Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һикәлтәле ғүмер юлдары
Һикәлтәле ғүмер юлдарыАбдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Ейәнсура районы) Мәзит ауылында тыуған. Урта белем алғас, 1952 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, 1956 йылда Орск педагогия институтын тамамлай. 1947 йылдан Абҙан районының Мөхәмәтйән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, 1953 йылдан — Өмбәт урта мәктәбендә директор, 1955 йылдан — партияның Абҙан район комитетында бүлек мөдире, 1956 йылдан — КПСС-тың Ейәнсура район комитетында бүлек мөдире, 1957—1962 йылдарҙа секретарь булып эшләй.
1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ул заманда абруйлы иҫәпләнгән Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлап, бер ыңғай кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Башҡортостанға ҡайта. Уны “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә тәғәйенләйҙәр.
Бер йыл баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгәс, 1966 йылдан 1986 йылға тиклем, ике тиҫтә йыл буйы, республикабыҙҙың төп гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын атҡара. Үтә егәрле, эшлекле, үҙенә лә, бүтәндәргә лә бик талапсан етәксе булды. Гәзитте уҡымлы, йөкмәткеле итеп сығарыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә белеү, телгә иғтибарлы булыу ул осорҙа редакция коллективының көндәлек иғтибар үҙәгендә торҙо. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа осрашыуҙар, уҡыусылар конференциялары үткәрелде. Быларҙың барыһы ла тираждың байтаҡҡа артыуына килтерҙе, халыҡ араһында баҫманың абруйын бермә-бер күтәреүгә булышлыҡ итте. Абдулла Исмәғилев йәш журналистарҙы тәрбиәләп үҫтереү буйынса күп эш башҡарҙы. Бөгөн башҡорт журналистикаһының уҙаманы булған күп кенә публицист һәм журналистар уның янында ҡанат нығытты.
Республика гәзитенә етәкселек итеү менән бер рәттән, Абдулла Ғиниәт улы 1966—1969 йылдарҙа БАССР Журналистар союзы рәйесе булды. 1986—1988 йылдарҙа — БАССР кинофикация дәүләт комитеты рәйесе.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә: биш йыл “Известия Башкортостана” гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь була, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында яуаплы секретарь вазифаһын башҡара. Абдулла Ғиниәт улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне, уның төплө, фәһемле мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар һәр ваҡыт көтөп алды.
Тарих фәндәре кандидаты Абдулла Исмәғилев —VII — XI саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Бөгөн гәзит уҡыусыларға тәҡдим ителгән иҫтәлектәре 2004 йылда яҙылған.

Мине ике мәсьәлә борсой ине: беренсеһе — нисек итеп кадрҙарҙы яңыртып алыу, икенсеһе — тиражды арттырыу. Партия ойошмаһының һәм мөхәрририәттең дә иғтибарын ошо ике мәсьәләгә тупланым. Ватан һуғышы инвалидтарын аҡрынлап пенсияға оҙата башланым. Ә йәш елғыуарҙарҙан нисек ҡотолорға?!
Ул ваҡытта Өфөлә бер кем дә журналист кадрҙары әҙерләмәй ине. Бер ерҙә лә йүнләп эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр етерлек, был хаҡта бөтә кеше белә ине. Уларҙы “Совет Башҡортостаны”нан ҡыуып сығарғандар, “Кызыл таң”ға эшкә алғандар, унан да ҡыуғандар, радиола урын тапҡандар, йәнә ҡыуылғас, китап нәшриәтенә барып урынлаш­ҡандар. Уларҙы яңынан эшкә алыуҙан фәтүә юҡ: йә ҡулынан бер ниндәй эш килмәй, йә эскесе.
Кадрҙарҙы яңыртыуҙың берҙән-бер юлы: хеҙмәткәрҙәрҙе ҡала һәм район гәзиттәренән алыу. Бының өсөн Өфөлә фатир табырға кәрәк. Беҙ урындағы редакциялар менән бәйләнеште нығыта, ундағы журналистарҙан мәҡәләләр яҙҙыра, әйберҙәрен баҫа башланыҡ. Юғары уҡыу йорттарының һәләтле студенттары менән дә эш алып барабыҙ, гәзит эшенә йәлеп итәбеҙ, мәҡәләләрен, шиғырҙарын баҫабыҙ.
Биш-алты йыл арауығында ҡала һәм район гә­зиттәре редакцияларынан, радио һәм телевидениенан Рәшит Шәкүровты, Рәшит Солтангәрәевте, Марсель Ҡотлоғәлләмовты, Ризван Хажиевты, Хәсән Назаровты, Ғәлим Хисамовты, Рәүеф Насировты, Тайфур Сәғитовты, Азат Байсуринды, Кинйәғәле Амантаевты, Ғәли Ильясовты, Ильяс Иҫәнбаевты, Факил Мырҙаҡаевты һ.б. алдыҡ. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған Сабир Шәрипов, Ирек Кинйәбулатов, Аҫылғужа Баһуманов, Гөлфиә Янбаева, Флүзә Мырҙабаева, Әлфиә Аҡбутина, Риф Мифтахов, Таһирйән Хәбиров, Риф Тойғонов һәм башҡалар журналистар сафын тулыландырҙы.
Шулай итеп, бер нисә йылда аппаратты ла, үҙ хәбәрселәр составын да байтаҡ яңырттыҡ. Фәтҡулла Комиссаров, Фәтих Абдуллин, Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Мөхтәр Тимербулатов кеүек тәжрибәле журналистар ҙа эшләүен дауам итте. Ауыл мәктәптәренән Рәлиф Кинйәбаев, Зыял Шәйхетдинов, Юнир Кинйәбаев, Сәлимйән Бәҙретдинов, Шәйхелислам Айсыуаҡов кеүек уҡытыусылар иҫәбенә лә үҙ хәбәрселәр сафын тулыландырҙыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен редакцияға эшкә алдыҡ, артабан улар баш мөхәррир урынбаҫарҙары, баш мөхәррир булып китте. Мәҫәлән, Марсель Ҡотлоғәлләмов — “Известия Башкортостана” гәзитенең баш мөхәррире, Ғәлим Хисамов “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры, Ризван Хажиев “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булды.
Рәлиф Кинйәбаев иһә бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире йөгөн тарта. Аҡрынлап редакцияла эш юлға һалына башланы, өлкән журналистар пенсияға китте, йәштәр килде. “Башҡорт­остан” гәзит-журналдар нәшриәте йорттар һала башланы, ҡайһы саҡта ҡаланың торлаҡ фондынан да фатирҙар алдыҡ. Һөҙөмтәлә журналистарҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү һиҙелерлек яҡшырҙы.
Ләкин үҙемдең эшемдән — гәзиттең йөкмәтке­һенән, бүлектәр һәм үҙ хәбәрселәрҙең ижадынан, өлгәшелгән тираждан ҡәнәғәт түгел инем. Мине бигерәк тә шул хәл борсоно: гәзит редакцияһы — үҙ алдына, гәзит уҡыусылар үҙ алдына йәшәй ине. Редакция менән гәзит уҡыусы араһында тығыҙ бәйләнеш юҡ. Һуҡыр кеше һымаҡ эш итәбеҙ. Улар гәзит биттәрендә ниндәй материал күрергә теләүен дә белмәнек. Уҡыусыларыбыҙ райондарҙа, Өфөнән ситтә йәшәй, шуға күрә редакцияла бик һирәк була ине. Журналистар ҙа командировкала халыҡ менән осрашырға, уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, гәзит хаҡындағы фекерен асыҡларға ваҡыт тапмай ине. Партия йыйылыш­тарының береһендә беҙ гәзиттең тиражын 100 мең данаға еткерергә ҡарар иттек. Был хыял түгел, ә үтәлерлек бурыс ине. Татар гәзите “Кызыл таң”дың тиражы 100 меңде уҙып китте, элек-электән уның тиражы беҙҙекенән 20-25 процентҡа күберәк булған. Хикмәт шунда: республикала йәшәгән башҡорт халҡының 25 проценты татар телен үҙенең туған теле тип иҫәпләй һәм татарса гәзиттәрҙе алдыра ине.
Гәзит уҡыусыларҙың һанын арттырыу өсөн беҙ ике йүнәлештә эш алып барырға булдыҡ. Беренсенән, баҫманың һәр һанын ҡыҙыҡлы, халыҡ яратып уҡырлыҡ итеп сығарырға. Былай эшләһәк, гәзитебеҙҙе бөгөн алдырып уҡыусыны юғалтмай­быҙ, ул киләһе йылға ла яҙыласаҡ.
Икенсенән, ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа һәм район үҙәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың башҡортса баҫмаларҙы алдырмауын һәм уҡымауын иҫәпкә алып, халыҡ араһында аңлатыу эшен көсәйтергә. Бының өсөн төрлө сараны файҙаланырға: радио һәм телевидение аша сығыш яһарға, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрергә, һәр төрлө конференция һәм йыйылыштарҙа ҡатнашып сығыш яһарға, ҡала һәм райондарҙа гәзит уҡыусыларҙың конференцияларын үткәрергә.
Был сараларҙың квартал пландарын төҙөнөк. Конференцияларҙа баш мөхәррир үҙе, урынба­ҫарҙары, яуаплы секретарь, бүлек мөдирҙәре һәм үҙ хәбәрселәр ҡатнашты. Мин айына бер нисә тапҡыр төрлө ҡала һәм райондарҙа үткәрелгән сараларҙа булдым. 20 йыл баш мөхәррир булып эшләү осоронда Баймаҡ районында — 26, Сибай ҡалаһында ете уҡыусылар конференцияһы үткәрҙем. Баймаҡ ҡалаһында һәм районында район гәзите редакцияһы менән берлектә үткәрҙек. Иң тәүҙә мин сығыш яһайым, шунан һуң Баймаҡ район гәзите мөхәррире Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин отчет тота. Иҫке Сибай, Төркмән, Ишмырҙа, Ниғәмәт, Таулыҡай, I Этҡол, Аҡморон, Кәрешкә ауылдарындағы гәзит уҡыусылар конференциялары хәтерҙә яҡшы һаҡланып ҡалған. Баймаҡ ҡалаһының үҙендә урта мәктәптәрҙә, предприятиеларҙа, айырым учреждениеларҙа осрашыуҙар үткәрә инек. Ҡайһы бер ауылдарҙағы конференцияларҙа партия райкомының идеология буйынса секретары Рәғиб Хисмәтуллин ҡатнашты.
Конференцияларҙың файҙаһы бик ҙур: редакция хеҙмәткәрҙәрен гәзит уҡыусыларға яҡынайта, уларҙың тын алышын, гәзит биттәрендә ниндәй материал уҡырға теләгәнен белергә ярҙам итә. Әбйәлил районының Амангилде ауылында булған осрашыуҙы һис кенә лә онота алмайым. Унда КПСС райкомы инструкторы Әхмәт Камалов менән барҙыҡ. Иртә яҙ, ала ҡар ваҡыты ине. Аяҡ аҫты тайғаҡ, еүеш. Төн. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылғайны. Яңы ғына һалынған клуб шығырым тулы. Ҡарттар ҙа бар, йәштәр ҙә күп күренә. Мин бер сәғәттән ашыу башҡорт телендә сығыш яһаным, һорауҙарға яуап бирҙем. Шунан һуң бер-бер артлы сығып һөйләй башланылар. Ҡайһы ерең ҡысыта?! Түҙһәң түҙ, түҙмәһәң тор. Гәзиттең йөкмәткеһенә, теленә ҡарата тәнҡит айырыуса күп булды. Дөйөм һүҙҙәр булманы. Аныҡ һандар, аныҡ мәҡәләләр хаҡында һүҙ барҙы.
Партияның район комитеты хеҙмәткәрҙәренә лә сыбыҡтың осо тейҙе. Бер өлкән генә ағай сыҡты ла, Әхмәт ҡустыға мөрәжәғәт итеп, былай тине: “Башҡорт менән башҡортса, урыҫ менән урыҫса һөйләшергә кәрәк, Камалов ҡустым. Һеҙ түш кеҫәгеҙҙән шпаргалкағыҙҙы сығараһығыҙ ҙа беҙгә, башҡорттарға, урыҫ телендә доклад йәки лекция уҡыйһығыҙ. Эш түгел был. Күрҙегеҙме Исмәғилев ағайығыҙҙы, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамай беҙҙең алда сәғәт ярым телмәр тотто. Бына нисек эшләргә кәрәк халыҡ менән”.
Мин Амангилделәге осрашыуҙан, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән бик ҡәнәғәт булып ҡайттым. Ул кис мин, баш мөхәррир булараҡ, шуны аңланым: әгәр беҙ гәзит уҡыусыларҙың күберәк булыуын теләйбеҙ икән, баҫмабыҙ ҡыҙыҡлыраҡ һәм уларға яҡыныраҡ булырға, ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Тағы ла бер тапҡыр шуға инандым: гәзит уҡыу­сылар менән йышыраҡ осрашырға, кеше­ләрҙең нимә һөйләүенә, уларҙы ниҙәр борсоуына ҡолаҡ һалырға, хаттарында, сығыштарында ҡуйған дәғүәләре буйынса һис кисекмәҫтән сара күрергә кәрәк.
Сираттағы сәфәрҙә Әбйәлилдең Байым тигән ҙур ауылында ла гәзит уҡыусылар конференцияһы үткәрҙек. Унда партия район комитетының беренсе секретары Милләт Хәкимов та ҡатнашты. Был ауыл клубында ла халыҡ күп булды. Сығып һөйләүселәр аныҡ дәғүәләр ҡуйҙы, гәзиттең йөкмәткеһен яҡшыртыу буйынса эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.
Өфөгә ҡайтҡас, яҡшылап әҙерләнеп, ишеткән-күргәндәргә төплө анализ яһап, мөхәрририәттең махсус ултырышын үткәрҙек. Унда осрашыуҙарҙың нисек үтеүе, беҙҙе нисек ҡайыҙлауҙары тураһында доклад яһаным. Һәйбәт итеп әҙерләнгән аныҡ ҡарар ҡабул иттек һәм осрашыуҙарҙы дауам иттек.
Хәйбулла районындағы бер осрашыу әле лә иҫемдә. Партия район комитетының идеология буйынса секретары Михаил Некрасовҡа телефондан шылтыратам: “Әйҙә, берәй төпкөл ауылда конференция үткәрәйек, халыҡтың нисек йәшәүен, тын алышын белербеҙ”. Ул минең тәҡдим менән килеште. Бер нисә көндән самолетта Аҡъярға килеп төштөм. Шул көндә үк төштән һуң беҙ өсәүләп — мин, район гәзите мөхәррире Шамил Байғусҡаров һәм Михаил Некрасов — Ғәлиәхмәт тигән бер төпкөл ауылға юлға сыҡтыҡ. Үткән төн көслө буран булған. Әле лә буранлап тора. Шулай ҙа 60 километр самаһы араны һәйбәт үттек, Аҡназар тигән ауылға килеп еттек. Артабан юл тауға күтәрелә, юлға буран һырынты һалған, “УАЗ” менән дә үтерлек түгел. Ауыл клубында туҡталдыҡ. Телефондан колхоз идараһына, трактор ебәрмә­һәгеҙ булмаҫ, үтерлек түгел, тип шылтыраттыҡ. Ул арала ир-ат йыйылып китте, беҙ улар менән әңгәмә ҡороп ултырһаҡ, “Беларусь” тракторында колхоз рәйесе үҙе килеп төштө. Машинаны тракторға таҡтыҡ та киттек.
Һуңлатып ҡына, киске сәғәт туғыҙҙарҙа, Ғәлиәхмәткә барып еттек. Шулай ҙа, беҙ килгәнде ишетеп, халыҡ тиҙ йыйылды. Күрәһең, мөхәррир­ҙәрҙе, секретарҙы күреп ҡалыу теләге көслө булғандыр. Ысынлап та, төпкөл икән, радио һөйләмәй, почта һирәк килә. Ауыл һырт өҫтөндә, урман араһында ултыра. Мал аҫрайҙар, аҙ ғына ашлыҡ сәсәләр. Ауыл ҙур ғына, урта мәктәп бар. Балалар тирә-яҡтағы бәләкәй ауылдарҙан килеп, ятаҡта ятып уҡый. Мин сығып һөйләгәндән һуң, биш-алты кеше һүҙ алды.
Бында ла халыҡ ихлас булып сыҡты. Матур тәҡдимдәр яңғыраны. Бер уҡытыусы бер нисә эшлекле фекер әйтте: “Һеҙ, Исмәғилев ағай, күп нәмә хаҡында яҙаһығыҙ, ә беҙгә нимә кәрәген белмәйһегеҙ. Элек Көньяҡ Урал халҡы иген икмәгән, мал аҫраған, шуның менән көн күргән. Беҙҙең халыҡ һуғышҡа тиклем картуф та ултыртманы, йәшелсә лә сәсмәне. Кәрәк икән, һуғанын, ҡыярын, кишерен күрше ауылдағы урыҫтарҙан һатып алдыҡ. Картуф сәсергә Бөйөк Ватан һуғышы өйрәтте. Ә күп ауылдарҙа ҡайһы бер йәшелсәнең башҡортса исемен дә белмәйҙәр, кишерҙе “морковь”, ҡыярҙы “өгөрсә” тип йөрөтәләр. Беҙ һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә башланыҡ, ләкин ҡайһы ваҡыт барып сыҡмай, ваҡыт ҡына әрәм итәбеҙ. Беҙҙе гәзит аша алма, груша, төрлө йәшелсә үҫтерергә өйрәтегеҙ, рәхмәт әйтербеҙ”. Бер нисә кеше был тәҡдимде яҡлап һөйләне. Мин, йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһап, мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ, тип вәғәҙә бирҙем.
Ғәлиәхмәткә сәфәремдең йомғаҡтарын асыҡ партия йыйылышына сығарҙыҡ, бөтә журналистар ҙа, шул иҫәптән үҙ хәбәрселәр ҙә, ҡатнашты. “Баҡсасы әлифбаһы” тигән яңы рубрика астыҡ, уны даими алып барҙыҡ, ғалимдарҙы һәм тәжрибәле баҡсасыларҙы йәлеп иттек. Был эште бер нисә тиҫтә йыл дауамында туҡтатманыҡ. Колхоз һәм совхоздарҙа баҡсасылыҡтың торошо менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

Абдулла ИСМӘҒИЛЕВ,
1966 – 1986 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511