Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәтле ғүмер юлы
Мөхәббәтле ғүмер юлыАуылға етәрәк тауҙар араһынан бормаланып талғын ғына аҡҡан таҙа һыулы йылға буйындағы юлдан етәкләшеп икәү килә. Тонйорап батҡан ҡояш нурында оҙон буйлы йәш егет менән сәсен икенән үргән ҡыҙҙың нәфис һыны асыҡ күренә. Ҡыҙҙың ҡулында хуш еҫле болон сәскәләре... Егет шатланып, онтолоп китеп уға ниҙер һөйләй, ҡыҙ әйтелгән һәр һүҙҙе, һөйгәненең ауыҙынан сыҡҡан һәр өндө ихласлап һәм яратып тыңлай. Көлөшәләр... Әйтерһең дә, атлаған саҡта яһаған һәр аҙымдары мөхәббәт менән тулы...
Унан егет, ҡыҙҙы күтәреп, йылға аша йүнәлә. Һыу тулҡындары егеттең аяҡтарына бәрелә, ҡыҙ уның һайын һөйгәненә нығыраҡ һыйына... Береһе – ҡурсалаусы, икенсеһе ышаныусы ике йән... Шундай бәхетлеләр... Кем улар? Хәйер, был осраҡта уларҙың исеме лә мөһим түгел. Улар – ғашиҡтар, мәңгелектең үҙе булып тойолған ошо бер илаһи мәлдә үҙҙәрен иң бәхетле итеп тойған, бер-береһенә һәм ошо тормошҡа ғүмер буйы ғашиҡ заттар... Насип булған ғүмер юлдарын ошо мөхәббәттәре – иғтибар, иплелек, ышаныс, аҡыл, сабырлыҡ, күңел яҡтылығы, күндәмлек менән бергә атлаған бәхетле йәрҙәр... Йылдар уҙған һайын уларҙың үткән юлдары ла, йәнә бер-береһенә һәм был тормошҡа оло һөйөү менән баҡҡан йөҙҙәре лә ла яҡтыраҡ, нурлыраҡ тойола...
...Ирен һуғышҡа оҙатып, ун һигеҙе лә тулмай тол ҡалған Нәғимә етемлек нужаһын күреп буй еткергән Ғәйзулланы яҡын күрә. Эштән туҡталған мәлдә хужа ҡыҙының бойоҡ йөҙөнә егет тә иғтибар итеүсән. Нисек күңелен күтәрергә шул ҡыҙ баланың, нисек кенә ярҙам итергә?
Уйнап-көлөр генә мәлендә тормоштоң әсеһен татырға дусар булған йәш ҡыҙ, атай-әсәйһеҙ үҫеп, үҙ ваҡытынан күпкә алда ҙурайған аҡыллы егет янында тынысланғандай була. Бер аҙға булһа ла донъяһын онотоп йылмая, шатландырырға теләп хәбәр һөйләгән Ғәйзулланың үҙен көлдөрөп алырға ла мөмкинлеген таба, торған һайын тәбиғи һөйкөмлөлөгө, күңел сафлығы менән һоҡландыра. Ошо бер-береңә булған иғтибар һәм ихтирамдан йылы хистәргә уҙып, бергә булырға – ғаилә ҡорорға ҡарар итә йәштәр. Һәм шул саҡтан бер-береһенә ҡарата ниндәйҙер бер иплелек менән ҡағылып, ҡулға ҡул тотоношоп нисек юл алһалар, ғүмер ахырынаса Хоҙай Тәғәлә биргән йылдар тәҡдирендә бергә баралар...
Ҡорған ғаиләләренең йәме булып тәүге сабыйҙары – улдары донъяға килә. Бөгөнгөләй хәтерҙәрендә уларҙың был бәхетле көнө. Йәйге иртәлә ишек алдында Нәғимәнең Ғәйзуллам тип уның ҡулдарына йығылыуы, борсолоуҙар, сабырлыҡ менән үткән тулҡынландырғыс мәлдәр, кендек инәһе, сабыйҙың тәүге ауазы... Шундай яҡтылыҡ, шундай илаһилыҡ, шундай бәхет... Атай һәм әсәй... Тәүге көндәр... Йоҡоһоҙ төндәр, һанһыҙ уйланыуҙар, шатланыуҙар, ғорурлыҡ... Бәпес ҡоймағы... Тәүге аҙымдар, тәүге һүҙҙәр... “Улыбыҙ...”
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа... Бындай хистәрҙе бер генә түгел, йәнә һәм йәнә кисерергә насип итте уларға Хоҙай. Улар менән тормоштоң һәр мәле үҙенсәлекле һәм үҙенсә матур... Алты баһадир улға, ғаиләгә биҙәк булыр бер ҡыҙ балаға тормош бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирә Нәғимә менән Ғәйзулла. Бәлки, үҙҙәре ише бик күп мөхәббәтлеләр кеүек ғаиләле ғүмер юлдарын шулай бергәләп һала улар.
Инде бына оҫта ҡуллы Ғәйзулланың тырышлығы менән һалынған һәм Нәғимәнең уңғанлығы менән йәмләнгән ишле ғаилә йортонда уларҙың һарыҡай ғына сәсле бәләкәй ейәнсәре Зөлфиә лә ата-әсәһенең эштән ҡайтҡанын көтөп ултыра. Ихатала эш менән булышҡан олатаһы янында йүгереп уйнап инә лә өләсәһенең йомшаҡ ҡулына һырыла, арҡаһынан тупылдатып һөйөүенән иркәләнә-шатлана... Бына бер аҙҙан уҡыуҙан ҡайтышлай өләсәй-олатай янына башҡа ейән-ейәнсәрҙәре лә инеп тулыр, бергәләшеп уйнап алырҙар, унан әсәй менән атай ҙа ҡыҙҙарын һағынып килеп етер... Йәнә лә бергәләшеп ҡоймаҡлап сәй эсеүҙәр... Бала саҡтың бер шатлығы булып иҫтә ҡалыр бәхетле мәлдәр...
Бына бит ул йылдар ҙа “һә” тигәнсе үтә, әле генә йәш ҡыҙ менән егет булып өйләнешкән Нәғимә менән Ғәйзулланың да балалары ҡул аҫтына кереп, хәҙер инде аяҡҡа баҫып буй етте, шатландырып ул-ҡыҙҙарының үҙ бәләкәстәре үҫеп килә...
Ауырыу-һынауҙар ҙа кешеләрҙән йыраҡ йөрөмәй. Олоғайған көнөндә аяҡтарынан яҙһа ла, барыһын теүәлләп, бөтә балаларының хәл-әхүәлен һорашып-белешеп ултыра Нәғимә. Килгән һынауҙар иһә матур ғаилә мөнәсәбәттәрен тағы ла нығыта төшә. Ошо икәүҙең артылған ғүмер юлдарына, яҡындарының иҫтәлектәрендә яҡты хәтирәләр булып балҡыған ике йәрҙең мөхәббәттәренә ҡарап һоҡланып та, уйланып та ҡуяһың. Ғүмер буйы бер-береһенә тоғро булып йәшәгән яратҡан һәм яҡын күргән кешеләре – өләсәһе Нәғимә менән олатаһы Ғәйзулла хаҡында һары сәсле бәләкәй ҡыҙҙың һөйләгән яҡты күңел иҫтәлектәре аҡ ҡағыҙ битенә теҙелә: “...Олатайым өләсәйебеҙ өсөн өҙөлөп тора, эштән бушаған арала өйгә инә һалып йәмәғәтенең хәлен белешер ине. Ғаиләләре менән тормошто яратҡан кешеләр улар. Шулай өләсәйҙең ҡустылары ололарҙы шаяртырға теләп: “Хәҙер еҙнәй инә, йәшен”, – тип апаларын йәшерер ине лә, олатайым бер булып эҙләп таба алмай йөрөһә, мәрәкәләп көлөрҙәр ине. Яҡындары, туғандары, улдары һәр саҡ өләсәйем менән кәңәшләшеп уның фатихаһын алды.
Өйҙән туғандар, таныштар өҙөлмәне, ҡунаҡсыл булдылар. Өләсәй булдыра алмағас, ҡаҙан тирәһен уның килендәре ҡараны. Олатайым бер ҙә генә түрбашта булышманы, өләсәй иһә ирҙәр эшенә ҡағылманы. Шулай ғаиләлә баштан уҡ ҡабул ителгән булғандыр инде. Бөгөн килеп был матур ғаиләнең бәхет сере ғаилә башлығының хәләлен “өф” итеп кенә тороуындалыр, тим. Балалар ҙа, ата-әсәнән өлгө алып, ошондай ҡарашҡа өйрәнә. Ә ҡатын кеше үҙен яҡлаулы итеп тойһа, башҡаларға ла бәхет-шатлыҡ өләшергә, донъяны матурларға әҙер. Был йәмлелек башҡаларға ла ыңғай йоғонто яһай.
Өләсәйемде лә, олатайымды ла һәр кем хөрмәт итте. Өләсәйем бер һүҙе менән генә хилаф булмаған эштәрен күрһәтер, ә ағайымдар баш баҫып ҡына әсәләрен тыңлар ине. Өлкәнәйгәс тәмәке тартһалар ҙа, олатайымды күреп ҡалһалар, йәшерерҙәр ине. Олатай улдарына көйәләнгән саҡта, өләсәй туҡтатыр ине, аҙаҡтан ул сыҡҡас, улай итмәгеҙ, көйҙөрмәгеҙ, тиер ине.
Өләсәй бер ҙә генә ҡысҡырманы, тауыш күтәрмәне, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас баҫалҡылыҡ һәм иплелек һаҡлап, көлгәндә лә ауыҙын баҫып ғына кеткелдәр ине. Өләсәйҙең һамаҡлап һөйләгән әкиәттәренең моңо күңелдә һаҡланған, беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, унан кисен әкиәттәр һөйләтер өсөн генә бөтә йомоштарҙы үтәп, үҙебеҙҙең эштәрҙән тыйылырға риза инек. Әле булһа шул күңелле саҡтар, матурлап ҡына ултырып урындыҡта сәй эсеүҙәр хәтерҙә һаҡлана... Өләсәй миңә алты йәш булғанда үлеп китте. Олатайым йөҙөнсө йәшен ваҡлағанда баҡыйлыҡҡа күсте. Унда икенсе әбей алыу уйы ла булманы, аҡҡош кеүек һөйгәненә тоғро ине ул...”
Күптәргә өлгө булыр ошо мөхәббәтлеләрҙең үткән юлдары күңелдә бер яҡтылыҡ уятып, йылмайырға мәжбүр итә. Күктәр тарафынан яҙылған бер-береһенә ғашиҡ насип йәрҙәрҙең йөҙө, йылдар аша ҡайтып, ейән-ейәнсәрҙәренең йөҙөндә балҡып торғандай. Күңел һәм йөрәктән килгән йылылыҡ – мөхәббәт көсө ул, ә уның яҡтылығы ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер юлынан барғандарға ла юл күрһәтер, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511