Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мостай Кәрим” осоп килде...
“Мостай Кәрим” осоп килде...Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Ошо уңайҙан кисә баш ҡала мәшһүр әҙиптең хөрмәтенә аталған һауа судноһын ҡаршыланы. Әйткәндәй, яңы самолетҡа Мостай Кәримдең исеме Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән бирелде.

“Аэрофлот” авиакомпанияһы үҙ ҡарамағындағы һауа судноларына мәҙәниәт, сәнғәт, авиатөҙөлөш һ.б. өлкәләрҙәге билдәле эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен 2003 йылдан алып бирә. Бөгөн компанияның паркында 210 исемле авиалайнер иҫәпләнә. Самолеттың халыҡ шағирының тыуған көнө – тыуыуына 98 йыл тулыуы алдынан Өфөгә килеүе – шатлыҡлы һәм мәртәбәле ваҡиға. Авиакомпанияның Sukhoi Superjet 100 пассажирҙар самолеты хәҙер “Өфө” халыҡ-ара аэропортына ғына түгел, башҡа ҡалаларға ла даими рейстар яһаясаҡ.
“Мостай Кәрим” осоп килде...Шағир исемен йөрөткән самолеттың беренсе осошо байрам төҫөн алды. “Тимер ҡош” ергә ултырғас, янғын һүндереүселәр уға ҡотлап һыу һиптерҙе, ә һыу ағымдары иһә Башҡортостан флагы төҫөндә ине. Ватандаштарыбыҙ самолеттың тәүге пассажирҙарын – хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршыланы.
– Был матур ваҡиға Башҡортостан төбәгенең һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй авиация тармағының юғары потенциалы тураһында һөйләй, – тине Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев Мостай Кәрим исемен йөрөткән пассажирҙар самолетының тап бөгөн шағирҙың тыуған ерендә ҡабул ителеүен оло яуаплылыҡ һәм ҙур мәртәбә тип баһаланы.
– Атайымдың “Ҡоштар осорам” исемле шиғыры бар. Бынан ары туған халҡына, Тыуған иленә осорған яҡтылыҡ ҡоштары кеүек үҙе лә ил, донъя күген, төрлө матур ерҙәрҙе айҡаясаҡ. Был минең өсөн шул хәтлем ҡыуаныслы. Бәхетлемен. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улына, илебеҙ етәкселегенә, “Аэрофлот” авиакомпанияһына ҙур рәхмәт, – тип яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
“Мостай Кәрим” осоп килде...– 2019 йылда Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә ҙур тантаналы саралар ойоштороласаҡ. Беҙ йәмәғәт, мәҙәниәт, әҙәби ойошмалар менән берлектә байрамға әҙерләнәбеҙ. Ниндәй саралар булыры әлегә сер булып ҡалһын, шулай ҙа яҡын арала Мостай Кәримдең исемен ватандаштарыбыҙ, авиалайнерҙан тыш, башҡа ерҙәрҙә лә күрә аласаҡ, – тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.


Автор: Р. Зарипова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840