы ваҡыт” типографияһында аҙнаһына бер тапҡыр баҫыла. Гәзиттең өс һаны донъя күреп өлгөрә (30 июлдә, 7 һәм 14 августа). “Башҡорт тауышы”ның 7 августа сыҡҡан рус телендәге һанында былай тиелә: “в “Голосе башкир” как официальном органе главное место будет отведено ознакомлению населения автономной Башкирии с работами центрального правительства Башкирии, распространению и разъяснению его распоряжений. Наряду с этим газета будет знакомить читателей с последними политическими новостями и военными известиями. Ввиду того, что “Голос башкир” предполагается пока, по некоторым причинам, выпускать еженедельно, последние известия будут сообщаться кратко, в общих чертах”.
Милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүеАвгуст башында Башҡорт хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға ҡайтҡас, ике гәзитте берләштерергә ҡарар итә. “Башҡорт” һәм “Башҡорт тауышы” гәзиттәре урынына 1918 йылдың 20 авгусынан Башҡорт хәкүмәтенең яңы рәсми матбуғат органы “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзите сығарыла башлай. Гәзит сығарыу эше билдәле ғалим, энциклопедист, мөхәррир Ризаитдин Фәхретдиновтың улы Ғабдрахман Фәхретдиновҡа йөкмәтелә. Ул тәжрибәле журналист, тәржемәсе була. Революцияға тиклем “Шура” журналында һәм “Ваҡыт” гәзитендә эшләй. Ғабдрахман Фәхретдинов бер үк ваҡытта Башҡорт хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
Гәзиттең ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Күрәһең, 1918 йылдың декабрь башында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан киткәс, нәшерләү туҡталғандыр. Тәүге башҡорт гәзиттәре — милли хәрәкәттең эшендә мөһим роль уйнаған факторҙарҙың береһе. Тап ошо осорҙа уларҙа милли хәрәкәттең рупоры Шәйехзада Бабичтың ялҡынлы шиғырҙары, мәҡәләләре донъя күрә.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840