Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер яҡшының бер яманы
Ваҡыт үтә. Иҫке йыл артынан яңыһы килә. Ваҡыт ағымы менән бергә замана ла үҙгәрә. Ер йөҙөндәге кешеләрҙең йәшәү рәүеше, йәмғиәттә тотҡан урыны, уй-фекерҙәре лә үҙгәреш кисерә.
Беҙҙең өләсәй-олатайҙарыбыҙ йәшәгән заманда туғанлыҡ хисе, бер-береңә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыу, берҙәмлек, тапҡан малыңды башҡалар менән уртаҡлаша белеү кеүек сифаттар өҫтөнлөк иткән. Ул осорҙа Интернет, планшет, ноутбук, сымһыҙ телефон түгел, хатта күптәрҙең өй телефоны ла булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, өләсәй-олатайҙарыбыҙ балаларына дөрөҫ тәрбиә лә, кәрәгенсә белем дә биргән.
Хәҙер уларҙың һөйләүенән шул аңлашыла: ашарҙарына аҙығы, өҫтәренә кейер кейеме етмәһә лә, рухи яҡтан бай булғандар. Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлап ҡала алғандар, һабантуй байрамдарында, туйҙарҙа, тыуған көндәрҙә улар магнитофондан музыка тыңлап ултырмаған, ә үҙҙәре бейеп, йырлап, таҡмаҡ әйтешеп, төрлө уйындар уйнап күңелдәрен күтәргән.
Ә бына атай-әсәйҙәребеҙ йәшәгән осорҙа йәштәргә хөкүмәт тарафынан төрлө мөмкинлектәр тыуҙырыла башлаған. Миҫал өсөн, пионер лагерҙары ойошторола. Улар ҡыҙыл галстуктар, значоктар тағып, пилоткалар кейеп йөрөгән. “Бик ҡыҙыҡ, күңелле ине лагерҙа. Пионер кейемдәре кейеп йөрөү үҙе бер ғорурлыҡ бирә ине”, – тип һөйләйҙәр.
Хәҙерге заманса технологияларҙың да яҡшы яҡтары юҡ түгел. Тиҙ генә бәйләнешкә инеү, кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн Интернет селтәрен дә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Тик бер рәхәттең бер михнәте тигәндәй, әлеге заманса ҡорамалдарҙың зарарлы яҡтары ла етерлек. Мәҫәлән, күпселеге телефон йәки компьютер аша аралашҡан йәштәрҙең тел байлығы, фекерләү ҡеүәһе көндән-көн кәмей, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә, кешелеклелек сифаттары артҡы планға күсә бара. Аңлашыла: көндәр буйы компьютерҙа атыш уйындары уйнап, төрлө социаль төркөмдәрҙә танылған “йондоҙҙар”ҙың тормошо тураһында уҡып, бер файҙаһыҙға ошо сайттарҙа күп ваҡыттарын бушҡа сарыф итәләр. Йәй көндәре йылғала һыу инеү, ҡомда ҡыҙыныу, балыҡ ҡармаҡлау, ҡышын саф һауала сана, саңғы шыуыу, төрлө уйындар уйнау юҡҡа сығып бара тиһәк тә, яңылыш булмаҫ.
Киләсәктә бындай тормош дауам итһә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙҙе ни көтә һуң?! Улар бит компьютер ҡорбанына, роботтарға әйләнә. Беҙ быға юл ҡуймаҫҡа, үҫеп килгән йәш быуында әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейешбеҙ. Киләсәгебеҙ яҡты, тыныс, бәхетле булһын өсөн беҙҙән күп көс сарыф итеү көтөлә. Белемле, киң ҡарашлы, һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр тәрбиәләү, уларҙа тормоштоң бары матур һәм яҡшы яҡтарын күрә белеү, ниндәй осраҡта ла ысын мәғәнәһендә кеше булып ҡалыу кеүек сифаттарҙы булдырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519