Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баш ҡалала туфан ҡалҡҡанда...
Баш ҡалала туфан ҡалҡҡанда...Кеше тәбиғәт алдында көсһөҙ. Быға йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Айырыуса баш ҡала халҡы шаҡ ҡатты. Бынан алда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы тәбиғәт ғәрәсәттәренә әҙер булырға саҡырып СМС хәбәрҙәр ебәргәйне. Унда көслө ел, ямғыр һәм йәшен тураһында хәбәр ителде. Тик күптәр, ғәҙәттәгесә, был хәбәргә ҡолаҡ һалманы шикелле. Шулай ҙа, синоптиктарҙың һәм ҡотҡарыусыларҙың күҙаллауы был юлы дөрөҫкә сыҡты.

Төшкә тиклем көн шул тиклем аяҙ торҙо. Тора-бара ҡояшты болоттар ҡапланы, көслө ел сыҡты. Оҙаҡламай дөбөр-шатыр йәшен йәшнәп, ямғыр ҙа ҡоя башланы. Синоптиктар билдәләүенсә, бер квадрат метрға 10-15 литр ямғыр яуған, был ике айлыҡ яуым-төшөм нормаһын тәшкил итә.
Баш ҡала мәхшәр алдында баҙап ҡалды. Ғәрәсәт ҡоторған һайын, юлдарҙа кисеп үткеһеҙ күләүектәр барлыҡҡа килде, машиналар батты. Электр сымдарына һыу үтеү арҡаһында күпселек юл саттарында светофорҙар эшлектән сыҡты. Ун ике киҫелештә барлығы иллегә яҡын светофорҙың сафтан сығыуы арҡаһында Өфө ун баллыҡ тығындарҙа торҙо.
Баш ҡалала туфан ҡалҡҡанда...Киров районында ике өйҙө һыу баҫҡан. Бында йәшәгән оло йәштәге ҡатын ҡотҡарыу­сыларға ярҙам һорап үҙе шылтыратҡан. Бәләгә тарыусы ғаиләләрҙе Ғәҙәттән тыш фонд тәҡдим иткән торлаҡҡа күсерәсәктәр, ә йорттарҙа төҙөкләндереү эштәре башҡа­рыласаҡ.
СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан РОСРЕЕСТР бинаһынан төшө­рөлгән кадрҙар һәләкәт тураһындағы Голливуд фильмын хәтерләтә. Бинала тубыҡтан һыу. Аптыранған хеҙмәткәрҙәр ни эшләргә белмәй, үҙ сираттарын көткән клиенттар ҙа тышҡа сығырға ашыҡмай. Ҡайҙа бараһың? Әйткәндәй, беренсе ҡатта урынлашҡан ойошмаларға һыу үтеп инеү осрағы әллә нисәмә ерҙә теркәлгән. Хатта “Үҙәк баҙар”ҙың яңы корпусы аша йылға аҡҡан. “Ультра” сауҙа үҙәгендә лә шул уҡ хәл була.
Өфө коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һуңғы тәүлектә көсәйтелгән режимда эшләне. Ғәрәсәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә биш йөҙгә яҡын кеше, 130 берәмек техника йәлеп ителде.

Баш ҡалала туфан ҡалҡҡанда...Гөлназ ЗАҺИТОВА, “Тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү һәм гидрометеорология буйынса Башҡортостан идаралығы” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының метеокүҙәтеү бүлеге етәксеһе:
– Күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп шуны әйтергә була: Өфөлә бындай ямғыр 80 йыл элек теркәлгән. Шул ваҡыттан алып әлегеләй хәлдең ҡабатланғаны юҡ. Киләсәктә бындай ғәрәсәт булмаҫ тип ышанғы килә. Тик беҙ һауа торошона күҙаллауҙарҙы бары тик алдағы өс көнгә генә эшләйбеҙ. Киләһе көндәрҙә һауа торошо тотороҡланасаҡ. Төндә – 15, көндөҙ 20 градус тирәһе йылы буласаҡ. Урыны менән ямғыр яуыуы, талғын ел иҫеүе көтөлә.

Әүфәр ГӘРӘЕВ, география фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире:
– Һауа торошон оҙаҡ йылдар күҙәтеп, яҙып барам. Ошо яҙмаларҙы сағыштырып, күҙәтеүҙәр эшләйем. Миңә ҡалһа, сентябрҙә һауа торошо тотороҡло һәм йылы буласаҡ. Һуңғы осорҙа төбәктә йылы көндәрҙең тотҡарланып килеүен күҙәтәбеҙ. Тәүҙә был тотҡарланыу бер-ике аҙна булһа, быйыл хатта бер айға йылы һуңлап килде. Шуға ла сентябрҙең тәүге ике аҙнаһында яуым-төшөм күҙәтелһә лә, артабан йылы буласағына ышанам. Ғөмүмән, быйылғы йәй аномаль булды тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Ләкин был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Айырыуса 2010, 2014 йылдағы – эҫе һәм 1963, 2002 йылдағы ямғырлы йәйҙәр менән сағыштырғанда. Шулай ҙа, яуым-төшөмдөң күләме буйынса бүленешен иҫәпкә алғанда, йәй башҡасараҡ булды. Тәүге яртыһында яуым-төшөм күп булды, икенсе яртыһы ҡоролоғо менән аптыратты. Климаттың үҙгәреүен күрәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа республикала һауа торошо бер градусҡа йылынған. Быны яҙғыһын температураның кинәт өҫкә күтәрелеүе, көҙгөһөн ҡырауҙың һуңғараҡ төшә башлауы менән дә аңлатырға мөмкин. Шулай ҙа иң аныҡ дәлил – төрлө ғәрәсәттәрҙең йышайыуында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510