Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур башланғыстар башында
Бөтә матур башланғыстарҙың инешендә тора ул. Эшсән, егәрле, алдынғы ҡарашлы был уҙамандың заман һулышын яҡшы тойоп, әүҙем тормош алып барыуына таң ҡалаһың. 90-сы йылдар башында илдә эшһеҙлек хөкөм һөргәндә ул ҡул ҡаушырып, ни эшләйем икән, тип ултырманы, шәхси хужалығында мал үрсетеп, ит етештерә башланы. Шул ваҡыттарҙа уҡ “ит короле” тигән исем тағылғайны уға. Атаһынан ҡалған мал-мөлкәте булманы, үҙ көнөн үҙе күрҙе, үҙ донъяһын үҙе көйләне, ҡорҙо.


Һүҙем – яҡташым, Дәүләкән районының Горчак ауылында йәшәгән Яҡуп Мәсғүт улы Ғәлин тураһында. 21 йыл туған колхозында агроном булып эшләне, уның бригадаһы район күләмендә тик яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Йәш белгестең тырышлығы Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙа­ныштары күргәҙмәһенең III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены, бронза миҙал менән билдәләнде. Колхоз тарҡалғас, “Ергән МТС”-ында менеджер булды. Ә инде һуңғы ун дүрт йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Тыуған яғына, ауылына, уның килә­сәгенә битараф түгел уҙаман. Ауылдаштарын осраштырыр өсөн төрлө саралар ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһай.
Күрше Ахун ауылының 80 йыллы­ғын, тыуған Горчак ауылының 120 йыллығына “Урам байрамы” уҙғарыу – уның идеяһы. Был сараларҙы ойоштороуға күп көс һалды Яҡуп Мәсғүт улы. Өй һайын йөрөп сығып, халыҡ менән һөйләште, әңгәмәләште. Ихаталарҙы йүнәттерҙе, буятты. Урам­дарҙы ҡый үләндәренән таҙартыуҙы ойошторҙо. “Юлдаш” радиоһы аша реклама ла ебәрергә онотманы.
Бөтә матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, янып-көйөп йөрөнө ул. Үҙ йортонда ауылдаштары, туғандары, яҡындары өсөн оло табын ҡорҙо. Оҙаҡ йылдар бер-береһе менән осрашмаған ауылдаштар, аралашма­ған туғандар күрешеп, нәҫел ебен барланы, тарихҡа сәйәхәт ҡылды, киләсәккә пландар ҡорҙо.
19 ғына йорттан торған күрше Ахун ауылында мәсет асыуҙа ла әүҙем ҡатнашты уҙаман, ҡорбанлыҡ бирҙе, сараның уртаһында булды.
2005 йылдан алып баш ҡалалағы “Ихлас” мәсете менән дә хеҙмәттәш­лек итә ул. Былтыр сентябрҙә Мәкәш мәктәбенә бынан 30, 35, 40, 45, 50, 55, 60, 65 йыл элек беренсе класҡа барған уҡыусыларҙы “Беренсе ҡыңғы­рау” байрамына йыйыуға өлгәште. Сараны үҙе ойошторҙо, концерт програм­маһында ла ҡатнашты. Кеше тормошо көндәлек мәшәҡәт­тәрҙән генә тормай, рухи аҙыҡ та, осрашыу­ҙар ҙа кәрәк, ти яҡташыбыҙ. Ҙур пландар, матур идеялар менән янып йәшәй Яҡуп Ғәлин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506