Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ йәшәгән ихата
Беҙ йәшәгән ихата Учалыла “Ҡала мөхите” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән ихата майҙансыҡтарын асыу тантанаһы булды. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһы төбәктә быйыл яҙ тормошҡа ашырыла башлағайны. Апрель-май айҙарында күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтың идарасы компаниялар вәкилдәре, депутаттар корпусы менән дөйөм йыйылышы үткәрелде.

Йәмәғәтселек тарафынан тикшереү йомғаҡтары, халыҡтың тәҡдимдәре нигеҙендә програм­маға индереү өсөн эштәр исемлеге раҫланды. Унда балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, автомобиль туҡталҡаларын, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән ке­шеләр өсөн юлдарҙы, тротуар­ҙарҙы төҙөкләндереү, эскәм­йәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыу индерелде. Биш ихатаны төҙөк­ләндереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 14,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Ошо тәҡдимдәрҙең барыһын да тормошҡа ашы­рыуҙың тағы ла бер мөһим шарты — проект хаҡының биш процентын торлаҡ милекселәре тарафынан финанслау. Ул 729 мең һум тәшкил итте.
Июндә подряд ойошмаларын һайлау буйынса сауҙалашыу үткәрелде. Тиҙҙән Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Си­ләбенән “Жилдорпром”, Өфөнән “Балалар майҙансыҡтары” предприятиелары эшкә тотондо. Подрядсылар квартал биләмәлә­рендәге юлдарҙы киңәйтте, автомобиль ҡуйыу урындарын арттырҙы, спорт һәм балалар уйын ҡорамалдарын урын­лаш­тырҙы, ихаталарҙы төҙөкләндер­ҙе. Һәр ерҙә “Кураж” тип аталған спорт комплекстары, халыҡтың хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән төркөмдәре өсөн платформалар барлыҡҡа килде.
Тантанаға йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡотланы. Ул әүҙем­лек һәм инициатива күрһәткән, проектҡа ышанған һәм ярҙам күрһәткән өсөн йорттарҙа йәшәгән кешеләргә рәхмәт әйтте.
Беҙ йәшәгән ихата Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин тәбрикләне. Ул ихата биләмәләрен төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан өсөн күп фатирлы йорттар вәкилдәренә, финанс ярҙамы күрһәткән өсөн предприятиелар етәкселәренә һәм эшҡы­уарҙарға “Берҙәм Рәсәй” пар­тияһының урындағы бүлексә­һенең Рәхмәт хаттарын тап­шырҙы. Учалы ҡалаһы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов яңы ҡаласыҡтарҙы һаҡларға, уларҙы төҙөкләндереүҙә ҡат­нашырға саҡырҙы.
Был көндә объекттарҙы асыу тантаналары балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берләштерҙе. Улар бәйгеләрҙә, спорт уйындарында, Учалы филармонияһы артистары, ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм ижад йортонда шөғөлләнеү­селәр, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр әҙерләгән күңел асыу программаһында ҡатнашты.
“Ҡала мөхите” проектына ярашлы, Учалылағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тағы ла 6,9 миллион һум аҡса бүленде. Бында заманса скейт-парк барлыҡҡа килде. Тиҙҙән өр-яңы аттракцион асыласаҡ, һау­лығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ.
Әле 2018 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән өҫтөнлөклө партия проектының икенсе этабын тормошҡа ашырыу көтөлә. Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был проект та бер нисә ауылда ғәмәлгә ашыры­ласаҡ.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511