Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татлы бал әсе тир менән табыла
Татлы бал әсе тир менән табыла …Баҡса гөжләй. Меңәрләгән бал ҡорттары йорттарына бер инеп, бер сыға, безелдәп осалар, ҡайталар. Күҙәтеп торһаң, үҙе бер мөғжизә инде был донъя. Ике тиҫтәнән ашыу умарта араһында күректән төтөн борҡой, бер “йорттоң” ҡапҡасы асыла, умартасының ҡыҙыу эше башлана.

Бал ҡорттарын кемдер күңел талабы буйынса аҫрай, ғаиләһен бал менән тәьмин итер өсөн тотҡандар ҙа бар, шул уҡ ваҡытта тик табыш хаҡында баш ватҡандар ҙа юҡ түгел. Зөлфәт Абдуллиндың тиҫтә йыл элек был шөғөлгә ниндәй маҡсат менән башкөллө сумғаны уның яуабында сағыла һымаҡ:
— Бала саҡта атай менән бергә умарта ҡарай инек, ул иһә олатаһынан өйрәнгән, — тип умартасылыҡтың быуындар бәйләнеше булғанына ишаралай ул. — Әллә ни табыш күренмәй, бигерәк тә быйылғы йылда, әммә умарталар араһында йөрөп кинәнес табам. Ҡорттарҙы ҡарағас, ҡатыным, ҡыҙҙарым менән бергәләп татлы бал ҡушып сәй эсергә яратам, — тип тә өҫтәй Зөлфәт рамдарға күҙ һалған мәлдә.
Ғаиләһе менән сәй эсергәме, донъяны бөтәйтергәме – нисек кенә булмаһын, татлы бал ҡыуыр өсөн башта әсе тир түгергә кәрәклеген дә оноторға ярамай. Был йәһәттән Зөлфәткә һүҙ тейҙерерлек түгел һәм уның тырышлығы умартасылыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай: ҡышын Абдуллиндарға ҡаза килгән – йорттары янған, тик төшөнкөлөккә бирелмәй ғаилә, йәй эсендә бынамын итеп яңыһын күтәреп тә ҡуйғандар. Инде быныһында бәлә-һынауһыҙ йәшәргә, шул йортҡа умартасылыҡ серҙәрен һеңдерергә малай алып ҡайтырға ғына ҡала.
Эйе, өҫтәлгә бал килеп ултырһын өсөн умартасыға күпме көс түгергә тура килгәне уның үҙенә генә билдәле. Көҙөн япҡас, имен генә ҡыш сыҡһындар, өшөмәһендәр, сирләмәһендәр тип бер ҡайғыраһың, тик яҡшы ҡышлаған хәлдә лә яҙғы һынауҙар, йәйге мәшәҡәт етерлек. Нисек кенә булмаһын, әйтергә кәрәк, район бал ҡорттары аҫрау өсөн уңайлы, һәм был мөмкинлектәрҙән файҙаланыусылар, Аллаға шөкөр, байтаҡ. Рәсәйҙең иң яҡшы умартасыһы ла Ишембайҙа йәшәүе ҙур мәғәнәгә эйә, минеңсә.
— Беҙҙә 600-ҙән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, шул иҫәптән 20 кеше – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, ҡалғандар – шәхси ихаталарында. Йәмғеһе 9 мең тирәһе умарта аҫрала, — тип билдәләй, мәҫәлән, райондың баш зоотехнигы Рафиҡ Ғабдуллин. Мөмкинлектәрҙән файҙаланып, был күрһәткестәрҙең артыуына өмөт итергә ҡала. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, донъяла балдың 4 проценты ғына беҙҙең илдең умартасыларыныҡы. Тимәк, Башҡортостанға уның ундан бер өлөшө тура килә.
— Ожмахтай ерҙә йәшәйбеҙ, ошондай уңайлы шарттарҙа умарта аҫрамау, минеңсә, гонаһтыр, — умартасы Зөлфәт Абдуллиндың бындай һүҙҙәренә тағы ни өҫтәйһең?!.
…Умартасының эше тамам. Күрек ҡырын ауған, бал ҡыуып алынған, өйҙә тәмле бал еҫе таралған, ғаилә сәй табынына йыйылған. Быныһы инде мөғжизә түгел, Абдуллиндарҙың йортондағы бәхетле бер күренеш. Күсле булып, көслө булып йәшәүгә ни етә!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518