Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөт эсмәгәс, ниндәй бала ул?
Һөт эсмәгәс, ниндәй бала ул? Һәр мәктәп уҡыусыһына көн һайын 200 миллилитр һөт бирелә башлауы
ихтимал. Был эш Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы тейешле ҡарар ҡабул иткәс кенә тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡортостандан
Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова беҙҙең республикала 2007 – 2017 йылдарҙа “Мәктәпкә – һөт” программаһының нисек үтәлгәнен иҫкә төшөрҙө.



– Төбәктә уҡыусылар ошоға саҡлы аҙнаһына өс тапҡыр витаминдар комплексы һәм файҙалы микроэлементтар менән байытылған һөт ала ине, – тине ул. – Һөҙөмтәлә табиптарҙың тикшереүе шуны күрһәтте: балалар организмында йодҡа ҡытлыҡ бөткән тиерлек. Программаны тор­мошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 30 миллион һум аҡса бүленеп килде. 2007 йылдан эшләгән был кәрәкле сара финанс ҡыйынлыҡ­тарына бәйле былтыр туҡ­татылды.
Мәктәп уҡыусыларына һөт биреү ошоға саҡлы илдең 20 төбәгендә тормошҡа ашырылды. Дәүләт Думаһында “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ошо маҡсатта төҙәтмә индереү, йәғни был эште феде­ралләштереү балалар­ҙың һаулығын нығытып, сәләмәт туҡланыу ғәҙәтен индереп, уҡыуҙағы өлгәш кимәлен күтәреп кенә ҡалмаясаҡ, ә илдең һөт етештереү тармағын артабан үҫтереү мөмкинлеген дә бирәсәк, тип иҫәпләй эксперттар. Депутаттар күҙалла­уынса, программа федераль ҡаҙнанан да, төбәктәр бюджетынан да уртаҡ финансланырға тейеш.
– Әлегә беҙ һөттөң баш­ланғыс кластар уҡыу­сыларына бирелергә тейешлеген нигеҙ итеп алдыҡ, – ти Дәүләт Думаһының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Владимир Кашин. – Шулай ҙа, бәлки, беренсе­нән 11-сегә тиклемге барлыҡ уҡыусыларҙы ла эсемлек менән тәьмин итеү сараһын таба алырбыҙ.
Программа 237 мең тонна һөткә ихтыяж тыуҙыра. Ә барлыҡ кластарҙы ла тәьмин итергә ҡарар ҡылһалар, әлеге һан 550 меңгә күтәреләсәк. 2016/17 уҡыу йылына ҡарата Рәсәйҙә алты миллион мәктәп уҡыусыһы булыуын һәм биреләсәк һөт миҡдарының 13 һум тороуын иҫәпкә алғанда, программаны тор­мошҡа ашырыу өсөн йылына 15,4 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Ләкин, Владимир Кашин раҫлауынса, күп төбәк­тәр­ҙең ҡаҙнаһы был өҫтәмә йөктө күтәрә алмаясаҡ.
Документ Дәүләт Думаһы ҡарауына индерелгән һәм әле ил Хөкүмәтенең раҫлағанын көтә. Ҡануни проектты эшләүҙә “Беҙҙең балаларҙың һаулығы союзы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ла ҡатнашҡан. Уның етәксеһе Ольга Панова белдереүенсә, 2015 йылда ғына әле 49 субъект мәктәптәрендә һөт биргәндәр, былтыр иһә финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле бындай төбәктәр һаны ике тиҫтәгә ҡалған. “Балалар һаулығын нығытыуға тото­нолған һәр һум беҙҙең тармаҡта ете һумды янда ҡалдырыр ине”, – ти Рәсәйҙең Һөт союзы етәксеһе Аркадий Пономарев.
Программаны медицина йәмәғәтселеге лә хуплай. “Балалар һаулығы буйынса милли ғилми-ғәмәли үҙәк” федераль учреждениеһының лаборатория мөдире Ирина Рапопорт аңлатыуынса, һөт ризыҡтарын етерлек кимәлдә ҡулланмау сәбәпле хәҙерге балаларҙа, мәҫәлән, һөйәк туҡымаһы йомшара.



Илдус АҠМАНАЕВ, өс бала атаһы:
– Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыған ҡыҙым бушлай һөт биргән ваҡыттарҙы иҫләп-иҫләп ала. Ысынлап та, һәйбәт сара ине. Уны ҡабат тергеҙергә теләйҙәр икән, мин, әлбиттә, ҡушҡуллап риза. Ләкин ил төбәктәренең барыһы ла бындай бурысты атҡара алырмы?

Лилиә САРБАЕВА, өләсәй:
– Микроэлементтары булған һөт эсерәләр икән, берәү ҙә ҡаршы килмәҫтер, моғайын. Әммә шуныһы ла бар: һәр баланың һаулығына ла ыңғай йоғонто яһармы икән ул? Мәҫәлән, һөттө ҡабул итә алмаған организмдар ҙа була. Ғөмүмән, мәсьәлә һәр яҡлап ныҡлы тикшерелергә тейештер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518