Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әле лә матурҙар...
Әле лә матурҙар...Йомарт алтын көҙ тантана итеүгә ҡарамаҫтан, Әбүбәкер ауылында Мәрйәм менән Ғәбит Билаловтарҙың ихатаһында әле йәй хакимлыҡ итеүҙән туҡтамаған. Өҫтәл түренә ҡунаҡлаған самауыр үҙенең матур йырын һуҙа, баҡсалағы алма, виноградтар табынды йәмләй. Бынан 55 йыл элек барлыҡҡа килгән ғаилә ҡотло булып сыға. Йылдар үткән һайын Билаловтарҙың бер-береһенә ҡарата һөйөүе арта ғына.


Ырымбур өлкәһенең Баш Бүре ауылынан килен булып төшкән Мәрйәм Вәлетдин ҡыҙы Хәйбулла ерен күптән үҙ иткән. Бер күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр өйләнешеп, сәстәрен сәскә бәйләгәс, Әбүбәкергә килеп төпләнә. Ғаилә башлығы Ғәбит Мәхийән улы ғүмере буйы мәктәптә уҡыта, бала­ларға физика, физкультура, хеҙмәт дә­рестәренән белем бирә. Бөгөн дә мәғариф ветераны ауылдағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. “Красный доброволец” колхозында оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Мәрйәм Билалованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Тырыш хеҙмәте өсөн бихисап грамоталар менән бүләкләнә, бер нисә йыл рәттән “Иң оҫта һауынсы”, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
– Өс ҡыҙ, өс ул үҫтерҙек, әле 15 ейән-ейәнсәребеҙ, дүрт бүлә-бүләсәребеҙ бар, – тип йылмая Мәрйәм инәй. – Хәҙерге йәштәргә ҡарайым да аптырайым, йылдар буйы осрашып өйләнешәләр ҙә күп тә үтмәй айырылышалар. Беҙ бер тапҡыр күрешеп, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та, ғаилә ҡорҙоҡ. Аллаға шөкөр, татыу, бәхетле йәшәйбеҙ.
Ысынлап та, Билаловтарҙың әле лә бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарын күрмәү мөмкин түгел. “Ҡатынымдың ҡулы оҫта, нимә бешерһә, шул уңа, ашап туйғыһыҙ була, нимә сәсһә, шулар күпереп үҫә, гөрләп уңыш бирә”, – тип хужаның маҡтауы ла күптәргә тәтемәгән бәхеттәрҙең береһе ул.
Элек-электән баҡса үҫтереү менән шөғөлләнгән Ғәбит Мәхийән улы хаҡлы ялға сыҡҡас яратҡан шөғөлөнә мөкиббән тотона. Хәйбулланың ҡырыҫ тәбиғәтенә ҡарамай уның баҡсаһында йыл һайын виноград, алманың бер нисә сорты, груша, слива мул емеш бирә. Ә ҡыяр, помидор, ташҡабаҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Хужалар әйтмешләй, улар тәгәрәп үҫә. Сәскәләр батшалығында Мәрйәм Билалова үҙе етәкселек итә. Яҙҙан алып тәүге ҡар бөртөктәре яуғансы, баҡсала ниндәй генә сәскәләр күҙҙең яуын алмай?! Матурлыҡты яратҡан, үҙҙәренең ҡулы менән ошо мөғжизәне тыуҙырған ғаиләнән ҡот һәм нур бөркөлөп тора.
Ғәбит Билалов оҙаҡ йылдар уҡыусы­ларға сәләмәт тормошто пропагандалай, спортҡа ҡарата һөйөү уята. Әле лә ул спорт менән шөғөлләнеүен ташламай. Ауыл биләмәһе буйынса оло йәштәгеләр араһында үткән төрлө ярыштарҙа, йүгереү, саңғыла шыуыу, йөҙөү булһынмы – барыһында ла беренселекте яулай.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504