Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙаҡ йоҡлаһаң, уяныуы ауыр...
Оҙаҡ йоҡлаһаң, уяныуы ауыр... Башҡортостан Республикаһы Конституция судының сираттағы ултырышы граждан Р. Х. Хафизовтың ялыуын ҡарауға арналды. Ул республиканың ер тураһындағы ҡануниәтендәге ҡайһы бер ҡағиҙәләр халыҡтың конституцион хоҡуҡтарын боҙа тип иҫәпләй.

Һүҙ Башҡортостан Республи­каһының “Башҡортостан Республи­ка­һында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы (2004 йылдың 5 ғин­уары, № 59) һәм “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсә­бәт­тәрен көйләү тураһында”ғы Баш­ортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы (2014 йылдың 29 декабре, № 177) закондар хаҡында бара.
Тәүгеһенең 21-се һәм 21.3-сө статьяларында Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер биләмәләрен бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыуҙың тәғәйен ваҡыты билдәләнгән: ул 2006 йылдың 1 ғинуарынан алып 2012 йылдың 1 ғинуарына саҡлы дауам итте. Дәғүәсенең фекеренсә, хосусилаштырыу ваҡытын билдәләүҙең нигеҙһеҙ булыуы, шулай уҡ әлеге Закондың 21.3-сө статьяһында әйтелгән сикләүҙәр (республиканың дәүләт унитар предприятиеларына тапшырылған ауыл хужалығы ерен хосусилаштырыуҙы тыйыу) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килә һәм беҙҙең төбәктә йәшәгән кешеләрҙе ер биләмәһен (пайҙарҙы) бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу хоҡуғынан бөтөнләйгә мәхрүм итә.
Бынан тыш, дәғүәсе “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закондың 1-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң 6-сы, 8-се һәм 9-сы пункттарының Конституцияға ярашлы булыу-булмауын тикшереүҙе һорай, сөнки улар “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 21-се статьяның 2-се өлөшөн һәм 21.2-се статьяны көсөн юғалтҡан тип таный, ә 21.3-сө статья яңы редакцияла бирелә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, граждан Р.Х. Хафизов хосусилаштырыу ваҡыты тураһындағы ҡағиҙәне һәм 21.2-се статьяны юҡҡа сығарыу Конституцияға ҡаршы килә тип иҫәпләй, сөнки был статьяла “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың (2005 йылдың 7 ноябрендәге редакцияла) граждандарға дөйөм милек хоҡуғында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе бер тапҡыр бушлай тапшырыу тәртибе билдәләнгәйне. Ә “яңы редакцияла бирелгән” тип күрһәтелгән 21.3-сө статья хәҙер “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер биләмәһен дөйөм милек хоҡуғында ер өлөштәре (пайҙар рәүешендә бүлеп биреү һәм һатыу-һатып алыу үҙенсәлектәре” тип атала һәм ул үҙаллы мәғәнәгә эйә түгел, сөнки федераль закондарға һылтанма ғына булып тора. “Күп кешенең үҙ ерен хосусилаштырырға өлгөрмәүендә халыҡтың ғәйебе юҡ”, тип яҙылған дәғүәлә. Бәлки, быны эшләргә ниндәйҙер хоҡуҡи йәки башҡа ҡағиҙәләр кәртә булып торғандыр? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уныһын белеп булманы, сөнки дәғүәсе судҡа килмәгәйне.
Судьялар Рузилә Кәримова, Владимир Крылов һәм Фларит Моратшин был мәсьәлә буйынса төрлө эксперттарҙың фекерен тыңланы. Улар араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре бар ине. Уларҙың сығышынан шул аңлашылды: федераль ҡануниәттә ерҙе хосусилаштырыу ваҡытының башы ғына күрһәтелгән, ә нисәнсе йылда тамамланырға тейешлеге юҡ, был датаны билдәләү хоҡуғы субъекттарға бирелгән. Ә беҙҙең республикала алты йыл дауамында теләгән кешенең үҙ биләмәһен хосусилаштырыу мөмкинлеге булды һәм күпселек шул форсаттан файҙаланды ла инде, ә ниндәйҙер кәртәләргә осрағаны был ҡаршылыҡты суд аша хәл итте.
Әлеге мәлдә республиканың Конституция суды ошо мәсьәлә буйынса ҡарар әҙерләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507