Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илгә ҡайтты “Төньяҡ амурҙары”
Илгә ҡайтты “Төньяҡ амурҙары”Был көндөң шатлығын иртәнән үк быҫҡып яуған ямғыр ҙа кәметә алманы. Тантанаға килгән һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый ине. Бының бер ҙур сәбәбе бар – башҡорт халҡының ҡыйыу улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориал баҡса һәм һәйкәл асыу тантанаһы.

Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығы­ның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Өфө ҡалаһы ҡунаҡтары, урындағы ойошма етәкселәре, мәктәп уҡыусы­лары һәм төбәк халҡы ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, “Мәргән уҡсы” бәйгеһенә республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килгән башҡорт милли кейемендә, уҡ-һаҙаҡтар таҡҡан уҡсылар ҙа йыйылғайны.
Илгә ҡайтты “Төньяҡ амурҙары”Байрам “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында “Башҡорт” бейеүе менән башланып китте. Ҡурайсылар ансамбле баш­ҡорт халҡының гимны “Урал”ды уйнағас, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров оло тантана менән тәбрикләне, мемориалды төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ҙур күләмле эште атҡарып сығыуға күп көс һалған активистарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сығыш яһаусылар араһында Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Республиканың хәрби бәрелештәр ветерандар союзы рәйесе Миҙхәт Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты Вячеслав Аброщенко, Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәт­кәре, “Мәргән уҡсы” коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, “1812 йылғы Ватан һуғы­шында ҡатнашҡандарҙың тоҡом­дары” Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идара рәйесе Зөфәр Әйүпов булды.
– Уртаҡ ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап 1812 йылғы Ватан һуғы­шында республиканан 28 полк ҡатнашҡан. Бөгөн беҙ ошо яуҙа батырлыҡ өлгө­һө күрһәткән, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай моңдарын яңғыратып, дан-шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан­дар иҫтәле­генә Башҡортостанда беренсе мемориалды асыу өсөн Ғафури еренә йыйылғанбыҙ. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, – тине Юлай Ғәлиуллин үҙ сығышында һәм һәйкәлде ҡуйыу идеяһын тәҡдим иткән, тормошҡа ашырған инициатив төркөм ағза­ларына башҡорт халҡы исеменән рәхмәт әйтте.
Ҡотлауҙарҙан һуң тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды. Ирҙәр вокаль ансамбле “Любизар” йырын башҡарғанда “Батыр” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнгән егеттәр ҡылыс менән һуғыш оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514