Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡыл төбө — тәжрибә
Аҡыл төбө — тәжрибәБөгөн муниципаль үҙидара органдары йәмғиәттә юғары урын биләп, етди эшмәкәрлек алып бара һәм ауылдарҙың киләсәген һаҡлап ҡалырға, халыҡ мәнфәғәтен яҡларға, социаль проблемаларҙы хәл итеп, лайыҡлы тормош булдырырға ярҙам итә. Ошо системаның уңышлы эшләүенә, үҙ биләмәһенең йәшәйеше, граждандарының тормошона идара итеү кимәленә бар халыҡ яҙмышы бәйләнгән, тиһәк тә хата булмаясаҡ. Был өлкәлә административ алымдарға таянып, идара итеү тәжрибәһенән сығып ҡына уңышҡа өлгәшеп булмай. Законға ярашлы, хакимиәт башлыҡтарына урындарҙа федераль һәм республика сәйәсәтен уңышлы тормошҡа ашырырға, ошо органдың эшмәкәрлеген камиллаштырырға һәм иҡтисади үҫеште нығытыу өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвесторҙарҙы йәлеп итеү, өҫтәмә эш урындары булдырыу өсөн дә тырышырға тура килә. Бынан тыш, халыҡты туплап, үҙидаралыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итә белеү кеүек бурыстар ҙа мотлаҡ хакимиәт башлығына йөкмәтелә. Бының өсөн төрлө структуралар менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, башҡа етәкселәр менән тәжрибә уртаҡлаша белеү ҙә мөһим.
Ошо маҡсаттан райондың Инйәр ауыл биләмәһендә Мәләүез һәм Белорет районының муниципаль-ара хеҙмәттәш­леген нығытыуға арналған семинар-кәңәшмә үтте.
Инйәр биләмәһенә тәжрибә уртаҡла­шырға, уртаҡ фекерҙәр тупларға Белорет һәм Мәләүез районының ауыл хакимиәте башлыҡтары килде. Ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт йортонда йола буйынса милли аш-һыу, йыр-бейеү менән ҡаршы алғас, улар мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлеген һәм ҡаҙаныштарын уртаҡлашты, музейға, китапханаға, музыка мәктәбенә сәйәхәт ҡылды.
Сараның рәсми өлөшө ошо учрежде­ниеның тамаша залында уҙҙы. Иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Владислав Миронов район һәм ҡаланың тарихы, социаль иҡтисади күрһәткестәре, сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге, туризмдың үҫеше, уңышлы тормошҡа ашырылған дәүләт программалары тураһында һөйләне. Бөгөн Белорет тиҙ һәм тотороҡло үҫешкән, республикалағы иң ҙур райондарҙың береһе һанала. Район биләмәһендә йөҙ ауыл ингән 19 ауыл һәм бер ҡала хакимиәте бар. Халыҡ һаны – 143 мең. Башҡорттар – 31%, урыҫтар – 59%, татарҙар – 7%, башҡа милләттәр 3% тәшкил итә.
Владислав Миронов дәүләт ҡарарҙарын тейешле кимәлдә үтәү, лайыҡлы тормош ҡороу һәм бер йүнәлештә эшләп, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн район-ара хеҙмәттәшлек булдырыуҙың әһәмиәтен билдәләп, бындай семинарҙарҙың файҙаһын баһаланы.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов иһә Белорет районында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйған бурыстарҙың юғары кимәлдә үтәлеүен билдәләне. Ул, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән иғтибарҙың көслө булыуын билдәләп, был йәһәттән белореттарҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, тине.
— Мәләүез, Белорет райондары төрлө йүнәлештә эшләй. Беҙҙә — ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, һеҙҙә сәнәғәт предприятиелары һәм урман хужалығы, туризм үҫешкән. Лайыҡлы тормош булдырыу өсөн ике райондың да потенциалы ҙур. Бөгөнгө семинар бергәләшеп, кәңәшләшеп яңы идеялар, проекттар булдырырға, был потенциалды тағы ла нығыраҡ үҫтерергә ярҙам итер. Ошондай сара ойоштороуығыҙға рәхмәт, һәм хеҙмәттәшлекте артабан дауам итеү өсөн киләһе семинарҙы Мәләүез ерендә уҙғарырға тәҡдим итәм. Ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы, уртаҡ ҡарарҙар менән ҡабул ителгән пландарығыҙҙы дөрөҫ тормошҡа ашыраһығыҙ, был йәһәттән һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнербеҙ, тип уйлайым, — тине ул.
Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов үҙ биләмәһе халҡының тормошо, тормошҡа ашырылған программалар, халыҡты эш менән тәьмин иткән социаль объекттар менән таныштырып, Инйәр биләмәһенең өмөтлө киләсәге өсөн бар шарттарҙың да булыуын белдерҙе. “Бөгөн Инйәр биләмәһендәге демография күрһәткестәре ыңғай, тыуым кимәле үлемдән юғары һәм иң мөһиме – белемле йәштәрҙең ауылда күп ҡалыуы киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Ә инде туристик бизнесты үҫтереп, яңы ял урындары, тау саңғыһы комплексы булдырыу Инйәр биләмәһенең перспективаһын тағы ла киңәйтә төшәсәк”, — тине Ғайса Ғәбделхаҡ улы.
Пленар өлөштән һуң ҡунаҡтар Инйәр ауылының 1-се урта мәктәбенә барҙы. Ҡунаҡтарҙы бында ла сәксәк, милли эсемлек һәм йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар. Мәктәп директоры Мәүлиҙә Сафа ҡыҙы Хәйбуллина мәктәптең тарихын, уның уңыш-ҡаҙаныштарын барланы.
Инйәрҙә 1-се мәктәптең төҙөлөүенә – быйыл 120 йыл. Унда башҡорт, татар, рус, үзбәк милләтендәге 373 балаға 35 педагог белем бирә. Мәктәп тамамлаған балалар Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Һамар, Новосибирск ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. 2015 йылда “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала­ларға шарттар булдырылған. Ҡунаҡтар кабинеттар, балаларҙың ниндәй шарттарҙа белем алыуын ҡараны.
Артабан Инйәр урман хужалығының урман янғындарын һүндереү эшмәкәрлеге менән танышты, ут һүндереү техникаһын, ҡорамалдарын барланы. Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән Елкин шишмәһе лә ситтә ҡалманы. Шишмәне яҡындан күргән ҡунаҡтар Инйәр хакимиәте башланғысын күтәреп сыҡҡан урындағы депутаттарҙың, ауыл халҡының дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүенә инанды. Шишмәнең тирә-яғы матур, төҙөк. Нәҡ ошонда Инйәр халҡы йәш килендәргә һыу юлы күрһәтә, христиандар дини байрамдарында һыу инә, изге тип һаналған шишмә һыуын алырға сит яҡтарҙан да килеүселәр күп. Хакимиәт башлыҡ­тарының делегацияһы күмәк көс һөҙөмтәһендә булдырылған шишмә һыуын тәмләгәс, эшҡыуар Николай Толменевтың балыҡ үрсетеү эше, балыҡсылыҡ тармағының нескәлектәре, был өлкәләге ҡыйынлыҡтар менән ҡыҙыҡһынды.
Семинар-кәңәшмәнең өсөнсө өлөшө Асы хакимиәте биләмәһендә дауам итте. Бында ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәленә сәскәләр һалғас, Арыҫлан Ҡотләхмәт улының музейына инде. Семинар-кәңәшмә “Асы” шифаханаһында тамамланды. Ҡунаҡтар шифхананың төҙөлөү тарихы, дауалау корпустары, уның бөгөнгө перспективалары менән ҡыҙыҡһынды, шифахана буйлап экскурсияла йөрөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518