Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше яҙмышы – һөнәрҙәме?
Кеше яҙмышы – һөнәрҙәме?Башҡортостанда эш биреүселәр тәҡдим иткән урындарҙың 38 проценты бер һөнәрҙә лә тәжрибәһе булмаған кешеләргә тәғәйенләнгән. Тимәк, ниндәйҙер сәбәп менән һөнәри белем ала алмаған йәки яңы ғына мәктәп тамамлағандарға ла эшкә урынлашыу мөмкинлектәре киң. Ә ниндәй һөнәрҙәр күберәк кәрәк Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында? Кешенең һәләттәрен тулыраҡ файҙаланыу һәм шуның аша көнкүреш кимәлен дә яҡшыртырға ярҙам итеүгә өмөт тыуҙырған яңы һөнәрҙәр ҡасан барлыҡҡа киләсәк?
Тәжрибәһе йәки әлегә бер һөнәре лә булмағандарҙы, тәбиғи, ҙур эш хаҡы йәки уңайлы хеҙмәт шарттары көтмәй. Улар башлыса йыйыштырыусы, урам һепереүсе, һауыт-һаба йыуыусы булып урынлаша йәки төҙөлөшкә төрлө эште башҡарыусы булып бара. Ундай ерҙәр тиҙ табыла, сөнки ауыр эшкә йәштәр әллә ни атлығып тормай, урынлашһа ла, оҙаҡҡа түҙмәй, шуға күрә иҙән йыйыусы йәки төҙөлөштә кирбес ташыусы урындарында, ғәҙәттә, урта йәштәгеләрҙе осратаһың. Ҙур эш хаҡы юҡ тигәндәй, улары ла төрлө ерҙә төрлөсә. Өфөләге “Хилтон” ҡунаҡханаһында, мәҫәлән, ул коммуналь хужалыҡ ойошмалары йәки ҡаҙна учреждениелары менән сағыш­тырғанда байтаҡҡа юғарыраҡ. Заманса объекттар сафҡа инеү менән бергә ундай урындар арта бара.
Төҙөлөштә эш хаҡы ла ҙурыраҡ. Унда ауыр йөк ташырға ла, ямғыр мәлендә һәм эҫе селләлә күп ҡатлы торлаҡ йорт башында эшләп йөрөргә лә тура килә. Шуға күрә, “HeadHunter” эш табыу агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда төҙөлөш тармағына килергә теләгәндәргә уртаса 40 мең һум хеҙмәт хаҡы тәҡдим итәләр. Күрәһең, бындай объекттарға бик атлығып тормайҙар, ә уны файҙаланыуға тапшы­рыуҙың килешеүҙә ҡаралған үҙ ваҡыты бар. Эш хаҡын аҙ булһа ла күтәрмәй саралары юҡ.
– Һөнәри белем алып эшкә урын­лашырға йыйынған йәш белгестәргә үҙен ҡәнәғәтләндергән урын табыу еңел түгел, – ти “HeadHunter” агентлығының Баш­ҡорт­остандағы вәкиле Елена Таращук. – Уларҙың эште ҡайҙа һәм нисек эҙләү, дөрөҫ итеп резюме төҙөү тәжрибәһе юҡ. Иң ҡурҡҡандары – “Был эштә тәжрибәгеҙ бармы?” тигән һорау. Ошондай осраҡта түбәндәгеләрҙе кәңәш итер инем: беренсенән, тәжрибә йылдар буйы аҡрынлап туплана һәм быны бөтәһе лә аңлай, икенсенән, тәжрибә талап ителмәгән урындарҙы һайларға тыры­шығыҙ. Һуңғыһы компанияның һөнәргә өйрәтергә мөмкинлеге бар икәнен аңғарта. Ундай вакансияларҙа хеҙмәт­тәштәр менән аралашырға һәм бары аҙаҡҡы маҡсатҡа ынтыла белергә әҙерлек мөһим һанала.
Хәҙерге заманда шуныһы иғтибарға лайыҡ: һөнәр тураһындағы төшөнсә үҙе лә ныҡ ҡына үҙгәрҙе – һәр эш урынына, элекке кеүек, тәғәйен бурыстар (уҡытыусы, табип, инженер-электрик һ.б.) түгел, ә аныҡ сиге булмаған өлкә хас. Ошоғаса йәшәп килгән һөнәргә ҡарап, кешенең эш урыны, объекты, маҡсаты тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин булһа, яңылары хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәтте белеп тә булмай. Мәҫәлән, “менеджер” тигән һөнәр осрамаған бер предприятие ла юҡтыр. Ләкин уның ҡайҙа һәм әлеге ваҡытта ниндәй вазифалар биләүен, хеҙмәт бурыстары башҡарыуын ғына түгел, ә ниндәй маҡсатта эш итеүен дә аныҡ ҡына белеүе ауыр. Пиарсы, супервайзер, креатор, коучер, райтер, спичрайтер һымаҡ һөнәрҙәр буйынса ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
Әлбиттә, элегерәк тә фәҡәт сәйәсмән, эшҡыуар, эшсе төшөнсәләре була торғайны. Әммә элек СССР-ҙа бер үк түрәне йә спортҡа, йә театрға, йә заводҡа етәксе итеп тәғәйенләүҙәренән көлһәләр, хәҙер был көндәлек күренешкә әйләнде: теләһә ниндәй тармаҡтағы предприятиеға етәкселек итергә тейешле менеджерҙар әҙерләйҙәр.
Кешелек тарихы һәр төрлө фәнни асыштарға һәм яңынан-яңы эшмәкәрлек төрҙәренә бай. Береһенән-береһе камилыраҡ технологиялар барлыҡҡа килә, тормошто компьютерлаштырыу киңәйә, медицина өлкәһендәге ҡаҙа­ныштарҙың иҫәбе-һаны юҡ... Ләкин шул уҡ ваҡытта ашығыс хәл итеүҙе талап иткән экологик һәм психологик проблемалар ҙа көсәйә бара. Шул сәбәпле быға саҡлы һис кем ишетмәгән һәм күрмәгән яңы һөнәрҙәргә ҙур ихтыяж тыуа.
Мәғлүмәт эшҡыуарлығы. Егерме беренсе быуаттың яңы һөнәрҙәре араһында ул, моғайын, тәүге сиратта иғтибарға лайыҡтыр. Интернет-технологиялар йылдам үҫә барған заманда сифатлы мәғлүмәткә мохтажлыҡ та артҡандан-арта. Интернетта нимә генә яҙмайҙар, ләкин был хәбәр дөрөҫмө-түгелме – аңлауы ауыр. Ышаныслы мәғлүмәт сығанағы менән нисек бәйләнеш урынлаштырырға һәм ошо сығанаҡ тап һеҙгә мәғлүмәт бирергә теләрме? “Тулы мәғлүмәткә эйә кеше тотош донъяға хужа” тигән әйтем беҙҙең дәүерҙә барлыҡҡа килгәндер. Һәр хәлдә интернет аша аҡса эшләргә оҫтарып алғандар ҙа күбәйә бар.
Был һөнәрҙең өҫтөнлөгө – һөнәрмәндең донъя буйлап иркен йөрөп ята алыуы. Һеҙҙең ниндәйҙер офистамы, өйҙәме, сәйәхәттәме булыуығыҙ һис мөһим түгел. Янығыҙҙа ноутбук ҡына булһын. Аңлашылыуынса, был эштә һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ хужа, ә эш хаҡы тәғәйен заказсыға бәйле.
Копирайтер. Ул заказсы ҡушыуы буйынса төрлө йүнәлештәге текстар, реклама материалдары, сценарийҙар, слогандар һ.б. яҙа. Бының өсөн ижади фекерләү ҡеүәһенә эйә булыу, оҙаҡ ултырып эшләү, ғәйәт ҙур күләмдәге мәғлүмәтте “фильтрлай” белеү талап ителә. Эш хаҡы талантҡа һәм тәжрибәгә ҡарап төрлөсә булырға мөмкин. Улар үҙҙәре әйтеүенсә, түләү хаҡы һәр мең баҫма символға ҡарата 20 һумдан алып 1000 һумға саҡлы тирбәлә.
Контент-менеджер. Әгәр ҙә Интернет­тағы сайттарҙы материалдар (контент) – мәҡәләләр, фотолар, яңылыҡтар, иғландар һәм реклама белдереүҙәре менән тултыра белһәгеҙ, тимәк, был һөнәр ҡулығыҙҙан килә. Уның бурыстарына шулай уҡ копирайтерҙар, модера­торҙар, сайтта эшләгән башҡа белгес­тәргә идара итеү ҙә инә. Контент-менеджер булыу бик яуаплы һәм мәшәҡәтле эш һанала – бында тәжрибә лә, киң белемле булыу ҙа кәрәк. Эш хаҡы иһә бер үк ваҡытта алып барылырға тейешле проекттар һанына бәйле. Бер проект өсөн 8-10 мең һум самаһы түләнә, тиҙәр.
Веб-дизайнер. Сайттар өсөн дизайн эшләгән кешеләрҙе шулай атайҙар. Был йүнәлештә ижади ҡараш та, төрлө программалар менән эш итә алырлыҡ техник оҫталыҡ та булыуы зарур. Бер проект уртаса 15 мең һум тора икән.
Веб-мастер. Был киң профилле һөнәргә сайтты администрациялау, тәьмин итеп тороу, яңыртыу инә. Ул, веб-дизайнер менән программасыны алмаштырып, сайтты үҙе лә яһай. Төшөм проектҡа бәйле, шулай ҙа 30 мең һум самаһы алырға мөмкин икән.
Интернет-коуч. Кешеләрҙе “он-лайн” тәртибендә өйрәтергә йәки кәңәш бирергә һәләтле һөнәрҙе шулай атайҙар. Бында берҙән-бер шарт – ниндәй ҙә булһа тармаҡта ысын белгес булырға кәрәк. Психолог булһағыҙ, мәҫәлән, кешеләргә “Skype” аша кәңәш биреү мөмкинлеге бар, юрист икәнһегеҙ, форумдарҙа хоҡуҡи проблемаларға яуап ебәреп ултырыу ҡулайлы буласаҡ. Йә иһә үҙегеҙ уҡытыу-өйрәтеү курсы асаһығыҙ.
Event-менеджер. Ул – шәхси йәки айырым төркөм кешеләре өсөн төрлө байрамдар, корпоративтар ойоштороусы. Был һөнәргә талаптар ҙа аҙ түгел: креативлыҡ, эстетик зауыҡ, кеше менән аралаша белеү, һөйләшеүҙәр алып барыу һәм килешеү төҙөү оҫталығы, байрам өсөн тейешле майҙансыҡ һәм ҡатна­шыусылар табыу һәләте, әҙер програм­маларға эйә булыу йәки уларҙы үҙең әҙерләү.
Медиа-планер. Ойошманың баҙарҙа уңышлы эшләүе өсөн реклама кампа­нияһын планлаштырыусы белгес. Ул төрлө матбуғат сараларының йоғонтолоҡ кимәлен билдәләй һәм реклама ҡаҙнаһын шуға ҡарап бүлә. Был вазифа барлыҡ реклама агентлыҡ­тарында бар йәки ҙур фирмаларҙа айырым бүлек булып тора. Ошондай кимәлдәге белгестәрҙе әҙерләү ике тиҫтә йыл самаһы элек Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында башланғайны. Уларға социология һәм маркетинг буйынса тәрән белемгә эйә булыу, “Integrum” һәм “Pal Marceting” компьютер программаларын белеү, реклама баҙарына анализ яһай белеү талаптары ҡуйыла. Әлеге шул эш тәжрибәһе тигәндәй, ошо вазифаға алғанда күп кенә ойошмалар мотлаҡ реклама эшҡыуарлығында күпме тәжрибә туплауың менән ҡыҙыҡһына икән.
Хед-хантер. Инглиз теленән тура тәржемә иткәндә, был һөнәр “баштарға һунар” тигәнде аңлата. Ул – эш биреүсе менән эш эҙләүсе араһындағы аралашсы. Байтаҡ һандағы дәғүәселәр араһынан тейешле белгес һайлап алған рекрутер кеүек, ләкин хед-хантер тәғәйен һөнәрмән менән эшләй: уның тап теге йәки был компанияны һайлауына өлгәшергә ынтыла, ошо компания менән ҡыҙыҡһын­дырырға ынтыла. “Текә” хед-хантер имидж тыуҙыра белергә, аралашыу һәм тыңлай белеү һәләтенә эйә булырға тейеш. Хәҙерге хеҙмәт баҙарын анализлау ҙа уның өсөн ят төшөнсә түгел, ойоштороу һәләте лә ярҙам итәсәк.
Лайф-коуч. Ә был һөнәрмәндең бурысы – кешеләрҙе тормоштоң төрлө өлкәләрендә йоғонтоло булырға өйрәтеү. Шәхси үҫеш йүнәлешендә тренер, кәңәшсе-тәрбиәсе һымағыраҡ ҡабул ителә. Клиент билдәле бер мәсьәлә ҡуя, әйтәйек – үҙе өсөн ҙур отош вәғәҙә иткән килешеү төҙөү оҫталығын үҙләштереү. Коуч бының өсөн кәрәкле аралашыу күнекмәләренә эйә булырға, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм эшлеклелек сифаттары тәрбиәләргә өйрәтә.
Быларҙан тыш та Рәсәйҙә һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә байтаҡ яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, трейдер (тышҡы һәм эске сауҙаны ойоштороу), риэлтор (күсемһеҙ мөлкәт менән эш итеүсе), андеррайтер (страховкалау белгесе), PR-менеджер (ойошманың имиджын яҡшыртыу менән шөғөллә­неүсе), бэк-офис белгесе (ойошмала документтар тултырыу өсөн яуаплы), интервьюер (социологик һорау алыуҙар һәм социологик тикшеренеүҙәр үткә­реүсе), SEO-белгес (сайтты донъя кимәлендә танытыу йүнәлешендә эшләүсе), промоутер (продукцияны йәки хеҙмәтте һатыуҙы арттырыу буйынса белгес), декларант (таможняның йоғонтоло эшләүенә өлгәшеүсе) һәм башҡалар.
Британия ғалимдары 2030 йылға бөтөнләй яңы кимәлдәге белгестәр барлыҡҡа киләсәген күҙаллай. Улар араһында кеше өсөн яһалма органдар булдырыусы, ген технологияларын ҡул­лана белгән фермерҙар, йыһан архи­текторҙары, һауа торошон үҙгәртеүсе белгес, альтернатив транспорт яһаусы­лар, мәғлүмәтте юҡҡа сығарыу оҫталары, социаль селтәрҙә эшләйәсәк психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, хәтерҙе яҡшыртыу буйынса махсуслашҡан хирург, оло йәштәгеләр өсөн консультант бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518