Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярҙамы ныҡ тейҙе
Ярҙамы ныҡ тейҙе “Башҡортостан” гәзитен 1952 йылдан бирле алдырып уҡып барам. Хатта 70-се йылдарҙа Мәскәүҙә уҡып йөрөгәндә лә айырылыша алманыҡ. Ситтә был йәнһеҙ ҡағыҙ яҡташыңа, дуҫыңа әүерелә, почта килгәнен көтөп, беренсе ҡатҡа көнөнә өсәр төшөп әйләнә инем. Ә тәү тапҡыр яҙылыуҙың бер әтнәкәһе бар. Һөйләйем әле.

Таймаҫ урта мәктәбенең унынсы класында уҡыусылар, аҡса йыйып, 1952 йылда “Ҡыҙыл Башҡортостан”ға яҙы­лырға булдыҡ — башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзит бит. Шулай иттек тә. Ул саҡта гәзит йыйылып өс-дүрт көнгә бер килә, шулай булыуы шәп тә һымаҡ, бер ултырып кинәнеп туйғансы уҡыйһың. Ә тотош класҡа килгәс инде, хатта йәтеш тә — таратаһың да алаһың.
Гәзитте әрәм итмәйбеҙ, күмәкләп уҡып сыҡҡас, тегеп барабыҙ ҙа таҡта янына элеп ҡуябыҙ. Ҡәҙерле бит.
Бына уҡыу ҙа бөттө, оҙаҡламай имтихан бирергә тип, беҙҙән 60 саҡрымда ятҡан Мораптал ауылына барырға тейешбеҙ — бер айға. Ул заман шулай ике мәктәпкә бер дәүләт комиссияһы төҙөйҙәр ҙә сығарылыш уҡыусылары шунда дәүләт имтиханы тапшырып ята торғайны. Оҙаҡламай китәбеҙ, ә йыйылған гәзитте нишләтергә? Ҡыҙҙарға биреп булмай бит инде. Класта алты егет, ун бер ҡыҙ. Беҙ, егеттәр, үҙ-ара һөйләштек тә, ҡыҙҙар юҡта ярты йыл буйы йыйған гәзитте үҙ-ара бүлешеп алдыҡ. Әллә ни кәрәге лә юҡ-юҡлығын, тик яуызлыҡҡа барабыҙ. Эләкмәһен, йәнәһе, ҡыҙҙарға! Әллә ниңә үҙ-ара һыйыша алмайһың бит ул йәш саҡта.
Ҡыҫҡаһы, бына шул мәлдән алып гәзитебеҙ минең тормошома, эшмәкәр­легемә ныҡлап инеп китте, хатта яҙмышымды билдәләште. Әлбиттә, теге саҡта ҡасандыр ошо гәзит редакцияһына килеп эшкә урынлашырмын, ғүмерем буйына әүҙем авторҙарының береһе булырмын тип башыма ла килтермәнем. Гәзит бик бейектә, буйың етерлек түгел. Ҡайҙа ул редакцияла эшләү, өс-дүрт юллыҡ хәбәр баҫтырһаң да мәртәбә, бөтә донъя аңшайып һиңә ҡарап торған кеүек. Матбуғаттың абруйы бик ҙур ине ул заманда.
Килә-китә йөрөп, мин редакцияла йәм­ғеһе ун өс йыл самаһы эшләнем. Үҙ ғүмеремдә иң яратып, кинәнеп эшләгән урынымдың береһе шул булғандыр, моғайын да.
Эшкә өйрәнеп алғас, күп яҙҙым, ваҡ хәбәрҙәр, һүрәтләмә, очерк, фельетон, хикәйәләр. Фельетон яҙып бәләгә ҡала яҙған саҡтар ҙа булды. Фельетонды кем яратһын, артынан “дөрөҫ түгел” тигән яуап килә. Шунан йөрө иҫбатлап. Бына шул яҙғандарым араһында береһе ныҡ иҫтә ҡалды. Бер кешегә бик ҙур изгелек эшләй алдым. Ҡылған изге­легемдән әле һаман кинәнес алып йөрөйөм.
Былай булды. Бер көн редакцияның хаттар бүлегенән Абдрахман ағай Баязитов бер хат тотторҙо: “Ошоно уҡып сыҡ әле, бәлки, берәй эш килтереп сығарырһың. Шундай нәмәләрҙе яратаһың бит”, — тине.
Алдым, уҡыным, хаттың йөкмәткеһе мине тетрәндерҙе. Әлбиттә, редакцияға бындай хаттар йыш килә. Ҡайһыларын уның тейешле ойошмаға, күберәк шул хат авторы эшләгән, йәшәгән урынға тикшерергә ебәрәләр ҙә ҡотолалар. Шу­нан инде яуап килә: күбеһе ҡотолор өсөн генә лә яҙылған булыр ине. Әммә мин әле икенсе — әҙәбиәт бүлегендә эшләһәм дә, был хатты алырға, артынан йөрөргә булдым. Хаттың йөкмәткеһе әле лә хәтерҙә.
1969 йыл ине шикелле. Менәүәрә Ғәбитова тигән апай яҙа. Үҙе һуғышта ҡатнашҡан, ире лә фронттан ҡайта алмаған, һәләк булып ҡалған. Менәүәрә апай “Мир” фирмаһында эшләп йөрөй икән. Ба­лаһы юҡ, булған да үлгән. Хәҙер ошо япа-яңғыҙ апай, фронтовик, дөйөм ятаҡта йәшәп ята. “Миңә 54 йәш, — тигән ул, — бүлмәләштәрем йәш ҡыҙҙар. Уларға уйын-көлкө кәрәк, ҡайталар ҙа йырларға, бейергә тотоналар, ҡысҡыр­тып радио ебәрәләр, егеттәр килә яндарына. Ә миңә ял итергә кәрәк. Йәлләмәгеҙ минән биш-алты метр урынығыҙҙы!” Эйе, тап шулай тип яҙылғайны. Тетрәнмәҫлекме ни!
Башта Менәүәрә апайҙың үҙен редакцияға саҡыртып һөйләштем. Мөләйем генә башҡорт апайы. Ырымбур өлкәһендәге Кәнсер тигән ауылда тыуып үҫкән икән. Күренекле рәссам Рәхим Ишбулатовтың ике туған һеңлеһе булып сыҡты, ағаһы саҡыртып алған икән Өфөгә заманында.
Бик яҡшы эшләй үҙе, Мәскәүгә профсоюздар съезына делегат булып барған, Өфөлә лә алдынғылар кәңәшмәһендә йыш ҡатнаша, профсоюздарҙың өлкә комитеты ағзаһы ла булған, коммунистик хеҙмәт ударнигы, миҙалдары ла бар. Сталинград фронтында булған. Ҡыҫҡа­һы, һәр яҡлап маҡтаулы кеше, ә бына хәстәрлек күреү тигәндә, ташлағандар, онотҡандар.
Хатты тотоп, “Мир” фирмаһына киттем. Моғайын, башта парткомға ингән­мендер инде, уныһы хәтерҙә ҡалмаған. Шунан, уның кәңәше менәндер, фабкомға керҙем.
Фабком рәйесе — туҡ ҡиәфәттәге тәкәббер генә ҡатын, мәрйә. Бик эре һөйләште: “Ғәбитова кеүектәр беҙҙә күп. Бына сиратты ҡарағыҙ”, — тип ниндәйҙер исемлек күрһәтте. Әлбиттә, Менәүәрә апайҙың хат яҙғанын да яратмағандыр. Кем яратһын ин­де уны. Ҡыҫҡаһы, мин профсоюз етәксеһенән йылы һүҙ ишетмәнем, сират буйынса ҡараласаҡ, тине. Сират еткәндә инде, был фронтовик апай күптән пенсияға киткән була. Пенсионерҙарға кем бирһен инде. Менәүәрә апайҙың бар хафаланыуы ла шуға бит. Ошоғаса түҙгән дә, ахырҙа хат яҙырға булған.
Бында булманы, киттем Совет районының башҡарма комитетына. Уның рәйесе Кухарев ине шикелле. Был да әллә ни яҡты йөҙ күрһәтмәне, райондағы хәлде барларға, фатир өсөн нисә йөҙләп кешенең сиратта тороуын аңлатырға тотондо. Күрәләрҙер инде: мин дәүләт бюрократия машинаһын аңламаған, тәжрибәһе булмаған йәш кеше, алдаштырырға мөмкин. Шулайҙыр ҙа, әммә мин үҙемдең дә, хат авторының да хаҡлы икәнен аңлай инем. Ошоларҙың бөтәһе хаҡында ла һөйләп, гәзиткә мәҡәлә яҙып баҫтырҙым.
Мәҡәләнең сығыуы булды, редак­цияға хаттар килә башланы. Ул заман кеше ихлас ине бит, миңә булһа, еткән тип ҡарамай, бер-береһенә теләктәшлек күрһәтеп, ярҙам итергә тырышып ята. Бөтәһе лә, билдәле, фронтовик апайҙы яҡлай, уны шулай интектереп йөрөгән­дәрҙе яманлай, фатир биреүҙәрен талап итә.
Килгән хаттарҙы гәзит битендә ба­ҫабыҙ. Шуларҙы күреп, тағы яҙалар. Тағы баҫабыҙ. Ниһайәт, баҫылған мәҡәләләрҙе йыйып, партияның Совет райкомына ебәрҙек. Шуның өҫтәүенә үҙем беренсе секретарға шылтыраттым. Марат Булгаков тигән кеше ине. Шундай-шундай хәлдәр, әгәр ҙә мәсьәләне ыңғай хәл итмәһәгеҙ, хаттар баҫыуҙы дауам итәсәкбеҙ, бөтә республика ҡуҙғаласаҡ, тип ебәрҙем. Район етәксеһе, шөрләнеме, аңланымы, башҡа хаттарҙы баҫмаҫҡа тәҡдим итте, фронтовичкаға фатир бирелер, тине. Беҙ шуның менән туҡтаныҡ.
Нисә ай үткәндер инде, бер ваҡыт әлеге Менәүәрә апай шылты­рата: фатир алған, ҡунаҡҡа саҡыра. Ысынлап та, биргәндәр икән, хатта эшләгән урынынан да йыраҡ түгел, бер квартал ғына. Минең дә күңел күтәрелеп китте, эште алып барып сығарҙым дабаһа! Ышанмай ҙа торам! Фатирын күрге лә килә бит!
Барҙыҡ. Бер аҙ күңел төштө. Ул саҡта төҙөлә торған “хрущевка” инде, күрше-күлән бергә. Быға кухня янындағы йоҡо бүлмәһе, ун өс-ун дүрт метрҙыр күп булһа. Залы икенсе кешегә. Ә апайҙың ҡыуаныуҙары! “Булһын, етә ул миңә, баштан ашҡан!” — тип өлтөрәп йөрөй апайым! Шулайҙыр инде, ошондай бүлмәлә бер нисә кеше торғандар ҙа бар бит әле. Рәхмәттәр уҡып бөтә алмай: “Рәшит энем, һин минең бәхетем!” — ти.
Бер аҙҙан үҙенең кәләшен эйәртеп, Әмир Абдразаҡов килеп инде. Был ни эшләп йөрөй икән тиһәм, ул Менәүәрә апайға ауылдаш, туған-ырыу булып сыҡты. Әмирҙәрҙең әле ул ваҡыт бөгөнгө данлы йырсы улдары тыумаған да ине, яңы өйләнешкән саҡтары. Шулай итеп, беҙ Менәүәрә Ғәбитова апайға тағы бер шатлыҡ өҫтәп, ҡайтып киттек.
Бына хәҙер утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте. Менәүәрә апай ҙа юҡ инде. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошо фатирында йәшәгән. Ҡәнәғәт булып йәшә­гәндер, тим. Күпте өмөт итеп өйрәнмәгән кешеләр бит инде. Утыҙ йыл үтһә лә, мин дә онотмайым ошо мәлдәрҙе, кешегә яҡшылыҡ эшләнем бит әле, ҡыуандырҙым уны, тип иҫкә алам. Ул ғүмеренең аҙағынаса мине иҫкә төшөргәндер, кешеләргә һөйләгәндер.
Әйткәндәй, тағы бер нәмә. Ошо ултырғанында ҡыуанып һөйләне: “Рәшит энем, шундай ҙур кеше булыуына ҡарамаҫтан, урынынан тороп, ҡаршы килеп күреште, ҡаршыһына ултыртып, бик матур итеп һөйләште”, — тине. Ул саҡ мөхәррир урынбаҫары Шәрипов ағай өйҙә юҡ ине, мин уның бүлмәһенә инеп ултырғайным, эшләргә тынысыраҡ тип. Шуға мине ҙур кеше итеп ҡабул иткәндер инде. Хәйер, был эшсе апайҙы директорҙары, фабком рәйесе шулай урынынан тороп, ҡул биреп ҡаршылаған тиһеңме, бүлмәләренә индермәй интектергәндәрҙер әле. Кеше күңеле өсөн күпме генә кәрәк инде?!
Аҙаҡ килеп, шуны әйтәм: бөгөн ташҡа баҫылған һүҙҙәрҙең баһаһы, бәҫе китте. Элек бит гәзиттә баҫылған һәр тәнҡит мәҡәләһенә, хаттарға тейешле ойошма­ларҙың етәкселәренән яуап килә, мәсьә­ләнең нисек хәл ителеүе тураһында хәбәр ителә ине. Хәбәр итмәй ҡа­раһындар! Бындай материалдар юғарыға ебәрелер һәм унда ҡойроҡтары боролор ине.
Ә бөгөн! Тәнҡит баҫыла тора. Шуларға сара күреләме? Сараһын күреү түгел, уны уҡып, иҫкә алып та тормайҙар. Хатта киреһен дә эшләп ҡуялар, йәнәһе лә, минең эшкә ҡыҫылып ятмаһындар. Был хаҡта етәкселәрҙең үҙҙәренән ишеткәнем бар. Ни хәл итәһең: демократия! Үҙебеҙ ҙә ризалаштыҡ шикелле.
Дөрөҫ, күптән түгел гәзиттә баҫылған мәҡәләләр, урындарҙа тикшерелеп, тейешле органдарҙың яуап бирергә тейешлеге тураһында указ сыҡты-сығыуын, әммә һөҙөмтәһе күренмәй. Бер юғалтҡан нәмәне кире табыуы еңел түгел шул.

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ,
яҙыусы, Салауат Юлаев
премияһы лауреаты.

(“Башҡортостан”, 1998 йыл,
28 февраль).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513