Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » В. И. Ленинды Өфөлә эҙләү
В. И. Ленинды Өфөлә эҙләүИюль ваҡиғаларынан һуң большевиктарҙы массовый рәүештә ҡулға алыу башланды. Ваҡытлы хөкүмәт Владимир Ильичты судҡа тарттырырға теләп, уны һәр ерҙән ҡоторған рәүештә эҙләй башланы. Был ваҡытта В. И. Ленин йәки Петербургтың Выборгский яғында, йәки Финляндияла йәшеренеп йәшәй ине. Әгәр В. И. Ленин буржуаз судтан тайпылмаһа, һис шикһеҙ, уны ла ҡоторған буржуазия Карл Либкнехт һәм Роза Люксембург үлтергән булыр ине. Ҡайһы бер иптәштәр Ленин үҙен буржуаз судтың ҡулына бирергә тейеш тигән фекерҙә булды, ләкин партияның иптәш Сталин етәкселегендәге Үҙәк комитеты Лениндың йыртҡыс контрреволюцион палачтар ҡулына бирелеүенә ҡаршы торҙо.

Ваҡытлы хөкүмәт Владимир Ильичты ҡулға алыу тураһында бойороҡ сығара һәм уны һәр ерҙән эҙләй башлай. Быны түбәндәге документтарҙан күрергә мөмкин: 1917 йылдың 23 октябрендә юстиция министры Өфө округ судының прокурорына түбәндәге телеграмманы ебәрә:
“Петроград тәфтиш властарының ҡарары буйынса В. И. Ленин 3-5 июлдәге ҡораллы восстание буйынса ғәйепләнеүсе сифатында ҡулға алынырға тейеш. Юстиция министрлығында булған мәғлүмәттәр буйынса был кешенең Өфөгә барыуы мөмкин. Шунлыҡтан һеҙгә был ҡарарҙы һис кисекмәҫтән үтәү тураһында бойороҡ бирергә, һеҙгә ышанып тапшырылған округ эсендә Ульянов Лениндың килеп сығыуын күҙәтергә һәм һөҙөмтәләр тураһында миңә белдерергә ҡушам. Юстиция министры П. Н. Малентович. Шифрҙы асыусы – Өфө округ судының прокуроры Смирнов”.
Был телеграмманы алғандан һуң Өфө округ судының прокуроры Смирнов, юстиция министрының бойороғон йылдам рәүештә үтәү маҡсатында, бөтә өйәҙ прокурорҙарына, шул йөмләнән Бәләбәй прокурорына (был документ Башҡортостан архив идараһында һаҡланып ҡалған) 29 октябрҙә ошо бойороҡто ебәрә:
“Бәләбәй участкаһы прокурорына. Юстиция министрының 23 октябрендәге телеграммаһын ебәреп, һеҙгә ул телеграммала күрһәтелгән кешенең үҙ надзорығыҙға тапшырылған участкала килеп сығыуын йәшерен күҙәтергә һәм ул кеше килеп сыға ҡалһа, уны Петроград суды прокурорының ҡарамағына тапшырыу өсөн һис кисекмәҫтән ҡулға алырға һәм был турала миңә белдерергә ҡушам. Прокурор Смирнов. Секретарь Россинский”.
Был документтар Башҡортостан үҙәк архивында һаҡланған фондтарҙан алынды.

В. АЛЕКСАНДРОВ.

(“Башҡортостан”, 1936 йыл, 24 ғинуар, № 19).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507