Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыҫ – уңғандар ҡулында
Ырыҫ – уңғандар ҡулындаӘнфирә менән Илгиз Ғәлиәкбәровтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ата-әсәләренән ҡала. Үҙҙәрен белә башлағаны бирле улар ауыл хужалығы, мал-тыуар көтөү менән шөғөлләнә.

Агроферманы Әнфирәнең әсәһе Әнисә апай 1998 йылда асҡан була. Эште мал үрсетеүҙән башлайҙар. Атаһы ла, әсәһе лә ғүмер буйы колхозда бил бөгә, хеҙмәт ветерандары. Аҙаҡ инде, ҡартая килә, эштәрен кейәүе Илгиз менән ҡыҙына тапшыралар. Хужалыҡты яйға һалыуға ярҙам итәләр, йорт һалалар, трактор һатып алалар. Ә инде 2010 йылда Илгиз үҙаллы крәҫтиән (фермер) хужалығы аса, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ике-өс баштан башланған хужалыҡта иһә бөгөн 45 баштан күберәк мал иҫәпләнә. Умартасылыҡ менән дә шөғөл­ләнәләр. Ике-өс йыл элек йылҡы­сылыҡҡа ла тотонорға йөрьәт иткәндәр. Уңған хужаның хужалыҡты алға ебәреү өсөн бөтә мөмкинлеге лә бар – ике тракторы, бесән сапҡысы, тырмалары, пресс-подборщиктары. 200 гектар ерҙе “һә” тигәнсә эшкәртә улар.
Ә инде малдарға килгәндә, Пермь крайынан, Учалынан итле тоҡом­дарҙы алғандар. Был иһә ит етеш­тереү йүнәлешендә ныҡлап эш башларға мөмкинлек биргән. Хужалыҡта үҙҙәренән тыш бер нисә кешегә эш урыны булдырылған. Ғөмүмән, хужалыҡты өс балалы ғаилә башлыса үҙе алып бара. Ҡыҙҙары Алина әле бишенсе класта уҡыған сағынан уҡ таңғы алтынан тороп әсәһенә һыйыр һауырға ярҙам иткәндән һуң ғына мәктәпкә юлланыр булған. Бөгөн инде ул Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлап, эшләй йөрөй. Улдары Данис Рязань Федераль яза башҡарыу хеҙмәте (ФСИН) акаде­мия­һында, ә бәләкәй Фәдис I класта уҡый.
Тырыш ғаилә быйыл бер миллион ярым һум грант алыуға өлгәшкән. “Ауыл, район хакимиәттәре лә, республика Хөкүмәте лә ярҙамынан ташламай, уларға рәхмәт!” – тиҙәр уңған хужалар.
Был аҡсаға улар яңы һарай, бесән һаҡлағыс төҙөргә уйлай. Ғәлиәкбәровтарҙан тыш бөгөн Тирәкле ауылында тағы ла дүрт ғаилә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған, уларҙың барыһы ла яҡшы эшләй, сөнки ауылда йәшәйем тиһәң, ялҡау булмаҫҡа кәрәк икәнде бында күптән аңлағандар инде.
Ә инде ҡош-ҡорт, баҡса ла гөрләп үҫкән хужалыҡты алып барыусы хужабикә үҙе – башҡорт теле уҡытыу­сыһы. Бөгөнгө көндә ул – иренә ярҙам­сы ла, кәңәшсе лә, хужалыҡтың бухгалтер эшен дә етеҙ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840